???и? Д??л?шинаны? Ыр?ы? романы буйынса 10 класс ?с?н тест ?орау?ары


Һәҙиә Дәүләтшинаның “Ырғыҙ” романы буйынса 10 класс өсөн тест һорауҙары
Айбулатҡа ҡарағанда байтаҡ йәш, урта буйлы, йыуантыҡ, ат өҫтөндә дүрткел һымаҡ булып күренә. Ҡайһы ваҡыт һыҙғырып көйләй. Өҙөктә кем тураһында һүҙ бара?
Төҫкә йәмһеҙ, быжыр битле, йәмшек танаулы, үҙе уҫал, кешегә ҡырыҫ, күҙенең ҡабаҡ аҫтынан тексәйеп ҡарап, екереп һөйләшә. Өҙөктә кем тураһында һүҙ бара?
Кем тураһында һүҙ бара? Һимеҙ өйрәк кеүек байпанлап атлап йөрөй торған, яҫы маңлайлы, ҡуңыр күҙле, ҡыр танаулы, йоҡа ҡыҙыл иренле, кешегә алсаҡ, һүҙгә ипле.
Айбулат дуҫлашҡан рус егетенең исеме кем? Уның менән аралашҡанда Айбулаттың ни өсөн күңеле ҡырыла?
Шәһиҙә әбейҙе йәштәр ауылда кем тип йөрөтәләр?
Хрестоматияла килтерелгән өҙөктә башҡорт халҡының ниндәй йолаһы тураһында һүҙ бара? Унда ниндәй эш башҡарыла, кемдәр башҡара?
Айбулат һуғышҡа алыуҙары тураһындағы хәбәрҙе кемдән, ниндәй эш башҡарғанда ала?
Бандиттарға Айбулатты тоторға кем ярҙамлаша?
Тимербулат Айҙаров кем ул?Өҙөктәге образдарҙы һанап сыҡ. Ыңғай, кирегә бүлеп бирергә мөмкин.