Урок по башкирскому языку (6 класс) ?ан тура?ында т?ш?нс?. Ябай ??м ?ушма ?андар


Тема: Һан тураһында төшөнсә. Ябай һәм ҡушма һандар.
Маҡсат: һан тураһында төшөнсә биреү, ябай һәм ҡушма һандарҙы айыра белеү, уларҙы телмәрҙә дөрөҫ ҡуллана белергә өйрәтеү,уҡыусыларҙың фекерләү һәләтен арттырыу, һөйләү телмәрен үҫтереү, тыуған тәбиғәтебеҙгә һаҡсыл ҡараш тәрбиәләү.
Йыһаз: карточкалар, компьютер, Башҡортостан картаһы.
Дәрес барышы.
1. Ойоштороу моменты.
Һаумыһығыҙ! Минең исемем Эльвира Ғилмановна. Бөгөн башҡорт теле дәресен мин уҡытасаҡмын.
2. Фонетик күнегеү.
Әйҙәгеҙ телдәребеҙҙе шымартып алайыҡ.
1) Һалҡын һыулы Һаҡмарҙа һайрай һары һандуғас.
2) Ай Ағиҙел, Ағиҙел,
Күпте күргән Ағиҙел.
Ҡартлас Урал ни күрһә,
Шуны күргән Ағиҙел.
Рәшит Ниғмәти
Уҡыусылар , был тиҙәйткес менән шиғырҙа нимә тураһында һүҙ бара?
Дөрөҫ, йылғалар тураһында.
Һеҙ тағы ла Башҡортостандың ниндәй йылғаларын беләһегеҙ?
Күпме йылғаны иҫкә төшөрҙөк.(уҡытыусы һанай)
Шулай итеп, бөгөн беҙ һеҙҙең менән һандар, Башҡортостан йылғалары, тураһында һөйләшербеҙ. Уларҙы һаҡлау өсөн ни эшләргә кәрәк? Бергәләшеп ошо һорауға яуап бирергә тырышып ҡарарбыҙ.
Бөгөнгө числоны, дәрестең темаһын яҙып ҡуйҙыҡ.
3. Слайд. Кроссворд сисеү.
Әгәр ҙә был кроссвордты сисһәк, Башҡортостандағы йылғаның исеме килеп сығыр.
1) Был йылға Башҡортостандағы иң ҙур йылғаларҙың береһе һанала.
2)Был йылға исемен Башҡортостандың бер районы йөрөтә. Бишбүләк районы територияһынан аға.
3) Нөктәләр урынына төшөп ҡалған йылға исемен яҙығыҙ.
… тыуҙым, … үҫтем,
Еләк йыйҙым туғайҙа.
Эй-й йәмле … буйы,
Бик һағындым был юлы.
4) Был йылға беҙҙең данлы йылға
Күпте күргән, күпте кисергән.
Унда беҙҙең батыр Салауат та
Аҡбуҙ атын төшөп эсергән.
5) Зәйнәб Биишеваның романындағы йылғаның исеме.
6) Элек был йылғаны Яйыҡ тип атағандар.
Беҙ һеҙҙең менән Ағиҙел һүҙен килтереп сығарҙыҡ. Әйҙәгеҙ хәҙер был йылғаны һәм Башҡортостандың башҡа йылғаларын картанан ҡарайыҡ. Иң ҙур йылғабыҙ Ағиҙел , шунан Ҡариҙел, Дим һ.б. Йырҙарҙа йырланған, данланған йылғабыҙ тураһында тәрәнерәк беләйек.
4. Өҙөктө уҡығыҙ, предметтың иҫәбен белдергән һүҙҙәрҙе табығыҙ. Улар нимә тип атала? Һандар ниндәй һорауҙарға яуап бирә?
Башҡортостан картаһына ҡарағыҙ. Уның бер осонан икенсе осона тиклем бер йылға ағып үтә. Оҙонлоғо 1240 километр, майҙаны 141900 квадрат километр. Был Ағиҙел йылғаһы.
Ағиҙел Учалы районы Яңы Хөсәйен һәм Байһаҡал ауылдары янында башлана. Башланған ерендә йылға бала-саға ла атлап сығарлыҡ тар ғына. Ә шул тиклем һыуҙы ҡайҙан ала һуң ул?
