Научно-исследовательская работа по теме Телле булыу ?а, тел?е? ?алыу ?а ??ебе???н


Башҡортостан Республикаһы Ауырғазы муниципаль районы
муниципаль бюджет дөйөм белем биреү учреждениеһы
Мораҙым ауылы дөйөм белем биреү мәктәбе
Телле булыу ҙа, телһеҙ ҡалыу ҙа – үҙебеҙҙән.
Башҡорт теле һәм әҙәбиәтенән фәнни-тикшеренеү эше
Башҡарҙы: 10-сы класы уҡыусыһы
                                                                  Хәбибуллина Илизә Динир ҡыҙы
                                          Ғилми етәксеһе:
                                                                  башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы
Килдина Гөлсара Ғәйфулла ҡыҙы
Мораҙым-2017  йыл   
Йөкмәтке
І.Инеш өлөш.
ІІ.Төп өлөш.
Эҙләнеүҙең теоретик өлөшө:
Паразит һүҙҙәргә аңлатма биреү.
Паразит һүҙҙәрҙе ҡулланыуҙың сәбәптәре.
Телмәрҙең был һүҙҙәр менән “бысраныуы”.
Мораҙым мәктәбенең 10 –сы класс уҡыусыларының телмәрен тикшереү.
Телмәрҙе “таҙартыу” юлдары.
Һығымта яһау.
ІІІ.Йомғаҡлау.
Әҙәбиәт исемлеге.
Шуға ла мин беләм тел ҡәҙерен: Бер телдән дә телем кәм түгел- Көслө лә ул, бай ҙа, яғымлы ла, Кәм күрер уны тик кәм күңел. Халҡым теле миңә-хаҡлыҡ теле, Унан башҡа минең илем юҡ; Илен hөймәҫ кенә телен hөймәҫ, Иле юҡтың ғына теле юҡ! [5]
Башҡорт теле кабинетында Рәми Ғариповтың мәшһүр шиғыр юлдары яҙылған. Һәр дәрес һайын таҡта эргәһендә беҙҙе ҡаршы ала һәм оҙатып ҡала. Мин хәҙер унынсы класта уҡыйым. Тел дәрестәрендә беҙ түбән кластарҙа алған белемдәрҙе тәрәнәйтеп,үтелгәндәрҙе ҡабатлайбыҙ. Неологизмдар,архаизмдар темаһын үткәндә уҡытыусыбыҙ паразит һүҙҙәргә туҡталды. Сит телдән килеп инеп, телебеҙҙәге һүҙҙәрҙе алыштыра икән улар.Нисек уларҙы телмәргә индермәҫкә, ниндәй юлдар табырға? Мин үҙемдең эҙләнеү – тикшеренеү эшемдә ошо һорауҙарға яуап табырға тырыштым.
      Фәнни-тикшеренеү эшенә дөйөм ҡылыҡһырлама
      Эштең тикшеренеү объекты.Мораҙым мәктәбе уҡыусыларының телмәре.
      Тишеренеү эшенең теоретик йәһәттән әһәмиәте. Үҫмерҙәрҙең телмәрен
паразит һүҙҙәрҙән таҙартыу.
      Тикшеренеү эшенең практик йәһәттән әһәмиәте. Эш һөҙөмтәләре йәш
быуынды һәр яҡлап үҫешкән, үҙ фекерен аңлайышлы, төплө итеп әйтеп бирә
алған шәхес тәрбиәләүҙә ярҙам итәсәк.
Фәнн-тикшеренеү эшенең актуаллеге. Паразиттар тәбиғәттә, кеше организмында ла бар. Улар үҙҙәре йәшәгән мөхиттән файҙа ала, үрсей.Ә паразит һүҙҙәрҙе беҙ телмәребеҙгә үҙебеҙ алып инәбеҙ, үрсергә лә ярҙам итәбеҙ икән. Паразит һүҙҙәр – ул башҡа телдәрҙән алынған һүҙҙәрҙе телмәрҙә ҡулланыу . Был һүҙҙәр телмәрҙе байытмай, мәғәнә өҫтәмәй. Беҙҙең башҡорт телендә үҙ телен белмәгән кеше портретын барлыҡҡа килтерә икән. Уҡытыусыбыҙ был проблеманың бик актуаль икәнен әйтеп китте.
      Фәнни – тикшеренеү эшенең маҡсаты:
1. Паразит һүҙҙәргә аңлатма биреү.
2.Телмәрҙең был һүҙҙәр менән “бысраныуын” күрһәтеү.
