Баш?орт теле, 6 класс. Баш?ортостан йыл?алары, к?лд?ре. Сифат тема?ын ?абатлау


Бөтә нәмә беҙҙең өсөн:Урман, күлдәр, сәхрәләр…Беҙҙең өсөн үҫә ерҙәМең-мең төрлө сәскәләр. Башҡортостан йылғалары, күлдәре Һүҙлек һүҙҙәре иң ҡиммәтлетормош йылға күл оҙонлоғокиңлеге тәрәнлегемайҙанытәшкил итәҡоя –––––––––– самый дорогойжизнь рекаозеро длинаширинаглубинаплощадьсоставляетвпадает Һыу - байлыҡ Һыу – тәбиғәттең иң ҡиммәтле байлығы.Унан башҡа тормош юҡ. Башҡортостан йылғаларға һәм күлдәргә бик бай. Беҙҙә 2000 күл, 52 ҙур йылға бар.Йылғаларҙың дөйөм оҙонлоғо 42 мең километр тәшкил итә. Бөтәһе 12725йылғаиҫәпләнә Иң ҙур йылғаларға Ағиҙел, Ҡариҙел, Дим,Әй, Һаҡмар, Йүрүҙән йылғалары инә. Ағиҙел йылғаһы Ағиҙел йылғаһыУрал тауы итәгенән (Учалы районы Яңы Хөсәйен Һәм Байһаҡап ауылдары янында) башлана. Ағиҙел - республикабыҙҙың иң ҙур йылғаһы. Ул Башҡортостан аша 1500 километр самаһы юл үтә. Өфө ҡалаһы эргәһендә Ағиҙел күпере Нөгөш, Стәрле, Ашҡаҙар, Егән, Еҙем, Ҡариҙел, Дим, Инйәр, Сөн һәм башҡа өс йөҙләп йылға ҡушылғас, Ағиҙел Кама, Волга йылғаларына ҡушылып, Каспий диңгеҙенә ҡоя. (Һүрәттә Ағиҙел менән Каманың ҡушылған ере. Урал йылғаһы (1775 йылға тиклем Яйыҡ тип атала) Башҡортостандың Учалы районында башлана, Каспий диңгеҙенә ҡоя. Уның оҙонлоғо – 2534 км.Йылғаның төп ҡушылдыҡтары: Кесе Ҡыҙыл һәм Оло Ҡыҙыл, Йәнгел,Таналыҡ,Һаҡмар йылғалары. Урал йылғаһы Ҡариҙел йылғаһы Ҡариҙел – күп һыулы йылға.Ағиҙел йылғаһыныңуң ҡушылдығы.Ул Урал тау һыртынан, Силәбе өлкәһе Ҡарабаш тауы эргәһендәге Өфө күле-нән ағып сыға.Йылғаның оҙонлоғо 918 км. Дим йылғаһы Дим йылғаһы Ағиҙелдең һул ҡушылдығы.ЙылғаФедоровка районында Стәрлебаш-Федоровка ҡалҡыулығынан башлана.Өфө эргәһендә Ағиҙелгә ҡоя.Оҙонлоғо – 556 км. Йүрүҙән йылғаһы Йүрүҙән Ҡариҙел йылғаһының һул ҡушылдығы.Йылға Ямантауҙың төнъяҡ итәгенән башлана һәм Белорет, Салауат, Дыуан,Ҡариҙел райондары ашааға.Оҙонлоғо - 404км.(Һүрәттә Салауат мәмерйәһе) Инйәр йылғаһы Инйәр йылғаһы Инйәр ҡасабаһынан 1 км. төнъяҡтараҡ Оло һәм Кесе Инйәр йылғалары ҡушылған ерҙән башлана. Инйәр – Эҫем йылғаһының һул ҡушылдығы. Оҙонлоғо – 307 км. Әй йылғаһы Әй йылғаһы Силәбе өлкәһенең Златоуст ҡалаһынан 40 км ситтә Көртмәле һаҙлығынан башлана һәм Ҡариҙел йылғаһына ҡоя.Оҙонлоғо – 549 км. Әй йылғаһы Салауат,Ҡыйғы, Дыуан, Мәсетле райондары аша аға.(Һүрәттә Әйҙә тәбиғи фонтандар) Еҙем йылғаһы Ағиҙелдең уң яҡ ҡушылдығы.Ишембай районының Ҡалмаҡ ауылынан 5 км. алыҫлыҡта башлана. Еҙем йылғаһы Белорет, Ғафури райондары аша аға.Оҙонлоғо – 215 км. Нөгөш йылғаһы Нөгөш – Ағиҙелдеңуң ҡушылдығы.Ул Белорет районы Күкҡашҡаауылынан 7 км.Алыҫлыҡта башлана.Оҙонлоғо – 235 км. Өсән йылғаһы Ул Туймазы районы Бәләбәй районы, Красная ЗаряАуылы эргәһенән башлана.