Йөҙ йәшлек бабай әйтә:
Һеңлеләренән ала уны, - ти. Бына бер һеңлеһе… Ике, өс, дүрт, биш, алты… Бына тағы… Һеңлеләре бик күп уның. Өс йөҙ тирәһе булыр…
Ә апаһы берәү генә – Иҙел… Ағиҙел шул апаһын эҙләп бара.
(Әнғәм Атнабаевтан)
Слайд. Схема
Шулай итеп, Һан – предметтың иҫәбен, уның һаналыу тәртибен белдергән һүҙ. Нисә, күпме, нисәү, нисәшәр, күпмешәр һорауҙарына яуап бирә.
- Текстан бер һүҙҙән торған һандарҙы табығыҙ.
- Ике һүҙҙән торған һандарҙы табығыҙ.
- Был һандар нисек атала икән?
Йомғаҡ яһау:
Яһалышы яғынан һандар ябай һәм ҡушма һандарға бүленә.
Ябай һандар бер генә һүҙҙән тора: бер, ике, һигеҙ, туҡһан һ.б.
Ҡушма һандар бер нисә һүҙҙән тора: ун алты, егерме биш һ.б.
5. Хәҙер инде һандарҙың яҙылышын нығытайыҡ. 142 –се күнегеүҙе эшләү. Цифрҙарҙы һүҙ менән күсереп яҙығыҙ. Таҡтала эшләү.
Ял минуты. Аҡҡан һыу тауышын ҡуйыу,тыңлау.
Уҡыусылар, бына сылтырап аҡҡан йылға, шишмәләр тауышын тыңланыҡ. Ә беҙгә улар кәрәкме һуң? Эйе Ерҙәге бөтә тереклеккә һыу – һауа кеүек кәрәк. Ер шарының картаһына ҡараһаң, донъяла ҙур-ҙур океандар, диңгеҙҙәр бар икәнен күрергә була. Улар Ерҙең иң күп өлөшөн алып тора. Диңгеҙ һыуы ниндәй?
- Тоҙло.
Ысынлап та диңгеҙ һыуы тоҙло, уны эсеп булмай. Эсергә яраҡлы һыу Ер шарында күп түгел. Хәҙерге ваҡытта халҡы таҙа һыуға мохтажлыҡ кисергән илдәр күп. Шуға ла сөсө һыу ятҡылыҡтарын таҙа тоторға, бысратмаҫҡа кәрәк. (Әңгәмә ҡороу). Бының өсөн нгимә эшләргә кәрәк?
6. 141- се күнегеү. Тексты уҡығыҙ. Һандарҙы табып, уларҙың ябай һанмы, ҡушма һанмы икәнен билдәләгеҙ. Үҙ аллы эшләү.
Слайд. Дөрөҫ яҙылған һандар
7. Хәҙер алған белемдәрҙе нығытып беҙ һеҙҙең менән синквейн төҙргә өйрәнәбеҙ. Кем белә: нимә ул синквейн?
Синквейн биш юлдан торған шиғыр.
Француз теленән тәржемә иткәндә, биш уңыш – успех, биш илһам – вдохновение тигәнде аңлата. Синквейн – яңылыҡты, ҡатмарлы идеяны, тойғоно һәм күренеште бер нисә һүҙ менән бирә белеү оҫталығы.
Һайланған тема буйынса (1-се рәт  –  “Һыу, 2-се рәт  – “Тәбиғәт” тураһында шиғыр яҙыу):1-се юл – шиғырҙың төп темаһын белдереүсе бер һүҙҙән тороусы исем.
2-се юл – 2 сифат.3-сө юл – 3 ҡылым.4-се юл – шиғырҙың мәғәнәһен асыусы һөйләм (4 һүҙҙән тороусы фраза), фразеологик берәмек, мәҡәл булырға мөмкин.5-се юл – теманы йомғаҡлаусы – дөйөмләштереүсе һүҙ (исем йәки сифат).
8. Дәресте йомғаҡлау.
- Шулай итеп, беҙ бөгөн һеҙҙең менән нимәләр белдек?
- Һандар нимәне белдерә?
- Ниндәй һорауҙарға яуап бирә?
- Яһалышы яғынан һандар нимәләргә бүленә?
- Ябай һ. Нисә һүҙҙән тора?
- Ҡушма һандар нисә һүҙҙән тора?
9. Уҡыусыларҙың алған белемдәрен баһалау.
Дәрес бөттө. Ҙур рәхмәт. Һау булығыҙ!