Рабочая программа 7 класса по башкирской литературе


Аңлатма яҙыу
Башҡорт әҙәбиәтенән 7-се класҡа 2015-2016 уҡыу йылына эш программаһы түбәндәге документтар нигеҙендә төҙөлдө.
Норматив документтар:
Бирелгән башҡорт теленән эщ программаһы Башҡортостан Республикаһы Мәғариф министрлығы тарафынан тәҡдим ителде. 7-се класс өсөн башҡорт әҙәбиәтенән 2015-2016 уҡыу йылындағы эш программаһы авторҙары М. Ғ. Ғималова, Ғ Б. Хөсәйенов, А. Байғарин нигеҙендә төҙөлдө. Дәреслектең авторҙары- М. Ғ. Ғималова, Ғ Б. Хөсәйенов, Өфө:Китап, 2008
Региональ кимәлдәге документтар:
“Башкортостандың мәғариф законы” ( 29.12.2007 N 515-з, от 28.02.2008 N 540-з)
Белем биреү учреждениеһы кимәлендәге документтар
Башҡортостан Республикаһы Белорет районы муниципаль район хакимиәте Шығай ауылы белем биреү мәктәбе муниципаль мәғариф бюджет учреждениеһының башҡорт кластары өсөн төп белем биреү программаһы (бойороҡ № 43, 20.05.2011 йыл.)
Программа кимәле: базис
Шығай урта мәктәбенең уҡытыу планы (бойороҡ №84, 28.08.2015 йыл).
7- се класта башҡорт әҙәбиәтендә өйрәнеү һәм уҡыу процесында социаль тәжрибә туплау уҡыу программаһы нигеҙендә тормошҡа ашырыла. Аҙнаһына 2 сәғәт, йылына 68 сәғәт өйрәнелә.
Туған әҙәбиәт курсы башҡорт әҙәбиәте тарихынан,иң күренекле яҙыусыларҙың ижадын өйрәнеп системалы белем биреүҙе маҡсат итеп ҡуя. Әҙәбиәт тәрәнәйтелеп өйрәнелә.Шулай уҡ әҙәби-теоретик төшөнсәләрҙең күләме,телмәр үҫтереү дәрестәре, ятлау һәм кластан тыш уҡыу өсөн әҫәрҙәр исемлеге күрһәтелгән,әҙәбиәтебеҙ үҫешенә ҙур өлөш индергән күренекле яҙыусылар һәм уларҙың әҫәрҙәре индерелгән.
6-се класҡа тематик планды үрҙә күрһәтелгән программа һәм дәреслектәргә таянып төҙөлдө. Шулай уҡ ҡайһы бер темаларға сәғәт һаны икенсе темаларҙан алып өҫтәлде. Был бөтә үҙгәрештәр уҡыусыларҙың аң-белем даирәһен киңәйтеү,әҫәрҙәрҙе, темаларҙы яҡшыраҡ үҙләштереү маҡсатынан сығып эшләнелде.
Маҡсат һәм бурыстары:
Әҙәбиәт үҙе өс элементтан тора. Ул, беренсенән, әҙәби әҫәрҙең үҙен уҡып үҙләштереү өсөн һайланған текстарҙы, яҙыусылар ижадын, икенсенән, әҙәбиәт тарихы һәм теорияһын, өсөнсөнән, тел ғилеме буйынса мәғлүмәттәрҙе үҙ эсенә ала. Уларҙы ойоштороп белем биреүҙә донъяға фәнни ҡараш формалаштырыу, эстетик тәрбиә биреү, логик һәм образлы фекерләү, телмәр мәҙәниәтен үҫтереү бурыстары хәл ителә. Йәш быуынды халҡыбыҙҙың хәрби һәм хеҙмәт традицияларына тоғролоҡ рухында тәрбиәләүҙә, эстетик зауыҡ, хеҙмәткә дөрөҫ ҡараш, үҙ-ара аралашыу, милләт-ара мөнәсәбәттәр булдырыуҙа тел һәм әҙәбиәт дәрестәре төп һәм мөһим урында тота.
