?ан тема?ын ?абатлау. Тир?-я?ты ?а?лау.


Тема:”Һан”темаһын йомғаҡлау.Тирә-яҡты һаҡлау.
Маҡсат .
1.Һандар тураһында белемде системалаштырыу, йомғаҡлау.
Тирә-яҡ мөхитте һаҡлау тураһында һөйләшеүҙе дауам итеү.
2.Тирә-яҡ мөхиткә,тәбиғәткә һаҡсыл ҡараш тәрбиәләү.
3.Уҡыусыларҙың аң-белем даирәһен киңәйтеү, һөйләү һәм яҙма телмәрҙе , һүҙлек байлығын үҫтереү, хәтерҙе нығытыу, ижадҡа ынтылыш уятыу.
Йыһазландырыу.
Карточкалар, һүҙлектәр,тестар,компьютер,слайдтар.
Дәрес барышы.
Ойоштороу мәле. Тиҙәйткестәр ярҙамында тел шымартыу.
Башҡорт телендә дөрөҫ һөйләшер өсөн телдәрҙе шымартып алайыҡ әле
2-се слайд
- тә, - тә, -тә - ултырабыҙ дәрестә,
- са, - са, - са - һөйләшәбеҙ башҡортса
- ый, - ый, - ый – уҡыусы шиғыр уҡый
- ыш, - ыш, -ыш – беҙ шундай тырыш
- тә, - тә, -тә - ултырабыҙ дәрестә,
- са, - са, - са - һөйләшәбеҙ башҡортса
- ый, - ый, - ый – уҡыусы шиғыр уҡый
- ыш, - ыш, -ыш – беҙ шундай тырыш

3- сө слайд
Бер, ике, өс, дүрт, биш,
Беҙ ултырттыҡ биш ағас,
Береһе муйыл, береһе уҫаҡ
Икеһе имән, ә береһе -ҡарағас.
Тимәк, беҙ бөгөн һандар тураһында һәм тирә-яҡ тәбиғәтебеҙҙе һаҡлау хаҡында һөйләшеүҙе дауам итәсәкбеҙ.
Өй эшен тикшереү. (Һандар менән бәйле мәҡәлдәр, йомаҡтарҙы яҙып килергә ине).
Төп өлөш.
Нимә ул һан?(ҡағиҙәне иҫкә төшөрөп китәйек әле). (1 уҡыусы әйтеп китә). 4-се слайд
Һандарҙың яһалышы. 5-се слайд
Уның төркөмсәләре. (1,2 уҡыусы). 6-сы слайд.
Уҡыусылар, ә хәҙер дәфтәрҙәрҙе астыҡ , бөгөнгө числоны яҙып ҡуяйыҡ.
Ун дүртенсе февраль.
Йома.
Класта эш.
”Һан”темаһын йомғаҡлау.Тирә-яҡты һаҡлау.

6-сы слайд
Күп нөктәләр урынына тейешле һандар яҙ. Килеп сыҡҡан тексты тасуири уҡы.
Иртәгә ... февраль. Тиҙҙән 8 Март етә. .... май – Еңеү көнө. .... майҙа Һуңғы звонок була. ... минең тыуған көнөм. Атайым ... тыуған. Әсәйемдең тыуған көнө...
Мин ... йылда тыуғанмын. Хәҙер миңә ... йәш. (дәфтәрҙә эшләйҙәр.)
7-се слайд.
Һандарҙы һүҙҙәр менән яҙ.
12, 16, 66, 71, 114, 342, 97 (таҡтала 1,2 уҡыусы эшләй)
8-се слайд.
Ял минуты.Хәрәкәттәр менән әйтеү.
Бер, ике. өс-
Төшһә бөтә көс,
Асып йом күҙеңде,
Арымаҫ шунан ул һис.
Дүрт, биш, алты-
Бер уңын, бер һулын
Ял иттер һин аяҡтың.
Ете, һигеҙ. туғыҙ-
Талмаһын тиһәгеҙ
Һеҙҙең ҡулығыҙ,
Алға һоноп һелкегеҙ.
Ун, ун бер, ун ике-
Ә хәҙер ултыр, етте,
Бына һиңә һике.
«Һан төркөмсәләрен әйт» уйыны.(һәр уҡыусынан телдән һорау)
9-сы слайд
Һан төркөмсәләре (телдән)
төп (нисә?)сама (нисәләп?)
рәт (нисәнсе?)
йыйыу (нисәү?)
бүлем (нисәшәр?)
кәсер
үлсәү
Беренсе-рәт
бишәү-йыйыу
йөҙәр- бүлем
бер-төп
ундан бер-кәсер
унлап-сама
ике-төп
бишенсе-рәт
биш-алты-сама
икенән бер – кәсер
йөҙлө лампочка-үлсәү
егерме-төп
йөҙҙәрсә-сама
алтылы калуш-үлсәү
10-сы слайд.
“Һан» темаһына тест эшләү.(һәр береһе үҙ аллы эшләй)(карточкалар таратыла)
1. Ике, өс, ун –ниндәй һандар?
А.төп В.кәсер
Б. сама. Г. рәт
2. Икешәр, бишәр, һигеҙәр
А.төп В.кәсер
Б. сама. Г. бүлем
3. Ундан бер, ике бөтөн өстән бер
А.йыйыу В.кәсер
Б. сама. Г. үлсәү
4. -ләгән,-лаған,-ләп, -лап ялғауы булған һандар
А.бүлем В.кәсер
Б. сама. Г. рәт
5. Марат ярышта беренсе урын алды.
А. рәт В.кәсер
Б. сама. Г. төп
6. Уҡығандың теле ….
А.берәү В.йөҙ
Б.икәү. Г. мең
7. 8,9-ҙан ниндәй һан эшләп булмай?
А.бүлем В.сама
Б. йыйыу Г. рәт
Беҙ тирә-яҡ мөхитте һаҡлау темаһына ҡабаттан килдек.Ә хәҙер төркөмдәрҙә эшләп алайыҡ әле.
Төркөмдәрҙә эшләү.
1-се т. «Әгәр мин депутат булһам…». Һыу буйҙарын һаҡлау,халыҡтың был йәһәттән ялын ойоштороу буйынса ни эшләр инегеҙ?
2-се т. «Яңы урамды йәшелләндереү»ҙә ни эшләр инегеҙ?
3-сө т. «Яйыҡ» гәзитенә интервью. Беҙҙең тирә-яҡты таҙартыу өмәләре тураһында интервьюға һорауҙар әҙерләргә кәрәк.
4-се «Беҙҙең класс тирә-яҡты һаҡлау буйынса нимәләр эшләй?»
Был эш өсөн һәр төркөмгә өсәр минут бирелә.
11-слайд.
Ребустарҙы сисеп, һүҙҙәрҙе яҙып сығырға кәрәк.
1гә, 1ләшеү, к3сөк, к3лө, 5мәт, 7м, м10дир, 40а, м10са.
Бөтә үтелгәндәрҙе йомғаҡлау.Уҡыусыларҙың эштәрен баһалау.
Өй эше.
«Тыуған ауылым тәбиғәте» ҡыҫҡа ғына хикәйә яҙып килергә.