Йырлайым ?ине Баш?ортостан! Инша.


Йырлайым һине Башҡортостан!
Инша.
Мин тәбиғәттең иң хозур, йәмле Башҡортостан төбәгендә урынлашҡан Өфө ҡалаһында тыуғанмын. Башҡортостан йылғаларға, күлдәргә, тауҙарға, мәмерйәләргә, шарлауыҡтарға бай ил.
Минең тыуған ҡалам – Өфөм дә, йылғаларға бик бай ерҙә урынлашҡан. Унда Ағиҙел, Дим, Ҡариҙел аға. Өфө ҡалаһы бик матур таулы ерҙә урынлашҡан. Был хаҡта бик матур йыр ҙа бар.
Тау башында балҡый бер ҡала,
Ул ҡала Өфө тип атала.
Яҡтыраҡ яна йондоҙҙары,
Матурҙар егет һәм ҡыҙҙары.
(Р. Янбулатова)
Баш ҡалала бик күп милләт халҡы татыу йәшәй. Тыуған ҡаламда бик күп матур, иҫтәлекле урындар бар: Салауат Юлаев һәйкәле, Дуҫлыҡ монументы, Аксаков паркы, Ете ҡыҙ фонтаны, Еңеү паркы, музейҙар һ.б.
Башҡортостан Азия менән Европаның ҡап уртаһында урынлашҡан. Урал тауы республикамды буйлап ята. Башҡортостанды Ағиҙел йылғаһы буйлап аға. Ул иң оҙон йылға, күп йылғалар, шишмәләр уға ҡоя, мул һыулы йылға.
Башҡорттарҙың ҡурайына айырым иғтибар иткем килә. Бер үҫемлеккә генә күпме моң, зар, көс һыйған. Ул Башҡортостанда Урал тауы итәгендә генә үҫә. Ҡурайҙың көслө таыушын ишеткән кеше хайран ҡала. Мәшһүр ҡурайсылар Ишмулла Дилмөхәмәтов, Ғата Сөләймәнов, виртуоз ҡурасы Роберт Юлдашевтарҙың ҡурайҙа уйнауҙары бар кешене таң ҡалдыра. Улар ҡурайҙың моңонда мәңгелекте сағылдыра.
Башҡортостанда шифаһы менән дан тотҡан Янғантау тауы, түбәһе күккә тейгән Ирәмәл тауы ла үҙе бер мөғжизә!
Һинең гүзәллегеңә тиң булырлыҡ ер юҡ! Һин минең иң ҡәҙерле, ғәзиз ерем, берҙән – бер тыуған илем! Мөғжизә, тылсымдарға бай еркәйем!
Ғорурланам һинең менән, республикам!!!