Мастер класс по башкирскому языку (4 класс)


Бикбулатова Гөлмирә Йәмил ҡыҙы,
Туймазы ҡалаһы 6-сы урта мәктәбенең башҡорт теле һәмәҙәбиәте уҡытыусыһы.
4А класында синыфтан тыш эшмәкәрлек буйынса үткәрелгән оҫталыҡ-дәресе планы
Тема: Башҡортостанда көҙ. Телмәр үҫтереү.
Маҡсат:1. Балаларҙың уҡыу,һөйләү телмәрен үҫтереү;
2. Тирә-йүнгә иғтибарлы булырға, яғымлы, ярҙамсыл булырға өйрәтеү;
3. Тыуған илгә, ергә,телгә һөйөү тәрбиәләү. Шағирҙар,композиторҙар, йырсылар ижадында көҙ сағылышын күрһәтеү.
Йыһазлау: дәреслек, компьютер, презентациялар, сюжетлы һүрәттәр, япраҡтар төшөрөлгән һүрәттәр.
Дәрес барышы
Ойоштороу.
Әңгәмә. – Һаумыһығыҙ, балалар! Эшебеҙҙе башлайбыҙ!
Орфографик күнегеү. – Балалар, беҙгә дөрөҫ һөйләшер өсөн, башҡорт өндәрен иҫкә төшөрөргә кәрәк. (Хор,рәт менән ҡабатлау)
Гә-гә-гә – алтын көҙ килгән ергә,
ҫә-ҫә-ҫә – әсе,һалҡын ел иҫә,
ҡа-ҡа-ҡа- ергә төшә ап-аҡ ҡар,
ҙа-ҙа-ҙа –эҙем ҡала аҡ ҡарҙа.
СЛАЙД
II. Яңы тема.
1.Инеш. – Афарин! Балалар, беҙгә бөгөн ҡунаҡтар килгән, әйҙәгеҙ, ҡунаҡтар менән һаулыҡ һорашайыҡ! (СӘЛӘМЛӘҮ) Беҙ бөгөн үҙебеҙҙең белемдәребеҙҙе, башҡорт телендә нисек һөйләшә белеүебеҙҙе күрһәтәйек. Бөгөн беҙ шиғыр уҡырбыҙ, яңы һүҙҙәр менән танышырбыҙ, төрлө эштәр башҡарырбыҙ, һүрәт төшөрөрбөҙ, музыка тыңларбыҙ.
2. Дәрестә дөрөҫ һөйләшер өсөн яңы һүҙҙәрҙең тәржемәһен уҡыйыҡ әле,балалар
(башта үҙем уҡыйым, унан балаларҙан уҡытам) -
уттай- как огонь,
ҡойола – падает,
әйтерһең дә – кажется,
илаһи моң – прекрасная мелодия СЛАЙД
В) Һүҙҙәрҙе таратып биреү.
- Эшебеҙҙе артабан дауам итәйек,балалар!
Б) Шиғыр менән танышыу.
А) Һары,йәшел,уттай ҡыҙыл
Япраҡ ергә ҡойола.
Әйтерһең дә тын урманға
Илаһи моң тарала. (Г.Бикбулатова) СЛАЙД
4. А) Шиғыр менән эш. (ЭКРАНДА сыға) - Хор менән уҡып сығабыҙ.
ӘҢГӘМӘ: - Шиғырҙағы һүҙҙәргә иғтибар итегеҙ әле, балалар!
Япраҡтар ниндәй төҫтә? (Һары, йәшел,уттай ҡыҙыл)
Тимәк, уларға ҡарап ниндәй миҙгел икәнен беләбеҙ? (Уларға ҡарап көҙ килгәнен беләбеҙ).
“Моң” һүҙен һеҙ нисек аңлайһығыҙ? Уны беҙ нимә аша ишетәбеҙ? Ҡайҙан ишетәбеҙ? Нисек ишетәбеҙ? (моң – ул йыр, тауыш)
(Япраҡтарҙың тауыштарын тыңлатам)
Уҡыусы - Минеңсә, моң ул – япраҡтар тауышы, ҡолаҡҡа ишетелгән тауыш, музыка ҡоралында уйнағанда ла ишетергә мөмкин был моңдарҙы.
Уҡытыусы: - Эйе, афарин, уҡыусылар, әйҙәгеҙ, музыка ҡоралдарында моң нисек яңғырағанын тыңлап ҡарайыҡ. – Һеҙҙең класта ла музыка ҡоралдарында уйнай белгән дуҫтарығыҙ бар.
