??л?тле балалар мен?н эшл?? проекты


Чтобы посмотреть этот PDF файл с форматированием и разметкой, скачайте файл и откройте на своем компьютере.
«Һәләтле б алалар менән эшләү проекты» 2009 йылда башланды. Шунан бирле ул минең эш йүнәлештәремдең иң мөһим бер өлөшө булып тора. Был проект нисек башланды?. Әлбиттә, тәүге уңыштан һуң. Республика олимпиадаҺында уҡыусым алған призлы урын минең «һәләтле б алалар менән айырым, үҙенә башҡа эшләргә кәрәк» тигән уйҙар тыуыуға сәбәпсе булды. Баштараҡ был эш олимпиадаға уҡыусылар әҙерләү, дәрестә уларҙы күберәк йәлеп итеү кеүе к эштәрҙән башланһа ла, һуңғы 3 йыл эсендә был эш йүнәлешемдең айырым үҙенсәлектәре, айы рым методтары барлыҡҡа килде. Быға минең профессиональ белем биреү учреждениеһынан ябай урта белем биреү мәктәбенә күсеү сәбәп булды. Минең «Һәләтле балалар менән эшләү проекты» үҙ эсенә дүрт йүнәлеште ала : 1. Башҡорт теле һәм әҙәбиәтенән төрлө конкурстарға , бәйгеләргә, олимпиадаларға әҙерләнеү; 2. Иншалар яҙыу; 3. Уҡыусыларҙың «Әҙәби - ижад» түңәрәге ағзалары менән эшләү; 4. Уҡыусылар менән фәнни - тикшеренеү эштәре ойоштороу. Был эштәрҙе нисек ойошторорға икәнлеге шулай уҡ ҙур тәжрибәләр арҡыры, бер нисә йылдар дауамын да барлыҡҡа килде. Мәҫәлән , олимпиадаларға әҙерләнеү . Билдәле булыуынса, муниципаль был бәйге 5 - 11 класс уҡыу сылары араһында үтә. Б ы л эшкә 5 - се синыфтан уҡ башла у мөһим . Һәләтле уҡыусы үҙенең хәтерле булыуы, тиҙ отоп алыуы, логик фекергә эйә булыуы менән а йырылып тора. Бындай уҡыусыларға өйгә эш биргәндә үтелгән теманы тәрәнтен белеү талап ителә торған, ижади эштәргә урын ҡала торған ҡатмарлыраҡ эштәр тәҡдим ителә. Класта башҡарыла торған эштәрҙә лә улар ауырыраҡ, абстракт фекерләү талап ителгән осраҡтарҙы үтәгәндә йышыраҡ йәлеп итәм. Былай эшләү 5 - с е синыфтан башлап иһә уҡыусылар бер нисә йыл дауамында үткәрелгән олимпиада һорауҙары буйынса ҡабатлау - күнегеүҙәр башҡара, улар менән тел һәм әҙәбиәттән генә түгел, Башҡортостан мәҙәниәте, тарихына ҡағылышлы һора уҙар тикшерәбеҙ, эштәрҙе анализлап, хаталар өҫтөндә эшләйбеҙ. Һөҙөмтәлә уларҙа ҡатмарлы һорауҙарға яуап бирә алырлыҡ белем кимәле үҫә, логик фекерләү дәрәжәһе юғары була, улар бынд ай бәйгеләрҙә уңышлы сығыш яһай . Һуңғы өс йыл эсендә ҡала олимпиадаларында 7 уҡыусым еңеүсе һәм призер булды . «Әҙәби - ижад» түңәрәге эшен ойоштороу (4 - се слайд). Эштең маҡсаты: уҡыусыларҙың ижади һәләттәрен асыу, уларҙа яҙма һәм һөйләм телмәрен үҫтереү, эстетик зауыҡ тәрбиәләү. Был түңәрәк 1998 - 2008 йылдарҙа эшләне, йыл һайын унда 15 - 18 бала шөғөлләнде. Түңәрәк ағзаларының төп эше билдәләнгән датаға мәктәптең «Илһам шишмәһе» тип аталған стена газетаһын сығарыу булды. Уҡыусылар был дата буйынса мәғлүмәт эҙләп табып, мәҡәләләр яҙҙылар, үҙҙәренең беренсе хикәйә, әкиәт, шиғыр һәм башҡа ижад емештәре менән таныштырҙылар. Был эштәр менән бер рәттән түңәрәк эше ағзалары әҙәби әҫәрҙәрҙең яҙылыу законсалыҡтарын тикшереү, йәғни әҙәрҙең төрө, жанры , образ, композиия, сюжет, һүрәтләү саралары кеүек теоретик һорауҙарҙы өйрәнделәр, әҙәби әҫәрҙең телен тикшереү буйынса күнегеүҙәр башҡарҙылар. «Әҙәби - ижад» түңәрәге ағзалары шулай уҡ З.