«Әҙәбиәт» фәнен өйрәнеүҙең төп маҡсаттары булып түбәндәгеләр тора:
-донъяға гуманистик ҡарашы, милли уҙаңы һәм дөйөм Рәсәй гражданлығы уҙаңы, патриотизм тойғоһона эйә булған, рухи үҫешкән шәхес формалаштырыу;
-шәхестең уңышлы социализацияһы һәм үҙ-үҙен реализациялау өсөн кәрәк булған интеллектуаль һәм ижади һәләтлеген үҫтереү;
-уҡыусыларҙың башҡорт, рус һәм донъя әҙәбиәтенең ҙур ҡаҙаныштарын аңлауы, уларҙы уҡыу һәм анализлау, һүҙ сәнғәтенең образлы фекерләүгә нигеҙләнеүен, художестволы форма һәм йөкмәтке берлеген, сәнғәттең тормош менән бәйле, тарихи булыуын аңлауы;
-художестволы тексты уҡыу, комментарий биреү, анализлау күнекмәләрен этап менән эҙмә-эҙлекле формалаштырыу;
-художестволы текста йәки башҡа теләһә ниндәй телмәрҙә һалынған мәғәнәлерҙе аңлау алгоритмдарына эйә булыу, үҙеңдең текстыңды төҙөү, уҡылған әҫәр тураһында шәхси баһаңды һәм фекереңде еткерә белеү;
-дөйөм уҡыу күнекмәләренә һәм универсаль уҡыу эшмәкәрлегенә эйә булыу (эшмәкәрлектең маҡсатын билдәләү, уны камиллаштырыу, библиографик эҙләнеүҙәрҙе тормошҡа ашырыу, төрлө сығанаҡтарҙан кәрәкле мәғлүмәттәрҙе табыу һәм уны эшкәртеү, интернет менән файҙаланыу һ. б.).
Уҡыу курсының йөкмәткеһе
7-се класта әҙәбиәт уҡытыу халыҡ ижадының йырҙар,сеңләүҙәр темаһы менәнбашланып,С.Юлаев,М.Аҡмулла,М.Ғафури,Ш.Бабич,Д.Юлтый,Һ.Дәүләт-шина,Р.Ниғмәти ижадтарын үҙ эсенә ала.
7-се класта халыҡ ижадының “Ҡобайырҙар”темаһы ҙур ғына урын алып тора.
Әҙәбиәтте өйрәнеү Шафиҡ Әминев,Мөхәмәт пәйғәмбәрҙең “Ҡөрьән” китабы хаҡында белешмә биреүҙән башлана,тарихилыҡ принцибын тормошҡа ашырыуҙа ҙур әһәмиәткә эйә булған Ғәли Ибраһимовтың “Кинйә» романынан өҙөк,Б.Бикбайҙың “Ер” поэмаһы , “Ҡаһым түрә” әҫәрҙәрен өйрәнеү күҙ уңында
тотолған.Әҙәбиәттең һуңғыраҡ осорҙо сағылдырған Р.Ниғмәти,М.Кәрим,Н.Мусин әҫәрҙәрен өйрәнгәндән һуң Р.Ғарипов,Б.Бикбай,Т.Ғиниәтуллин,Р.Назаров,Ҡ.Аралбай,Ф.Туғыҙбаева ижад-
тарын өйрәнеү юлы менән бөгөнгө әҙәбиәттең төп һәм мөһим үҙенсәлектәрен
өйрәнеү мөмкинлеге тыуа.
Әҫәрҙәр тарихи хронологик принципта өйрәнелә.
Ятлау өсөн әҫәрҙәр.
Башҡорт халыҡ йырҙары:”Урал”,”Салауат”,”Азамат”,”Илсе Ғайса”,”Ҡолой кантон”
С.Юлаев.»Тыуған илем”,”Уралыма”
М.Ғафури.”Мин ҡайҙа?”,”Үҙем һәм халҡым”,”Гөлдәр баҡсаһында”
Аҡмулла.”Аттың ниһен маҡтайһың?”
