Поэты и писатели Учалинского района Республики Башкортостан


Муниципаль бюджет дөйөм белем биреү ойошмаһы
Рысай ауылы дөйөм урта белем биреү мәктәбе
Башҡортостан Республикаһы Учалы районы МР
Учалымдың
аҫылташтары
“Учалы районының әҙәби картаһы” конкурсына
бағышланған эҙләнеү эше.

Эште үтәне:
Рысай урта мәктәбе
педагог-китапханасы
Әминева А.Р.

Рысай – 2015

Учалы районы Башҡортостандың көнсығышында урынлашҡан. Ул Силәбе өлкәһе, Белорет һәм Әбйәлил райондары менән сиктәш. Район биләмәләре Уралтауҙың көнсығыш һырты буйлап 140 саҡрымға һуҙылып ята. Азия менән Европа осрашҡан ерҙә урынлашыуы менән дә үҙенсәлекле. Был, әлбиттә, ике ҡитғала йәшәүсе халыҡтың көнитмешендә, холоҡ – фиғелендә, булмышында сағылмай ҡалмағандыр тип уйлайым. Үҙенә күрә бер төрлө үткер, сая, талапсан һәм моңло халыҡ йәшәй Учалыла. Гүзәл тәбиғәте лә үҙенсәлекле. Зәңгәр теҙмә булып Урал тауҙары һуҙылған, уның итәгендә – ҡайын, ҡарағай урмандары һәм егерменән ашыу күле. Яйыҡ, Ағиҙел, Уй, Әй, Мейәс, Йүрүҙән йылғалары ошо төбәктең ғорурлығы булған Ирәмәл тауы эргәһенән генә үҙҙәренең һыу башын ала ла төрлөһө төрлө йүнәлештә ағып китә. Бында элек – электән алтын, баҡыр тапҡандар, ә йәшмә ташының ниндәйе генә юҡ!
Биләмәләренең ҙурлығы буйынса Учалы республикала Белорет, Йылайыр, Баймаҡ райондарынан ҡала дүртенсе урында булһа, үҙенең социаль – көнкүреше яғынан да төҙөк һәм бай райондарҙан һанала. Спорт, мәҙәниәт үҫешкән. Талантлы шәхестәргә, оҫта ҡуллы егәрле кешеләргә лә бай һәм күркәм яҡ.
Дин әһеле Зайнулла ишан Рәсүлев, генерал – майор, 4- се башҡорт кантоны етәксеһе Мөхәмәтйән Буҙыҡаев, башҡорт ихтилалдары етәкселәре Аҡҡужа батыр, Йосоп Арыҡов, Бәпәнәй Торопбирҙин, сәсәндәр Ҡарас, Мәхмүт, Ҡобағош, легендар шәхес Муса Мортазин һәм башҡа күренекле шәхестәре булған уның. Советтар Союзы Геройҙары Шакирйән Мөхәмәтйәнов (Александр Матросов), Хәкимйән Әхмәтғәлин, Йәүҙәт Сөнәғәтуллин, Александр Серебрянников, Дан орденының тулы кавалерҙары Мәүлит Хилажетдинов, Әхнәф Хөснөтдинов, Петр Поспеловтар тыуған бында. Социалистик Хеҙмәт Геройҙары Рамаҙан Ниғматуллин, Яныбай Әхмәтйәнов, Ғөбәй Фәтҡуллин, Фазулла Шәйәхмәтов, Хәким Мөхөтдиновтар үҙҙәренең хеҙмәте менән Учалыны данлай.
Ә шағирҙары, яҙыусылары, фән эшмәкәрҙәре, йырсылары, бейеүселәре һуң? Ниғмәт Зөлҡәрнәйев, Сабит Суфыянов (Әбүс), Ғәзим Аллаяров, Мөхәмәт Хәйҙәров, Нәжибәк Хафизов, Талха Ғиниәтуллин, Әхмәҙиә сәсән, Рәсих Лоҡманов, Мәүлит Ямалетдинов, Шәулиә Зөлҡәрнәйева, Әҡлимә Сафина, Вил Ғүмәров, Рәмзилә Хисаметдинова, Гүзәл Ғәлиева, Фәрит Хәсәнов, Фәниҙә Исхаҡова, Рәүеф Насиров, Әлим Зарипов, Флүрә Килдейәрова, Нәзифә Ҡадирова, Нажиә Аллаярова, Абдулла Солтанов кеүек таланттарҙы, бик күп фән эшмәкәҙәрен һәм етәкселәрҙе тыуҙырған был бәрәкәтле ер. Мәғрур Ирәмәлдән илһам алған, ҡайғы – шатлыҡ йәштәрен Урал йәшмәһенә түккән, Торатауында тәңреһе менән үҙ серҙәрен бүлешкән, Яйыҡ, Ағиҙелендә һағыш – хәсрәтен һалып ағыҙған халҡыбыҙ шиғри күңелле, йор һүҙле шул. Һәр күҙәнәге менән моңло һүҙҙең көсөн тойған, бәҫен белгән. Күпме сәсәндәрҙең алтындан да ҡиммәт ҡанатлы, аҡыллы һүҙҙәре халҡыбыҙ асылын тағы ла байытып, яҡтыртып ебәргән.
Мин Учалы яҙыусыларының һәм шағирҙарының әҙәби картаһын төҙөргә булдым. Маҡсатым - уҡыусыларыбыҙҙы үҙебеҙҙең яҡташтарыбыҙ менән таныштырыу, улар тураһында күберәк мәғлүмәт йыйыу, уларҙың китаптарын пропагандалау.

Ҡобағош – башҡорт сәсәне һәм бейе, XYI быуатта йәшәгән. Ул Мең ҡәбиләһе башҡорттарының Нуғай мырҙаһы Ҡараҡоломбәткә ҡаршы көрәшенә етәкселек итә. Был һуғышта уның ғәскәре ҡыйратыла. Дим буйынан ҡасып, Урал тауҙарында ҡатай башҡорттары араһында йәшәй. Ҡобағыш ҡасып йөрөгәндә, ҡатындар кейеме кейеп, йәйләү аралап халыҡты ҡотортоп, Ҡараҡоломбәт яҡлы бейҙәрҙе йә төшөрткән, йә үлтерткән. Шунан тирә-яҡтағы бейҙәр үҙ-ара һөйләшеп, Ҡобағошто тоторға булғандар. Ә халыҡ Ҡобағош сәсән яҡлы булған. Бейҙәр яу туплап, Ҡатай урмандарын ҡамап һөҙөргә булғандар. Быны халыҡ Ҡобағошҡа белдергән. Ул Бөрйән яғында бер тауҙа ҡаҙып тораҡ яһаған. Бей яуы килә башлағас, ауыҙын бер таш менән ҡаплаған. Унлап кеше тартып ҡараған был ташты, аса алмағандар. Ундан артыҡ кеше тоторға урыны булмаған. Шулай итеп, Ҡобағошто тота алмағандар.
Ҡобағоштоң Айбағыш менән Көнбағыш тигән улдары Үҫеп, Үҫәргән ырыуын ҡыйрата башлағас, Бикбау бей илсе ебәреп, килешергә һораған. Ҡобағош : «Мин риза, тик бер шартым бар. Бикбау бейгә әйт, йыйында кем һөйләһә лә ирек булһын. Халыҡ кемде ғәйепле тапһа, уға үлем булһын. Шуға риза булһа, мин барам», - тигән.
Бикбау бей, аҡыл эйәләрен йыйып, кәңәш – төңәш иткән. Улар нисек тә Ҡобағыш сәсәнде һөйләтмәҫкә юл эҙләгәндәр. Кәңәшселәре бейгә кәңәш биргән:
- Һин, - тигәндәр, - сәсәндәреңде йый, йомаҡ әҙерләһендәр. Ҡобағош уны – быны уйламай, әҙерләнмәй килер. «Шул йомаҡҡа яуап бирә алмаһаң, һүҙ ҙә асмай, буй бирәһең» тип әйт, - тигәндәр, ти.Һүҙ беркетеп Ҡобағошто саҡырғандар. Ҡобағош сәсән килгәс, хан һүҙендәге Бикбау кешеһе Аҡмырҙа сәсән йыйын алдында әлеге шарт буйынса әйткән. Ҡобайыр менән әйтелгән был йомаҡҡа , Ҡобағош сәсән шул уҡ ҡобайыр менән тапҡыр яуап ҡайтарған. Ҡобағыш сәсән – бейҙәрҙе шулай сәсән һүҙе менән еңеп, бейгә үҙе үлем хөкөмө сығарған. Бикбау бей һүҙ биреп, үлемдән ҡалһа ла, аҙаҡ һүҙен боҙған, Ҡобағош менән яулашҡан. Бара-тора халыҡ, Бикбау менән ханды берәм-һәрәм ташлап, Ҡобағошҡа ылышҡан. Хан ҡасҡан, Бикбау Ҡобағошҡа буйһонған. Ҡараҡоломбәт, бүтән хандарҙан көс алып, ил өҫтөнә килерҙе ишеткәс, Ҡобағош, ат саптырып, ил йыйған. «Был хандан ҡотолоп булмаҫ, аҡ батшанан ярҙам һорайыҡ, беҙгә ярҙам бирһен. Арала ыҙғыш бөтһөн, ырыу – ырыуға ерҙе бүлеп бирһен», тип Бикбау бейҙең үҙен, Иҫке бейҙе – Бөрйәндән, Ҡара Ҡужаҡты – Ҡыпсаҡтан, Шаҡманды – Тамъяндан Аҡ батшаға ебәргән.
Ҡобағош сәсәндең даны башҡорттар араһында ғына түгел, ҡаҙаҡтар араһында ла таралған була. Быны ҡаҙаҡ сәсәндәре Бисәнбай менән Алсынбай һүҙҙәренән аңлап була.
Ҡобағош - Рәсәй бойондороҡлоғо алған тәүге бейҙәрҙең береһе.
“Аҡмырҙа сәсән менән Ҡобағош сәсәндең әйтешкәне” ҡобайыры ғына беҙҙең көндәргә килеп еткән.
Шулай итеп, Ҡобағош сәсән йөҙөндә, уның “яманлыҡты яҡламаҫ, дошман хәтерен һаҡламаҫ”, “ханға ҡаршы уҡ булған, бейгә ҡаршы ут булған” һүҙҙәрендә илдең иркен яҡлашыр батыр ир – егет, халыҡ сәсәненең мөһабәт һыны һәм ялҡынлы поэзияһы һыҙатлана.


