Тимер??ле Килм?х?м?товты? тормошо ??м ижадына бай?ау


Үҙе генә һалған юлдарҙан

…Кәүҙәһен тура тотоп, етеҙ атлап, аудиторияға килеп инә лә, бер ниндәй ҡағыҙға ҡарамайынса, көр тауыш менән лекцияһын башлап ебәрә. Ораторлыҡ һәләте менән арбай ҙа барлыҡ иғтибарҙы үҙенә йәлеп итә. Ғәжәйеп хәтер, фекер теүәллеге, бай мәғлүмәт уҡытыусыға хөрмәтте, лекцияға ҡыҙыҡһыныуҙы арттыра. Шуға күрә 45 минут ваҡыт һиҙелмәйенсә үтеп тә китә…
Тимерғәле Килмөхәмәтовты БДУ-ның филология факультетын төрлө йылдарҙа тамамлаған әллә күпме студенттар ана шундай тәрән белемле, киң эрудициялы, талапсан, шул уҡ ваҡытта ихлас уҡытыусы итеп белә. Ә инде фән донъяһында ул эшһөйәр ғалим, танылған әҙәбиәт белгесе булараҡ билдәле. Бихисап китап уҡыусылар Тимерғәле Килмөхәмәтов тигәндә хикәйәләр, повестар оҫтаһы булған яҙыусы-прозаикты күҙ алдына баҫтыра. Гәзит-журнал, радио-телевидение хеҙмәткәрҙәре уны, журналистар әҙерләүсе булараҡ, үҙҙәренең остазы тип һанай. “Шоңҡар” әҙәби түңәрәгендә шөғөлләнеп, бөгөн шағир, йә яҙыусы булып танылған әҙиптәр ҙә әҙәбиәт майҙанына ныҡлы аяҡ баҫыуҙары менән үҙҙәренең Тимерғәле Килмөхәмәтовҡа бурыслы булыуҙарын һис йәшермәй.
Вуз уҡытыусыһы, әҙәбиәт ғалимы, әҙәби тәнҡитсе, журналист, яҙыусы, йәмәғәт эшмәкәре… Ошоларҙың барыһы ла бер кешенең - Тимерғәле Килмөхәмәтовтың күп яҡлы эшмәкәрлеген билдәләй. Фән өлкәһендәге юғары ҡаҙаныштары өсөн ул Рәсәй Фәндәр академияһы Президиумы ҡарары менән Дәүләт фәнни стипендияһына һәм Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған фән эшмәкәре исеменә лайыҡ булды. Уҡытыусылыҡ эшмәкәрлеге Рәсәй Федерацияһының юғары профессиональ белем биреүҙең маҡтаулы хеҙмәткәре тигән мәртәбәле исем менән билдәләнде. Әҙәбиәт өлкәһендәге уңыштары Мөхәмәтсәлим Өмөтбаев һәм Зәйнәб Биишева исемендәге премиялар менән баһаланды.
Лайыҡлы рәүештә дан-шөһрәт ҡаҙанды, юғары үрҙәр яуланы, әммә Тимерғәле Килмөхәмәтов, шуларҙан башы әйләнеп, һис кенә лә танау сөймәне, һәр ваҡыттағыса ябай, ихлас, киң күңелле булып ҡала алды. Шуға күрә лә уға күберәк “Тимерғәле ағай” тип халыҡса өндәшәләр икән, һис аптырарлыҡ түгел. Был - кешегә үҙ итеп ҡарау, ихтирам билгеһе. Тимәк, халыҡ уны ярата, хөрмәт итә.
Бер саҡ Өфөгә барырға юлланып йөрөйөм. Ауылдашым Рим ағай Тайыпов осраны ла, хәл-әхүәл белешкәс: “Һин Өфөгә барғас, Тимерғәлегә күп итеп сәләм әйт. Яҙыусы Тимерғәлегә. Ул – беҙҙең Тимерғәле,”- тип үтенгәйне. “Беҙҙең Тимерғәле” тигәнде бынан һуң да күп тапҡырҙар төрлө ауыҙҙан ишетергә тура килде. Халыҡ әйтә икән, хаҡ әйтә, ғәҙел баһаны ул ҡуя. Ана шулай хөрмәтләй, ҡылған эштәрен, күрһәткән эштәрен баһалай халҡы үҙ улының.
