А.Абдуллин Ун ?с?нс? председатель


Тема: Азат Абдуллиндың «Ун өсөнсө председатель» драмаһы буйынса дәрес-дебат. «Ғәйепләргә ярамай, аҡларға!»
Маҡсат:
Әҫәрҙең идея – тематик йөкмәткеһен асыу, актуаллеген билдәләү.
Әҫәрҙең әхлаҡи актуаллеген асыу.
Уҡыусыларҙы әҫәргә ҡарата үҙ фекерен әйтергә өйрәтеү, төрлө версияларҙы танырға, факттарҙы анализларға өйрәтеү, сығанаҡтарға таянып, М.Сәғәҙиевтың ғәйепһеҙ булыуын иҫбатлау.
Йыһазландырыу:
яҙыусының портреты, китаптары, йыр, карточкала шиғырҙар.
Дәреслек:
Башҡорт теле һәм әҙәбиәте: урта мәктәптең 11-се классы өсөн дәреслек; А.Абдуллиндың «Йөрәккә сәнселгән аңлауҙар»; «Башҡортостан уҡытыусыһы».
Ойоштороу мәле.
Психологик инеш. Һаумыһығыҙ! Кәйефтәр нисек? Дәресте башлайыҡ. Балалар, 1-се рәттә ултырыусылар, мин һеҙҙең иғтибарығыҙға йыр тәҡдим итәм. Йырҙың йөкмәткеһен аңларға тырышығыҙ. Хәҙер йырҙы тыңлайбыҙ.
1 рәт, был йыр нимә тураһында? Унда кем данлана һәм ни өсөн уға йыр арнала? Ниндәй тойғо уятты?
- Был бик шатлыҡлы йыр. Сөнки иген үҫтереүсе, икмәк үҫтереүсе маҡтала. Уның эше лә яҡшы бара, шулай уҡ тормошо ла һәйбәт.
2 рәт, Һеҙҙең алда шиғыр ята. Уны иғтибар менән уҡып сығығыҙ һәм телдән һүрәт төшөрөргә әҙерләнегеҙ.
Ауылҡайым – шиңмәҫ гөлдәр иле,
Ниндәй йәмле һинең йәйҙәрең.
Сәскәләр уяна, күңелдәр ҡыуана,
Ерҙең йәмләй иген ҡырҙарың.
Киң баҫыуҙар, йырға тиң баҫыуҙар,
Ауылымдың иркен ҡырҙары.
Шунда эшләй, шунда йәшәйАлтын ҡуллы улдары.
Күҙ алдығыҙға нимә килә? Шиғыр буйынса кем ниндәй һүрәт төшөрөр ине?
(Ошондайыраҡ картина күҙ алдына баҫыр ине, шулаймы) Слайд 2
Әйе, был шиғырҙа ла, йырҙа ла ауыл кешеләре – игенселәр, икмәк үҫтереүселәр данлана. Улар эшсән, тырыш, тормоштары бай, улар ҡәнәғәт. Беҙ уҡыған А.Абдуллиндың «Ун өсөнсө председатель» драмаһында ла бына ошондай ауыл тормошо һүрәтләнә. Балалар, әйҙәгеҙ әҙерәк иҫкә төшөрөп китәйек, был драмала һүҙ нимә тураһында бара?
(Уҡыусыларҙың яуаптары) «Ҡыҙыл нур» колхозы үҙенең күршеләренән 12 йылға алға киткән. Колхозсылар үҙ эштәрен белеп, тырышып башҡара. Колхозды председатель Морат Сәғәҙиев етәкләй. Ә бит Сәғәҙиевҡа тиклем был колхоз район буйынса иң артта ҡалған ине. Морат Сәғәҙиев ошо ауылда тыуған. Ә бындағы «Ҡыҙыл нур» колхозын да уның атаһы Гәрәй Сәғәҙиев башлап ойошторған. Тик һуғышта һәләк булып ҡалған. Ошонан һуң колхоздағы председателдәр бер-бер алмашына. Йәштәр ҡалаға киткән, колхоз көрсөккә бата. Ни эшләргә? Ауыл кешеләре ҡалала обкомда эшләп йөрөгән Морат Сәғәҙиевты ауылға ҡайтыуын үтенеп һорайҙар. Һәм М.Сәғәҙиев ауылға ун өсөнсө председатель булып ҡайта.
- Йүләрһең, һин, йүләр, шундай Ҡур урынды ташлап китәләрме һуң? 12 председатель эшләй алмағанда, булдыра алырһыңмы? – ти ҡайһы бер ауылдаштары.
