Педагогик эшм?к?рлек ??м эш т?жриб??ен?н.


«Башҡорт теле һәм әҙәбиәте йыл уҡытыусыһы – 2017»
Педагогик эшмәкәрлек һәм эш тәжрибәһенән.
Янышева И.Н.,
Миәкә районы, Ҡолтай – Ҡаран башланғыс мәктәбе
«Бала күңеленә эҙләнеү орлоғо һалыу һәм эҙләгәнен табырға юлдар күрһәтеү – уҡытыусы бирә ала торған хеҙмәттәрҙең иң ҡәҙерлеһе, иң ҙуры».
Ғ. Ибраһимов
Башҡортостаныбыҙҙың иң бәләкәй, иң аҙ һанлы мәктәптәренең береһендә эшләйем мин. Йәмле тәбиғәтле, Аҡмулланың тыуған ауылы Туҡһанбайға Дим аша ғына урынлашҡан Миәкә районының төпкөл, матур ауылдарының береһе Ҡолтай-Ҡаранда 4 балалы ғына мәктәптә 5с класты бер юлы уҡытам. Белем байрамы, сығарылыш кисәһе линейкаларында балаларға, ата-әсәләргә һәр саҡ: “Һеҙ уҡыған мәктәп кеүек мәктәп ер йөҙөндә берәү генә” - тим шаяртып. Мәктәптәге бер бөртөк уҡытыусымын, кластағы берәр бөртөк баланың һәр береһе менән бөртөкләп индивидуаль эш алып барып, гөрләп ең һыҙғанып эшләп йөрөгән көнөм. Уҡытыу ғынамы һуң, иҙәнде лә үҙем йыуам, ремонтын да яһайым, гөл - сәскәһен дә үҫтерәм. Нисек кенә ауыр булмаһын, әлдә ошо яратҡан эшем бар әле, тип, һәр иртә ашҡынып, байрамға барғандай талпынып, теләп киләм мин эш урыныма .
Башҡортостанымда башҡорт булып йәшәп, уҡыусыларыма туған башҡорт телемде өйрәтеүем менән бик тә ғорурланам. Балаларҙа телгә ҡарата һөйөү, хөрмәт тәрбиәләргә бар көсөмдө һалам. “Туған телемде яратмайым, тип әйтеү, ата-әсәйемде яратмайым, тигән һүҙ менән бер” – тип һәр ваҡыт әйтә киләм. “Башҡорт теле хәҙерге заманда бик кәрәк тә түгел инде” - тигән маңҡорт ата-әсәләргә лә яуап бирерлек һүҙҙәрем бар минең.
Эш дәүеремдә уҡытыу системаһы әллә күпме үҙгәрештәр кисерҙе: традицион, Эльконин – Давыдов, Занков үҫтереүсе системалары, ФДБС алһаҡ та, эш уңышлы булһын өсөн уҡытыусының яҡшы һөнәр эйәһе, ә уҡыусының тырыш булыуы мотлаҡ.
Тәү тапҡыр ручка тоттороп, тәүге һуҙынҡы, тартынҡы өндәрҙе ишетергә, хәрефтәр танырға, тәүге һөйләм төҙөтөү һ.б. бик күп эштәр эшләтә уҡытыусы баланан. Әммә уҡытыусы мәктәптең баланы ҙур тормошҡа әҙерләгәнен бер ваҡытта ла иҫенән сығармай. Тормошта кешене ниндәй генә һынауҙар көтмәй. Кеше дөрөҫ юл һайлап, дөрөҫ эш итһә генә тормошо яҡшы буласаҡ. Бының өсөн мәктәптә үк ул үҙаллылыҡҡа өйрәтелергә тейеш, сөнки ғүмер буйы кемдәндер ярҙам көтөп кенә йәшәп булмай.Тап бына ошо үҙаллылыҡ тураһында ла инде алдағы һүҙем.
Балалар2ы 72 аллы у3ыу эшм9к9рлеген9 5йр9те7.
Дөйөм белем биреүҙә яңы быуын Федераль дәүләт стандарттары концепцияһына ярашлы төҙөлгән универсаль эш төрҙәре формалаштырыу программаһы буйынса уҡыу процесында белем алыуҙы ойоштороуға баланың үҙен өйрәтеп, эшмәкәрлеккә йәлеп итеү – төп бурыстарҙың береһе.
