Спартак Ильясовты? Би?ылый роман-х?тир??ен? рецензия


Сараһыҙҙан ҡасҡын кеше яҙмышы Спартак Ильясовтың “Биғылый” роман-хәтирәһен уҡығас (“Ағиҙел”, 2015 йыл, 1-2- се һандар), боронғо Һиндостандың аҡыл эйәһе Сидхартха Гаутаманың (Будда исеме менән танылыу алған) “Тормош – ғазап сигеү… Кеше был донъяға ғазапланыу өсөн тыуа” тигән фекере иҫкә төшә. Меңдәрсә йылдар элек әйтелгән был һүҙҙәр, әйтерһең дә, роман геройы Биктимерҙе күҙҙә тота һымаҡ. Ысынлап та, уның ер йөҙөндә йәшәгән 66 йыл ғүмеренең 40 йылдан ашыуы михнәт менән, ыҙа сигеп үтә. Бындай ҙа ғибрәтле тормошто Хоҙай өндә түгел, хатта төшөңдә күрһәтмәһен, тигән уйҙар күңелдә урын ала. Шуға күрә романды тыныс күңел менән уҡыу мөмкин түгел. Кешелек йәмғиәтендә донъяға килеп тә, шул уҡ кешеләр менән ихлас аралашыуҙан, тормош ләззәттәренән, хатта исем-шәрифтәренән мәхрүм булған, ниндәйҙер йыртҡыс януарҙарҙан түгел, ә үҙе кеүек әҙәм балаларынан ситләтелгән был кешенең яҙмышы үтә лә фажиғәле, ҡыҙғаныс. Яҙыусы үҙ геройының күңел кисерештәрен ышандырырлыҡ итеп сағылдырыуға өлгәшкән. Биктимерҙең әйләнә-тирә донъяға ризаһыҙлығы, рәнйеүе лә, яҡты матур киләсәккә өмөттәре лә һиҙелә әҫәрҙәге ваҡиғалар барышында.
Тормош Биктимергә ҡарата ҡайһылай аяуһыҙ: бер-бер артлы һынауҙарҙың ауырынан-ауырын өйөп кенә тора. Бына ошонда уйланаһың да инде: ни өсөн донъя ғәҙел түгел икән әҙәм балаларына. Тыуғанда барыһы ла тигеҙ ҙә бит, артабан ғына кемдеңдер тормошо таҡыр һуҡмаҡ кеүек ал да гөл, икенселәренә аҙым һайын мең хәсрәт, мең ҡайғы. Роман геройы ла биғылый (ҡасҡын) булып түгел, ә Йомағолов Биктимер Бикҡужа улы булып, башҡалар һымаҡ үҙ хоҡуҡтарынан тулыһынса файҙаланып йәшәргә тейеш түгелме ни? Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашып, түштәрен орден-миҙалдарға күмеп, күкрәк киреп йөрөгән ветерандар менән бер ҡатарҙан төрлө осрашыуҙарҙа урын алырға, балалар үҫтереп, ейән-ейәнсәрҙәр һөйөү шатлығы кисерергә тейешле кеше бер яңғыҙы урман эсендә йәшеренеп тереклек итерлек ниндәй ғонаһтар ҡылды икән, тигән урынлы һорау тыуа күңелдә. Ни эшләп әле йәмғиәт тарафынан ҡыр тибелгән, ғәмәлдән һыҙып ташланған, “ҡыр кешеһе” тигән хөрәфәтле мөһөр тағылған? Биғылыйҙың аяныслы яҙмышын һүрәтләп, автор ошо һорауҙарға яуап эҙләй. Илдәге алып барылған сәйәсәттең шәхескә ҡарата мөнәсәбәте лә, ил етәкселәренең төптән уйланылмаған закондары ла, ашыҡ-бошоҡ ҡабул ителгән ҡарарҙары ла, йәмғиәттәге кешеләр араһында таралған көнсөллөк, күрә алмаусылыҡ, ошаҡсылыҡ кеүек яман күренештәр ҙә Биктимер яҙмышына теге йәки был кимәлдә үҙ өлөшөн индермәй ҡалмай, тигән һығымтаға киленә романды уҡыу барышында.