- Ысынлап та, башта еңел булмай Сәғәҙиевҡа.
Сөнки: ( таҡтала яҙыла)
Колхоздың бурысы күпКешеләр эшкә йөрөмәй
Эш хаҡы түләнмәй, колхоздың аҡсаһы юҡ.
Ауыл ташландыҡ хәлдә.
– Нисек колхоз көрсөктән сыға һуң? Ни өсөн Сәғәҙиевты хөкөм итәләр? Ошо һәм башҡа һорауҙарға яуап табыр өсөн дәрестең темаһаһына күсәйек.
Слайд 3 Дәрестең темаһы «Ғәйепләргә ярамай аҡларға!» (теманы яҙалар)
Дебат – икенсе төрлө- дискуссия, ике ҡапма-ҡаршы яҡ өсөнсө яҡҡа үҙҙәренең хаҡлығын иҫбат итергә тейеш.
Маҡсат: әҫәрҙе анализлау, төп геройҙың ғәйебен асыҡлау (ярлыҡау йәки хөкөм итеү) (дәрестең аҙағында темаға әйләнеп ҡайтырға, өтөрҙө тейешле урынға бергәләп ҡуйырға)
Балалар, кем Сәғәҙиев дөрөҫ эшләне, ул хаҡлы тип иҫәпләй, шулар бер рәткә, кем уны хөкөм итергә кәрәк тип уйлай, икенсе рәткә ултырығыҙ.
Суд башлана.
Уҡытыусы. Морат Сәғәҙиев, председатель булараҡ, кеше хеҙмәтен, матди байлыҡты хужаларса файҙаланыуы арҡаһында колхозсыларҙың яҡлауын таба. Әммә уның тырышлығы, уңыштары дәүләт закондарына тап килмәй. Ошо ҡапма-ҡаршылыҡ бәхәс тыуҙыра.Ул ғәйеплеме, уны аҡларға буламы?
1-се спикер.(Р) ЛилиәКолхоз – ул коллектив хужалыҡ. Морат Сәғәҙиев һәр ваҡыт колхоз уставына таянып эш итә. Устав – ул колхоз ағзаларының колхоз ере, милке менән ҡулланыу хоҡуғын яҡлаусы, маҡсат, бурыс һәм хоҡуҡтарын күрһәтеүсе, эш хаҡын билдәләүсе, колхоздың эшмәкәрлеген көйләүсе норматив документ. Ул 1969 йылдың 28 ноябрендә ҡабул ителгән. Сәғәҙиев алдынғы колхозсыларҙы Ҡара диңгеҙгә ебәргәндә, колхозсылар:ың дөйөм йыйылышына таянып эш итә һәм ул тулы хоҡуҡлы.
К 3-тән Р1-гә һорау. Нурия Һеҙҙеңсә, Ҡара диңгеҙҙә ял иткән ваҡыт өсөн эш хаҡы түләү финанс тәртибен боҙоу түгелме?
2-се спикер.Р2. Рим. Морат Сәғәҙиев – аҡыллы, инициативалы етәксе. Ул колхоздың электән килгән 300 мең һумлыҡ бурысын ҡаплай, бурысын түләй.Күберәк килем ала башлағас, аҡсаларҙы халыҡ файҙаһына тотона. Ата – бабаларыбыҙҙың элек-электән шөғөлләнгән һөнәрҙәрен үҫтереү юлы менән герой хужалыҡты финанс көрсөктән сығара. Колхозсылар умартасылыҡ менән шөғөлләнә, бал һата, шәшке үрсетә, тире эшкәртә, баҡсасылыҡ эшен йәйелдерә. Боронғо шөғөлдәрҙе үҫтерергә кәрәк.
К1-ҙән Р2-гә һорау. Айтуған Һеҙҙеңсә, Сәғәҙиев Көйөргәҙе районы шарттарында хужалыҡтың ниндәй тармаҡтарын үҫтерә алыр ине?
3-сө спикер (Р3). Илсур Халыҡтың эше булһа, дәрте тыуа. Сәғәҙиев эшләгән колхозда эскелек тә бөтөрөлә. Ә хәҙер күп ауылдарҙа эскелек, эшһеҙлек хөкөм һөрә. Беҙ Сәғәҙиев кеүек етәкселәргә мохтажбыҙ. Ул ҡайһы бер финанс тәртиптәрен боҙған. Тик ул үҙ мәнфәғәтен ҡайғыртмай, ә колхоз, эшселәр хеҙмәтен, хужалыҡты заманса ойоштороу кәрәклеген уйлай. Опись яҡағанда уның бөтәһе 973 һумлыҡ мөлкәте барлығы асыҡлана: һыуытҡыс, телевизор, сервант һәм стена коверы. Һаҡлыҡ кассаһында аҡсаһы булмай. Беҙҙең команда, хөкөм ҡарарын үҙгәртеп, Морат Сәғәҙиевты аҡларға тигән тәҡдим индерә.