Иң кәрәкле һәм иң ҡиммәтле сифат ул – үҙаллылыҡ. Алма беш, ауыҙыма төш, тип әҙер белем көтөп ултырмаған, ә уҡытыусының оҫта йүнәлеш биреүенә таянып, яңы белемгә үҙенең эшмәкәрлеге аша эйә булырға тейеш заман стандарттарына ярашлы уҡыусы.
Ә үҙаллылыҡ сифаты баланы уҡыу эшмәкәрлегенә өйрәтеү процесында формалаша. Шуға күрә уҡытыусыға эшмәкәрлек, уҡытыу эшмәкәрлеге тигән төшөнсәләрҙең асылына төшөнөргә, уны ойоштороу үҙенсәлектәрен ентекле өйрәнергә һәм уҡытыу процесында теоретик белемгә таянып, эште профессиональ кимәлдә һөҙөмтәле итеп ойошторорға кәрәк.
Билдәле ғалим, психолог В.В.Давыдовтың теорияһына ярашлы, үҙ аллы уҡыу эшмәкәрлеге бер – береһе менән тығыҙ бәйләнгән биш компоненттан тора:
1) тирә-яҡты танып белеүгә теләк, йәғни мотив тыуҙырыу (Мин ни өсөн уҡыйым? Миңә уҡымышлылыҡ ни өсөн кәрәк?);
2) уҡыу мәсьәләһен ҡуйыу, йәғни проблема тыуҙырыу (Мин нимә эшләргә тейешмен?);
3) ниәт ҡороу, эште планлаштырыу, эш ысулдарын һәм методтарын күҙаллау, ҡулланыу (Уҡыу мәсьәләһен хәл итеү өсөн нимәләр эшләргә?);
4) уҡыу мәсьәләһен хәл итеү, яңы эш ысулын асыу һәм уны ҡулланып ғәмәли эштәр башҡарыу;
5) рефлексия, контроль, баһалау (Эштәрем нисек барған? Бөтәһен дә дөрөҫ эшләгәнменме? Нимәгә өлгәшкәнмен? Нимәне эшләй алманым? Нимәне аңлап еткермәгәнмен? Артабан ни эшләргә?)
Бына ошо биш компонент инде ул үҙ аллы уҡыу эшмәкәрлегенең асылы. Уларҙы ҡулланып дәрес ойоштороу – белемде үҙе эҙләп алырҙай шәхесте тәрбиәләүсе уҡытыусының төп шарты. Һәр компонентты айырым ҡарап үтәйек.
Тирә-яҡты танып белеүгә теләк, йәғни мотив тыуҙырыу.
Кеше хыял менән йәшәй, йә иһә ул нимәгәлер мохтаж, уның үҙ ихтыяждары бар. Тап ошолар кешене теләк менән хеҙмәт итергә күнектерә лә инде. Мәҫәлән, ир кешегә ғаиләһен матди яҡтан тәьмин итер өсөн аҡса эшләү, йорт һалыу, хужалыҡты көнкүреш предметтары менән тәьмин итеү, йәшелсә, емеш-еләк баҡсаһы булдырыу һәм башҡа маҡсаттар хеҙмәт итеүгә сәбәп. Өлкәндәр алдан күҙаллап, уны үтәүгә булышлыҡ итерлек ысулдарҙы ҡулланып, билдәләнгән маҡсат менән аңлы рәүештә башҡара. Бала, уйынмы, уҡыу, хеҙмәт эшмәкәрлегеме, ниндәйҙер мохтажлыҡ кисергәндә, йә булмаһа уның алдында мауыҡтырғыс маҡсат торғанда, эшкә теләп тотона. Быға нисек ирешергә һуң?
Бала быға яйлап төшөнә. Эске һәм тышҡы мотивтар белем алыуға ынтылыш, теләк, көс тыуҙыра. Предметҡа ҡарата ҡыҙыҡһыныу, белем алыуға ынтылыш эске мотив барлыҡҡа килтерә. Ғалим-психологтар билдәләүенсә, уҡыу эшмәкәрлеген йөкмәткеле ҡороу, йәғни белемде бала аҡыл - зиһенен егеп, актив рәүештә үҙе эҙләп табып үҙләштерһә, предметҡа төплө ҡыҙыҡһыныу формалаша.Тора - бара был ҡыҙыҡһыныу белемле, уҡымышлы, мәҙәниәтле булыуҙың әһәмиәтлелеген төшөнөүгә алып килә.