Ҡарас - башҡорт халҡының күренекле сәсәне һәм батыр улы. Ул Учалы районы Наурыҙ ауылында тыуған. Ҡарас сәсәндең йәшәгән ваҡыты сама менән ХYII быуаттың аҙағына, XYIII быуаттың беренсе яртыһына тура килә. Уның хаҡында мәғлүмәттәр легенда, риүәйеттәр рәүешендә генә һаҡланған. Наурыҙ ауылы башҡорттарының төп аталары Айбағыш, Көнбағыш исемле ике бер туған булған. Айбағыштан Килдеш исемле атҡыс – мәргән тыуып, заманында уға тиң булмаған. Көнбағыштан Ҡушкилде тыуып, ул да атҡыс булған. Ҡушкилденән Ҡарас исемле бер улан ҡалған. Ҡарас та атаһы һымаҡ, уҡ – һаҙаҡҡа бирелеп, йәштән батырлыҡ, атҡыслыҡ исеме алып, һәр ваҡыт Килдеш батыр менән бергә яу ҡайтарып йөрөгән. Ҡарас тарих биттәренә башҡорт ерҙәренең көнсығыш сиген ҡаҙаҡ феодалдары барымталарынан яҡлаусы булараҡ ингән. Был турала «Башҡорт аймағы» журналының 1-се һанында баҫылып сыға. Ул – Учалы районының Наурыҙ ауылында табылған иҫке ҡулъяҙманан алып ташҡа баҫылған.