Тимерғәле Килмөхәмәтовтың ғәйәт юғары хеҙмәт эшмәкәрлегенә эйә икәнен һәр кем белә. Бала сағынан уҡ үҙ көсөнә таянып өйрәнгәнгәмелер, был ғәҙәт уны ғүмере буйы оҙата килә. Һис кенә лә еңелде эҙләмәй, киреһенсә, бығаса тапалмаған билдәһеҙ ерҙәрҙән юлдар ярырға ынтыла. Шуның һөҙөмтәһендә, исеменә – есеме тигәндәй, тимерҙәй ныҡлы характер формалаша, һәр нәмәгә тик үҙенсә ҡараш, үҙенсә баһа күңеленә мәңге сыҡмаҫҡа инеп ултыра. Үҙенә ышанғанлыҡ, ныҡышмалылыҡ ғүмере буйы Тимерғәле Килмөхәмәтовтың барлыҡ эшмәкәрлегендә сағылыш таба.
Тимерғәле Килмөхәмәтов байтаҡ йылдар руль артында. Бер нисә машина алыштырып өлгөрҙө. Тәжрибәле йөрөтөүсе тип әйтерлеге бар. Хәҙер бит инде машиналар ҙа механик һәм автомат күсергес тартмалыларға бүлеп йөрөтөлә. Шуларҙың ҡайһыларын ҡулайыраҡ күрәһең, тип ҡыҙыҡһыныуыма: “Ҡулың менән тойоп, кинәнеп тиҙлекте алыштырмағас, машинамы ни ул,”- тип яуаплауы ла уның еңелгә ынтылмауына асыҡ ишара. Тормош яҙыусының шундай тәбиғәтен әленән-әле раҫлап тора. Беренселәрҙән булып үҙенең ауылдашы бөйөк мәғрифәтсе Мөхәмәтсәлим Өмөтбаевтың тормош юлын, ижади һәм фәнни хеҙмәттәрен, йәмәғәтселек һәм дәүләт эшмәкәрлеген өйрәнергә тотоноуы – үҙе бер ҡыйыулыҡ. Ә инде әҙәбиәттең иң ҡатмарлы жанры булған башҡорт драматургияһының үҫеш юлдарын, уның үҙенсәлектәрен ентекле байҡап, төплө хеҙмәттәр яҙыу – үҙе батырлыҡҡа тиң. Әҙәби процесты күҙәтеп барып, ғилми һәм тәнҡит мәҡәләләре менән сығыш яһау өсөн күпме хеҙмәт һалырға, энергия түгергә, ваҡыт бүлергә кәрәк. Һөҙөмтәлә ғилми эшмәкәрлеген билдәләүсе “Драматургия Мустая Карима”, “Поэтика башкирской драматургии”, “Башҡорт трагедияһының поэтикаһы”, “Драматургия һәм драматургтар”, “Халыҡсанлыҡ көсө” һ. б. тикшеренеү емештәре донъя күреп, нисәмә быуын студенттарға, мәктәп уҡыусылары һәм уҡытыусылары- на бик файҙалы ҡулланма булып хеҙмәт итә. Мөхәмәтсәлим Өмөтбаев, Һәҙиә Дәүләтшина, Зәйнәб Биишева, Баязит Бикбай, Ибраһим Абдуллин, Шәриф Бикҡол, Нәжип Асанбаев, Әсғәт Мирзаһитов, Ирек Кинйәбулатов, Ҡәҙим Аралбай кеүек әҙиптәрҙең ижади портреттарын тыуҙырып, 2005 йылда “Әҙәбиәттең сағыу биҙәктәре” исемле йыйынтыҡ итеп нәшер иттереүе лә үҙе бер ҡаҙаныш булды. Был китапты ла бик йылы ҡабул итте әҙәбиәт һөйөүселәр.