Һ.Дәүләтшина.”Айбикә” хикәйәһенән өҙөк
М.Кәрим.”Айгөл иле” драмаһынан өҙөк( уҡытыусы һайлауы буйынса)
Р.Ниғмәти.”Йәмле Ағиҙел буйҙары” поэмаһынан өҙөк
Р.Өмөтбаев.”Атлы башҡорт” әҫәренән өҙөк
Кластан тыш уҡыу өсөн әҫәрҙәр
М.Ғафури.”Тормош баҫҡыстары”,”Ант”
С.Агиш.”Әхмәҙулла”
К.Мәргән.”Ҡариҙел”
Ғ.Хөсәйенов.”Батырҙар ҡиссаһы”
З.Биишева.”Салауаттың һуңғы монологы”
И.Ғиззәтуллин.”Яңынан сафта”,”Үлгәндән һуң утыҙ йыл”
А.Игебаев.Шиғырҙар.Поэмалар
Ә.Вахитов.”Шәжәрә”
Д.Бүләков.”Ауылымдың аҡ өйҙәре”,”Килмешәк”
Ш.Анаҡ.”Моңдар иле”
С.Злобин.”Салауат Юлаев”
Я.Хамматов.”Төньяҡ амурҙары”
Н.Мусин.”Кеше һуҡмағы”
7-се класс уҡыусыларының белем һәм күнекмәләренә төп талаптар:
Уҡыусылар түбәндәгеләрҙе белергә тейеш:
-өйрәнелгән әҫәрҙәрҙең авторын ,исемен,мәғәнәһен;
-өйрәнелгән әҫәрҙәрҙең төп темаһын,композицион үҙенсәлектәрен;
-өйрәнелгән әҫәрҙәрҙәге ваҡиғаларҙы һәм геройҙарын;
-әҙәби процесс, художестволы әҙәбиәттең теле,тип,прототип,роман-эпопея,лирик герой,тема кеүек төшөнсәләрҙе;
-драматик һәм лиро-эпик әҫәрҙәрҙең характерлы үҙенсәлектәрен;
-ятлау өсөн тәҡдим ителгән әҫәрҙәрҙең текстарын.
1-се төр күнекмәләр:
-яҙыусы һүрәтләгән художестволы картиналарҙы уйлап күҙ алдына баҫтырыу;
-өйрәнелгән әҫәрҙең эпизодтарын айырып күрһәтә белеү;
-әҫәр геройҙарын ҡылыҡһырлай,бер-береһе менән сағыштыра белеү;
-телдең өйрәнелгән һүрәтләү сараларын билдәләй белеү;
-эпик һәм лирик ,лиро-эпик,драматик әҫәрҙәрҙе ҡыҫҡаса анализлай белеү;
-художестволы,фәнни,публицистик әҫәрҙәрҙе айыра белеү;
-проблемалы һорауҙар ҡуя белеү һәм яуап эҙләү;
2-се төр күнекмәләр:
-төрлө стилдәге текстарҙы дөрөҫ,етеҙ итеп ҡысҡырып уҡыу;
-художестволы әҫәрҙәрҙе тасуири уҡыу;
-әҫәрҙәрҙе йәки уларҙың өҙөктәрен ҡыҫҡартып һөйләп биреү(телдән йәки яҙма);
-өйрәнелгән әҫәр буйынса телдән йәки фекер йөрөтөү характерындағы инша төҙөү;
-әҫәрҙәргә план төҙөү.
-һүҙлектәр менән эш итеү;
-төрлө темаларға әңгәмә алып барыу,текстар төҙөү;
-бирелгән темаларға эҙләнеү эштәре алып барыу,конспекттар төҙөү,сығыштар яһау;
-әҙәби,сәнғәт әҫәрҙәренә яҙма йәки телдән баһалама бирә белеү.

Ойоштороу процесы.
