Презентация по башкирской литературе Р.Бикбаев


Рауил Төхвәт улы Бикбаев 1938 йылдың 12 декабрендә Ырымбур өлкәһенең Покровка районы Үрге Ҡунаҡбай ауылында тыуған. Тәүҙә ете йыллыҡ мәктәптә, аҙаҡ Аҡ-Болаҡ педагогия училищеһында белем ала. 1962 йылда Башҡорт дәүләт универ-ситетының филология факультетын тамамлай. Эшмәкәрлеге Аспирантурала уҡығандан һуң, 1965 йылдан алып Өфөләге Тарих, тел һәм әҙәбиәт институтында әҙә-биәт бүлегенең ғилми хеҙмәткәре булып эшләй. 1995 йылдан - Башҡортостан Яҙыусылар союзы идараһы рәйесе. Маҡтаулы исемдәре,ғилми дәрәжәһе 1989 йыл – Салауат Юлаев исемендәге премия лауреаты.1992 йыл – Башҡортостандың атҡаҙанған фән эшмәкәре.1993 йыл – Башҡортостандың халыҡ шағиры.1996 йыл – Филология фәндәре докторы. Башҡортостандың халыҡ шағиры Ижады Рауил Бикбаевтың «Дала офоҡтары» тигән тәүге шиғырҙар йыйынтығы 1964 йылда донъя күрә.Шунан бирле ул ике тиҫтәгә яҡын китап сығара. Ул халыҡтың данлы үткәне, бөгөнгө хәле тураһында уйлана.Рауил Бикбаев поэзияһында халыҡ яҙмышына бәйле проблемалар күтәрелә, заман, ил, халыҡ, киләсәк алдында яуаплылыҡ тураһында һүҙ бара. Әҫәрҙәре 1967 йыл – «Ҡош юлы»: шиғырҙар. 1976 йыл – «Ғүмер уртаһы»: шиғырҙар, поэмалар. 1985 йыл – «Бураҙналар»: шиғырҙар, поэмалар.1986 йыл – «Поющие скалы»: стихи.1991 йыл – «Эволюция современной башкирской поэзии».1995 йыл – «Ш.Бабич.Жизнь и творчество». Әҫәрҙәре «Йүкәләрҙән һығылып бал тамғанда»Өлгөрмәҫлек ташып бал ҡорттары –ЙүкәләрҙәнҺығылып бал тама!Сәскәләрен һыпырып сәйгә һалам –Шау бал булып аңҡый сәйҙәрем.Йөрәгемдең бар яфаһын йыуаУралымдың шифа йәйҙәре. «Башҡортостан бында башлана» Республикам, бында башландың! – типӘйткәнемдә ергә ҡапланып,Ишетәмен ерем ҡуйынынанСабыр ғына тауыш аҡҡанын:Мин башланам һеҙҙән, кешеләрем!Күңелегеҙҙән һеҙҙең яралдым.Йөҙөгөҙ аҡ булһын, минең кеүек,Минең кеүек – Башҡортостан кеүек –Был донъяға тура ҡарарлыҡ. «Йөрәк» Башҡорт иле!Ыҡта төн булғандаАрғаяшта ата һыҙылып таң,Ғәйнәләргә тәүге ҡар яуғандаКөҙгө сыуаҡ Туҡты йылыта.Халыҡ әле халыҡ булып ҡалыр,Һыҙланһа ла бүленеп, теленеп.Республикам һыны оҡшап тораЙөрәгенә башҡорт иленең. «Уралыма» Таш һыныңды, Урал, оҡшатамынҠандан ҡанға кергән ҡылысҡа.Ҡулдарына һине алмаҡ булып,Күпме дошман ерҙә тырышҡан... Һиңә баҡһам, күңелем күтәренке, Киләсәгем шат та, тыныс та, Сөнки беләм: Иңдәрендә илдең Урал тигән һынмаҫ ҡылыс бар. Урал!Һиңә баҡһам, күңелем күтәренке,Киләсәгем шат та, тыныс та. «Халҡыма хат» Туған телем минең! Күпме һүҙеңЙондоҙ кеүек йым-йым нурлана.Тамырыңды уйлап ғорурланам,Бөгөнгөңдө күреп хурланам. Туған телкәйемдең хәлдәренән Бәғерҙәрем яна, теленә. Халҡыма мин ошо хатты яҙам, Оран һалам башҡорт иленә... Башҡорт балаһы мин,Ер хәтерендәМең йыл уйылып барған эҙем бар.Быуындарға ялғап быуындарҙы,Илде тотҡан телем, һүҙем бар. Башҡорт теле уҡытыусылары менән осрашыу «Һыуһаным – һыуҙар бирегеҙ!»...Тағы шартлау.Тағы тертләй Шаһтау.Умырыла нигеҙе Шаһтауҙың.Бөтә был тау...Ергә тыуған барыбер ерҙән китә,Берәү – һуңлап, берәү – иртәрәк.Беҙҙең генә китеү китеүме ни –Ер йөҙөнән тауҙар китәләр! «Йәншишмәбеҙ ошо тупраҡта» Ил яҙмышы ҡыл өҫтөндә саҡта,Ҡул ҡаушырып, ғәмһеҙ ятмайыҡ.Һаҡлайыҡ беҙ ғәзиз Ер-әсәне.Үҙебеҙҙе үҙебеҙ һаҡлайыҡ! Рауил Бикбаев Рәшит ШәкүровменәнБашҡортостанРеспубликаһыныңдәүләт гимныняҙған. Башҡортостан, һин һөйөклө ғәзиз ер,Халҡыбыҙҙың изге Ватаны.Сал Уралдан ҡалҡа бар тарафҡаТыуған илдең тыныс ал таңы. «Ғүмерем уртаһы» Ғүмеребеҙҙең аҫыл миҙгелендәЕбәрмәйек елгә ир һүҙен.Ир уртаһы илдең тотҡаһы тип,Ҡарай бөгөн беҙгә ил күҙе. «Ете быуыным» Мөмкинме һуң яңғыҙ ҡалыуҙарың,Мөмкинме һуң етем булыуың,Еркәйемдең ете ҡаттарынанЕтегән шишмә булып гел типкәндә,Етегән йондоҙ булып нур һипкәндәЕте яҡтан ете быуыным. Шағирҙың аҫыл һүҙҙәре Хәлең хәл өҫтөндә ҡалғанда лаАңла шуны, кешем, аңла шуны:Иң ҡыйыны, бел һин – үҙең булыу,Иң яманы, бел һин – алмашыныу. Йөҙ ҙә бер хәҙис Пәйғәмбәребеҙ үҙенең хәҙис шәри-фендә, «Шиғырҙа сихри көс бар» тип, шиғри әҫәрҙең кешеләргә бөйөк рухи тәъҫире хаҡында әйткән.Йөҙ ҙә бер хәҙистең оло шағирыбыҙ Рауил Бикбаев яһаған башҡорт телендәге шиғри тәржемәләре халҡыбыҙҙың рухи тормошонда баһалап бөткөһөҙ ҡиммәтле ҡулланма. Йөҙ ҙә бер хәҙис Буш килгән мал байлыҡ түгел,Тик бер айлыҡтыр.Күңелеңдәге хазинаБөтмәҫ байлыҡтыр. * * * * *«Иртәгә лә өлгөрөрмөн,Бөгөнгә тороп торор!» -Шулай тип ултырған аҙаҡТөп башына ултырыр. Рауил Бикбаев 3-сө Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайында сығыш яһай. Ижтимағи эшмәкәрлеге