Урок-суд по произведению З. Биишевой Мастер и Подмастарье


Зәйнәб Биишеваның «Һөнәрсе һәм Өйрәнсек» әҫәрҙәре буйынса төҙөлгән дәрес-суд
Сабирова Ғәлиәбаныу Абдулла ҡыҙы, Балаҡатай районы, Билән урта мәктәбе уҡытыусыһы
Маҡсат: уҡыусыларҙа матурлыҡты, гүзәллекте, күреү һәләтен уятыу, хеҙмәткә, хеҙмәт кешеһенә ҡаратаихтирам тойғоһо тәрбиәләү; яҡшыны ямандан, бөйөк эштәрҙе, кешенең гүзәл һыҙаттарын ҡомһоҙлоҡ, тупаҫлыҡ, ике йөҙлөлөк сифаттарҙан айырып ҡарарға өйрәтеү, гүзәллек, матурлыҡ өсөн, ысын ижад өсөн көрәшергә, олатайҙарҙың данлыҡлы эштәрен дауам итергә саҡырыу.
Йыһазландырыу: дәреслек, Кавказ ҡыҙҙарының көршәктәр менән һыу ташығаны һүрәтләнгән картина плакаттар:
Йәшәү—хеҙмәт, көрәш, үҫеш бит ул.
З.Биишева
Осҡон һүнгән урынды көл ала.
Ҡояш уҙған юлда нур ҡала.
З.Биишева
Рәсми закондар менән кешеләрҙә йәнәш намыҫ,
Выждан законы һәм хөкөмө бар.
М.Кәрим
Ҡырын эш ҡырҡ йылдан да беленә.
Мәҡәл
Дәрес бер сәғәткә иҫәпләнә, әҫәрҙе уҡыусылар алдан уҡ уҡып киләләр. Ике уҡыусыны судья итеп һайлап ҡуябыҙ, улар класҡа ҡаршы ҡарапултырырға тейеш. Кластағы уҡыусылар һанына ҡарап алдан әҙерләнгән бәләкәс ҡыҙҙарҙың яртыһына—“ғәйәпләүсе”, икенсе яртыһына «яҡлаусы» тигән һүҙҙәр яҙыла. Ҡағыҙ киҫәктәрен бутап, уҡыусыларға таратып сығабыҙ һәм, шуға ҡарап, класты ике өлөшкә бүләбеҙ.
Алып барыусы: (уҡытыусы): Бөгөн беҙ З.Биишеваның «Һөнәрсе менән Өйрәнсек» әҫәренә бағышланған дәресебеҙҙе суд рәүешендә үткәрәбеҙ. Һүҙҙе беҙҙең судьяларға бирәйек.
Судьялар сиратлашып хикәйәттең йөкмәткеһе менән таныштырып үтә.
Алып барыусы:Күләм яғынан ҙур булмаған “Һөнәрсе менән Өйрәнсек” хикәйәте үҙенең ғәйәт дәрәжәләге киң проблематикаһы менән таң ҡалдыра. Уның ысын мәғәнәһендәге тематик төйөн тип атарға була. Ижад һәм кәсеп, талант һәм булдыҡһыҙлыҡ, матурлыҡ һәм шөҡәтһеҙлек, ихласлыҡ һәм ике йөҙлөлөк, фиҙаҡәрлелек һәм мәҡерлек, халыҡ һәм шәхес—әҫәрҙә бына был темаларҙы барыһы бергә органик рәүештә уҡмашып килгән.
Ысын бәхеттең халыҡҡа хеҙмәт итеүҙә икәнлеген художестволы итеп иҫбатлау “Һөнәрсе менән Өйрәнсек» әҫәренең һәр бер юлында, һәр бер һүҙендә ярылып ята. Һөнәрсе образы буйынса яҡлаусыларға һорауым бар. Уның донъяға, сәнғәткә, кешеләргә, хеҙмәткә мөнәсәбәте хаҡында әйтегеҙ.
1-се яҡлаусы. Һөнәрсе үҙенең эшенә бөтә йәнен, йөрәген һалып эшләй, ул яһаған кәсәләр шундай нәфис, йоҡа һәм еңел булып сыға. Уның эсендә сәй айырыусы тәмле, татлы була икән. Халыҡ уға «Һөнәрсе» тип өндәшкән, ә был иң оло һәм хөрмәтле һүҙ булған.