Сабит Әбүсуфьян улы Суфиянов.
Сабит Суфыянов (Әбүс) 1904 йылдың 27 декбрендә Учалы районы Сәфәр ауылында указы булмаған мәзин Әбүсуфьян менән Гөльямал абыстай ғаиләһендә тыуған. Сабитҡа йәш ярым булыуға әсәһе үлә. Мәктәпкә уҡырға кергәнсе әсәһенең әсәһе – ҡартинәһе Хәбибьямал тәрбиәләгән. 1921 йылда атаһы һәм үгәй әсәһе Мөкәрәмә үлеп китә. Сабит кешеләргә ялсы булып та, хәйер һорашып та интегеп йөрөй торғас, балалар йортона барып эләгә: башта Ҡалҡан, һуңынан Сермән балалар йортонда тәрбиәләнә. Шуғалыр ҙа уның иң яҡшы иҫтәлектәре, үҙе яҙғанса, «ҡәһәрле аслыҡ тырнағынан ҡотҡарып ҡалыусы нурлы хәйәт бишеге – Сермән балалар йорто менән бәйле». Сермән балалар йортонда ете класс белем алғандан һуң, уҡытыусыһы Нурдидә апай Билалова былай тип оҙатып ҡала: “Киләсәктә һинең ҙур кеше буласағыңа ысын күңелдән генә түгел, бөтә иғтиҡадым менән ышанам. Үҫ. Тырыш. Тормоштоң юҡ-бар кәртәләренә ҡарап, алған бөйөк юлыңдан боролма. Ҙур теләк, көслө йөрәк һәм ҡөҙрәтле һәләт ҡаршыһында тормоштоң юҡ – бар ҡаршылыҡтары ғына түгел, донъяның әллә ниндәй ҙур хәлдәре лә тотҡарлаусы булып тора алмайҙар!” Нурдидә Билалова уны ғүмере буйы изгелеккә әйҙәүсе, ауыр минуттарында ҡурсалаусы, әҙәби ижадҡа илһамландырыусы изге зат булараҡ уға бик ҡәҙерле. Сермәндә 7 класты уҡып бөткәс, 1923 – 1928 йылдарҙа Ырымбур педагогия техникумында белем ала. Уның менән бер класта Зәйнәб Биишева һәм йән дуҫы Баязит Бикбай уҡый. Ырымбурҙа уҡыған сағын да уҡ "Әбүс Һәити", һуңынан тик "Әбус" псевдонимы менән шиғырҙар, һабаҡташтарына арнамалар яҙа. Дүртенсе курста уҡығанда дуҫы Баязит Бикбай менән бергә Өфө педтехникумына күсәләр. 1928 – 1929 йыларҙа Өфө педагогия техникумын уҡып тамамлай. Сабит Суфыянов “Ҡыҙыл Башҡортостан” дың үҙ хәбәрсеһе булып һәм “Ударсы” газетаһын сығарыуҙы юлға һалыу өсөн 1929 йылдың көҙөндә типография әсбаптары тейәп, хәреф йыйыусы менән бергә газетаның яуаплы сәркәтибе итеп ебәрелә. Учалыла Сабитты Хәсәнова Алмагөл тигән бер балалы яңғыҙ ҡатынға фатирға төшөрәләр. Алмагөл бик егәрле, асыҡ йөҙлө, кеше йәнле, ярҙамсыл ҡатын була. Типография бинаһын әҙерләүҙә ярҙамы күп тейә Алмагөлдең, ә инде һуңынан типографияла йыйыштырыусы булып эшләй. Сабит Суфыянов «Ударсы» типогрфияһында эшләгән осорҙа Алмагөлдө кәләш итеп ала. Алмагөл менән бик бәхетле, матур 5 йыл ғүмер кисерәләр.
Учалыла эшләгән осорҙа Әбүстең “Тоҡ яуына”, “Гудок йыры”, “Ужымға”, “Яңы хәбәр” һымаҡ көндәлек сәйәси кампания уңайы менән яҙылған шиғырҙары баҫылып сыға. Сабиттың шиғырҙары түрәләргә оҡшамай, партия райкомының фатихаһын ҙур теләктәшлек күрһәтеп үтәмәүҙә ғәйепләп, уға «кулак йырсыһы» тип исем тағып эҙәрлекләй башлайҙар. Учалыла йәшәгән осоронда Өфөнән “Башҡортостан” гәзите хеҙмәткәре, Юлтыев Мөхәмәтҡол (Юлтый, Әбүстән элегерәк ҡулға алынып, вәлидовсы тип атып ултерелә, Дауыт Юлтыйҙың бер туған ҡустыһы) 15 көнгә командировкаға килеп, урындағы журналистар менән аралашып йәшәй. Был факт Сабитты ғәйепләү өсөн нигеҙ була ла инде. Шунлыҡтан ул Өфөгә китергә мәжбүр була. Ҡатынын да үҙе менән алып китергә тырыша, ләкин ул саҡта ауырлы ҡатыны ҡалаға барыуҙан баш тарта. 1934 йылдың 21 апрелендә ҡыҙы тыуа, Сабиттың теләге менән уға Фәриҙә итеп исем ҡушыла. Шул көндө Учалыла йәшәгән өйөндә тентеү була. Тик һуңлайҙар: алданыраҡ белеп ҡалған ҡатыны Алмагөл бөтөн ҡулъяҙмаларын, китаптарын утҡа яғып өлгөрә. “Ошоно эшләмәһәм, атайыңа берәй ҡатыраҡ бәлә яғып, Юлтый һымаҡ, атырҙар ине,” - тип һөйләй һуңынан ҡыҙы Фәриҙәгә Алмагөл апай.
1933 йыл аҙағында Әбүс Өфөгә күсә һәм «Һәнәк» журналы редакцияһында сәркәтип булып эшләй. 20 әҫәрен бергә туплап, «Дауыл йыры » тигән баш ҡуйып, 90 битлек ҡулъяҙманы йыл аҙағында нәшриәткә әҙерләй. Әбүстең барлыҡ ижадына, ҡулға алынған әҫәрҙәренә ойошторолған рецензияла Ғ. Иҙрисов менән Ғ. Сәләм ҡулы менән уларҙы кулак идеологияһы ярылып ятыуы, ауылды күккә күтәреп маҡтау, ауылды ҡалаға ҡаршы ҡуйып, самаһыҙ идеаллаштырыу тураһында яҙылған була. Уның шиғырҙарын милләтселек, кулак зары, буржуаз патриотлыҡ, пессимизм рухы менән һуғарылған тип иҫәпләп эшенән бушатыла. Өфөлә эшләп йөрөгән Хәкимйән ағаһы “һине аласаҡтар, тиҙ юғал Өфөнән” - тип киҫәтә , аптырағас, Сабит Суфыянов Ҡазанға юллана, саҡ – саҡ эшкә урынлаша . Ҡазанда Яҡупова Нәғимә тигән ҡатын менән донъя көтә. 1936 йылдың июлендә, ҡулға алынып, Өфөгә ҡайтарыла. Уны 58-се статья буйынса өс йылға иркенән мәхрүм итәләр. “Дауыл йыры” йыйынтығы Әбүс яҙмышына һөжүм, уның өлгөһөндә сәйәси дауыл ҡуптарыу өсөн бик уңай һылтау булып сыға.
Сабит Суфыяновтың тотҡонлоҡта һәм һөргөнгә ебәрелгән урындары.
«Башлаг» та - 1938 йылғаса,
«Бурлаг»та - 1941 йылғаса,
«Умальталаг»та - 1946 йылғаса,
«Дашкисян»да - 1948 йылғаса,
«Ик - Дәүләт»тә - 1949 йылғаска,
Красноярскийҙа - 1954 йылғаса...
Ниндәй генә шарттарҙа ла Сабит Суфиянов Әбүс булыуҙан туҡтамай;
рухи төшөнкөлөгөнә бирелмәйенсә, ижад эшен дауам иткән. Архивында Умальта лагерында тултырылған кескәй генә блокнот киҫәге һаҡлана. Тотҡон осорондағы шиғырҙары теркәлгән унда. Тик лупа ярҙамында уҡырлыҡ, бик ваҡ хәрефтәр менән ашыҡ – бошоҡ яҙылып, ярым юйылып бөтөп барған тетрәндергес юлдар яҙылған.
Кем белә, донъялар үҙгәрмәһә, алыҫ һөргөндәрҙә баштары сереп, исемдәре тарих төпкөлөндә юғалған бик күп аҫыл ирҙәр кеүек, Әбүс тә билдәһеҙлектә, томан шаршауында ҡалыр ине. 1955 йылдың ҡара көҙөндә, “22 йыл буйы дүрт күҙ менән тилмереп көткән саф сағым ҡайтты” тигән сабыйҙарса ышаныс менән Өфөгә ашҡынып килеп төшә шағир. Торор урын табып, йүнлерәк эшкә урынлаша алмағас, ул мосолман зыяратына ҡәбер ҡаҙыусы булып урынлаша.
С. Суфыянов репрессия йоғонтоһон һәм һөҙөмтәләрен үҙ яҙмышында 1935 йылдан 1956 йылға тиклем татый.
1956 йылда Ғ. Әмири, Н. Нәжми, Ҡ. Даян ингән төркөмдән төҙөлгән эксперт комиссияһының ыңғай фекеренән һуң, ҡулға алынған хәтһеҙ ҡулъяҙмалары ла кире ҡайтарыла. Шулар ҡушылып, яңылары индерелеп, 60 әҫәрҙән төҙөлгән «Әбүс яҙмалары» йыйынтығын Сабит Суфиянов 1958 йылда Яҙыусылар союзына тапшыра. Зарығып көтөп тә «Әбүс яҙмалары» донъя күрмәгәс, шағир 1962 йыл аҙағында «Урал мөхәббәте» тигән баш аҫтында, был юлы 73 әҫәрен индереп, өсөнсө йыйынтығын тапшыра. Әбүстең китабын баҫтырып сығарыуға яҙыусылар союзы фатиха бирһә лә, “милләтсе - вәлидовсы” мөһөрө тағылған шағирға “юғарынан” рөхсәт төшмәгәс, ҡулъяҙмалар оҙаҡ заманға “онотолоп ҡала”.
Әбүсте күрергә, хәлен белергә килгән яҡташы Мөхәмәт Хәйҙәров: “Ниңә һаман китабыңды сығармайҙар, әйберҙәре иҫкерә бит”, - тип һорағас, ”ваҡыты еткәс баҫырҙар әле, мин мәңгелек әйберҙәр яҙғанмын”, тип тыныс ҡына яуап бирә.
Унан һуң да ниҙәр генә тураһында һәм нисек кенә яҙмай Әбүс алтмышынсы – етмешенсе йылдар һуҙымында! Күп китаптар уҡырға, урыҫ яҙыусыларының ижадын өйрәнергә, даими рәүештә урыҫ, ғәрәп, фарсы, татар һүҙлектәрен һәм фән тармаҡтары буйынса махсус һүҙлектәр менән шөғөлләнә, гәзит – журналдар аша донъя яңылыҡтарын белеп, башҡорт тарихын фәнни сығанаҡтар нигеҙендә өйрәнеп бик күп поэмалар, одалар, тарихи повестар яҙа. Тик уларҙың береһенә лә үҙ мәлендә донъя күрергә насип булмай. Әбүстең үҙенең дә был хаҡта бәғере һыҙлай.
2310765-15240Әллә нисек сыҡты ғүмер юлым,
Әллә нисек булды йәшәүем.
Эсем илай хатта, башҡа берәү
Гөлгә тиңләгәндә йәшәүен...
Көндән – көнгә һүнә барған кеүек
Йөрәгемдең яҡты юрауы.
Культ шәхесенең ҡара табы шулай
Булыр микән үлем ҡырауы?! –
00Әллә нисек сыҡты ғүмер юлым,
Әллә нисек булды йәшәүем.
Эсем илай хатта, башҡа берәү
Гөлгә тиңләгәндә йәшәүен...
Көндән – көнгә һүнә барған кеүек
Йөрәгемдең яҡты юрауы.
Культ шәхесенең ҡара табы шулай
Булыр микән үлем ҡырауы?! –