3.Телмәрҙе “таҙартыу” юлдарын асыҡлау.
     Фәнни – тикшеренеү эшенең бурыстары:
1.Паразит һүҙҙәрҙе ҡулланыуҙың сәбәптәрен асыҡлау.
2.Телмәрҙең был һүҙҙәр менән “бысраныуын” күрһәтеү.
3.Мораҙым мәктәбенең 10 –сы класс уҡыусыларының телмәрен тикшереү.
       Фәнни – тикшеренеү эшенең тикшеренеү методтары, методикаһы.                
           Тикшеренеү барышында күҙәтеү, сағыштырыу, анализ методтары
ҡулланылды.
       Эштең структураһы. Тикшеренеү эше инештән, ике бүлектән тороусы төп
өлөштән, йомғаҡлауҙан, ҡулланылған әҙәбиәттән тора.
Паразиттар тәбиғәттә, кеше организмында ла бар. Улар үҙҙәре йәшәгән мөхиттән файҙа ала, үрсей.Ә паразит һүҙҙәрҙе беҙ телмәребеҙгә үҙебеҙ алып инәбеҙ, үрсергә лә ярҙам итәбеҙ икән. Паразит һүҙҙәр – ул башҡа телдәрҙән алынған һүҙҙәрҙе телмәрҙә ҡулланыу .[1] Был һүҙҙәр телмәрҙе байытмай, мәғәнә өҫтәмәй. Беҙҙең башҡорт телендә үҙ телен белмәгән кеше портретын барлыҡҡа килтерә икән. Уҡытыусыбыҙ был проблеманың бик актуаль икәнен әйтеп китте.
Алдағы көндө урманға экскурсияға барғайныҡ. Һәр кем сәйәхәттән алған тәьҫораттар менән уртаҡлашырға тейеш тигән эш бирелде. Бик әҙерләнмәй генә таҡта алдына сығып телмәр тотоу былай ҙа еңел түгел. Телмәребеҙҙә бер генә лә рус һүҙе булырға тейеш түгел.
Үҙ-ара аралашҡан ваҡытта әйтелгән:вообщем,конечно,обязательно,но,совсем,даже ,можно тигән һүҙҙәр бигерәк телмәрҙә нығынып киткән икән. Үҙем һөйләгән ваҡытта ла,иптәштәрем һөйләгәндә лә был етешһеҙлектең күҙгә бәрелеп тороуын аңланым. Беҙ бик тырышып телде “таҙартырға” тырыштыҡ. Тырышлыҡ бушҡа булманы. Уҡытыусыбыҙ беҙҙе маҡтаны. Ләкин барыбыҙ ҙа был эште ауырлыҡ менән башҡарғанды аңланыҡ. Рус һүҙҙәрен ҡулланмаҫҡа тырышып, паузалар барлыҡҡа килде,һүҙҙе алыштырыу өсөн тиҙ генә уйлау талап ителде,һәр беребеҙгә уҡытыусы ярҙамға килде.
-Башҡорт теленән дә күркәмерәк,моңлораҡ тел юҡтыр. Беҙ телебеҙҙе бар сафлығында һаҡларға тейешбеҙ. Һуңғы йылдарҙа уҡыусылар ябай ғына һүҙҙәрҙең аңлатмаһын һорайҙар. Был бик борсоулы күренеш. Яҙма эштәрҙә рус һүҙҙәрен ҡулланмайһығыҙ,ә телмәрегеҙҙе паразит һүҙҙәр баҫып алған бит,-тине уҡытыусыбыҙ.
