Презентация по башкирскому языку Мустай Карим. Произведение Скворец


М.Кәримдең “Сыйырсыҡ балаһы”әҫәре. Күгәрсен районы Йомағужа 1-се урта мәктәбенең башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Хәкимова Рәсимә Мәжит ҡыҙының дәрес эшкәртмәһе Артикуляцион күнегеүҙәр ә,ө,ҡ,ғ,ҙ,һ,ҫ,ү,ң.-ҡа,-ҫа,-ҡә,-ғә,-ҙа,-ғө,-һа.Тә-тә-тә-ултырабыҙ дәрестә,Са-са-са-һөйләшәбеҙ башҡортса,Ый-ый-ый-уҡыусы әҫәр уҡый,Ыш-ыш-ыш-беҙ шундай тырыш. М.Кәрим 1919 йылдың 20 октябрендә Башҡортостандың Шишмә районы Келәш ауылында тыуған. 1935 йылға тиклем тыуған ауылында ете йыллыҡ мәктәптә, унан ике йыл Өфөлә педагогия рабфагында уҡый. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнаша, ҡаты яралана, орден, миҙалдар менән бүләкләнә. М.Кәрим- әҙәби ижадтың бөтә өлкәләрендә лә актив эшләгән күп яҡлы талант эйәһе. Уның “Европа-Азия”, “Вьетнам яҙмалары”, “Болгар дәфтәренән”кеүек шиғыр шәлкемдәре, “Сыйырсыҡ балаһы”хикәйәһе, “Үлмәҫбай”, “Сер”, “Йылмайыу”, “Ҡара һыуҙар”поэмалары, “Беҙҙең өйҙөң йәме”, “Өс таған”, “Оҙон-оҙаҡ бала саҡ”, “Ярлыҡау”повестары, “Ҡыҙ урлау”, “Ай тотолған төндә”, “Айгөл иле”, “Салауат”, “Ташлама утты, Прометей!” драмалары киң билдәле. Был әҫәрҙәр рус, татар, украин,ҡаҙаҡ, ҡырғыҙ, авар, тажик, грузин, литва, латыш һ.б. телдәргә тәржемә ителгән. Һүҙлек эше Һырғауыл-ҡолғаТыйнаҡлы-әҙәпле,скромныйҺармаҡ-аҡылһыҙ,глупыйБолдор-крыльцоКәртә-изгородьЙылдам-шустрыйШуҡ-непослушныйСөйөү-ырғытыу,подкидыватьБоҫоу-спрятаться Һандар диктанты. 0-юҡ,1-эйе. а) Сыйырсыҡ ояһына ике күҙ төбәлгән була.б)Әлфиә сәсенә ҡыҙыл таҫма таҡҡан була.в) Сыҙамһыҙ ҡошсоҡ оя алдындағы кескәй баҫҡысҡа килеп сыға.г) Ҡош балаһы үләнгә осоп төшә.ғ) Әлфиә әсәһен тыңлай.д) Ҡыҙыҡай ҡошсоҡто осорға өйрәтергә булды.ж) Ҡошсоҡ ала бесәйҙең ауыҙына килеп эләгә. Сыйырсыҡ балаларына характеристика бирегеҙ Рефлексия. Был дәрестә нимә белдегеҙ? Хикәйә һеҙгә оҡшанымы? Ул нимәгә өйрәтә? Һығымта: ҡоштарҙы һаҡларға,уларға ярҙам итергә, ашатырға, оялар яһарға кәрәк. Ҡош ояларын туҙҙырырға, уларҙың балаларына тейергә ярамай.