Альбина,әйҙә,скрипкала моң нисек яңғырай икән, уйнап күрһәт әле? (Альбина уйнай).
Ә хәҙер, Айнур, ҡумыҙ моңдарын сиртеп күрһәтә (Айнур һәм мин ҡумыҙҙа уйнайбыҙ),
Музыка мәктәбенән дә беҙгә ҡунаҡтар килде, әйҙәгеҙ, рәхим итегеҙ, ҡурайҙың моңдары нисек икән, тыңлап китәйек.
УҠЫТЫУСЫ: - Рәхмәт, дуҫтар,балалар! Бына ниндәй була икән ул - моң, шулай бит! Ә урманда беҙ ошо моңдарҙы ишетәбеҙме? (ЭЙЕ) ЯПРАҠ шауы ишетелә.
Эйе, уны ишетер өсөн бик иғтибарлы булырға кәрәк, тәбиғәтте яратырға, уны тоя белергә кәрәк,шулай бит!
УҠыусылар,ә һеҙ ул МОҢДО НИСЕК күрәһегеҙ? Моңдоң төҫө бармы? Әйҙәгеҙ, ул моңдо бына ошо япраҡтарҙа күрһәтәйек! Моңдо ниндәй төҫтә күрәһегеҙ, шул төҫкә буяғыҙ. (ЯПРАҠТАРҘЫ БУЯУ)
Ә беҙ, ҡурайсы менән һеҙгә моңдо ишеттерәбеҙ!. (Ҡурайсы менән бергә ҡумыҙҙа уйнау)
Балалар, үҙҙәренең буяған ағас япраҡтарының төҫтәрен әйтеп, япраҡтарын күрһәтә,ниндәй ағас япрағы икәнен дә билдәләй. Балалар,был ағастар ҡайҙа үҫә? Ә беҙҙең илебеҙ нисек атала?
5.Уҡытыусы: Афарин,уҡыусылар! Балалар, әйтегеҙ әле, беҙҙең Башҡортостан ниндәй? СЛАЙД (тәбиғәт)
Уҡыусылар: - (Беҙҙең республика бик матур, бай. Беҙҙә ғорур,бейек тауҙар, ҡуйы урмандар, тәрән,мул һыулы йылғалар, күлдәр күп)
- Уҡытыусы: Афарин, балалар. Эшебеҙҙе артабан, дауам итәйек. Ике төркөмгә бүленеп эшләйбеҙ. Мин һеҙгә һүрәттәр алып килдем, тик улар киҫелгән, уларҙы дөрөҫ йыйырға кәрәк. Дөрөҫ йыйып бәләкәй генә һөйләмдәр төҙөргә кәрәк буласаҡ. Башҡарып ҡарайыҡмы? (ПАЗЛЫЛАРҘЫ йыйыу)
- Һүрәттәрҙе һәр төркөм бер-береһенә күрһәтеп, һөйләмдәр төҙөйҙәр.
IY. Йомғаҡлау.
УҠЫТЫУСЫ; - Афарин,уҡыусылар! Ҙур рәхмәт,һеҙгә! Бына бит, бөтөн эштәрҙе лә башҡарып сыҡтығыҙ. Әйҙәгеҙ,һығымта яһайыҡ. Һеҙ бөгөн ниндәй яңылыҡ алдығыҙ, нимәләр белдегеҙ?
УҠЫУСЫЛАР; - Беҙ бөгөн көҙгө япраҡтарҙы буяныҡ,уларҙың төрлө моң сығара алыуын белдек. Киҫелгән һүрәттәрҙе йыйҙыҡ, төрлө музыка ҡоралдарында уйнаныҡ.
Уҡытыусы: - Афариндар! Эйе,балалар, беҙҙең тормошобоҙ моңдан тора.Әгәр ҙә иғтибар менән тыңлаһағыҙ, аяҡ тауыштары ла үҙенсә моң сығара. Дәфтәр,китап биттәрен асыуҙа ла моң бар һымаҡ. Ә бына беҙҙең тәбиғәтебеҙ, тирә-яҡ мөхит композиторҙарыбыҙҙы илһамландырып, йырсыларыбыҙҙы йырлата. Әйҙәгеҙ, гүзәл тыуған яғыбыҙға арналған фильм менән тамамлайыҡ бөгөнгө эшебеҙҙе. (ФИЛЬМ ҠАРАУ)
- Уҡыусылар! Гел шулай тормошто,тирә-яҡты,тәбиғәтте,кешеләрҙе яратып йәшәгеҙ! Тәртипле, матур, яҡшы кешеләр булып үҫегеҙ!
- Һау булығыҙ!