Мотив тыуҙырыу ысулдары, юлдары һәм уға талаптар.
1. Уҡыу материалының балаларҙың йәш үҙенсәлегенә, психологик үҫешенә ярашлы һәм мауыҡтырғыс булыуы.
2. Яңы тема өйрәнер алдынан даими рәүештә уҡыу мәсьәләһен (проблема) ҡуйыу.
3. Дәрестә үҙ аллы мәғлүмәт эҙләүҙә төрлө сығанаҡтар.
4. Дәрестә схема, график символдар , моделдәр, таблицалар төҙөү һәм ҡулланыу.
5. Дәрестең төҙөлөшөнә хас психологик үҙенсәлек – балаларҙың үҙ-ара бәйләнешкә инеүе, аралашыуы, хеҙмәттәшлек итеүе.
6. Уҡымышлылыҡтың һәм уңышлы хеҙмәт итеүҙең буласаҡ ир-егет (атай), ҡатын-ҡыҙ (әсәй) өсөн әһәмиәтлелеген иҫбат итерлек йөкмәткеле һөйләшеүҙәрҙе, бәхәстәрҙе даими ойоштороу.
7. Бала өсөн уҡыу процесында психологик комфорт атмосфераһы тыуҙырыу:
- дәрес алдынан баланың психик торошон көйләү маҡсатында релаксация, йәғни махсус психологик минут ойоштороу;
- уҡытыусының эмоциональ хис-тойғо менән аралашыу, мөнәсәбәт ҡора белеү – уҡыу диалогын йәнле һәм рациональ юҫыҡта ойоштороу оҫталығы;
- баланың һорау бирә, уға яуап ала , яуапты тыңлай һәм бәхәс ҡора белеү оҫталыҡтары;
- баланың һорау, яуаптарын ҡыҙыҡһыныу менән тыңлау,уның фекерен ихтирам итеү һәм фекерҙәренең дөрөҫ йә хата булыуын төшөнөүгә дидактик шарттар тыуҙырыу;
- баланың һәр бәләкәй генә аҙымын, эшмәкәрлеген ыңғай баһалай белеү: яғымлы ҡараш, хуплаусы ишара, ҡанатландырыусы һүҙҙәр, уңышһыҙ мәлдәрҙе бергәләп кисереү һәм дөрөҫ йүнәлеш алыу.
2.Уҡыу мәсьәләһен ҡуйыу.Уны хәл итеү.
Үҙ аллы уҡыу эшмәкәрлеген кәүҙәләндергән биш компонент араһында иң әһәмиәтлеһе – уҡыу мәсьәләһен ҡуйыу, йәғни проблема тыуҙырыу. Дәрестә ғәмәли мәсьәләне башҡарыу процесында бала алдында уҡыу мәсьәләһе, йәғни проблема тыуа.Уҡыу мәсьәләһен хәл итеүҙең асылы – баланы яңы эш ҡанунын, йәғни эштәрҙе дөрөҫ башҡарыуға ярҙам иткән дөйөм бер ысул, ҡағиҙә, билдәләмә, алгоритм, инструкция һәм башҡаларҙы асыу.
Ул көн һайын ҡулланылмай. Ике-өс дәрескә, йә аҙнаға бер, ҡайһы берҙә яңы бүлекте өйрәнгәндә айға бер тапҡыр ҡуйылыуы ла ихтимал. Шулай уҡ уҡыу мәсьәләһен ҡуйыр өсөн уҡыу ситуацияһын тыуҙырырға кәрәк. Уҡыу ситуацияһы уҡыу процесында эҙмә-эҙлекле башҡарылырға тейеш булған билдәле бер ҡанун, алгоритм, инструкцияны үҙ аллы төҙөүгә этәреүсе булып тора.
Тәүге ысул уйын формаһында. Дәрес персонаждары – уҡыу материалын өйрәнеүселәр, ә уҡыусылар – эксперттар ролендә. Персонаждарҙың башҡарған эше – бәхәс ҡороу (анализ) өсөн нигеҙ.