Биктимерҙең аяныслы яҙмышын һүрәтләү өсөн автор уның барлыҡ тормош юлына байҡау яһай, уны төрлө сетерекле, киҫкен хәлдәргә ҡуя, шулай уҡ нәҫел тамырҙарын барлауҙы ла күҙ уңынан ысҡындырмай. Ошо рәүешле, уҡыусыға был образды тулыраҡ аңларға, фекер тупларға киң мөмкинселек тыуа. Биктимергә торған һайын ҡараш үҙгәрә: иң башта биғылый тигәндән сәйерһенеү күңелде биләһә, артабан уны ҡыҙғаныу хисе уяна, һуңынан мең ғазаптарға түҙгән, төрлө ҡатмарлы хәлдәрҙә лә аптырап ҡалмаған, кешеләрҙән ситтә йәшәп тә кешелек сифаттарын юғалтмаған, матур киләсәккә өмөтөн өҙмәгән көслө рухлы шәхес булып ҡала алыуы һоҡландыра. Осраҡлы ғына ауырлыҡтарҙан да баҙап ҡалған меҫкендәрҙән, әле быныһына, әле тегеһенә риза булмайынса, һыҡтап йөрөгән мыжыҡтарҙан, булғанына шөкөр итә белмәйенсә, ҙурҙан ҙурға, күптән күпкә ынтылған ҡомһоҙҙарҙан бик күпкә өҫтөн ғәйепһеҙгә хурланған Биктимер. Бөгөн тормошобоҙ һис кенә лә зарланырлыҡ түгел, әммә һис кенә лә ҡәнәғәт түгелбеҙ. Ошо йәһәттән роман геройы өлөшөнә төшкән яҙмыштан һәр кемебеҙ һабаҡ алырлыҡ.
“Беҙҙең тоҡомға Аллаһы Тәғәлә ниңәлер яҙмыштың уғата әсеһен биргән,”- тип көрһөнә Биктимер. Көрһөнөрлөк тә шул. Оло ҡартаталары ла Салауат Юлаев яуынан һуң эҙәрлекләнә, атаһы Бикҡужа ла нахаҡ ғәйеп тағылып юҡ ителә, бына килеп, Биктимер үҙе ғәҙелһеҙлек ҡорбанына әйләнә. Уның үлеме менән нәҫел тамыры ла бөтөнләй өҙөлә.
Яҙыусы Биктимерҙәр тоҡомон буйһонмаҫ, көслө ихтыярлы, иреккә ынтылыусы, ғорур тәбиғәтле кешеләр итеп һүрәтләй. Рәсәй батшалығы, әлбиттә, рус булмаған ҡәүемдәрҙең азатлыҡҡа ынтылыу теләге менән килешә алмай. Шуға күрә Салауат етәкселегендәге яуҙан һуң башҡорт ауылдары яндырылып, көл-күмергә әйләндерелә. Батшалыҡтың буйһондороу сәйәсәте ана шулай ҡырыу-ҡыйратыу аша тормошҡа ашырыла. Шул рәүешле, властар халыҡтың рухын төшөрөргә, баш эйҙерергә ынтыла. Әммә халыҡ теҙ сүгергә ашыҡмай. Биктимерҙең оло ҡартаталары ла яңы урынға күсеп, яңы тормош яйлап ебәрә. Яҙыусы был ваҡиғаларҙы юҡҡа ғына әҫәр биттәренә индермәгән. Тарих, ғәҙәттә, ҡабатлана бит ул. Рәсәй батшалығының ошондай сәйәсәте 19-сы быуатта ла дауам итә, илебеҙҙең совет осоронда ла бындай сәйәсәт үҙенең ҡара эштәрен етерлек эшләй. Яҙыусы Биктимер ауыҙынан: “Теге йәки был милләттең көслө, аҡыллы кешеләре ни тиклем әҙ булһа, уларға халыҡ менән етәкселек итеү шул тиклем еңелерәк,”- тигән фекерҙе әйттереп, ил етәкселәренең халыҡты буйһондороп тотоуҙың ҡалыплашҡан алымына ишаралай.
Биктимерҙең атаһы Бикҡужа ла, ҡыйыу һалдат булып, Беренсе донъя һуғышында ҡатнашҡан, ике тәрегә лайыҡ булған. Бындай кешеләргә хөрмәт тейеш. Әммә әлеге лә баяғы, көнсөллөк, үсләшеү, ошаҡсылыҡ Бикҡужаны ла аҙым һайын эҙәрлекләй. Илебеҙҙәге 30-сы йылдар аҙағындағы репрессиялар, шул арҡалағы баш-баштаҡлыҡтар ҡорбаны булып бына тигән кеше юҡ ителә. Ялағайҙар, ошаҡсылар кеше яҙмышы менән идара итә, шул арҡала күпме кешеләр ыҙа сигә, күпме ғүмерҙәр ҡыйыла. Ә бит кешегә тәбиғәт тарафынан бирелгән хоҡуҡтарҙы, азатлыҡтарҙы сикләргә, йәндәрен алырға бер кемдең дә хаҡы юҡ. Ошо хәҡиҡәтте тупаҫ боҙоуға юл ҡуйған, йәшәүе күңеллерәк була бара, тип ышандырырға тырышҡан, ғәмәлдә халыҡты ҡырыу сәйәсәте алып барған ил етәкселәренә ҡарата нәфрәт тойғолары уяна романды уҡығанда.