тип яҙа, өмөттәренән ваз кискәндәй. Күңеле төшкән мәлдә бик күпмелер ҡулъяҙмаларын ишек алдында усаҡ яғып, ут тамағына тыҡҡан мәлдәре лә булған. Учалынан Өфөгә ашығыс сығып киткәс, Учалылағы ҡағыҙҙары яндырыла, байтағын әҙип үлгәс көл – күмергә әйләндерәләр.
Һәр яҙыусының да үҙ ижадына ҡарата халыҡтың ысын баһаһын һәм тәнҡитен белгеһе киләләр, Әбүс тә бик көтә үҙенең китабы сығыуын. Яҙғандарын аҡлағандан һуң да баҫылып сыҡмауы, алама кейемдә булыуы, ҡәбер ҡаҙыусы булып ҡына эшләүе, ҡәләмдәштәре менән аралашмауы уның рухын ныҡ иҙгәндер инде. Нәғимә ҡатыны ла уның ижадын һанламай, яҙыусылар менән аралашыуынан ҡурҡытып “Улар һинең өҫтөңдән донос яҙыр өсөн генә килә”- тиер булған. Кистәрен яҙышып ултырғанын күреп, ташла инде шуларҙы, тағы алып китерҙәр, тип ҡурҡытыр булған.
1974 йылдың 10 ғинуарында , кис тыныс ҡына йоҡлап китеп “мейеһенә ҡан һауғандан” үлеп ҡала. Тыныс ҡына йәшәп, үҙ китабын ҡулына алыу бәхетенә ирешмәгән шағир, бер шауҡымһыҙ, тыныс ҡына үҙе комендант булып эшләгән мосолман зыяратында ерләнә. Әбүс үлгәс тә ҡатыны Нәғимә бик күп ҡулъяҙмаларын яндырып бөткәс, төш күреп, ҡалғанын зат - зәүеренә таратып биргән, ҡыҙы Фәриҙәгә, Ходжаева Зәйтүнәгә, Бәхтейәр Талиповҡа.
Халҡыма йыр яҙам тип, ялҡынланып, рухи әҙерләнеп, ашҡынып йәшәгән шәхестең йөрәк һүҙҙәре, күңел һыҙланыуҙары оҙон бер ғүмер ағышында бер генә тапҡыр ҙа, бер генә шәлкеме лә халыҡҡа еткерелмәһен әле!
Яҙыусы өсөн бынан да ҙурыраҡ язаның булыуы мөмкинме һуң?
Әбүстең түҙемлегенең, сабырлығының сиге юҡтыр; тыуасаҡ көнгә өмөт, үҙенең хаҡлығына тоғро, тормошта ғына түгел, ижадта ла үҙе булып ҡалыу өсөн Әбүс ошондай ғәләмәт ҙур хаҡ түләргә мәжбүр. Ниндәй генә дауылдар уртаһында ҡалмаһын, Әбүс үҙенең ижад асылына хыянат итмәй, йәшәү принциптарына тоғро ҡала:
Аҡты ҡара тимәнем,
Һатылып йәшәп һөймәнем.
Ҡайҙа матурлыҡ - шунда этлек,
Мин ул ерҙә һыйманым.
Үтеп китә торған көндәлек сәйәсәткә, йәшәү бәрәбәренә лә яраҡлашмаған, яһалмалыҡты йәне һөймәгән Әбүс. Шунлыҡтан да ҡатмарлы яҙмыш кисергән, ләкин ауыр тормош һынауҙарына баш эймәгән шағир. Ғүмеренең һуңғы сәғәте һуҡҡансы үҙе һайлаған тормош маҡсаттарына тоғро ҡалған шәхес булараҡ, уның һуңлап булһа ла башҡорт әҙәбиәтендә лайыҡлы урынын алырға тулы хоҡуғы бар. Филология фәндәр кандидаты Зәйтүнә Шәрипова әҙиптең ҡыҙы Фәриҙә Суфиянова һаҡлаған ҡулъяҙма мираҫ нигеҙендә төҙөп, туплап, ғәрәп яҙмаһындағы әҫәрҙәре хәҙерге уҡылышҡа тәржемә итеп “Урал мөххәбәте” тигән китабын баҫтырып сығарта. Ә инде 2007 йылда Өфө китап нәшриәте «Яҙмалар» китабын баҫып сығара, бында 1940 йылда яҙылған шиғырҙары, прозалары индерелгән.


Рәмзилә Миндеғәли ҡыҙы Хисаметдинова.
Рәмзилә Хисаметдинова 1949 йылдың 28 майында Учалы районының Сәфәр ауылында тыуған. 1966 йылда ун йыллыҡ ауыл мәктәбен уҡып бөтә. Мәктәпте тамамлағас, ауылындағы интернатҡа тәрбиәсе булып эшкә урынлаша. 1970 – 1975 йылдарҙа тәүҙә Өфөлә башҡорт дәүләт университетында, һуңынан Стәрлетамаҡ дәүләт педагогия институтында уҡый. Ошо осорҙа “Шоңҡар” әҙәбиәт түңәрәгенә йөрөй, шиғырҙар яҙа. Институтты тамамлағас, Юлдаш, Сәфәр мәктәптәрендә тел һәм әҙәбиәт уҡытыусыһы булып эшләй. Һуңынан Салауат районы Малаяҙ урта мәктәбендә уҡыта. Эшендәге ҡаҙаныштары өсөн “Рәсәй халыҡ мәғарифы отличнигы” исеменә лайыҡ була.
Рәмзилә Хисаметдинованың шиғырҙары республика матбуғатында 1965 йылда баҫыла башлай. Уның турала Таңһылыу Ҡарамышыва былай тип яҙа: “Ете төн уртаһында һикереп тороп, ут тоҡандырып, шиғыр яҙырға ултыра ине Рәмзилә. Шунан зәңгәр күҙҙәренән ап -аҡ йөҙөнә серле осҡондар сәсрәтеп, билдән түбән ҡуйы ҡуңыр сәстәрен арҡаһына ҡарап һирпеп ебәреп, илһамланып, яңы яҙған шиғырын уҡып ишеттерер ине. Темпераментлы, эске ашҡыныу, тыйылғыһыҙ дәрт менән тулы, үҙлегенән үҙлеге тыуған ниндәйҙер стихиялы шиғырҙар ине улар. Бындай илаһи мәлдәрендә, йән күкрәүҙәрендә ул ашауҙан-эсеүҙән ҡалып, йоҡлар йоҡоларынан яҙып, шиғыр артынан шиғыр яҙырға тотонор ине. Рәмзилә бер ҡасан да үҙенән аҡыллыраҡ булырға тырышманы. Уның өсөн кешегә иң кәрәк сифат - ихласлыҡ, күңеленең шар асыҡлығы һәм йән сафлығы ине. Ҡайһы ғына шиғырын алһаң да, мөлдөрәмә хистәр, алсаҡлыҡ, сабыйҙарса эскерһеҙлеге менән арбай. Рәмзиләнең көсө, ҡеүәте уның холҡонда, дөрөҫөрәге, холҡондағы тәүфиғында, иманында, тимәк, һәйбәт изгелек тәрбиәһендә. Саф, изге күңеле, таҙа уй теләге, маҡсаттары уны юғары итә, шәхси бәхеттән үргәрәк күтәрә.”
Талантлы башҡорт шағирәһе Рәмзилә Хисаметдинованың 1975 йылда “Бүләгем” исемле шиғырҙар йыйынтығы баҫылып сыға. 1981 йылда “Ирәмәл ҡыҙҙары”, 1989 йылда “Әсә һүҙе” , 1999 йылда “Һандуғас ғүмере”, 2001 йылда “Моңдоң йәне - мөхәббәт” тигән китаптары донъя күрә.
Һис икеләнмәй, Рәмзилә Хисаметдинова йондоҙо башҡорт шиғриәте күгендә һәр ваҡыт балҡып янып торасаҡ, тип раҫлап була. Ҙур түгел уның йондоҙо, әммә сағыу! Күренмәү йәки онотолоу өсөн үтә яҡты йәки үтә аһәңле уның ижады. Башҡортостандың халыҡ шағиры Мостай Кәрим , Рәмзилә ҙур күләмле мираҫ ҡалдырманы, әммә уның булған тиклем ижады ла шағирәнең талант эйәһе икәнен күрһәтеп тора. Һан менән түгел, сифат менән алдырҙы Рәмзилә. Кескәй ғүмерендә ҙур илһам менән йәшәп өлгөрҙө, тип юғары баһаланы.
Һандуғастың һайрар ғүмере ҡырҡ көн, ти халҡыбыҙ. Һайрар, ижад итер ғүмере ҡырҡ йылға ла тулмай, яҡты донъяла барлығы 46 йыл ғына йәшәп, 1995 йылдың 4 июнендә китеп барҙы арабыҙҙан иң сағыу башҡорт шағирәләренең береһе Рәмзилә Хисаметдинова. Унан мираҫ булып маһир ҡулы менән яҙылған тылсымлы ижады ҡалды. Шағирҙарға талап һәр саҡ көслө һәм ҡаты: улар ваҡлыҡтарҙан, тормош ығы- зығыһынан, кәмселектәрҙән азат булырға тейеш. Юғиһә, юғары идеалдар, саф тойғолар хаҡындағы һүҙҙәре кем йөрәгенә барып етһен дә уйҙарға һалһын, тетрәндерһен?! Башҡаларҙы борсоған уй - хистәрҙе үҙе аша үткәреп, бер йомғаҡ итеп төйнәп, тетрәндерерлек, һиҫкәндерерлек шиғри көйгә һалып яҙған үҙенең шиғырҙарын. Ул ысын мәғәнәһендә Шағирә.
Билдәле шағирә Рәмзилә Хисаметдинованың яҡты иҫтәлегенә Учалы ҡал –район хәкимиәте уның исемендәге әҙәби премия булдырҙы.
Йәшәү өсөн - ваҡыт үткәреү ят,
Ят эшһеҙлек, алйып һағышлау.
Йәшәү - күкрәк, беләк, аҡыл көсөң –
Халҡың исеменә бағышлау...
Ғәйрәтеңде күреп, башҡаларҙың
Йоҡлап ятҡан көсө уянһа,
Ҡылғаныңа үҙеңдән дә алда
Һинең өсөн илең ҡыуанһа.
Йәшәүеңде тойоп бар көсөнә
Һәр хәрәкәт, һәр бер һулышта,
Үтес һорамаҫһың иртәгәңдән,
Үткәнеңә ҡалмаҫ бурыс та.