Артабан дәреслектән ғәмәли мәсьәләләрҙе (практик эштәрҙе) хәл итеү өсөн бирелгән материалды уҡыу мәсьәләһен (проблема) ҡуйыу маҡсатында һайлап алыу. Башҡарылырға тейеш эште балаларҙың үҙҙәренә тәҡдим итеү. Эйе, тәҡдим итеү, сөнки балаға был материалды үҙләштереү өсөн эш итеү ысулы билдәле түгел. Шулай ҙа уҡытыусы балаларға үҙ аллы эшләп ҡарау мөмкинселеген бирә. Улар дәреслек материалы нигеҙендә эште дөрөҫ башҡарырға булышлыҡ итеүсе ҡағиҙәне асырға ярҙам итә.
Һәм уҡытыусы балаларға әкиәт персонажының эшен тәҡдим итә.Бына ул шулай эшләгән тип, һөҙөмтәһен балаларға күрһәтә һәм ул нисек эш иткән?дөрөҫ эшләгәнме?ни өсөн?тигән һорауҙар ҡуя.
Эш үҙ аллы башҡарылғандан һуң, бер-нисә эшләнеш һәм һөҙөмтәләр бөтә класс алдында күрһәтелә.Был балалар тыуҙырған гипотеза тип атала.Кем ошо тәҡдим яҡлы, кем түгел икәнлеге асыҡлана, һәм был этап интеллектуаль ҡаршылыҡ тыуҙырыу тип атала.
Айырымлыҡтарҙы асыҡлап,график-символик тамғалар менән билдәләп ҡуйыла.
Алда әйтелгәнсә, уҡыу мәсьәләһен ҡуйыу балала уҡыу материалына ҡыҙыҡһыныуҙы көсәйтә.Кемдеке дөрөҫ?Ниңә улай әле? Ни өсөн?тигән һорауҙар баланың башында ҡайнай.Балала үҙен ҡыҙыҡһындырғанһорауҙарға яуап табыу теләге тыуа һәм ул дәртләнеп эшкә тотона.
Уҡыу мәсьәләһен хәл итеүҙә үҙләштерелгән эш ысулы – дөйөмләштерелгән ысул. Уны яңы шарттарҙа,уҡыу ситуацияларында ҡулланып, төрлө ауырлыҡтағы ғәмәли мәсьәләләрҙе хәл итергә була.Дәрестәрҙә системалы рәүештә уҡыу мәсьәләләрен ҡуйыу – баланы төрлө яҡлап үҫтереүгә булышлыҡ итә:уның теоретик фекерләү ҡеүәһен үҫтерә, иң мөһиме тормошта уңышлы булыуға ярҙам итеүсе кешелек сифаттарын тәрбиәләй.
3.Эшкә эске ниәт ҡороу (планлаштырыу). Эш ысулдарын һәм методтарын күҙаллау, уларҙы ҡулланыу тураһында уйланыу.
Уҡыу мәсьәләһен асыҡлағас, баланы «Уны хәл итеү өсөн нимәләр эшләргә кәрәк?» тигән һорау борсой. Был баш мейеһенең әүҙем эшмәкәрлеген, йәғни эстән уйланыуҙы, ҡысҡырып әйтмәйсә үҙ аллы ниәт ҡороуҙы аңлата. “Ә хәҙер ни эшләргә?” –ти уҡытыусы үҙ сиратында. Был һорауҙан һуң паузаның оҙаҡ ҡына булыуы мотлаҡ. Бала мейеһен эшкә егеп, уйланырға , булған белемен, эш тәжрибәһен, әлегә тиклем үҙләштергән эш ысулдарын барлай. Эште башҡарырға ниәтләй.
Н.Ф.Талызина әйткәнсә: «Ниәт ҡороу эшмәкәрлеге уҡыусыла ижади фекерләү, булған эш тәжрибәһенә аналитик ҡараш, эште эҙмә-эҙлекле ҡороу һәм ахырҙағы һөҙөмтәне күҙаллау күнекмәләрен булдыра»
4.Рефлексия, контроль, баһалау.
Үҙ аллы уҡыу эшмәкәрлегенең тағы бер компоненты – рефлексия. Психологтар рефлексия төшөнсәһе аҫтында уҡыусының дәрестә үҙ эшенә байҡау яһауын, нимәгә өлгәшеү - өлгәшмәүен асыҡлауын, йәғни һөҙөмтәлелек кимәлен билдәләүен күҙ уңында тота.
