Йола Исеме? матур.Кемд?р ?уш?ан?


Исемең матур, кемдәр ҡушҡан...
Маҡсат: башҡорт халҡының исемдәренә иғтибарҙы көсәйтеү, халыҡ исемдәренең мәғәнә үҙенсәлектәрен күрһәтеү, ихтирам уятыу.
Халыҡ көйө яңғырай.
- Хәйерле көн, хөрмәтле уҡыусылар.
Һәр кем был донъяға үҙ бәхете менән килә, тиҙәр. Кешегә тормош бүләк ителгәс, уны тағы ла бер ҙур бүләк — исем көтә.
Бала тыуғас, ата менән әсә балаларының донъяла иң бәхетле, сәләмәт, аҡыллы булыуын теләп иң матур исем ҡушалар.
Исем мәғәнәле булһа, бала бәхетлерәк була.
Уҡыусылар сығышы:
Халҡымдың һүнмәҫ рухыБалҡыһын һәр исемдә.
Ҡыҙ баланың исемендәйондоҙ балҡыуы,
сәскәләр нәфислеге.
Ир-ат исемендәҠылыстар сыңлауы,
аҡһаҡалдар аҡылысағылырға тейеш.
-Дөрөҫ әйтәһегеҙ дуҫтар. Исем ябай ғына атама түгел, унда ата-әсәңдең һөйөүе һалынған, өмөттәре бағланған.
«Хәтирә» йырын башҡарыу.
Аҡлы ситса күлдәгеңдеңЯғаларын кем уйған.
Эй, Илүзә, исемең матур,
Кемдәр ҡуйған,
Һине күреп кем туйған.
Исемеңде кем ҡушҡан һиңә, Илүзә. (Бала, йәки әсәһе һөйләй)
Йыр «Әҡлимә»
Атам ҡушҡан атым - Шамил,
Мин һөйөүсе илемде.
Исемемә тап төшөрмәй,
Өйрәнәм туған телде.
Уралдай батыр булырмын,
Илем хаҡын һаҡлармын.
Атам-әсәмде тыңлармын,
Матур йырҙар йырлармын.
-Эйе, ата-әсәһе улдарының көслө рухлы, һәр яҡлап теүәл, камил булып йәшәүен теләп ҡушҡандарҙыр.
Камил, исемеңде кем һайлаған? (Бала йәки әсәһе һөйләй)
Гөл-сәскәләр минең илем.
Батшаһы мин гөлдәрҙең.
Сәскәләр үҫтерер өсөнКөн дә һыуҙар һибәмен.
Бигерәк исемең матур Гөлфиә. Башҡортостаныбыҙҙың шағирәһе Гөлфиә Юнысова кеүек шиғырҙар яҙмайһыңмы Гөлфиә?
Шиғыр һөйләй.
- Беҙҙең ҡыҙҙар бигерәк матур, исемдәренә есемдәре тура килә.
-Эйе, атай-әсәй исем ҡушҡанда, иң изге теләктәрҙе генә теләгәндер.
Ҡыҙҙар башҡарыуында йыр.
Әсәй әйтте:- Сыуаҡ бул һин,
Йылы һүҙ йән иретә.
Сабырлы бул, матур йөрө,
Матурлыҡҡа ни етә.
Сафия йыры.
1.Иҙәнегеҙ тигеҙ икән,
фанер йәйҙегеҙме әллә.
Килдегеҙ ҙә ултырҙығыҙ,
тамыр йәйҙегеҙме әллә.
Сафия, ҡарале,
алда ғүмер бар әле,
Һөймәгәнгә һөйкәлмәйбеҙ,
Һөйөүсе булыр әле.
2. Беләҙек, беләҙеккәйемӨҙөлә үҙәккәйем.
Өҙөлөп-өҙөлөп һөйләшергәЮҡ минең йөрәккәйем.
3. Беләҙегем-йөҙөгөм,
кейермен әле үҙем.
Ятҡа бирер әмәлем юҡ,
Һөйөрмөн әле, үҙем.
Атай әйтте:- Һәр нәмәгәТик үҙеңсә баһа бир...
Һүҙҙе әйтһәң, тапҡыр булһын,
Тапҡыр һүҙ - ул баһадир.
-Малайҙарыбыҙ ниндәй баһадир, тәүәккәл, шәп булыуҙарын, ә ҡыҙҙарыбыҙ ни тиклем сабыр аҡыллы булулыуҙарын беҙгә хәҙер күрһәтеп үтерҙәр.
Уйындар:
Башҡорт халыҡ йыры. Ҡарабай.
Ултырғыс тирәләй бейеү.
-Бөгөнгө байрамда беҙгә матур. мәғәнәле башҡорт исемдәре осраны. Үҙ милләтен яратҡан, уның бәҫен төшөрөргә теләмәгән кеше балаһына бер ваҡытта ла сит ил исемдәре ҡушмай. Саф башҡорт исемдәре беҙҙең арала йышыраҡ осраһын ине.