Мөхәммәт Аллаяр улы Хәйҙәров.
Мөхәммәт Аллаяр улы Хәйҙәров Башҡортостандың Учалы районы Өргөн ауылында 1915 йылдың 7 мартында тыуған. Ете йәшендә атаһы үлгәс, ул байҙарға көтөү көтә, ҡышын Өргөн башланғыс мәктәбендә уҡый. Учалы ауылының крәҫтиән йәштәр мәктәбен тамамлағандан һуң, 1930 – 1933 йылдарҙа Белорет металлургия техникумында уҡый.
Ул 1933 – 1935 йылдарҙа Учалы районы “Шахта байрағы” гәзитенең мөхәррире булып эшләй. Башҡортостан яҙыусыларының беренсе съезында ҡатнаша. 1935 – 1936 йылдарҙа ул - “Ленинсы” гәзитендә эшсе йәштәр бүлеге мөдире. Уны, ғәйепһеҙгә ғәйепләп, ҡулға алалар. Шуның өсөн һуғышҡа ла ебәрмәй торалар.
1941 – 1945 йылдарҙа Бөйөк ватан һуғышында ҡатнаша. Элекке журналист Мөхәммәт Хәйҙәров һуғышҡа тәүҙә махсус разведка батальоны һалдаты булып инә. 1942 йылдың июнендә ҡаты яралана. Дауаланғас, полк минометчигы, расчет командиры була. Тағы яралана. Госпиталдән сыҡҡас, махсус рота составында бендеровсыларға ҡаршы һуғыша. Тағы яралана һәм һауыҡҡас, дивизияның хәрби трибуналында хеҙмәт итә. Һуғышты 4 – се Украина фронты составында Чехословакияла тамамлай. Һуғышта күрһәткән батырлыҡтары өсөн I дәрәжә Ватан һуғышы, Ҡыҙыл
йондоҙ ордендары, “Батырлыҡ өсөн” һәм башҡа миҙалдар менән наградлана.
1946 йылдан - “Совет Башҡортостаны” газетаһының үҙ хәбәрсеһе. 1949 йылда Башҡорт дәүләт педагогия институтын тамамлай. Уның “Намыҫ” исемле драмаһы газетала баҫыла. “Ирәндек”, “Һүнмәҫ мөхәббәт”, “Килмешәк”, “Беҙҙең малай”, “Азамат”, “Ҡоҙалар, ҡоҙасалар”, “Килен”, “Кейәү балаҡай”, “Ҡотло булһын туйығыҙ”, “Ярлы торна тауышы” тигән пьесалары Башҡортостандың бик күп театрҙарында сәхнәләштерелә.
М. Хәйҙәров 1956 – 1958 йылдарҙа Мәскәүҙә СССР Яҙыусылар союзы эргәһендәге Юғары әҙәби курстарҙа уҡый. М. Горький исемендәге Әҙәбиәт институтын тамамлай.
Ул 1947 йылда – Коммунистар партияһы сафына, 1954 йылда профессиональ яҙыусылар союзына ағза итеп алына.
Яҙыусының “Ике пьеса” (1959й.), “Йондоҙҙар” (1963 й.), “Күк Ирәндек буйында” (1965 й.), “Тау алмаһы” (1975 й.), “Әгәр һин булмаһаң” (1978 й.), “Уралып аға Урал” (1981 й.), “Алтын һуҡмаҡ” (1985 й.), “Китмәҫ өсөн килдек” (1994 й.) китаптары донъя күрә.


Намыҫлыны еңә алмай
Нахаҡ яла, һөргөндәр.
Ағай, һине һәр саҡ иҫләр
Яҡташтарың, өргөндәр.


Бала саҡтан ғашиҡ инең
Урмандарға, тауҙарға.
Тыуған еркәйеңде һаҡлап
Индең утлы яуҙарға.

Ижадыңды бәҫле итте
Ергә булған һөйөүең.
Һаман халыҡ хәтерендә,
Халҡым, тиеп йөрөүең,
Урмандарҙың йырын тыңлап,
Һулап икмәк еҫтәрен.
Китеп барҙың... Тел әйләнмәй
Шул һүҙҙәрҙе әйтергә.
... Рухың тере! Шул рух менән
Яҙһын мәңге йәшәргә! -
тип яҙа уның яҡташы Рамай Ҡаһир.


Ғәзим Закир улы Аллаяров.
Ғәзим Закир улы Аллаяров 1913 йылдың 1 ғинуарында Учалы районының Ураҙ ауылында тыуған.
Ғәзим Аллаяров 1933 – 1934 йылдарҙа Стәрлетамаҡ ҡалаһында совет – партия мәктәбен тамамлай. Учалы МТС-ында – политбүлек секретары, “Ударсы” район газитендә журналист булып эшләй. Совет Армияһында хеҙмәт итә. 1937 – 1939 йылдарҙа Өфө комвузын тамамлай.
Бөйөк Ватан һуғышы башланыу менән, Ғәзим Аллаяров Ҡыйғы район газетаһы редакцияһында эшләп йөрөгән еренән, үҙе теләп фронтҡа китә.
Воронеж, 2- се, 3- сө Украина фронттарында танкыла радист- стрелок, катюшала боевой ҡоролма командиры була. Ул Румыния, Болгария, Венгрия, Чкхословакия халыҡтарын фашизм ҡоллоғонан азат итеү һуғышында ҡатнаша. Һуңынан Забайкальский фронты ғәскәрҙәре сафында Оло Хинган тауҙары аша төшөп, япон самурайҙарын тар-мар итеүҙә ҡатнаша һәм Маньчжурияла, Монголия Халыҡ Республикаһында була.
Һуғышта күрһәткән батырлыҡтары өсөн Ғәзим Аллаяров ике тапҡыр “Батырлыҡ өсөн”, “Будапештты алған өсөн”, “Праганы азат иткән өсөн” һ.б. миҙалдар менән, һуғыштан һуң хеҙмәттәге уңыштары өсөн ике тапҡыр Хеҙмәт ҡыҙыл байраҡ ордены менән наградлана.

Һуғыштан һуң КПСС- тың Ҡыйғы район комитетында пропагандист, парткабинет мөдире. 1947 – 1949 йылдарҙа Өфөлә өлкә партия мәктәбендә уҡый. 1949 – 1955 йылдарҙа Ҡыйғы, Матрай, Мәләүез райкомдарының 2-се һәм 3-сө секретары вазифаларын башҡара. 1960 йылда КПСС Үҙәк Комитеты эргәһендәге Юғары партия мәктәбен тамамлай. 1955 – 1962 йылдарҙа КПСС-тың Ҡырмыҫҡалы районының 1-се секретары, 1962 – 1970 йылдарҙа – Бәләбәй районының 1- се секретары булып эшләй. Ғәзим Закир улы КПСС – тың XXII съездына делегат, БАССР Верховный Советының ике саҡырылышына депутат итеп һайлана.
Ғәзим Закир улы әҫәрҙәр яҙыуын 1930 йылдарҙа башлай. “Бер юлдан” тигән тәүге китабы 1965 йылда баҫылып сыға. “Хинган тауҙары аша” (1975 й.) әҫәрен үҙенең тормош юлынан алып яҙған, “Утлы ҡойон эсендә” (1978 й.) әҫәрендә илебеҙҙең һаҡсылары, һалдат батырлығы, яугирҙәребеҙҙең образдары һүрәтләнгән, “Үргә табан” (1967 й.) , “Һынау” (1970 й.) , “Ай урағы” (1990 й.) әҫәрҙәрендә һуғыштан һуңғы көндәлек ауыл тормошо, “ Алһыу таңдар атҡанда” (1985 й.) повесендә 30-сы йылдар комсомолецтарына һәм Магнит ҡалаһын төҙөүселәргә бағышлай.