Биишеваның тыуыуына 100 йыл тулыу уңайынан ойошторолған асыҡ дәрестә үҙҙәренең ижади эштәре менән ҡатнаштылар. Уҡыусыларҙың инша, реферат, чайнворд, кроссворд, докладт ары яҙыусының тыуған көнө ыңғайынан райондың «Аҡ тирмә» гәзитендә баҫылды. Дәрес разработкаһы әҙибәнең юбилейы ыңғайынан уҙғарылған республика конкурсында өсөнсө урын яуланы. Ике йыл рәттән был уҡыусылар, «Башҡортостан ынйылары» конкурсы өсөн үҙҙәре сценар ийҙар төҙөп, бәйгеләрҙә ҡатнашты, район һәм зона ярыштарында еңеү яуланы. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, бөгөнгө көндә был түңәрәк эше, мәктәптәрҙә оптимизация үткәреү һөҙөмтәһендә, үҙенең эшен туҡтатырға мәжбүр булды. Ләкин, был ауырлыҡтарға ҡарамаҫтан, балалар менән эшләүҙең төрлө юлдарын эҙләйем. Был эштең дауамы булараҡ, хәҙер һәләтле балалар менән ирекле темаға иншалар яҙырға өйрәнәбеҙ. Иншалар яҙыу. Хөрмәтле коллегалар, һеҙҙә шундай урынлы һорауҙар тыуырға мөмкин : ни өсөн һәләтле балалар менән генә һәм ни өсөн и рекле темаға ғына? Эш шунда: иншалар яҙыу өсөн программа буйынса сәғәттәр бүленә. Был эш йылдар дауамында тел - әҙәбиәт дәрестәрендә алып барыла. Уҡыусылар унда бирелгән темаға инша яҙыу өсөн план төҙөй, материал туплай, уны системаға һала, камиллаштыра, яҙа . Ләкин ул сәғәттәр генә аҙ, шунлыҡтан беҙ күберәге әҫәрҙе өйрәнгәс, иншаларҙың әҙәби, әҙәби - ижади төрҙәрен яҙҙырабыҙ, йәғни әҫәр буйынса образ йә ваҡиғаларға ҡылыҡһырлама биреү, уның идеяһын асыу маҡсатынан сығып яҙҙырабыҙ. Ҙурыраҡ синыфтарҙа әҙәби - ижади иншалар тәҡдим ителә, уларҙа әҫәрҙәге геройҙарға, ваҡиғаларға ҡарата баланың үҙ фекерен, үҙ баһаһын биреүҙе булдырыу маҡсаты ҡуйыла. Йәғни бындай иншалар бөтә класс менән бер темаға яҙыла, уның күпселек өлөшөн шул әҫәр материалы алып тора. Ирекле иншалар и һә уҡыусыларҙың көндәлек тормоштан, т ирә - яҡты күҙәтеүҙәрҙән алған тәьҫирҙәренән сығып яҙыла. Бында уҡыусының үҙенең хистәре, кисерештәре һүрәтләнә. Мин уҡыусыларҙың ихлас күңелдән үҙ фекерҙәрен сағылдырған инша яҙыуҙарын маҡсат итеп ҡуям. Бындай иншаларҙы ижади фекерләү һәләте ярылып ятҡан, күп уҡырға, шиғырҙар ятларға, үҙҙәре шиғыр яҙырға яратҡан, ғөмүмән, әҙәбиәткә мөкиббән киткән уҡыусылар менән яҙабыҙ. Ғәҙәттә, уҡыу йылының беренсе сирегендә үк мәктәптә иншалар конкурсы ойошторола. Ҡатнашырға теләүсе балалар менән темаларҙы билдәләйем, ир екле иншаның үҙенсәлектәрен аңлатып, унда төп иғтибарҙы шуңа йүнәлтәм: инша ниндәй генә темаға яҙылмаһын, унда төп герой - уҡыусы үҙе. Иншала уның әйтергә теләгән фекере асыҡ билдәләнергә тейеш. Бының өсөн уҡыусы үҙәккә бер образ ҡуйып, төп теманы ошо обра з аша сағылдыра. Иң ҡыйыны - был образды табып, яңы фекер әйтеү. Балаларға һүрәтләү саралары, образлылыҡ тураһында аңлатам, элек яҙылған иншаларҙы уҡып күрһәтәм. Төрлө алымдар ҡулланғанда ла , уҡыусыларҙың һоҡландырғыс образдар тыуҙырыуына ирешеү еңел түг ел. Шулай ҙа мин уҡыусыларҙың матур образдар тыуҙырыуына ирешергә ынтылып эшләйем. Үҙенсәлекле уй - фекерҙәре булған, образлы тел менән яҙылған күркәм ижад емештәре шулай тыуа башлай. Ә өсөнсө сиректән башта район, унан республика конкурстары өсөн бәйгеләргә әҙерләнә башлайбыҙ. Ғәҙәттә, бында биш - алты уҡыусы менән эшләйбеҙ. Һөҙөмтәләребеҙ ҡыуаныслы. Һуңғы биш йыл эсендә уҡыусыларыбыҙ район һәм республика иншалар конкурстарында һәр ваҡыт уңышлы сығыш яһай: районда - 12, республикала - 5 