Методическая разработка урока по башкирской литературе


Министерство образования Республики Башкортостан
Отдел образования Администрации муниципального района Илишевского района МБОУ СОШ №4 с. Верхнеяркеево
Методическая разработка.
Конспект урока по башкирской литературе на тему:
« Ғәзим Аллаяровтың “Таҫтамал” хикәйәһе»
Автор: учитель башкирского языка и
литературы МБОУ СОШ
№ 4 с.Верхнеяркеево Миназева Рафага
Зигандаровна
Ғәзим Аллаяровтың «Таҫтамал « хикәйәһе.
Маҡсат. Хикәйәне уҡып, йөкмәткеһен үҙләштереү; уйын технологиялары ярҙамында уҡыусыларҙың логик фекерләүен үҫтереү ; Бөйөк Ватан һуғышы ҡаһармандарынаҡарата ихтирам хистәре тәрбиәләү . Йыһазландырыу. Милли биҙәктәр сигелгән таҫтамалдар, Бөйөк Ватан һуғышына арналған стенд, Ғ.Аллаяров ижады буйынса китаптар күргәҙмәһе,мультимедиа проекторы.
Дәрес барышы.
Ойоштороу.
Фонетик күнегеү.
Башҡорт телендә һөйләшәм
Башҡорт телендә.
Сөнки йәшәү тамырҙарым
Башҡорт ерендә.

Дәрестең маҡсатын әйтеү.
Слайд «1941-1945 йылдар.»
Темаға ҡарата инеш әңгәмә.
Яңы тема.
1. «Ерҙән һалдат атлай» йырын тыңлау.
- Йырҙа кемдәр тураһында һүҙ бара?
Беҙ танышасаҡ «Таҫтамал» хикәйәһендә лә һүҙ һалдат хаҡында барасаҡ.Уның авторы- Ғәзим Аллаяров .Ул тыумышы менән Учалы районынан , бик күп һанлы хикәйәләр,повестар авторы.Яҙыусы үҙе лә Бөйөк Ватан һуғышында катнаша, II дәрәжә Ватан һуғышы ордены менән наградлана. Әҙип һуғыштан исән-һау әйләнеп ҡайта,оҙаҡ йылдар ижад менән шөғөлләнә. Ул 1994 йылда вафат була. Китаптар күргәҙмәһе менән таныштырыу.
2. «Тастамал» хикәйәһен тасуири уҡыу.
Уҡыусыларҙан уҡытыу.
Һүҙлек эше . /Экранда күрһәтелә/
Ҡөҙрәтле- көслө, ҡәтғи- ныҡлы ҡарар, биштәр- арҡаға аҫа торган кескәй тоҡ.
3.Әҫәрҙә кемдәр тураһында һүҙ бара?
-Ваҡиғалар ҡайҙа һәм кайһы осорҙа бара?
- Һуғышта танкист менән нимә була?
-Таҫтамал уға ҡасан бик ныҡ кәрәк була?
-Танкистың таҫтамалын кем һаҡлап ҡалған?
- Һуғыш осоронда һалдатҡа был таҫтамалды кем биргән? Өҙөктө
китаптан табып уҡып күрһәтергә.
-Танкистың әсәһен һеҙ ниндәй кеше итеп күҙ алдына килтерәһегеҙ?/Төп сифаттарҙы һанау/
- Алдағы дәрестәрҙә лә әсәйҙәр хаҡында тағы ниндәй әҫәрҙәр менән танышҡан инек?
Әсәйҙәр һуғыш йылдарында ниҙәр генә күрмәгән һәм ниҙәр генә кисермәгән 1415 көн дауамында барған дәһшәтле һуғышҡа ғәзиз баларын ,һөйөклө ирҙәрен оҙатҡан әсәләр, тормоштоң бөтә ауырлығын үҙ иңдәренә һалып, сабыр ғына уларҙың яуҙан әйләнеп ҡайтыуын көткән. Ә исән-һау ҡайта алмағандарын әле лә көтәләр.
Улар улдарына, яҡындарына оҙон ғүмер, изге доғалар менән таҫтамал, тәмәке янсығы, хатта ағас ҡашыҡ та бирер булғандар. /Ағас ҡашыҡ,тәмәке янсығы,милли биҙәкле шаҙыра таҫтамалдарҙы күрһәтеү./
-Уҡыусылар,быйыл Бөйөк Еңеүгә нисә йыл буласаҡ ?
- Эйе,70 йыл матур,тыныс тормошта йәшәйбеҙ. Бының өсөн беҙ атай-олатайҙарыбыҙға , әбей-апайҙарыбыҙға ,Ватаныбыҙҙың тоғро һалдаттарына бурыслы.

Теманы нығытыу.

Ә ысын һалдатҡа ниндәй сифаттар хас булырға тейеш? /Малайҙар таҡтаға беркетелгән карточкаларҙы атып ала һәм унда яҙылған сифаттарҙы башкаларға ла күрһәтә./
Хикәйәнең йөкмәткеһе буйынса тест.
/ Тест һорауҙары бирелә һәм яуаптарҙың варианттары экранда күрһәтелә./
1.Ғ.Аллаяровтың әҫәре нисек атала ?
а)ҡулъяулыҡ; б)шәл;в)таҫтамал.
2.Һалдатҡа таҫтамалды кем тапшыра ?
а)хат ташыус; б)әсәһе; в) медсестра.
3.Һуғыш ҡай төштә бара ?
а)Минск;б) Мәскәү; в)Подгорное.
4 Һалдат дошманға ҡаршы һуғышта кем булараҡ ҡатнаша ?
а)осыусы;б) артеллирист; в)танкист .
5.Ваҡиғалар ҡайһы һуғыш осоронда бара ?
а) Граждандар һуғышы;б) Ватан һуғышы;в) Бөйөк Ватан һуғышы.
Йомғаҡлау.
Уҡыусылар бөгөн дәрестә уҡыған хикәйә аша үҙебеҙгә ниндәй фәһем алдыҡ,нимәләр аңланығыҙ? /Уҡыусыларҙың фекерҙәрен тыңлау./
Уҡытыусының йомғаҡлау һүҙе.
Өйгә эш. Батырлыҡ хаҡында халыҡ мәҡәлдәрен яҙып килергә.