Талха Йомабай улы Ғиниәтуллин.
Талха Ғиниәтуллин 1925 йылдың 1 майында Башҡортостанжың Учалы районы Ураҙ ауылында тыуған. Күренекле прозаик. Урыҫ телендә яҙа.
Талха Йомабай улы Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнаша. 1966 йылда Мәскәүҙә А.М. Горький исемендәге Әҙәбиәт институтын тамамлай. Ул – “Мышағыр” – “Рябиновая гора” (1964), “Минең алтын бишегем” – Золотая моя колыбель” (1984) хикәйәләре, “Ҡара баҫыу” – “Ченое поле” ( 1984 ) һәм “Йонсоу көн” – “Непогодь” ( 1986) повестар китаптары авторы. Был әҫәрҙәрендә Башҡортостандың Урал аръяғы крәҫтиәндәренең 30 – 50-се йылдарҙағы көнкүреше тасуирлана.
“Ике аҙна” – “Две недели” (1965), “Атака” (1982), “Һуғыш бөтһә” – “Вот кончится война” (1988), “Ҡурҡыу” – “Страх” (1989), “Һуғышта йөҙ аҙым” – “Сто шагов на войне” (1989) повестары Бөйөк Ватан һуғышына арналған. “Туннель” (1985), “Загон” (1990) әҫәрҙәре Ватанды һаҡлаусыларҙың һуғыштан һуңғы ауыр яҙмышын һүрәтләй. Күп хикәйәләре ( “Баҙ”, “Зыярат ҡылыу”), повестары ( “Тауҙар артында ниҙәр бар?”) автобиографик характерҙа.
Талха Йомабай улы III дәрәжә Дан ордены (1944) , I дәрәжә Ватан һуғышы (1985) ордены менән наградланған.
Талха Ғиниәтуллин Мәскәүҙә йәшәй. Уның әҫәрҙәре Әмир Әминев тарафынан тәржемә ителеп, үҙ халҡына еткерелә. Әҙиптең Мәскәүҙә, Өфөлә байтаҡ китаптары, үҙәк журналдарҙа, шулай уҡ сит илдәрҙә айырым әҫәрҙәре донъя күрә. Әйтергә кәрәк, улар ҡайҙа ғына нәшер ителмәһен, һәр ерҙә лә оло ҡыҙыҡһыныу менән ҡабул ителә.




Ниғмәт Зөлҡәрнәй улы Зөлҡәрнәев.
Зөлҡәрнәев Ниғмәт 1892 йылдың 6 мартында Учалы районының Ахун ауылында тыуған.
Ниғмәт Зөлҡәрнәев Троицк ҡалаһында “Мөхәмәҙиә” мәҙрәсәһендә уҡый, мөғәллим һөнәрен ала, ҡаҙаҡтар араһында балалар уҡыта.
1913 – 1918 йылдарҙа Кавказ фронтында, Дутовҡа ҡаршы һуғыштарҙа ҡатнаша.
Н.З. Зөлҡәрнәев талантлы педагог, тынғыһыҙ хәбәрсе генә түгел, яҙыусы һәм тарихсы ла. Ул “Айназа”, “Ахун тарихы”, “Өс шәкерт мажараһы йәки Барнаулға сәйәхәт” повестары, “Уйылып – уйылып аға Ҡыйҙышһыу” романының авторы.
Ниғмәт Зөлҡәрнәй улы Зөлҡәрнәев - Ленин ордены кавалеры, Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған уҡытыусыһы.


Шәүлиә Ниғмәт ҡыҙы Зөлҡәрнәева.
Шәүлиә Ниғмәт ҡыҙы Зөлҡәрнәева 1946 йылдың 17 майында Учалы районының Ахун ауылында уҡытыусы Ниғмәт Зөлҡәрнәев һәм медицина туташы Ғәкифә Ғиниәт ҡыҙы ғаиләһендә донъяға килә.
1963 йылда Ахун урта мәктәбен, 1968 йылда Стәрлетамаҡ дәүләт педагогия институтын тамамлай.
Уҡытыусы һөнәрен Ахун мәктәбендә башлай, аҙаҡ Күмертау ҡалаһына күсеп китә. Бында ул педагогия училищеһында рус теле һәм әҙәбиәтенән уҡыта, шулай уҡ уҡытыусылар һәм тәрбиәселәр кадрҙары әҙерләүгә ҙур өлөш индерә.
Тормош иптәше мәрхүм булғас, Шәүлиә апай Учалы ҡалаһына күсеп килә. Бында ул район газетаһы редакцияһында эшләй (1993 – 1997 йылдарҙа).
1997 йылда ул Учалы яҙыусылар ойошмаһына яуаплы сәркәтип итеп күсерелә. 1998 йылда Шәүлиә Ниғмәт ҡыҙы Рәсәй федерацияһы һәм Башҡортостан Республикаһы профессиональ журналистар Союзына ҡабул ителә.
Ш. Зөлҡәрнәева “Башҡортостан ҡыҙы”, “Ағиҙел”, “Аманат”, “Шоңҡар”, “Һәнәк”, “Ватандаш”, “Сөйөмбикә” журналдары менән
хеҙмәттәшлек итә. Башҡортостан радиоһы аша ла уның әҫәрҙәре йыш яңғырай.
Шәүлиә Зөлҡәрнәева – “Ғүмер октавалары” шиғырҙар йыйынтығы авторы. 1986 йылда Литвала сыҡҡан балалар китабында
авторҙаш, “Ҡояшлы серенада” китабы авторы. “Педагогик училищеларҙа уҡытыу программаһы” ғилми эше авторы.
Шәүлиә Ниғмәт ҡыҙы Рәмзилә Хисаметдинова исемендәге премия лауреаты.


Нәжибәк Шаһикамал улы Хафизов.
Нәжибәк Шаһикамал улы Хафизов 1921 йылдың 17 декабрендә Учалы районының Ураҙ ауылында тыуған. Ауыл мәктәбен тамамлағандан һуң, 1937 – 1941 йылдарҙа Башҡорт театр училищеһында уҡый. Ауырғазы театрында актер булып эшләй. Ул 1942 – 1947 йылдарҙа Тымыҡ океан флотында матрос булып хеҙмәт итә. Япон самурайҙарына ҡаршы һуғыштарҙа ҡатнаша. II дәрәжә Ватан һуғышы ордены һәм миҙалдар менән наградлана.
Башҡорт академия театрында актер, Башҡорт АССР- ы Министрҙар Советы эргәһендәге Сәнғәт эштәре идаралығында өлкән инспектор, 1950 – 1953 йылдарҙа Сәнғәт хеҙмәткәрҙәре профсоюзының өлкә комитеты рәйесе булып эшләй. 1954 – 1957 йылдарҙа Башҡортостан радиокомитетының әҙәбиәт һәм сәнғәт бүлеге мөдире, 1958 йылда Башҡортостан яҙыусылар союзы идараһының яуаплы сәркәтибе вазифаһын башҡара. 1961 – 1963 йылдарҙа Нәжибәк Хафизов СССР яҙыусылар союзы эргәһендәге Юғары әҙәби курстарҙа уҡый. 1963 йылдан Башҡортостан филармонияһының, һуңынан М.Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театрының директоры.
Нәжибәк Хафизов - “Күршеләр” , “Алтын финиш”, “Капитанһыҙ команда”, “Диңгеҙ тулҡындары” китаптарының авторы.

Әхмәҙиә Сәсән – заты.
Әхмәҙиә Әғзәм улы Шарипов 1931 йылдың 13 октябрендә Учалы районы Сораман ауылында тыуған.
Әхмәҙиә Шәрипов үҙ ауылында башланғыс белем ала, Наурыҙ мәктәбендә уҡый.
1961 йылдан Миндәк ҡасабаһында балта оҫтаһы, ташсы, мейес сығарыусы, склад мөдире вазифаларын башҡара.
Ижады бик үҙенсәлекле. Ул шиғырҙар, таҡмаҡтар, бәйеттәр менән бер рәттән ҡобайырҙар яҙа, көйгә һала, йырлап та ебәрә. Учалы ерендә уның сәсән исеме лә сыҡҡан.
Ә. Шәрипов – “Баллы сәскә”, “Яҙғы ташҡындар”, “Күбәләк - тиләүнәмә” китаптары авторы. Вафаты – 2002 йыл.

Рәсих Сәләх улы Лоҡманов.
Рәсих Сәләх улы Лоҡманов 1942 йылдаң 21 авгусында Учалы районының Һөйәрғол ауылында тыуған. 1959 йылда Наурыҙ урта мәктәбен, 1963 йылда Белорет педагогия училищеһын, Башҡорт дәүләт университетының тарих, Башҡортостан ауыл хужалығы институтының иҡтисад факультеттарын тамамлай.
Белорет районының Абҙаҡ мәктәбендә, ВЛКСМ-дың Белорет район комитетында бүлек мөдире, район Советы башҡарма комитетының мәҙәниәт бүлеге мөдире булып эшләй.
1968 – 1977 йылдарҙа – Белорет районы мәғәриф бүлегендә методик кабинет мөдире, КПСС район комитетының партия мәғарифы кабинеты мөдире, район Советы башҡарма комитетының мәғариф бүлеге мөдире.
1980 – 1990 йылдарҙа КПСС-тың Ҡыйғы район комитеты секретары, Учалы районының “Яйыҡ” газетаһы мөхәррире.
Расих Лоҡманов – “Почет билдәһе” ордены кавалеры. “Ямғыр көткәндә”, “Яҙғы ташҡын”, “Доктора “молчаливых” пациентов”, “На защиту Родины!”, “Выжили. Выстояли. Победили.”, “Посланники надежды”, “О них легенды не слагают”, “Человечеством правит врач” китаптар авторы.