2-се яҡлаусы. Һөнәрсе өйрәнсектең тупаҫ көршәктәрен күреп, унан өйрәнергә теләмәүенән бигерәк, тупаҫ һәм насар эшенән ҡәнәғәт булып йәшәүе өсөн айырата әсенгән.
3-сө яҡлаусы. Һөнәрсе беҙгә ысын мәғәнәһендәге үлемһеҙлектең бөйөк үрнәген күрһәтә. «Рәхмәт менән тамаҡ туямы» тигән әйтемдең ни дәрәжәлә арзан булыуын иҫбатлай. Шул ваҡытта, фиҙаҡәрлек тигән төшөнсәнең донъя рәхәте менән мауығыуҙан ваз кисеүгә генә ҡайтып ҡалмауын, бәлки уның титаник хеҙмәткә нигеҙләнеүен асыҡ аңлата. Әйтәйек, бына үҙе яһаған көршәктәргә ҡуя торған имзаһын Һөнәрсенең йөрәк менән яҙған булыуы асыҡлана. Быны, әлбиттә, туранан-тура аңларға ярамай. Йөрәк ҡаны менән яҙыу был осраҡта натурализм булып яңғырамай, киреһенсә, үлемһеҙлектең таҡыр юлдан ғына килмәүенә ишара яһай.
4-яҡлаусы. Һөнәрселә ысын ижад кешеләренә хас сифаттар: сәнғәткә, матурлыҡҡа ынтылыу, уға табыныу, ижади эште үҙ мәнфәғәттәреңддән—байлыҡ, дан тураһындағы уйҙарҙан өҫтөн ҡуйыу.
Алып барыусы: Судьяларҙың һөйләүенән Өйрәнсектең образы беҙҙең алдыбыҙға бар булмышы менән кәүҙәләндерелде. Ғәйепләүселәр Өйрәнсекте нимәлә ғәйепләйҙәр?
1-се ғәйепләүсе. Әҫәрҙә, ғөмүмән, көршәк яһаусы ике кешенең тормошо—Һөнәрсе менән Өйрәнсектең ғибрәтле яҙмышы һүрәтләнә. Өйрәнсек—Һөнәрсенең тормош ҡанундарына ҡапма-ҡаршы күҙлектән ҡараған кеше. Ул сәнғәткә, ижади үҙ шәхси мәнфәғәттәренән, ваҡ теләк, маҡсаттарҙан сығып ҡарай.
2-се ғәйепләүсе. Өйрәнсекте гуманһыҙлыҡта, кешеһеҙлектә ғәйепләһәк тә беҙ хаҡлы буласаҡбыҙ. Был һүҙҙәрем өсөн мин тулыһынса яуап бирәм. Ҡыҙҙарҙың алыҫ аранан тупаҫ, уңайһыҙ көршәктәр менән интегеп һыу ташыуҙарын күреү, көршәктәрҙең йыш ватылыуы унда тик уның тағы байығыу мөмкинселеген арттырыуына ҡыуаныу тойғоһон тыуҙыра.
3-сө ғәйепләүсе. Өйрәнсектең характерында ике йөҙлөлөк, тупаҫлыҡ, ҡомһоҙлоҡ кеүек һыҙаттар урын ала. Һөнәрсе ҙур оҫталыҡ, фиҙаҡәр хеҙмәт менән эшләгән ижад емештәрен ул бер ниндәй намыҫ выжданын кисермәйенсә сығарып һатҡан, аҡсаһын үҙенә алып, байыған, Һөнәрсене һаман да уның емерек өйөндә көн күрҙерткән. Уның ҡомһоҙлоғо енәйәт эшләүгә лә барып еткән. Һөнәрсене аҡсалата алдап ҡына түгел, уның ижад емештәрен үҙләштереүҙән дә баш тартмаған.
Алып барыусы: З.Биишева хикәйәте беҙҙең көндәрҙән алыҫ арауыҡта яҙған, әҫәрҙәге ваҡиғалар бөтөнләйе менән төпкөл быуаттарға барып тоташа. Ләкин хикәйәт бөгөнгө көндә лә актуаль темаға арналған. Һорауым яҡлаусыларға ла, ғәйепләүселәргә лә йүнәлтелә:Һөнәрсе дөрөҫ йәшәгән ме?