№ Темалар Прогр.б-са/
үҙгәртел.(планл.) тестар иншалар
М.Ямалетдинов,Ғ.Дәүләди 1/1 И .Бураҡаев тормошо,ижады 2/2 Ғ.Хөсәйенов 4/4 1
Б.Рафиҡов 4/4 1 1
Я.Хамматов 4/4 1
Башҡорт халыҡ ижады.Йырҙар,риүәйәттәр,сеңләүҙәр. 7/7 1
“Ерәнсә сәсән” әкиәте 2/2 С.Юлаев 2/2 1 1
“Йәнтүрә”хикәйәһе 1/1 М.Аҡмулла 3/3 1 М.Ғафури 2/2 Ш.Бабич 3/3
Д.Юлтый 3/3 1
Һ.Дәүләтшина 3/3 Р.Ниғмәти
М.Кәрим
Р.Өмөтбаев
Үтелгәндәрҙе ҡабатлау
Кластан тыш уҡыу 2/2
4/4
4/4
3
5
Бөтәһе 70/70 4 5

Материаль-техник ҡулланмалар.
телевизор;
видеомагнитофон;
магнитофон;
мультимедиапроектор;
электрон таҡта:                        
 
Белем биреүҙә файҙаланылған әсбаптар һәм методик ҡулланмалар:
Башҡорт теле (5-9) һәм әҙәбиәтенән 5-11) тест һорауҙары.И.Ә.Шарапов.Өфө-2006
Башҡорт телен һәм әҙәбиәтен заманса уҡытыу.Уҡытыусылар өсөн
ҡулланма.М.И.Баһауетдинова,Г.Н.Йәғәфәрова,Өфө,Китап,2009.
3. Башҡорт теле һәм туған әҙәбиәт дәрестәрен үҙ-ара бәйләнештә уҡытыу.М.Б.Юлмөхәмәтов, Өфө-2008
4. Башҡорт теле,башҡорт әҙәбиәте .Электрон дәреслектәр.7-9,10-11, педколледждар өсөн.
5.Әҙәбиәт уҡытыу методикаһы.Б.Б.Ғафаров.Өфө,Китап,2008
№ Темалар
Сәғәттәр Әҙәбиәт теорияһы Үткәреү ваҡыты Практик эштәр Күргәҙмәлелек
№ Темалар
Сәғәттәр Әҙәбиәт теорияһы Үткәреү ваҡыты Практик эштәр Күргәҙмәлелек
1 Инеш. Мәүлит Ямалетдинов “Көрәш, кеше” 1 Шиғыр Яҙыусы тураһында белешмә биреү. Шиғырҙың идея-тематикаһы. Тасуири уҡыу күнекмәләре. Әҙәби портрет
2 Ғ.Дәүләди “Ҡоролтайға барам” 1 Поэма Йыйынтыҡҡа ингән поэмалар менән танышыу. “Оран һала Ер-әсә”. Ер-әсә образы 3 И.Бураҡаев “Башҡорт көсө” 1 Хикәйәт Әҫәрҙә сағылдырылған осор, торғонлоҡтан ҡотолоу өсөн көрәшкә саҡырыу идеяһы. Дошман ҡулына эләккән башҡорт яугирҙарының рухи ныҡлығы, ғәҙеллеккә, туғанлыҡҡа, берҙәмлеккә тоғролоғон тасуирлау. Образдарға характеристика. 4 Образдарға характеристика 1 5
6 Ғ.Хөсәйенов “Ете ырыу”
“Ете ырыу” әҫәренә анализ 2 Хикәйәт Яҙыусының биографияһы әҫәрҙәрҙә тарихҡа аңлатма биреү, халыҡтың тормош-көнкүреш, социаль һәм милли-колониаль иҙеүгә ҡаршы көрәшен һүрәтләү, аҡһаҡалдар, ил батырҙары, Алдар батыр образын һүрәтләү. Кире образдар. Әҙәби портрет
6 Ғ.Хөсәйенов. “Алдар батыр ҡиссаһы” 1 Ҡисса 7 Алдарға характеристика 1 8 Булат Рафиҡов “Эйәрләнгән ат” 1 Тарихи фараз Әҫәрҙә сағылдырылған осор. Тарихи фараздың жанр үҙенсәлектәре. Рогервик крепосы тотҡондары Салауат, Юлай Аҙналиндың тормош-көнкүреш һәм Башҡорт иле- Ҡаратауҙа йәшәгән урман ҡарауылсыһы Аҡман, ул тәрбиәләп үҫтергән Етембайҙың фажиғәле яҙмыштарын һәм һәләкәтен тасуирлау. Образдарға характеристика. Газета-журнал материалдары.