Вил Бәшир улы Ғүмәров (Кәбир Ғүмәр)
Вил Ғүмәров 1949 йылдың 2 апрелендә Учалы районының Ҡобағош ауылында тыуған.
Вил Ғүмәров Миндәк урта мәктәбендә белем ала. Ул Магнитогорск тау – металлургия институтында уҡый, Пермь, Мурманск өлкәләрендә инженер булып эшләй. Мәскәүҙә М. Горький исемендәге Әҙәбиәт институтында уҡый.
Вил Бәшир улы “Башҡортостан” гәзитендә, “Ағиҙел” журналында, “Китап” нәшриәтендә, Стәрлетамаҡ яҙыусылар ойошмаһында эшләгән.
Вил Ғүмәров – “Тау йылғаһы” , “Ауыл көйө” китаптары авторы.


Мәүлитбай Байгилде улы Ямалетдинов.
Мәүлит Ямалетдин 1947 йылдың 5 февралендә Башҡортостандың Учалы районы Аһылай ауылында тыуа. Ҡаҙаҡҡол һигеҙ йыллыҡ мәктәбен тамамлағас, Өфө музыкаль – педагогия училищеһында уҡый. Хеҙмәт юлын Баймаҡ интернат – мәктәбендә йыр һәм музыка уҡытыусыһы булып башлай. 1968 – 1970 йылдарҙа Совет Армияһында хеҙмәт итә, унан һуң Сибай интернат – мәктәбендә һөнәре буйынса эшләй. 1972 – 1977 йылдарҙа Иҫке Сибай музыка мәктәбендә балалар уҡыта, директор вазифаһын башҡара. 1977 – 1984 йылдарҙа “Байрамғол” совхозында музыка мәктәбендә уҡытыусы, директор булып эшләй. 1985 – 1987 йылдарҙа Мәскәүҙә Юғары әҙәби курстарҙа уҡый, унан ҡайтҡас, Учалы ҡалаһының музыка мәктәбендә һәм музыка училищеһында ҡурай буйынса дәрестәр алып бара. “ Ирәмәл” башҡорт халыҡ үҙәген етәкләй. 1991 – 1996 йылдарҙа Мәүлит Ямалетдин Учалы яҙыусылар ойошмаһының яуаплы сәркәтибе вазифаһын башҡара, Өфөгә күсеп барғас, 1 йыл “Ватандаш” журналының баш мөхәррир урынбаҫары булып эшләй. 1997 – 2001 йылдарҙа Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы Секретариатында бүлек мөдире вазифаһын башҡара, ситтән тороп Башҡорт дәүләт университетын тамамлай, 2001 – 2003 йылдарҙа “Ағиҙел” журналы редакцияһында проза бүлеге мөхәррире булып эшләй.
Төрлө жанрҙағы 15 китап авторы Мәүлит Ямалетдин 1991 йылда Өфөлә уҙғарылған республика сәсәндәр бәйгеһендә 1 – се урынды яулай, И. Мырҙаҡаев призына үткәрелгән сәсәндәр бәйгеһендә лауреат, 1993 йылда Алматы ҡалаһындағы төрки поэзияһының 2- се халыҡ – ара фестивале лауреаты, “Салауат йыйыны – 2004” фольклор байрамының “Сәсәндәр бәйгеһе” лауреаты була.
Мәүлит Ямалетдин Учалы ҡалаһы һәм районы хакимиәте тарафынан булдырылған Муса Мортазин исемендәге премия лауреаты, Башҡортостандың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре.


Әҡлимә Ғиззитдин ҡыҙы Сафина.
Әҡлимә Сафина 1948 йылда Учалы районының Сәфәр ауылында тыуа. Ауыл мәктәбен тамамлағас, Учалылағы һөнәрселек училищеһында уҡый. Диплом алып, ауылына эшкә ҡайта, комсомол секретары була. Силәбе партия мәктәбендә уҡып ҡайтҡас, колхоздың профком рәйесе, ауыл Советы башҡарма комитеты рәйесе вазифаларын башҡара. Ауыл хужалығы институтын тамамлағандан һуң, Ҡыйғы район комитетында инструктор, Сәфәр ауыл хәкимиәте башлығы булып хеҙмәт итә. Әлеге көндә хаҡлы ялда булһа ла, Учалы яҙыусылар ойошмаһының яуаплы секретары эшен алып бара.
Ә. Сафина “Йәйғором зәңгәр күҙем”, “Өҙөлгән моң” китаптар авторы.


Гүзәл Габдуллаян ҡыҙы Ғәлиева
Гүзәл Ғәлиева 1955 йылдың 1 мартында Учалы районының Иманғол ауылында тыуған. Ауылда урта белем ала. 1979 йылда Башҡорт дәүләт университетының филология факультетын тамамлай. Учалы, Кушнаренко район гәзиттәрендә эшләй.
1983 йылдан Гүзәл Ғәлиева Башҡортостан Мәҙәниәт министрлығында театрҙар буйынса инспектор вазифаһын башҡара.
Талип йылдарында “Шоңҡар” әҙәби түңәрәге етәксеһе була. Ул 1984 йылда йәш яҙыусыларҙың VIII Бөтә Союз кәңәшмәһендә ҡатнаша.
1984 йылдан алып ул Дәүләт театр сәнғәте институтының (ГИТИС) театроведение факультетында уҡыта.
Гүзәл Ғәлиева башлыса балалар поэмаһы өлкәһендә уңышлы ижад итә. Шағирә “Бур бейәләй”, “Көмөш болоттар”, “Мин йәшәйем Уралда”, “Усағымда уттар һүнмәй”, “Ирәмәл итәгендә”, “Ирәмәлдең алтын тамыры” китаптары авторы.


Фәниҙә Әғзәм ҡыҙы Исхаҡова.
Фәниҙә Исхаҡова 1965 йылдың 25 июлендә Учалы районының Әй – Көсөк ауылында тыуған.
1982 йылда Мулдаҡай урта мәктәбен тамамлағас, Башҡорт дәүләт университетының филология факультетында уҡый, Шишмә районында уҡытыусы булып эшләй. 1989 – 1992 йылдарҙа Башҡортостан уҡытыусылар белемен камиллаштырыу институты хеҙмәткәре. Һуңынан “Китап” нәшриәтендә нәфис әҙәбиәт редакцияһы мөдире урынбаҫары.
Университетта уҡыған йылдарҙа уҡ уның “Ер әйләнә” поэмаһы донъя күрә. Йәш әҙибә шул осорҙа йәнә “Ваҡыт аты” балладаһын һәм “Аҡ ҡылғандар” поэмаһын ижад итә.
“Таң алдынан ҡайтырмын” повесы 1991 йылда “Ағиҙел” журналында баҫылып сыға. 1993 йылда “Аҡ ҡылғандар” исемле шиғри йыйынтығы донъя күрә. “Бүре күҙҙәре” исемле дөйөм йыйынтыҡта балалар өсөн “Йондоҙ булаһым килә” повесы ла урын ала.
Әҙибәнең “Кеше – күсермә” исемле романы 1996 йылда айырым китап булып донъя күрә.
Фәниҙә Исхакованың “Зәңгәрсәс” пьесаһы республика конкурсында хуплау премияһына лайыҡ була. Ваҡытлы матбуғатта “Йәйғор кешеһе”, “Айгүзәл”, “Аҡ тәңкәләр яуған төн ине”, “Көмөш ҡауырһын”, “Кем һин, көҙгөләге мин?” һәм “Юғалған ваҡыт” исемле фантастик повестары баҫылып сыға.


Фәрит Радик улы Хәсәнов.
Фәрит Хәсәнов 1959 йылдың 7 июнендә Учалы районының Өргөн ауылында тыуған.
Һигеҙ йыллыҡ мәктәпте ауылында тамамлағандан һуң, 1974 – 1978 йылдарҙа Сибай педагогия училищеһының башланғыс синыф уҡытыусыларын әҙерләү бүлегендә белем ала. 1985 йылда ситтән тороп БДУ – ның филология факультетын тамамлай.
Район мәктәптәрендә уҡыта, ике йыл мәғәриф бүлегендә методист булып эшләй. Һуңынан Учалы яҙыусылар ойошмаһын етәкләй.
Рәсәй һәм Башҡортостандың Журналистар союздары ағзаһы. Башҡортостан Яҙыусылар союзы ағзаһы.
Фәрит Хәсәнов “Буранды кем еңде?” , “Учалының алтын йөрәге” китаптарының авторы, “Зәйнулла ишан” китабын төҙөүсе.