1-се спикер(К1). Айтуған Закон – бөтә кеше өсөн дә бер. Ул колхозсылар өсөн төҙөлгән торлаҡты, балалар баҡсаһын тиҙерәк файҙаланыуға тапшырыу өсөн, 130 мең һумға сантехник ҡорамалдар ала, был суммаға ҡорамалды ҡуйыу хаҡын да индерә. Эште колхоз сантехниктары башҡара һәм эш хаҡы ала. Һөҙөмтә; бер үк эш өсөн ике тапҡыр түләнеп, колхоз байлығы туҙҙырыла, финанс тәртибе боҙола.
Р3. Илсур Әйтеп китеүебеҙсә, Морат Сәғәҙиев дәүләт милкен, колхоздың артыҡ килемен үҙ мәнфәғәтендә ҙулланмай, дәүләткә зыян килтермәй.
2-се спикер.(К2) Рифат Морат Сәғәҙиев колхозды иң ауыр йылдарҙа тотоп торған ҡырҡлаған колхозсыны Ҡара диңгеҙгә ебәреүҙе ойоштора. Путевкалар, юл сығымы – колхоз иҫәбенән, тик сәйәхәт көндәре эш көндәре тип иҫәпләнеп, ялған табелдәр төҙөлә, колхозсыларға ял ваҡыты өсөн эш хаҙы түләйҙәр. Ялған табелдәр төҙөү – ул иҫәп-хисап тәртибен боҙоу.
Р1. Лилиә Уставта колхоз идараһының колхозсыларға, эш хаҡынан тыш, өҫтәлмә түләүҙәр, башҡа матди бүләкләүҙәргә хоҡуҡлы булыуы тураһында яҙылған. Морат Сәғәҙиев колхоз уставына таянып эш итә һәм бер ниндәй законды ла боҙмай.
3 –сө спикер. (КЗ). Нурия Закон буйынса, колхоз йә предприятие исеменән кемгәлер бүләк бирелһә, ул документ менән раҫланырға тейеш. Колхоз идараһы һауынсы Юнысова Хәлиҙәгә һыйыр бүләк итә, ләкин рәсми рәүештә документ тултырылмай. Закон үтәлмәгән ерҙә тәртипһеҙлектәр башлана. Изге ниәттән булһа ла законды боҙған кешене ғәфү итеү, аҡлау осрағынан ҡайһы саҡ ҡомһоҙҙар файҙалана.
Уҡытыусы; Кире ҡағыусы һәм раҫлаусыларҙың башҡа әйтер һүҙе булмаһа, һүҙҙе иптәш судьяға бирәйек.
Судья ҡарары:
Раҫлаусы команданың аргументтары, факттары төплө һәм дәлилле булыуы асыҡланды.
Яҡланыусы тарафынан дәүләткә ҡарата зыян эшләнелмәүе иҫбатланды.
“Ҡыҙыл нур” колхозы председателе Морат Сәғәҙиевты аҡларға.
Уҡытыусы. Тимәк, иптәш судья М.Сәғәҙиевты аҡларға тигән ҡарар сығарҙы. Был ҡарар менән килешәһегеҙме? Килешәйек. Сөнки ул, бөтә яҡлап хеҙмәт кешеһе. Колхозсыларҙың мул тормошо өсөн тырыша. Хәҙер инде темаға әйләнеп ҡайтып, өтөрҙө тейешле урынға ҡуяйыҡ.
Драманы анализлау. Слайд 4
Был драма 1979 й. яҙыла., Башҡортостанда ғына түгел, Мәскәү, Петербург театрҙарында сәхнәләштерелә.
Әҫәрҙең темаһы; колхоз председателе М.Сәғәҙиевты хөкөм итеү
Идеяһы: Яуызлыҡты изгелеккә әйләндереп була.
Конфликты: дәүләт закондарынан тайпылыу, шуның арҙаҡында яуапҡа тарттырылыу.
Композицион яҡтан нисә өлөштән тора? (дилогия, «Һуңғы уҙаман» тураһында Нурия һөйләй.)
Әҫәрҙең теле. Әҫәрҙе уҡыу күңелгә ятышлымы, түгелме? Һеҙҙең кәйефегеҙгә нисек тәьҫир итте?
