Презентация Жизнь и творчество Мустая Карима


Башҡортостандың халыҡ шағиры Мостай Кәримдең тормош юлы һәм ижадыАбзанова Ләйлә Рифат ҡыҙы Өфө ҡалаһы Орджоникидзе районы54-се урта мәктәбенең башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы
Мостай Кәрим – бөйөк башҡорт шағиры, яҙыусы, драматург, публицист Бөйөк Ватан һуғышы ветераны, күренекле йәмәғәт эшмәкәре. 1919 йылдың 20 октябрендә Шишмә районы Келәш ауылында тыуған. Мостай Кәрим шиғырҙарын алтынсы кластан яҙа башлай.1938 йылда тәүге «Отряд ҡуҙғалды» исемле шиғырҙар тупланмаһын баҫтыра.1935 йылда К.А Тимирязев исемендәге Башҡорт педагогия институтының тел һәм әҙәбиәт факультетына уҡырға инә,уны 1941 йылда тамамлай. Институтты тамамлағандан һуң Ҡыҙыл Армия сафына саҡырыла һәм Муром элемтә училищеһына йүнәлтмә ала. Эйәрләне атай, ялын үреп,Аҡбуҙ аттың ярһыу, ап-ағын,Әсәм һуҙа дәһшәт ҡылысыныңҘур яуҙарҙа еңеп ҡайтҡанын.Мин фронтҡа китәм иптәштәр! 1942 йылдың авгусында ҡаты йәрәхәтләнә, ярты йыл тирәһе госпиталдәрҙә дауалана. Ҡарҙар ирер, йылы ел иҫһә, Ҡарҙар китеп барыр, яҙ килһә; Бәлки, үсем кәмер дошманға, Тәнемдәге тимер иреһә. Ун туғыҙ йыл әрней ул яра, Өсөнсө көн тоташ ҡар яуа.Еңеүҙе Венала ҡаршы ала. Һуғыштан һуң үҙен тулыһынса ижад һәм йәмәғәт эшмәкәрлегенә арнай.1951-1962 йылдарҙа БАССР яҙыусылар союзы рәйесе, 1962-1984 йылдарҙа РСФСР яҙыусылар союзы идараһы секретаре вазифаһын башҡара.М.Кәрим йөҙҙән ашыу шиғырҙар һәм проза әҫәрҙәре йыйынтыҡтары, тиҫтәнән ашыу драма әҫәрҙәре авторы. Мостай Кәрим коллегалары менән С. Айтматов, Р.Ғамзатов менәнБарыһы ла һине хәтерләтәТауҙар…Диңгеҙ…ҡарап туйғыһыҙ,Тауҙар һинең кеүек тыныс,уйсан,Диңгеҙ һинең кеүек тынғыһыҙ.«Кавказ менән хушлашыу» 1956 йыл. Башҡорт телендә сыҡҡан китаптары Рус телендә сыҡҡан китаптары Әҫәрҙәре донъяның бик күп телдәренә тәржемә ителде 3М. Кәрим әҫәрҙәре рус, татар, инглиз, эстон, таджик, молдова, украин, үзбәк, латыш, ҡаҙаҡ, ҡытай, болғар, сыуаш, яҡут, әзербайджан, авар, әрмән, грузин телдәренә тәржемә ителгән. ШАҒИРҘЫҢ ӘСӘҺЕ ВАЗИФА 105 ЙЫЛ ҒҮМЕР ИТӘ Тормош иптәше Рауза менән 64 йыл бер-береһен аңлап, һаҡлап, хөрмәтләп йәшәйҙәр. Ғаиләһе менән Кәримовтарҙың өс быуыныМостай Кәрим улы Илгиз, ейәне Тимербулат менән. Маҡтаулы исемдәре һәм наградаларыСоциалистик хеҙмәт геройы(1979)Икенсе дәрәжәләге «За заслуги перед Отечеством» ордены (2004 йылдың 9 ноябре)Өсөнсө дәрәжәләге «За заслуги перед Отечеством» ордены(1995 йылдың 28 апреле) Маҡтаулы исемдәре һәм наградаларыИкенсе Ленин орденыБеренсе дәрәжәләге Ватан һуғышы ордены (1985)Икенсе дәрәжәләге Ватан һуғышы ордены (1945)Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены (1955, 1962)Халыҡтар дуҫлығы ордены Маҡтаулы исемдәре һәм наградаларыҠыҙыл Йондоҙ ордены (1944)Почет билдәһе ордены (1949)РСФСР-ҙың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре (1982)БАССР-ҙың халыҡ шағиры (1963)Башҡортостан Фәндәр Академияһының почетлы академигы (1992) Маҡтаулы исемдәре һәм наградалары1940 йылдан СССР Яҙыусылар союзы ағзаһыӘҙәбиәт һәм сәнғәт өлкәһендәге М.А Шолохов исемендәге халыҡ-ара премия Өфө ҡалаһы, Энгельс урамы, 5 йортта шағир иҫтәлегенә бронза бюст.Композиция авторы –Өфө скульпторы Юрий Солдатов. Мостай Кәрим исемендәге 158-се башҡорт гимназияһы «Ҡоштар осорам» шиғыры ошо стелла аша мәңгеләштерелә.Стелла М.Кәрим урамында 23 октябрь, 2009 йылда асыла. Авторҙары Н.Байбурин, В. Николаев. 2006 йылдың ғинуарында Президент Указы менән театрға Мостай Кәрим исеме бирелә Башҡорт дәүләт университетының филология факультеты студенттарына 2006 йылдан Мостай Кәрим исемендәге стипендия «Оҙон –оҙаҡ баласаҡ» х /ф режиссер Булат Йосопов Театрҙарҙа күп әҫәрҙәре тамашасы һөйөүен яулай«Кеше ғүмере»«Ай тотолған төндә» 86-сы йәшендә 2005 йылдың 21 сентябрендә бөйөк башҡорт шағиры Мостай Кәрим Мәңгегә китте беҙҙең аранан.