Оҙонлоғо – 147 км. Ыҡ йылғаһына ҡоя Һаҡмар йылғаһы Һаҡмар Уралтау һыртының көнсығыш битләүенәнбашланып, Әбйәлил, Баймаҡ, Йылайыр, Хәйбулларайондары аша аға, Ырымбур өлкәһендә Уралғаҡушыла. Оҙонлоғо-760 км. Һаҡмарға Йылайыр,Бараҡал, Ҡаҫмарт, Эйек йылғалары ҡушыла. Эйек йылғаһы Эйек – Һаҡмарҙың уңҡушылдығы. Йылға Йылайыр районы Ҡана ауылынан 12 км.Алыҫлыҡта башланып,Күгәрсен, Ейәнсура райондары аша аға. Оҙонлоғо – 341км. Эйеккә Энәк,Оло Һүрәм ҡушыла. Кесе Һүрәм йылғаһы Кесе Һүрәм – тау йылғаһы.Ул Йылайыр районында башланып,Таҙлар ауылы эргәһендә Оло Һүрәмгә ҡушыла.Ҡушылдыҡтары – Аҙаҡлы, Оло Йылға, Әсташ, Ҡарһаҡлы, Йәлеү йылғалары. Ләмәҙ йылғаһы Ирәмәл тауы йылғаһы Усолка йылғаһы Усолка йылғаһы Ғафури районы буйлап аға.Йылғаның һыуы минераль тоҙҙарға бик бай. Күлдәр Күлдәр – ул һыу алмашыуы аҡрын барған тәбиғи һыу ятҡылыҡтары. Башҡортостанда 2 меңдән ашыу күл бар. Күлдәр Асылыгүл, Ҡандракүл, Аҡкүл, Өргөн, Ҡарағайҙы,Оло Асыуҙы, Оҙонкүл, Яҡтыкүл, Сыбаркүл, Яугүл, Мулдаҡ, Атауҙы, Талҡаҫ, Упҡанкүл, Ҡалҡан, Сыбаркүл, Суртанды күлдәре һәм башҡалар. Асылыкүл Асылыкүл – иң ҙур күл.Ул Дәүләкән районында,ҡаланан 35 км. алыҫлыҡта урынлашҡан.Күлдеңкиңлеге - 5, оҙонлоғо 8 км-ға етә.Тәрәнлеге 7 метрҙан артмай.Һыуы таҙа, әскелтем. Яҡтыкүл Яҡтыкүл (Мауыҙҙы) Башҡортостандағы иң тәрәнкүл.Ул Әбйәлил районы Асҡар ауылынан 28 км.алыҫлыҡта урынлашҡан.Күл өҫтөнөң майҙаны 7,7 км., оҙонлоғо 4,17 км., иң тәрән урыны 28 метр. Мулдаҡ күле Мулдаҡ күле Әбйәлил районында урынлашҡан.Күлдең диаметры - 3 км., майҙаны – 8 кв.км.Һыуы тоҙло, шуға күрә балығы юҡ. Талҡаҫ күле Талҡаҫ күле Баймаҡ районында Ирәндек тауы һыртының көнбайыш өлөшөндә урынлашҡан.Күлөҫтө майҙаны-3,9 кв.км., иң тәрән урыны-12 метр. Ҡандракүл Ҡандракүл Туймазы районының Ҡандра-Әмин ҡасабаһынан 5 км. алыҫлыҡта ята Ҙурлығы яғынан Ҡандракүл республикала икенсеурында тора.Күл өҫтөнөң майҙаны –15,6 кв.км., иң тәрән урыны – 15,7 метр.Һыуы сөсө, тоноҡ. Ҡалҡан күле (Учалы районында) Упҡанкүл (Нуриман районында) Өргөн күле Ауыш күле (Учалы районында) Минең тыуған ҡырҙарым,Балдай татлы һыуҙарым,Яландарым, урманым,Күккә ашҡан Уралым,-Минең изге төйәгем,Һеҙҙе һөйә йөрәгем. С.Юлаев. Йылғалар: Ағиҙел, Ҡариҙел, Дим, Әй, Һаҡмар, Йүрүҙән, Нөгөш, Стәрле, Ашҡаҙар, Егән, Еҙем, Ҡариҙел, Дим, Инйәр, Сөн, Урал (Яйыҡ), Өсән. Күлдәр: Асылыкүл, Ҡандракүл, Аҡкүл, Өргөн, Ҡарағайҙы, Оло Асыуҙы, Оҙонкүл, Яҡтыкүл, Сыбаркүл, Яугүл, Мулдаҡ, Атауҙы, Талҡаҫ, Упҡанкүл, Ҡалҡан, Сыбаркүл, Суртан күле. Күл тамсынан йыйыла. Тамсы тамып, күл яһай, тин йыйылып, һум яһай.  Тамсы тама-тама – күл була.  Күленә ҡарап ҡамышы. Ил төкөрһә, күл булыр. Мәҡәлдәр Ҡәҙерле балалар!Йылға-күлдәребеҙҙе һаҡлайыҡ, һыуға сүп-сар, быяла ватыҡтары ташламайыҡ! Ял итергә барған саҡта, яр буйҙарын йыйыштырайыҡ, үҙебеҙҙән һуң да таҙа ҡалдырайыҡ