Әҫәр ни өсөн шулай атала?
Образға ҡылыҡһырлама. Хәҙер мин һеҙгә Е.Вахтангов исемендәге Мәскәү театрында 1987 й. төшөрөлгән фильм – спектаклдән өҙөк тәҡдим итәм.(өҙөк ҡарау, 1-се минуттан) Өҙөктө ҡарап, геройға ҡылыҡһырлама бирергә әҙерләнеп ултырығыҙ.
Шулай итеп, М. Сәғәҙиевҡа ниндәй ҡылыҡһырлама бирер инегеҙ? (План б- са харак-ка) Слайд 5
(Баһалау)
Текст буйынса эштәр.(төркөмдә)
Түбәндәге һүҙҙәр кем тарафынан әйтелә, мәғәнәһен аңлатығыҙ.
1-се төркөм. Халыҡ алдында үҙ өҫтөнән үҙе көлә, һәр үлгән колхозсыны илап оҙата, уҡыған-белгәнен беҙгә бирә, яна һәм алйый, берсә балҡый, берсә ағара ине. (Ҡәҙриә,196-сы бит)
2-се төркөм. Кеше, минең аңлауымса бөгөнгөһө менән баһалана. Уның бөгөнгөһөн үткәндәре менән аҡларға тырышыу һәйбәт түгел. (Улин, 202-се бит)
3-сө төркөм. Вәғәҙә үтәлмәһә, кешенең күңеле ҡала. (Сәғәҙиев, 212 –се бит)
(Баһалау)
Белемдәрҙе тикшереү.(һорауҙарға яуап яҙығыҙ)
А.Абдуллин ҡайһы ауылда тыуған? (Үрген)
Был әҫәрҙә Сәғәҙиевтың дуҫтарынан кем консерва цехын етәкләй? (Вьюгин)
Сәғәҙиев хөкөм ителгәндән һуң, уның урынына колхоз етәксеһе булып кем ҡала? (Яҡупов)
(Баһалау)
Йомғаҡлау.
Уҡытыусы. Бөгөнгө көндә Сәғәҙиев кеүек етәкселәр бармы? Кәрәк тип уйлайһығыҙмы ? Ни өсөн? Хәҙерге ваҡытта, йәштәргә күпме мөмкинселектәр бар, күпме юлдар «асыҡ». Ә тик һеҙгә, ғөмүмән, йәштәргә нимә эшләргә кәрәк? Белем алырға кәрәк, кешеләр менән эш итеү, контактҡа инеү белергә кәрәк. Һеҙгә лә маҡсаттар ҡуйып, шул маҡсаттарға ирешергә кәрәк.
Рефлексия.(кәрәк тип тапҡанын һайлағыҙ)
Дәрес миңә оҡшаны
Дәрес миңә оҡшаманы
Мин бер нәмә лә аңламаным
Баһалау.
Өйгә эш. “Мин Сәғәҙиев урынында булһам...”(инша яҙырға)
Уҡытыусы. Шуның менән бөгөнгө дәрес тамам, иғтибарығыҙ өсөн ҙур рәхмәт. Һау булығыҙ!
Түбәндәге һүҙҙәр кем тарафынан әйтелә, мәғәнәһен аңлатығыҙ.
1-се төркөм. Халыҡ алдында үҙ өҫтөнән үҙе көлә, һәр үлгән колхозсыны илап оҙата, уҡыған-белгәнен бе:гә бирә, яна һәм алйый, берсә балҡый, берсә ағара ине.
Түбәндәге һүҙҙәр кем тарафынан әйтелә, мәғәнәһен аңлатығыҙ.
2-се төркөм. Кеше, минең аңлауымса бөгөнгөһө менән баһалана. Уның бөгөнгөһөн үткәндәре менән аҡларға тырышыу һәйбәт түгел.
Түбәндәге һүҙҙәр кем тарафынан әйтелә, мәғәнәһен аңлатығыҙ.
3-сө төркөм. Вәғәҙә үтәлмәһә, кешенең күңеле ҡала.
Шиғырҙа һүҙ кемдәр тураһында бара, ниндәй картина күҙ алдына баҫа?
Ауылҡайым – шиңмәҫ гөлдәр иле,
Ниндәй йәмле һинең йәйҙәрең.
Сәскәләр уяна, күңелдәр ҡыуана,
Ерҙең йәмләй иген ҡырҙарың.
Киң баҫыуҙар, йырға тиң баҫыуҙар,
Ауылымдың иркен ҡырҙары.
Шунда эшләй, шунда йәшәй
Алтын ҡуллы улдары.