Өйгә эшкә таҙа һөйләшеү өсөн нимәләр эшләргә кәрәк тигән һорау ҡуйылды.Һәр беребеҙ үҙ фекерен,тәҡдимдәрен яҙып килергә тейеш ине. Бөтә класташтарым да өйгә бирелгән эште эшләп килгән. Барыбыҙ ҙа иң беренсе китап уҡырға кәрәк, тип яҙғанбыҙ. Ләкин уҡыйбыҙмы һуң? Юҡ шул. Әҙәбиәт дәрестәрендә бирелгән ,хрестоматияларҙа урын алған әҫәрҙәр генә бик әҙ шул. Мин рус әҙәбиәтенән дә китаптарҙы компьютер аша уҡып ҡараным,йәнәһе китапханаға барып йөрөмәйем. Әсәйем: “Китап алып уҡы,күҙеңде боҙаһың бит,китапҡа етәме ни инде?”-тип шелтәләй. Ә беҙҙең өсөн компьютер бик күп уңайлыҡтар тыуҙырған техника.Сөнки уйыны ла, фильмдары ла, музыкаһы ла , дәреслектәре лә, фотоһүрәттәре лә шунда. Ләкин китаптан айырылмаҫҡа кәрәк тип уйлайым. Китап быуаттар дауамында бик күп һынауҙар уҙған, беҙҙе ҡырағайлыҡтан, наҙанлыҡтан ҡотҡарған,донъя менән, башҡа халыҡтар, илдәр менән аралаштырған. Бына мин үҫмерҙәр өсөн тик әҙәби әҫәрҙәр генә баҫылған, ай һайын килеп торған журнал яҙҙырыр инем. Тик әҙәби әҫәрҙәр генә, сөнки башҡа мәғлүмәт хәҙер интернет селтәрендә бик күп.“Ағиҙел” журналын алдырабыҙ, әсәйем менән атайым был журналды көтөп ала. Мин дә уҡыйым .
Икенсе тәҡдим менән барыһы ла килеште. Беҙ бер –беребеҙ менән үҙебеҙҙең класс төркөмөндә тик башҡорт телендә аралашырға, яҙышырға һөйләштек.
Минең теҙеп яҙған фекерҙәремде уҡытыусы таҡтаға уҡ яҙып ҡуйҙы:
1.Уҡыған тексты һөйләп ҡара.
2. Шиғырҙар ятларға кәрәк.
3.Һөйләгәндә яйлап һөйлә, әйтер һүҙҙәреңде уйла.
4.Телмәреңде ябай һөйләмдәрҙән төҙө.
5.Телмәре бай кешеләр менән аралашыу.
6.Мәҡәлдәр һәм әйтемдәрҙе уҡыу, уларҙы урынлы итеп телмәрҙә ҡулланыу.[3]
Ябай ғына тәҡдимдәр, әммә уларҙа фәнни күҙлектән сығып туған телебеҙҙе саф, матур килеш һаҡлауҙың тәүге аҙымдарын күрергә мөмкин.
Интернет селтәрендә был тема буйынса күберәк мәғлүмәт алыу маҡсатында бәләкәй генә һүҙлеккә барып юлыҡтым.Бында тик теркәүестәр генә бирелгән.
И – һәм.
Ну – һуң.
Но – фәҡәт, әммә, ләкин.
Тоже – да/дә, та/тә, ҙа/ҙә, ла/лә, шулай уҡ.
Потом – аҙаҡтан, һуңынан. [2]
Һәр кеше үҙ телен яҡшы белергә тейеш,сөнки үҙеңдең телеңде белмәйһең икән, башҡа телдәрҙе белеү мөмкин түгел. Ғаиләңде, тыуған ерҙе яратҡан кеүек, беҙ үҙ телебеҙҙе лә яратырға тейешбеҙ.
Милләтебеҙҙе һаҡлауҙың берҙән-бер юлы – телде һаҡлап ҡалыу.Тел һаҡланһа, милләтебеҙ ҙә һаҡланыр. Бына мин дә тап-таҙа башҡорт телендә һөйләшә белмәйем икән , минең баламда ла шул етешһеҙлек буласаҡ бит. Милләтебеҙҙе, телебеҙҙе һаҡлау беҙҙең ҡулда. Телмәрҙә кешенең бар булмышы, аҡылы сағыла. Аҡыллы булайыҡ!
Балаһына туған тел өйрәтеү –
Һәр әсәнең изге бурысы!
Онотмаһын ине бер әсә лә
Иңдәренә төшкән бурысты!
Ситтән генә ҡарап ятмаһындар
Балалары булған һәр атай,
Телен өйрәтһендәр ейәндәргә
Һәр өләсәй, һәр бер олатай![4]
Ҡулланылған әҙәбиәт.
1. Әхмәтйәнов К. Ә. Әҙәбиәт теорияһы. – Өфө: Китап, 2003.
2. Башҡортса –русса һүҙлек. Яуаплы редактор З.Г. Ураҡсин – Мәскәү: Дигора, 1996.
3. Фоменко Ю. В. Типы речевых ошибок: Учеб. Пособие. – Новосибирск, 1994 г.
4. Фәүзиә Ҡотлогилдинаның “Бурыс” шиғырынан өҙөк.shonkar.ru
5.Мостай Кәрим, Рәми Ғарипов, Рауиль Бикбаев. /Төҙөүсеһе И. Ә. Шарапов.- Өфө: Китап, 2009.