9 “Эйәрләнгән ат” 1 11 “Эйәрләнгән ат”
Образдар системаһы 1 12 “Эйәрләнгән ат”әҫәренә анализ 1 131415 Я.Хамматов “Төнъяҡ амурҙары”
Һуғыш башландыҺалдаттарҙың немец яҙыусыһы менән осрашыуы 3 Роман Яҙыусының биографияһы.Романда башҡорт халҡының 20 быуат башындағы тормошон һүрәтләү. 1812 йылғы Ватан һуғышында башҡорт ғәскәрҙәренең күрһәткән батырлыҡтарын сағылдырыу. Башҡорт яугирҙарының Кутузов менән, немец яҙыусыһы Гете менән осрашыуы. Ҡаһым түрә, Буранбай образдары. Әҙәби портрет
16 Әҫәрҙәргә анализ биреү 1 17 Ғ.Хөсәйенов “Батырҙар ҡиссаһы”. Синыфтан тыш уҡыу 1 18 Башҡорт халыҡ ижады 1 4-5 синыфтарҙа үтелгәндәрҙе ҡабатлау. Фольклор һүҙенә төшөнсә биреү. Әкиәт, йомаҡ, бәйет, таҡмаҡ, йырҙарҙы ҡабатлау, иҫкә төшөрөү. Тарихи ваҡиғалар, хәрби поход, һуғыш тураһында йырҙар һәм риүәйәттәр. “Урал”, “Эскадрон”, “Йәйләүлек”,” Азамат”, “Салауат”, “Салауат телмәре” риүәйәте,” Любизар”, “Әхмәт байыҡ”, “Ҡаһым түрә”. Халыҡ ижады өлгөләре. Магнитола
19 Тарихи риүәйәттәр, йырҙар. 1 Риүәйәт, йырҙар 20 Баструкка йәки һөргөнгә ебәрелгән кешеләр тураһында йырҙар, риүәйәттәр 1 “Буранбай” йыры, “Буранбай” риүәйәте, “Бейеш” риүәйәте һәм “Бейеш” йыры. 21 Түрәләр тураһында йырҙар 1 “Ҡолой кантон”, “Абдулла ахун”, “Тәфтиләү” йырҙары. Власть кешеләренән зарланыу, уларға нәфрәт белдереү йырҙары. 22 Ҡатын-ҡыҙҙар яҙмышы тураһында йырҙар 1 Йырҙар Ҡатын-ҡыҙ яҙмышы менән бәйле йырҙарҙың тарихы, риүәйәттәре менән танышыу.“Зөлхизә”, “Ғилмияза”,”Таштуғай” риүәйәттәре. 23 Йырҙар темаһын йомғаҡлау. 1 Йырҙар тураһында белгәндәрҙе системаға һалыу, ҡабатлау, фонояҙма тыңлау. Магнитола
24 Ғ.Хөсәйенов “Ҡурай” (үҙ аллы уҡыу өсөн) 1 Тасуирлама Ҡурай менән бәйле дәрестәр үткәреү. Ҡурай моңоноң тәҡдире. Магнитола
25 Композитор Хөсәйен Әхмәтов (үҙ аллы уҡыу өсөн) 1 Композитор тураһында материалдар туплау. Йырҙарын өйрәнеү. Әҙәби портрет
26
27 Сеңләүҙәр 2 Сеңләүҙәрҙең туй йолаһы бәйләнгән булыуы, уларҙа элекке башҡорт ҡатын-ҡыҙҙарының айыр яҙмышы, хоҡуҡһыҙ хәле һәм ризаһыҙлығы менән бергә сеңләү жанрының да бөтөүе. Үткән тормоштоң ҡомартҡыһы булыу яғынан сеңләүҙәрҙең әһәмиәте. 28
29 “Ерәнсә сәсән” әкиәте 2 Гипербола Ерәнсә сәсән образы. Халыҡ ижадын йомғаҡлау. Һөйләм телмәре өҫтөндә эш. 30 Салауат Юлаев 1 Импровизатор, импровизация, метафора, эпитет, сағыштырыу. С.Юлаевтың биографияһы. Батыр юлбашсыһы, Пугачевтың яҡын ярҙамсыһы булыуы.Салауат- шағир- импровизатор. Һүрәттәр, газета-журналдар материалдары
31 “Тыуған илем”, “Уралым”, “Егеткә” шиғырҙары 1 32 Синыфтан тыш уҡыу. З.Биишева “Салауаттың һуңғы монологы”. 1 Монолог Әҫәрҙә сағылдырылған осор. Салауат образы 33 Р.Ишбулатовтың “Буйһонмаҫ ихтыяр” исемле картинаһы буйынса инша 1 Картинаны өйрәнеү, тасуирлау, яҙма эш төрөн башҡарыу. Салауат образына ҡылыҡһырлама биреү. План төҙөү. Ижади фекерләү ҡеүәһен үҫтереү. Репродукция картина.
