Презентация по башкирскому языку на тему: Баш?орт ???би телен? ?йр?не??? к?нья? диалектыны? урта ??йл?шен ?улланыу ??енс?лект?ре


Башҡорт әҙәби теленә өйрәнеүҙә көньяҡ диалектының урта һөйләшен ҡулланыу үҙенсәлектәре ЙөкмәткеһеI.Инеш. 1. Диалект тураһында төшөнсә. 2. Диалекттарҙы өйрәнеү тарихынан. 3. Башҡорт теленең диалекттары.II.Төп өлөш. 1.Башҡорт әҙәби теленә өйрәнеүҙә көньяҡ диалектының урта һөйләшен ҡулланыу үҙенсәлектәре.III.Йомғаҡлау өлөшө. Башҡорт әҙәби теле дөйөм халыҡ телен барлыҡҡа килтергән өс ҙур диалектҡа нигеҙләнеп формалашҡан: 1) Көнсығыш диалект 2) көньяҡ диалект 3) көнбайыш диалект. Маҡсатым: 1.Бишауыл – Уңғар ауылына хас диалект үҙенсәлектәрҙе өйрәнеү;2. Диалект үҙенсәлектәрен әҙәби тел менән сағыштырыу;3. Башҡорт әҙәби теленә өйрәнеүҙә көньяҡ диалектының урта һөйләшен ҡулланыу үҙенсәлектәре менән танышыу;4.Башҡорт әҙәби телендә дөрөҫ һөйләү һәм яҙыу өҫтөндә эшләүҙе дауам итеү; 5. Ерле һөйләште һаҡлап ҡалыу һәм киләһе быуынға тапшырыу. Көньяҡ диалектына Эйек-Һаҡмар һөйләше, бөрйән һөйләше, урта һөйләш, Дим һөйләше инә. Көньяҡ диалектының төп билдәләре: 1.Күплек ялғауҙары ике төрлө — -лар/ -ләр, ә сонор өндәргә бөткән һүҙҙәрҙән һуң -нар/-нәр формаһында килә (атлар, һыйырлар, ауыллар, илләр, ләкин урманнар, урамнар, көннәр), 2. Исем, сифат, ҡылым яһаусы ялғауҙарҙың шул уҡ тәртиптә -лыҡ/-лек, -ныҡ/-нек (йыллыҡ, иркеннек), -лы/-ле, -ны/-не (атлы, маллы, ләкин болонно, йүгәнне), ҡылым яһаусы ялғауҙарҙың -ла/ -лә, -на/ -нә (һаҡла, аңна, тыңна, йүннә һ. б.) формаһында ҡулланыла. Урта һөйләш үҙенсәлектәре лт, мт, нт, ңт һәм нк, нҡ, ңҡ, ңк, мк, мҡ диссимилятив өн ҡушылмалары ҡулланыла: әҙәби телдәге урманда-урманта, урамда- урамта, уңда -уңта, һулда- һулта, таңға- таңҡа, көндөҙ- көнтөҙ, алдым- алтым, һалдым –һалтым тип әйтәбеҙ. Уҡыусыларҙың башҡорт әҙәби теленә өйрәнеүҙә һөйләү һәм яҙыу телмәрендә диалект хаталар(фонетик, морфологик һәм лексик ) йыш осрай. I.Ҡош, йәнлек, бөжәк атамалары Үрҙәк - Өйрәк Сепей,сепеш - Себеш Ҡантала - Ҡандала Маллар - Малдар Атлар - Аттар Һыйырлар - Һыйырҙар Ҡаҙлар - Ҡаҙҙар Баҡа - Тәлмәрйен Еңкәсәй, күсмәкүс- Ҡамҡа(Божья коровка) II.Йәшелсә, емеш-еләк, үҫемлек Бәрәңке - Картуф Әлморон - Гөлйемеш Һарымҫаҡ - Һарымһаҡ Сөгөндөр - Сөгөлдөр Тегәнәк - Дегәнәк Шимешке - Көнбағыш III. Аҙыҡ-түлек Уғыҙ - Ыуыҙ Әпәй - Икмәк Күкәй - Йомортҡа IV.Туғанлыҡ терминдары Әннә,инәй - ӘсәйӘттә, әтәй - АтайАпа – АпайАбый, абзый - АғайЕңкә - ЕңгәНәнәй - ӨләсәйҠартатай - ОлатайИнәс, атас - ата-әсәйгә оҡшашлыҡты күрһәтәҠыҙлар - ҠыҙҙарМалайлар - Малайҙар V.Һауыт-һаба Ҡашыҡ - ҠалаҡҠумҡан –ҠомғанШәшке – СынаяҡБалҡалаҡ - Сәй ҡалағыТаба ҡытҡысы –ТабағасТәрликә -ТәрилкәБарник - Сәй бешереү һауыты VI. Хәрәкәт һүҙҙәр Апҡайтты - алып ҡайттыАпарыу - алып барыуАпсыға - алып сығаӘпкитте - алып киттеӘпкилергә - алып килергә Әпмен - алып мен Әптөш - алып төшӘпир - алып бирУяңҡы килә - Уяңғы киләАлты – АлдыКилте - КилдеҺүнте – ҺүндеБуған – БулғанКигән - КилгәнҠаған – ҠалғанҺаған – ҺалғанТыңна - Тыңла VII. Предмет, тәбиғәт күренештәре, тән өлөшө, билдә атамалары Пыяла - БыялаДүмәр - ТүмәрҠойо - ҠоҙоҡАлбар - АҙбарЯмҡыр - ЯмғырҠапсыҡ - ТоҡУрманныҡ - УрманлыҡБашатай - Йөн ойоҡ, ойоҡбашҺәҙәп - ТөймәМиллек - МиндекКүлмәк - КүлдәкДән - ТәнДулҡын - ТулҡынБатҡыс - БаҫҡысҠытҡыс - ҠыҫҡысУрамҡа, урамтың - Урамға, урамдың Иртәңке - ИртәнгеБоронҡо - БоронғоҺуңҡы - ҺуңғыЫңҡырсаҡ - ЫңғырсаҡСәңкелдәк - СәңгелдәкДүмәр - ТүмәрПальта,пәлтә - ПальтоМатса - ӨрлөкУтырғыс – УлтырғысӘрҙәнә - Туралған утынУрам - ИхатаЮнышҡы - Юнысҡы(тап-топ)Матай – МотоциклАяҡ арбаһы - ВелосипедСәсүргес - ТаҫмаФәрҙә - Пәрҙә(тәҙрә ҡорғаны)Таҫтымал - ТаҫтамалМунсаҡ - МуйынсаҡКеләшә - Ҡыпһыуыр(плоскогубцы)Ефәк - ЕбәкЛавка - МагазинШүкеш - СүкешКалуш - Галош VIII. Алмаш Анта, унта,андый - Унда, ундайМынта, мындый - БындаҺин тә, мин тә - Һин дә, мин дәШундый - Шундай ҠУЛЛАНЫЛҒАН ӘҘӘБИӘТ ИСЕМЛЕГЕ Аҙнағолов Р.F. Диалект шарттарында башҡорт телен уҡытыу методикаhы. - Өфө, 1991. Башҡорт теленең диалекттары һүҙлеге.- Өфө, 2002.Ишбулатов Н.Х. Башҡорт диалектологияһы.- Өфө, 1979, 1980.Ишбулатов Н.Х. Башҡорт теле hәм уның диалекттары. - Өфө, 2000.Миржанова С.Ф. Южный диалект башкирского языка.- М., 1979.