еңеүебеҙ бар. Д үртенсе йүнәлеш - һәләтле уҡыусылар менән фәнни - тикшеренеү эштәре ойоштороу. Төп маҡсат - уҡыусыларҙы фәнни һәм популяр әҙәбиәт менән эшләргә өйрәтеү, тейешле материалдар тупларға һәм эшкәртергә өйрәнеү; бай әҙәби мираҫтан үҙҙәренә кәрәкле мәғлүмәтте айырып алырғ а һәм һайлаған теманың төп идеяһын асырға өйрәнеү, һәм, ахыр сиктә, балаларҙа фәнни эшкә ҡыҙыҡһырыу тәрбиәләү. Уҡыусыларҙы бындай эштәргә йәлеп итеү урта синыфтарҙа, уҡытыуҙың актив методы булараҡ, бөтә класс менән рефераттар яҙҙырыуҙан башлана. Берәй яҙыу сының юбилейы ыңғайынан, йә иһә ауыл, район, республикабыҙ тураһында мәғлүмәттәр йыйыу менән башланып киткән эштәр киләсәктә лә фәнни эшкә ҡыҙыҡһыныу уятыуҙа тәүге этәргес булып тора. Артабан шул эштәрҙе теләк һәм ҙур ҡыҙыҡһыныу менән башҡарған уҡыусыларға айырым темалар бирелә. Ғәҙәттә, класс һайын 1 - 2 бала был эшкә ҙур ҡыҙыҡһыныу менән тотона. Уҡыусылар менән план төҙөйбөҙ. Һәр пункт өсөн кәрәкле әҙәбиәт исемлеге асыҡлана. Уларҙы уҡыу, эшкәртеү, файҙаланыу, билдәле, уҡытыусы етәкселегендә бара. Яҙыу барыш ында уҡыусылар фәнни эш күнекмәләре туплай, иң мөһиме, тупланған материалға үҙ мөнәсәбәттәрен белдерергә өйрәнәләр. Шулай итеп мәктәбебеҙҙә уҡыусылар көсө менән «Шүлгән ауылы тарихы», «Тәтешле районы ауылдарының топонимикаһы» тигән ҙур күләмле рефераттар я ҙылды , «Башҡорт телендә өс төрлө ялғауҙар», «Башҡорт телендә кешенең тән өлөшөнә ҡараған фразеологизмдар», «М.Кәримдең «Айгөл иле» драмаһында тел - һүрәтләү саралары ярҙамында образдарҙың асыҡланыуы» темаларына фәнни - тикшеренеү эштәре башҡарылды, улар районд а үткәрелгән тикшеренеү эштәре конкурстарында юғары баһа алды. Шуныһы ла әһәмиәткә лайыҡ, тикшеренеү эштәрендә ҙур тәжрибә туплаған уҡыусы һуңынан кескәй коллегаларына материал йыйырға, йыйылған материал буйынса докладтар яҙырға ярҙам итә. Былар бөтәһе лә эҙләнеүҙәр, көндәлек тырышлыҡ, әлбиттә, беренсе сиратта, уҡыусыларҙың ижади һәләтен үҫтереү йүнәлешендә фиҙаҡар эшләү һөҙөмтәһе. Уҡыусыларҙа уңышҡа ирешеү ситуаияһы булдырыу. Һүҙемдең башында әлеге проекттың барлыҡҡа килеүенә уҡыусымдың район күләмендә бер енсе ҙур уңышы сәбәпсе булғанын әйтеп үткәйнем. Бындай уңыш, әлбиттә, баланы ла ҡанатландыра. Шуға күрә уҡыусының эшкә, ижадҡа булған һәр бер ынтылышы, һәр бер уңышы күренмәй калмаҫҡа тейеш. Тел һәм әҙәбиәт буйынса күп һанлы сараларҙа айырыуса актив, ижади ынтылышлы уҡыусыларыбыҙҙы дәртләндереү маҡсатында беҙ мәктәптә шундай сараларҙы ҡулланабыҙ: - райондың крайҙы өйрәнеү, Ә.Атнабаев һәм Ғ.Соҡорой музейҙарына алып барыуҙы ойоштороу; - уҡыусыларҙың ата - әсәләренә рәхмәт хаты яҙыу; - уҡыусыларҙың ижади эштәрен әҙәби альманахҡа туплау, матбуғат биттәрендә баҫтырыу; - тел һәм әҙәбиәт атналыҡтарында айырым рәхмәт белдереү, уларҙың ижад емештәре буйынса буклеттар төҙөү; Был саралар, уҡыусылар күңеленә ҡанат ҡуйып, киләһе эштәргә этәргес булһа, алда һанап үтелгән төрлө йүнә лештәге бөтә башҡарылған эштәр улар өсөн белем йәки күнекмәләр сығанағы ғына түгел, ә тормош мәктәбе, киләсәктә үҙҙәренә юл һалыуға бер маяҡ. Ундай уҡыусыларҙың милләтебеҙ өсөн файҙалы, кәрәкле һәм бәхетле кеше булып үҫеүҙәренә иманым камил. Ромэн Ролланды ң «Тормоштоң бөтә йәме - ижадта. Ижад итеү үлемде үлтерә» тигән һүҙҙәре быны раҫлай.