34 В.Зефиров “Йәнтүрә” хикәйәһе. 1 Хикәйәне Зефиров тарафынан яҙып алыныуы. 1812 йылғы Ватан һуғышында башҡорт ҡатын-ҡыҙҙарының ҡатнашыуы. Йәнтүрә, Аҫылбикә образдары. 35 М.Аҡмулла тормошо һәм ижады. “Башҡорттарым, уҡыу кәрәк”. 1 Аҡмулланың тормош юлын, ижадын өйрәнеү. Әҙәби портрет, газета-журналдарҙан материалдар.
36 “Дуҫлыҡ”, “Нәфсе”, “Аттың ниһен маҡтайһың?”, “Өлгөр һүҙ” 1 Шиғырҙарҙа сағылдырылған осор, мораль-этик проблемалар. 37 М.Ғафури “Үҙем һәм халҡым”, “Мин ҡайҙа?”, “Гөлдәр баҡсаһында” 1 Яҙыусының ҡыҫҡаса биографияһы, шиғырҙарҙа хеҙмәткә дан йырлау, хеҙмәт кешеләренең генә маҡтауға лайыҡлы булыуын күрһәтеү. Әҙәби портрет
38 Синыфтан тыш уҡыу. М.Ғафури “Тормош баҫҡыстары” 1 39 Шиғыр төҙөлөшөн өйрәнеү. 1 Шиғыр төҙөлөшө, рифма, ритм, лирик, эпик әҫәрҙәр, строфа. Уҡыусыларҙы шиғыр яҙырға өйрәтеү, ылыҡтырыу. Өлгөлө шиғырҙарын балалар матбуғаты баҫмаларына ебәреү. Әҙәиәт теорияһы
40 Ш. Бабич “Салауат батыр” 1 Йәш шағир Ш.Бабичтың тормош һәм ижад юлын өйрәнеү. Батырға хас сифаттарҙы данлау, ул ҡалдырған аманатҡа тоғролоҡ идеяһын сағылдырыу. Ҡурай образы аша башҡорт халҡының тормош-көнкүреш, данлы тарихын, тәбиғәтен, моң-зарын тасуирлау. Әҙәби портрет. Шиғырҙар китабы, Р.Бикбаев, Ш. Бабич.
41 “Зәки- Башҡортостандың терәге”,”Ҡурайҡайға” шиғырҙары. 1 42 Д.Юлтый “Тимеркәй фәлсәфәһе”. 1 Д.Юлтыйҙың ҡыҫҡаса биграфияһы. Әҫәрҙең йөкмәткеһе. Әҫәрҙә ябай кешенең фажиғәле яҙмышын, эске донъяһын, уй-кисерештәрен сағылдырыу. Тимеркәй образы. Уның донъя тураһындағы уй-тойҡғоларын, һуғышҡа ҡаршы протесының үҫә барыуын кәүҙәләндереү. Сәми образы. Ауыл байы Ҡотлояр образында кешелекһеҙлек һыҙаттарын күрһәтеү. 43 Д.Юлтый “Тимеркәй фәлсәфәһе” 1 44 “Тимеркәй фәлсәфәһе” әҫәренә анализ 1 45 Рәссам Ҡасим Дәүләткилдиев “Башҡорт һунарсыһы” картинаһы буйынса инша 1 Картинаны өйрәнеү, һүрәтләү. Яҙыу телмәре өҫтөндә яҙма эш башҡарыу. Картина
46
47
48
49 Һ.Дәүләтшина “Айбикә” повесы.