Биктимерҙең яҙмышы ла башҡаларҙыҡы һымаҡ ыңғай ғына дауам итеүе мөмкин инеме? Әлбиттә. Тик “Яҙмыштан уҙмыш юҡ” тигәндәй, маңлайыңа яҙылғанды юйып ташлап булмайҙыр шул. Ошо айҡанлы тағы ла Биктимерҙең һүҙҙәренә иғтибар итәйек: “Минең тормошом һеҙҙең кеүек бәхетле кешеләргә ғибрәт тә, бер ни тиклем фәһем дә… Тормошом барлыҡ кешеләрҙеке кеүек башланғайны ла…” Ысынлап та, Бөйөк Ватан һуғышы башланғанға тиклем армияға алына. Өлкән сержант вазифаһында хәрби әҙерлек үтә. Үҙенең өлгөлө командир булыуы, хәрби ҡорал һәм техниканы яҡшы белеүе менән айырылып тора, иптәштәре һәм юғары командование алдында абруй яулай. Уларҙың гарнизоны Ғағауз илендә урынлаша. Шунда ғағауз һылыуы Гөлзада менән таныша. Ике арала дуҫлыҡ көндән-көн нығынып, Биктимер үҙенең киләсәк тормошон ошо ҡыҙҙан башҡа күҙ алдына ла килтерә алмай. Әммә әлеге яҙмыш тигәнең йәштәрҙең матур хыялдарын селпәрәмә килтереп, уларҙы артабанғы бәхеттән мәхрүм итә. Ә эш шунда: был ил СССР составында булһа ла, рәсмиләштерелеп өлгөрмәгәнлектән, Гөлзадаға Биктимер менән китеү ҡәтғи тыйыла. Әлеге лә баяғы, һаман да шул бюрократик кәртәләр. Әгәр ҙә шулар булмаһа, киләсәк тормоштары ал да гөл булып, нәҫел тамырҙары ла дауам ителер ине. Бәлки Биктимерҙең ғүмер юлы ла икенсерәк юҫыҡтан тәгәрләр ине.
Биктимергә яҙмыш артабан да йөҙ менән боролмай, киреһенсә, түпәләй ҙә түпәләй. Бөйөк Ватан һуғышы башланыу менән ул һуғышҡа алына. Совет танкистары Белоруссия ерҙәрендә дошман танкыларын ҡыйраталар. Һүҙ юҡ, ғәйрәтле алышалар: ҡылғандары оло наградаға лайыҡ. Әммә ҡорал, яғыулыҡ менән тәьмин ителмәгән танкыларҙың артабан хәлдәре мөшкөлләнә. Яҙмыш ҡосағына ташланған яугирҙәргә сигенеүҙән башҡа сара ҡалмай. Ҡурҡаҡлыҡта ғәйепләп булмай егеттәрҙе, намыҫтарына тап төшөрмәй улар. Ә бына ил етәкселегенең һәм хәрби етәкселектең тейешле ҡарарға килеп, ҡаршы тороуҙы тәьмин итә алмауын һис кенә лә аҡлап булмай. Әгәр ҙә егеттәргә ваҡытында ярҙам күрһәтеү хәстәрләнһә, Биктимер һәм уның кеүектәр тотҡонлоҡ хурлығын да кисермәҫ ине. Үҙебеҙҙекеләргә ҡушылыу теләге менән китеп барған яугирҙәр фашистар яҡлы поляк ҡартына осрамағанда ла хәлдәр уң булыр ине. Тик күрәсәктән ҡотолоу юҡ. Шулай итеп Биктимергә фашистар ҡулында әсирлек ғазаптарын татырға ла тура килә. Аҙаҡ Зигфрид Шварц исеме менән штрафбатҡа эләгеү, илебеҙгә ҡаршы һуғышҡа алып барған саҡта үҙебеҙҙекеләр яғына сығабыҙ тип план ҡороу, әммә хыянатсылар тип үҙебеҙҙең илебеҙҙәге тотҡонлоҡҡа төшөү – былар ҙың барыһы ла Биктимерҙең бөтә киләсәк яҙмышын пыран-заран килтерә. Әгәр ҙә кешене һатлыҡ йән тип ғәйепләр алдынан хәҡиҡәтте эҙләү ғәҙәте булып, кешегә ҡарата кешелеклелек хөкөм һөрһә, хәл икенсерәк булыр ине. Әммә айышына төшөнөүҙән элек хыянатсы мөһөрөн һуғып ҡалыу ғәҙәткә кергән система һаҡланғанда Биктимер ишеләргә аяу юҡ. Шулай итеп, артҡа ла юл юҡ - фашистар өсөн дошман, алға ла юл ябыҡ – үҙебеҙҙекеләр өсөн дә дошман. Ошондай билдәһеҙлектән ҡотолоу юлдарын табырға мөмкин инеме? Киң билдәле 227- се һанлы “Бер аҙым да сигенмәҫкә!” тигән приказды иҫтә тотҡанда Биктимер хәлендәгеләргә ниндәйҙер мәрхәмәткә өмөтләнеү икеле. Мөғжизәләр әкиәттәрҙә генә була.