1-се яҡлаусы. Донъяла бөтә гүзәллек, матурлыҡ, рәссамдар ҡулы менән эшләнгән бөйөк картиналар Һөнәрсе кеүек үҙ эшенә бөтә йөрәген, бөтә күңелен биргән ябай, баҫалҡы, саф күңелле кешеләр тарафынан ижад ителгән. Әгәр улар ҙа матди байлыҡ, аҡса тип көн күрһәләр, бәлки, бар ғәләм һоҡланырлыҡ сәнғәт ҡомартҡыларын тыуҙыра алмаҫтар ине. Бөгөнгө көндә "өйрәнсектәрҙән» "һөнәрселәрҙе" «аҡлап ҡалыр өсөн “автор хоҡуғын яҡлау» кеүек күренештәр беҙҙең йәмғиәттә урын алған.
1-се ғәйепләүсе. Бөгөнгө көн йәмғиәтен мин кеше ҡайғыһына битарафлыҡҡа ғәйепләйем. Зәңгәр экрандарҙан көнөн-төнөн йәш быуындың зиһенен ағыулаған мәғлүмәт ағыла, аңын томалай, «өйрәнсектәрҙе» булдыра. Рухи байлыҡты юҡҡа сығарып, матди байығыу беренсе урынға ҡуйыла.
Алып барыусы: Өйрәнсек кеүек кешеләрҙең булыуында һөнәрселәрҙең дә ғәйебе юҡмы икән?
2-се яҡлаусы. Донъяла яҡшылыҡ менән яманлыҡ һәр ваҡыт көрәшеп көн күргән. Улар уртаҡ тел тапмаҫ төшөнсәләр. Яманлыҡҡа йәшәүе еңелерәк: ул маҡсатҡа ирешер өсөн төрлө юлдар һайлай, бар алымдарҙы ҡуллана. Һәм ул һәр ваҡыт арттан килтереп һуға. Ә яҡшылыҡ быларҙың береһен дә эшләй алмай: ул күҙгә ҡарап хөкөм сығара. Ләкин яманлыҡтың аяғы ҡыҫҡа һәм серек: ул ауа-яҡшылыҡ бар бөхтәлегендә һәм изгелегендә балҡып ҡала.
3-сө яҡлаусы. Һөнәрсе шул тиклем изге йән, үҙенең эргәһендә насарлыҡ ҡылына тигән уй ҙа булмаған уның күңелендә. Өйрәнсек кеүек көнләшеп йәшәгән, кеше ижады емешен үҙенеке итергә тырышҡан һәм бының өсөн бер ниндәй ҙә намыҫ ғазабы кисермәгән кешеләр беҙҙең арала бөгөн дә бар. Бының өсөн талантлы, изге кешеләрҙе ғәйепләү урынһыҙҙыр ул.
Алып барыусы:Беҙ, образдары хөкөм итеүҙе тамамлап, һүҙҙе судъяларға бирәйек.
1-се судъя. Һөнәрсе ысын мәғәнәһендә ерҙәге матурлыҡҡа, оҫталыҡҡа, гүзәлеккә баш эйә. Ижади хеҙмәт уға илһам бирә, уны яңы эҙләнеүҙәргә, асыштарға дәртләндерә, шатландыра һәм рухландыра. Ул үҙенең ижад емешен халыҡҡа бағышлай, үҙенең оҫталығы менән бүлешергә, кешегә ярҙам ҡулы һуҙырға әҙер. Ул—кешегә ышаныусан, саф күңелле кеше. Шунлыҡтан ул халыҡтың һөйөү тойғоһона лайыҡ.
2-се судъя. Өйрәнсек кеше ҡайғыһына битарафһыҙлыҡта ғәйепләнә. Хәйлә, мәкер, ике йөҙлөлөк, үҙ мәнфәғәтен генә күҙәтеп йәшәү кеүек сифаттары өсөн ул нәфрәт тойғоһона дусар ителә.
Алып барыусы. Йомғаҡлау һүҙенә башҡорт халыҡ ижады өлгөләрен килтергем килә. Беренсенән, халыҡтың «