Тимерғәле Килмөхәмәтов күп йылдар ҡалала йәшәһә лә, ауыл малайы булып ҡала. Тыуған ауылы Ибраһимда күркәм йорто, ыҡсым ғына йәшелсә-емеш баҡсаһы бар. Ял ваҡыттарын ошонда үткәрә ул. Бында һәр нәмә яҡын, таныш. Бында әсәһенең эҙҙәре һаҡлана, үҙенең бала саҡ хәтирәләре әлегеләй күҙ алдында. Бында нәҫел-нәсәп, ауылдаштар. Эргәлә генә Ҡыҙылғы күле йәйрәп ята. Йәйҙәре һайрар ҡоштар моңо менән йәмле булһа, ҡыштары өйөрөлөп яуған ҡарҙары, бурап һалған көрттәре менән үҙенсә матур. Нәҡ бына ошонда - тыуған нигеҙендә яҙыусылыҡ һәләте бөрөләнгән, яҙыласаҡ әҫәрҙәренә илһам тыуған. Хикәйә, повесть геройҙары ла әллә ҡайҙан түгел. Улар – күреп белгән, аралашып йөрөгән ҡәҙимге кешеләр, күбеһенсә, ауылдаштар. Әҫәрҙәрҙә үҙҙәрен төҫмөрләгән яҡташтары юҡҡа ғына: “Һин ысынды яҙаһың,”- тимәйҙер. Ошо рәүешле, башҡорт әҙәбиәтендә Тимерғәле Килмөхәмәтов “Йондоҙ төҫө”, “Күк тояҡҡай”, “Ҡашлаҡтағы (Ҡашлаҡ – ҡалҡыу урын мәғәнәһен бирә - Р.И.) кешеләр”, “Хаҡлыҡ үлмәй”, “Йәнкиҫәк” исемле хикәйәләр һәм повестар йыйынтыҡтары менән танылыу алды. Һуңғы йылдарҙа “Һайланма әҫәрҙәренең” өс томы уларға өҫтәлде.
Тимерғәле Килмөхәмәтов әҫәрҙәренең асылы хаҡында һүҙ йөрөтөп, танылған шағир Салауат Юлаев исемендәге премия лауреаты Ирек Кинйәбулатов шулай тип яҙғайны: “Бәләкәстән тормоштоң әсеһен-сөсөһөн татыған, ауырлыҡтарҙы күп күреп сыныҡҡан Тимерғәле әҙәбиәттә үҙ шәхесенән туранан-тура үҫеп сыҡҡан ижади йөҙөн булдырыуға өлгәшә. Көслө ихтыярлы, һынмаҫ рухлы, тәрән хисле геройҙар бер-бер артлы күтәрелә уның хикәйә һәм повестарында” (Т. Килмөхәмәтов. “Һайланма әҫәрҙәр”, 1-се том, “Мәғрифәтселәр һәм батырҙар вариҫы” мәҡәләһе, 629-сы бит). Был фекерҙе филология фәндәре докторы профессор Ғиниәт Ҡунафин тағы ла тәрәнәйтә, киңәйтә төшә. Уныңса, Тимерғәле Килмөхәмәтов әҫәрҙәре геройҙары - ”тормош йөгөн төпкә егелеп тартҡан үҙ яҙмышынан зарланырға яратмаған, ҡатмарлы тормоштан көс, йәм табып йәшәгән, уның күркәмлеген күрә белгән, дөрөҫлөк һәм матурлыҡ тантанаһы өсөн ҡыйыу көрәшкән, кәрәк икән, һуңғы сиккә барырға әҙер тороусы ябай кешеләр” (“Ижад сәменә тоғролоҡ” мәҡәләһе, “Башҡортостан” гәзите, 2001 йыл, 19 декабрь). Тағы ла шулай тип өҫтәр инем: Тимерғәле Килмөхәмәтов әҫәрҙәрендәге геройҙар кешегә бирелгән ҡыҫҡа ғына ғүмерҙе үҙеңә лә, йәмғиәткә лә файҙалы эштәр ҡылып, лайыҡлы итеп үткәрергә кәрәк тигән девиз менән йәшәйҙәр. Бигерәк тә пулялар һыҙғырыуын, снарядтар шартлауын, бомбалар