Дәрестә уҡыу объекты булып хеҙмәт иткән уҡыу материалын үҙләштереүҙе иҫкә төшөрөү; эштең дөрөҫ йөкмәткелә, кәрәкле йүнәлештә булыу - булмауына инаныу; эштең кәрәкле йүнәлештә тейешле эҙмә-эҙлелектә башҡарылғанлығын тикшереү һәм тейешле төҙәтеүҙәр индереү.
«Бөтәһен дә дөрөҫ эшләгәнменме? Нимәгә өлгәшкәнмен? Нимәне эшләп еткермәгәнмен? Нимәне аңламаным? Нимәгә төшөнәһе бар әле?» тигән һорауҙарға яуаптар табырға тейеш. Уҡыусы ошо һорауҙарға яуап биреп, уҡыу материалын үҙләштергән һәм дәрестәге эшмәкәрлегенән ҡәнәғәт икән, тимәк, һөҙөмтә бар, баланың аңы үҫешә.
Баһалау - ҙур форматлы киң төшөнсә. Уҡытыусының баһалауынан тыш, бала үҙ эшен, эшмәкәрлеген анализлап, уның һөҙөмтәлелеген үҙе баһалап өйрәнергә тейеш. Был эш Г.А.Цукермандың баһалау бағанаһында, дәфтәрҙең поляһында төрлө график символдар, төҫлө шаҡмаҡтар, диаграмма бағанаһы формаһында вертикаль рәүештә бирелгән геометрик фигураларҙы буяу, смайлдар, ҡояш, болот һүрәттәре ярҙамында, уңыш бите, уңыш ағасы, уңыш баҫҡысы ярҙамында алып барыла. Баһалау ысулдары бының менән генә сикләнмәй. Ғәҙәттә, уҡытыусы был эшкә ижади ҡарай.
Уҡыусының үҙаллылыҡҡа , йәғни аҡыл менән баҙнатлы эш итеүгә һәр ынтылышын ваҡытында күрә белеү, эш ысулдарын, алымдарын дөрөҫ йүнәлештә ҡулланыуына баһа биреү һәм бындай баһалау эшенә уның үҙен күнектереү ҙур әһәмиәткә эйә, сөнки үҙаллылыҡ – тормошта иң кәрәкле сифаттарҙың береһе.
Балала үҙаллылыҡ тәрбиәләү маҡсатында уны индивид булараҡ күп нәмәне үҙ аллы булдыра алыуына мөмкин тиклем иртәрәк инандырып, эшмәкәрлек юлына баҫтырырға кәрәк. Интеллектуаль күрһәткестәре ниндәй генә кимәлдә булыуына ҡарамаҫтан, баланың үҙенә ышаныс тыуыуы, уҡытыусының уға ҡарата ыңғай мөғәлләмәлә булыуын(яратыуын, ихтирамын) тойоуы – үтә мөһим фактор. Балаға ҡарата эмпатия, йәғни ул нимәнелер ауыр кисергәндә уға ярҙам итеү, уның менән ауаздаш булыу мотлаҡ. Балала үҙаллылыҡ һәм үҙ – үҙенә ышаныс тәрбиәләүҙә был – төп шарт. Баланың психикаһын формалаштырыуҙа мәктәптәге тәүге көндәрҙең (айҙарҙың) әһәмиәтен баһалап бөткөһөҙ. Дөйөм белем биреү стандарттары талаптарына ярашлы, предмет һөҙөмтәләре менән бер рәттән, метапредмет һөҙөмтәләре лә формалаштырыу – уҡытыусы алдында ҡуйылған яңы мәсьәлә. Был заман талабы. Үҙ аллы, әүҙем һәм хис-тойғоларын йүгәнләп, партнеры менән килешеп эшләгән, аҡыл менән эш итә белгән кеше генә әлеге заман, йәшәйеш шарттарҙа уңышлы кеше була ала. Ниәт иткән - мораҙына еткән, тигән борон башҡорт халҡы. Ниәт иткән кеше генә эшен атҡарып сыға, ҡуйылған маҡсаттарына ирешә ала.