Айбикә образы.
Күтәрелгән проблемалар.
“Айбикә” әҫәренә анализ. 4 Образ, персонаждар характеры, портрет, юмор, повесть, сатира. Яҙыусының биографияһы, “Айбикә” повесында ауылдарҙы социалистик нигеҙҙә үҙгәртеп ҡороу өсөн алып барылған көрәш, был көрәштә әүҙем ҡатнашыусы ҡатын-ҡыҙ образын һүрәтләү. Хикәйә теленең байлығы. Образдарға характеристика. Әҙәби портрет. Газета-журналдарҙан материалдар.
50
51 Р.Ниғмәти “Йәмле Ағиҙел буйҙары”.
Поэманың художество үҙенсәлектәре 2 Ағиҙел образында башҡорт халҡының данлы тарихи үткәндәрен, ауыр яҙмышын, үҙ азатлығы өсөн быуаттар буйы көрәшеүе һәм бәхетле тормошҡа сығыуына ышанысын тасуирлау. Поэманың художество үҙенсәлектәре. Халыҡ ижады традициялары. 52 Әхмәт Лотфуллин / үҙ аллы уҡыу өсөн/ 1 53
54
55
56 М.Кәрим “Айгөл иле” драмаһы“Айгөл иле” драмаһында образдар системаһыАйгөлдөң әсәһен табыуы“Айгөл иле” әҫәренә анализ биреү 4 Драма, сюжет һәм уның элементтары. Яҙыусы тураһында белешмә. Драманың йөкмәткеһе, темаһы, идеяһы. Айгөл, Ричард Галин, Йәғәфәр образдарында халыҡҡа хас гүзәл сифаттарҙың сағылышы. Драманың художество үҙенсәлектәре. Драма әҫәрҙәренә анализ тәртибе. 57 Р.Өмөтбаев “Атлы башҡорт” (1-7) 1 Әҫәрҙә Ватан һуғышы осорондағы һуғыш ваҡиғаларын, батыр яугирҙар һәм ат образдарын һүрәтләү, тасуирлау. 58 “Атлы башҡорт” (7-10) 1 59 “Атлы башҡорт” (10-11) 1 60 “Атлы башҡорт” әҫәренә анализ, йомғаҡлау. 1 61 С.Агиш. Әхмәҙулла.Синыфтан тыш укыу. 1 Йөкмәткеһен үҙләштереү. Әхмәҙулла образы. 62 Ишмулла Дилмөхәмәтов /үҙ аллы уҡыу өсөн/ 1 Ҡурайсы тураһында белешмә биреү, һөйләү телмәрен үҫтереү. Альбомдар, һүрәттәр
63
64 Д.Бүләков “Ауылымдың аҡ өйҙәре”.Образдарҙы ҡылыҡһырлау. Синыфтан тыш уҡыу. 2 Повесть Яҙыусы хаҡында белешмә биреү. Әҫәрҙең идея-тематикаһы, образдар бирелеше. 65
66 К.Мәргән “Ҡариҙел”.“Ҡариҙел” әҫәренә анализ. 2 Тасуирлау, повесть “Ҡариҙел” повесының идея-тематикаһы, удожество үҙенсәлектәре, образдар системаһы. Сюжет элементтары буйынса тикшереү.
67 Уҡыу темпын тикшереү 1 Йыл буйына үтелгәндәрҙе ҡабатлау, системаға һалыу, дөйөмләштереү, тестар үткәреү, уҡыусыларҙың белемдәрен баһалау. 68
69
70 Үтелгәндәрҙе ҡабатлауТестар үткәреүЙомғаҡлау 3