Рәүеф Хәй улы Насиров.
Рәүеф Насиров 1935 йылдың 11 ноябрендә Учалы районының Ҡужай ауылында тыуған. Журналист, яҙыусы һәм рәссам, БАССР-ҙың һәм Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, Шәйехзада Бабич һәм Муса Мортазин исемендәге премиялар лауреаты.
Н. Крупская исемендәге Бөтә Союз Халыҡ ижады йортоноң Юғары курсын һәм М. Горький исемендәге Урал дәүләт университетының журналистика факультетын тамамлаған. 1960 йылдан бирле журналистикала: 1967 – 1982 йылдарҙа Учалы районының “Серп и молот” гәзитенең мөхәррире була, артабан “Башҡортостан” гәзитендә, “Ватандаш”, “Ағиҙел” журналдарында эшләй. “Тормош яҡтыра” тигән документаль – художестволы повесть һәм “Мәңге юлдаштар” исемле драма, “Бурыс” исемле повесть һәм хикәйәләр йыйынтығы авторы. Р.Н. Насиров күбекәк тыуған яҡты өйрәнеүсе ғалим – журналист булып танылған. Ул – әлегә хәтлем бик аҙ билдәле булған тарихи шәхестәр тураһындағы ҙур күләмле яҙмаларҙан тупланған “Ҡайҙан һин, Матросов?”, “Ата – бабам баҡҡан ер”, “Уҙамандарҙы эҙләйем”, “Ҡылыс ҡында килешә” тигән китаптар авторы.



Рамай Рәис улы Ҡаһиров.
Рамай Ҡаһир 1962 йылдың 19 ғинуарында Учалы районының Өргөн ауылында тыуған. Өргөн һигеҙ йыллыҡ, Учалы урта мәктәбен тамамлағас, колхозда эшләй. 1980 – 1982 йылдарҙа Совет Армияһында пограничник булып хеҙмәт итә. Армиянан ҡайтҡас, тимер юл эшсеһе була.
Уның “Төштәремдә ҡояш күрҙем”, “Аҡ ҡауырһын”, “Сиренле йорт”, “Балҡыштар”, “Тейен ҡунаҡ саҡырған” тигән китаптары баҫылып сыға.
Рамай Ҡаһир Бәләбәй ҡалаһында уҙғарылған “Илһам шишмәләре – 2002” шиғри фестивале номинанты. 2005 йылдан Башҡортостан Яҙыусылар союзы ағзаһы.


Минзәлә Нурмөхәмәт ҡыҙы Шөғәйепова.
Минзәлә Шөғәйепова 1961 йылдың 14 ғинуарында Учалы районының Ураҙ ауылында тыуған. Ауылында урта мәктәпте тамамлағас, Стәрлетамаҡ дәүләт педагогия институтында белем ала, Баҙарғол ауылында 2 йыл балалар уҡыта. 1982 – 1985 йылдарҙа Ураҙ ауылында “Урал” колхозының комсомол ойошмаһы секретары, 1985 – 1988 йылдарҙа Учалы ВЛКСМ ҡала комитетының 2-се секретары булып эшләй. Унан һуң ике йыл “Урал” колхозында партком секретары, биш йыл Ураҙ ауыл Советының хакимиәт башлығы вазифаһын башҡара. 1996 – 2000 йылдарҙа Учалы ҡалаһы һәм районының мәҙәниәт бүлеге начальнигы, 1 йыл “Яйыҡ” гәзите редакторы, 2005 йылға тиклем Учалы районы һәм ҡалаһы хәкимиәте башлығының социаль мәсьәләләр буйынса урынбаҫары булып эшләй. Һуңынан Учалы тау – байыҡтырыу комбинатында йәмғиәтселек менән бәйләнеш буйынса баш белгес.
Минзәлә Шәғәйепова ике китап авторы - “Көртмәле”, “Туған моңдар”. Шиғырҙары һәм мәҡәләләре район гәзите биттәрендә йыш ҡына баҫылып тора.


Рәмзилә Әнүәр ҡыҙы Кәлимова.
Рәмзилә Кәлимова 1953 йылдың 6 сентябрендә Учалы районының Сәфәр ауылында тыуған. Урта мәктәпте тамамлағас, хеҙмәт юлын ауыл клубында башлай. Ситтән тороп Башҡорт дәүләт университетын тамамлай, унан һуң 1973 йылда Сәфәр урта мәктәбендә өлкән пионервожатый була, 1989 йылдан хәҙерге көнгә тиклем туған мәктәбендә башҡорт теле һәм әҙәбиәтенән белем бирә. СССР-ҙың мәғариф отличнигы, Рәсәй Федерацияһының һәм Башҡортостандың журналистар союзы ағзаһы. “Һаумыһығыҙ” исемле шиғырҙар һәм хикәйәләр китабы авторы.

Фәнил Нил улы Бүләков.
Фәнил Бүләков 1980 йылда Учалы районының Иманғол ауылында тыуа. Ауылда урта мәктәпте тамамлағас, Башҡорт дәүләт университетының филология факультетын (2003) һәм Мәскәү телевидение журналистары квалификацияһын күтәреү институтын (2006) “ҡыҙыл диплом”ға тамамлай. Уҡыған дәүерҙә уҡ Башҡортостан телевидениеһына эшкә урынлашып, унда 6 йыл хеҙмәт итә. Һуңынан тыуған яғына ҡайтып, “Яйыҡ” гәзитенең хәбәрсеһе булып эшләй , мәктәп директоры, Иманғол ауыл советының хакимиәт башлығы вазифаларын үтәй.
Фәнил Бүләковтың шиғырҙары “Ағиҙел”, “Ватандаш”, “Шоңҡар” журналдарында, “Башҡортостан”, “Йәшлек”, “Яйыҡ” гәзиттәрендә баҫылып тора. “Ҡибла эҙләгәндә” китап йыйынтығы авторы.


Рәжәп Усман улы Әһлиуллин.
Рәжәп Әһлиуллин 1964 йылдың 9 ғинуарында Учалы районының Илсе ауылында тыуған. 1971 – 1981 йылдарҙа Илсе мәктәбендә уҡый.
1982 – 1984 йылдарҙа Совет Армияһында хеҙмәт итә.
1984 – 1985 йылдарҙа Учалы комбинатының автотранспорт цехында водитель булып эшләй.
1985 – 1990 йылдарҙа Силәбе политехник институтында уҡый.
1990 – 1994 йылдарҙа Межазерный ҡасабаһында Учалы комбинатының автотранспорт бүлегендә инженер булып эшләй. 1994 йылда күҙе һуҡырайыу сәбәпле пенсияға сығаралар.
1995 йылдан Межозерный ҡасабаһында киске мәктәптә “Автодело”, һуңынан физика, история фәндәрен уҡыта.
2008 йылда ВЭГУ-ның “Психолог” бүлеген тамамлай.
Тәүге шиғырҙарын 1999 йылда яҙа башлай. Шиғырҙарын рус телендә яҙа. 2001 йылда тәүге китабы “Земной Икар” донъя күрә.
2002 йылда икенсе китабы “Свет души”,
2003 йылда өсөнсө китабы “Мне кажется, что я живу давно...”,
2004 йылда дүртенсе китабы “Сонеты как готические арки...”,
2005 йылда бишенсе китабы “Мифы на современный лад”,
2006 йылда алтынсы китабы “История Древнего Востока”,
2007 йылда етенсе китабы “История Средневековья”,
2008 йылда һигеҙенсе китабы “История в сонетах”,
2009 йылда беренсе проза китабы “Мысли вслух провинциала” нәшер ителә.
Шул арала “Разум и Сердце” тигән шиғырҙар һәм сонеттар китабын баҫтыра. 2010 йылдың йәйендә “Находки и Потери” тигән йыйынтығы донъя күрә.
2010 – 2011 йылдарҙа Учалы шағирҙарының китаптарын тәржемә итә: Минзәлә Шөғәйепованың “Гадает ветер”, Әхмәт Нуретдиновтың “Чудный мир”, Эдгар Вильдановтың “Фундамент”, Рамай Ҡаһирҙың “Как солнечно мое мгновение...” һәм Миләүшә Сибәғәтуллинаның “Счастье”.
Шул ваҡытта балалар өсөн “Ручеек” тигән әҙәби кружок алып бара. Был эшенең һөҙөмтәһе итеп, 12 тиҫтә балалар ижадынан торған шиғырҙар йыйынтығы баҫтырып сығарта.

Үҙенең ҡыҫҡа ғына ғүмере эсендә 9 китап авторы.
2014 йылдың 28 февралендә 50 генә йәшендә ауырыуҙарҙан һуң үлеп ҡала.