Кеше ниндәй генә хәлдәрҙә булмаһын, барыбер өмөт менән йәшәй. Биктимер ҙә иреккә ынтыла. Ошо ниәтен тормошҡа ашырып, совет лагерынан ҡасыуға өлгәшә. Тик бер ниндәй документһыҙ кешегә кешеләр араһына урынлашыу мөмкин түгел. Һөҙөмтәлә, ғүмеренең һуңғы көндәренәсә ҡасҡын тормошона дусар була. Үҙ илендә бер ғәйепһеҙгә ҡасып-боҫоп йәшәүен ауыр кисереп, бына нимә ти ул: “Илгә тоғро хеҙмәт иттем. Мин уны һаҡланым, яҡланым, ҡан ҡойҙом, тик ул мине яҡламаны ла, һаҡламаны ла. Хәйер, илгә лә, тыуған ергә лә ундай ғәйеп ташлап булмай. Ил ул – бөтәбеҙҙеке лә… Ә бына уның менән идара итеүселәр… Улары башҡа. Улар шул тыуған ил балаларын үлтерергә йә ҡол итергә, бик булмаһа, нахаҡ ғәйеп йәбештереп, төрмәлә тоторға тырышалар.” Хыянатсылыҡ түгел, илһөйәрлек рухы ярылып ята был ялҡынлы һүҙҙәрҙә, шул уҡ ваҡытта ошондай хурлыҡҡа төшөрөүселәргә рәнйеү ҙә, нәфрәт тә һиҙелә. Донъяға үҙенең ҡараштары булыуы, хәл-ваҡиғаларҙы аныҡ баһалай алыуы менән дә уны һис ҡасҡын тип хурларлыҡ түгел.
Яҙыусы үҙ геройының ниндәй генә һынауҙар кисереүенә ҡарамаҫтан, кешелек сифаттарын юғалтмауына әленән-әле уҡыусының иғтибарын йүнәлтә. Кешеләрҙән йәшеренеп йәшәһә лә балаларса ихлас ҡыуана ла, һоҡлана ла белә, ярҙам итергә лә әҙер, йәлләү, яратыу хистәрен дә юғалтмаған ул. Әгәр ҙә шулай булмаһа, “Инәйем, һеңлем менән мәңгелеккә хушлашҡанымды әле белмәй инем…”- тип һағышланыр инеме, йәиһә “Инәйем мең тапҡыр ҡулында тотҡан был көршәкте алып оҙаҡ ҡарап торҙом. Уның таныш еҫе сыҡмаҫмы тип хатта еҫкәнем,” – тип хәтерләр инеме, йәки “Йә инәйемдең, йә Сәсәктең ҡәберенә алмаҡтан һалмаҡ ятып, үкһеп-үкһеп иланым,”- тип ғазапланыр инеме. Ошоға оҡшаш миҫалдарҙы романда байтаҡ осратабыҙ. Бик тә тетрәндергес әҫәр ижад иткән яҙыусы. Һуғыш темаһына яҙылған әҫәрҙәрҙе күп уҡырға тура килде. М. Шолоховтың “Кеше яҙмышы” хикәйһендәге Андрей Соколовтың кисергәндәре оҙаҡ ваҡыттар күҙ алдынан китмәгәйне. Т. Килмөхәмәтовтың “Турайғыр” хикәйәһендәге әсирлек михнәттәрен кисергән Ғәйзулла образы ла һаман хәтерҙә. Шулай ҙа С. Ильясовтың “Биғылый” романында, быға тиклемге әҫәрҙәрҙән айырмалы булараҡ, совет осорона хас идеологик рамкаларға сикләнеү юҡ, киреһенсә, тормоштоң бығаса йәшерелеп килгән ҡара таптары асыла төшә. Һуңлап булһа ла хәҡиҡәт халыҡҡа еткерелә. Ошо яҡтан актуаль был әҫәр. Үткәндәрҙең хаталары киләсәктә ҡабатланмаһын, башҡалар бындай ғибрәтле яҙмышҡа дусар булмаһын тигән фекер үткәрелә романда.
Һуңғы осорҙағы проза өлкәһендә С. Ильясовтың романы оло ҡаҙаныштарҙың береһе булды тип әйтергә тулы нигеҙ бар.
Рим Исхаҡов.