ярылыуын, яуҙаштарының күҙ алдында йән биреүен күргән, шуларҙан ҡалған тойғоларҙы онота алмайынса күңелдәрендә йөрөткән фронтовикҡа тыныслыҡ, йәшәү, ғүмер тигән төшөнсәләр үтә яҡын һәм ҡәҙерле. Шуға күрәлер ҙә Т. Килмөхәмәтов әҫәрҙәрендәге яугирҙәрҙең барыһы ла ғүмер ике килмәй тигән әйтемде алға ҡуйып, ғүмерҙәренең ахырынаса шуға тоғро ҡалалар. Ғөмүмән, ил хәстәре тип янып йәшәүсе сағыу образдар тәшкил итә Т. Килмөхәмәтов әҫәрҙәрен. Һуғыштан һуңғы һәм унан һуңғы социализм төҙөү осоронда колхоз эше, халыҡ тормошо өсөн борсолоп, төрлө ҡаршылыҡтарҙы, яһалма кәртәләрҙе ҡыйыу рәүештә емереп үтергә һәләтле көслө рухлы Ислам Насиров (“Хаҡлыҡ үлмәй” повесы), үҙ алдына ҡуйған маҡсатына һис нигә ҡарамай өлгәшергә ынтылыусы, ғәҙеллек, кешелеклелек һәм кеселеклелек сифаттарын үҙендә туплаған Айсыуаҡ Аҡъюлов (“Айсыуаҡ” повесы), яуҙа батырҙарса һәләк булған дуҫы иҫтәлеген ғүмере буйы ҡәҙерләп һаҡлаусы Рамазан (“Ағайымдың йондоҙо” хикәйәһе), дошман әсирлеге шарттарында ла кешелек сифаттарын юғалтмайынса, Тыуған иленә, халҡына биргән антына тап төшөрмәгән Ғәйзулла (“Турайғыр” хикәйәһе), бөйөк төҙөлөштәр романтикаһы һәр ваҡыт ситкә әйҙәһә лә, һөҙөмтәлә, үҙ ереңдә лә бәхет табырға мөмкин икәненә инанған эшһөйәр Карам (“Берәҙәк” хикәйәһе), ауылда һуңғы фронтовик булып ҡалған, һәм ошо айҡанлы үҙен мәрхүмдәр алдында уңайһыҙ тойоп, күңел ғазаптары кисергән Закирйән (“Һуңғы фронтовик” хикәйәһе) – шундай образдарҙың бер нисәһе генә. Тағы ла әллә күпме хәтерҙә ҡалырлыҡ сағыу образдарҙы һанап китергә мөмкин булыр ине.
2014 йыл Т. Килмөхәмәтов өсөн тағы ла шатлыҡлы йыл булды: Сибай дәүләт башҡорт драма театры уның “Йәнкиҫәк” хикәйәһе буйынса спектакль сәхнәләштерҙе. Тамашаны республикабыҙ тамашалары яратып ҡабул итте. Белгестәр ҙә ыңғай баһа биреп, был ваҡиғаны яҙыусының драматургия өлкәһендәге уңышлы аҙымы тип билдәләнеләр. Тимерғәле Килмөхәмәтов әҫәрҙәре тормош ысынбарлығын ышандырырлыҡ итеп һүрәтләүе менән уҡыусыларҙы йәлеп итә. Яҙыусының ябай, аңлайышлы теле, һүрәтләү оҫталығы хикәйә һәм повестарҙың бәҫен тағы юғары күтәрә.
Тимерғәле Килмөхәмәтовты күп яҡлы эшмәкәр тигәйнек. Ҡайһы өлкәне нығыраҡ үҙ итә икән тигән һорау тыуыуы мөмкин. Моғайын, ул барлыҡ өлкәне лә берҙәй күрәм, тип яуаплар ине. Һәр нәмәгә бар көсөн, һәләтен бирә ул. Ә инде күңел биреп башҡарған бар нәмә һөҙөмтәле була. Тимерғәле Килмөхәмәтовтың бөтә эшмәкәрлеге - бының асыҡ сағылышы.
Рим Исхаҡов.