Презентация по башкирской литературе на тему Мостай К?рим.


Мостай Кәрим — Башҡортостандың халыҡ шағиры Тормош юлы Башҡортостандың халыҡ шағиры Мостай Кәрим(Мостафа Сафа улы Кәримов) 1919 йылдың 20 октябрендә Шишмә районының Келәш ауылында урта хәлле крәҫтиән ғаиләһендә тыуған.1935 йылда ауылында мәктәпте тамамлаған.1935-1937 йылдарҙа Өфө педагогия рабфагында,1937-1941йылдарҙа Башҡорт дәүләт педагогия институтының тел һәм әҙәбиәте факультетында уҡый.Ватан һуғышының башынан аҙағына тиклем фронтта була. Һуғыштан ҡайтҡас, Мостай Кәрим ижад эшенә сума һәм ҙур йәмғиәт эштәре алып бара.1951-1962 йылдарҙа ул Башҡортостан совет яҙыусылары союзы идараһына етәкселек итә.1962 йылдан бирле ул РСФСР яҙыусылар союзы идараһы секретары вазифаһын башҡара. Ижады М.Кәримдең лирик шиғырҙарҙы һәм ”Үлмәҫбай”,”Ҡара һыуҙар”, ”Йылмайыу” исемле поэмалары бөтә уҡыусыларға таныш.М.Кәрим-талантлы драматург та.Уның ”Яңғыҙ ҡайын”,”Ҡыҙ урлау”,”Йырланмаған йыр”, ”Салауат” пьесалары республика театрҙарының репертуарында ныҡлы урын алды.”Ай тотолған төндә” тигән трагедияһы Мәскәүҙә һәм илебеҙҙең бик күп театрҙары сәхнәһендә ҡуйылды.”Беҙҙең өйҙөң йәме” һәм ”Өс таған”повестары менән шағир балалар әҙәбиәтенә ҙур өлөш индерҙе. Ҡаҙаныштары Социалистик Хеҙмәт геройы (1979)II дәрәжәләге «За заслуги перед Отечеством» ордены (2004)III дәрәжәләге «За заслуги перед Отечеством» ордены (1995)2 Ленин ордены (1967, 1979)I дәрәжәләге Ватан һуғышы ордены (1985)II дәрәжәләге Ватан һуғышы ордены (1945)Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ Ордены (1955, 1962)Халыҡтар Дуҫлығы ордены (1984)Ҡыҙыл Йондоҙ ордены (1944)Почёт билдәһе ордены (1949)РСФСР-ҙың атҡаҙанған сәнғәт эшлеклеһе (1982)БАССР-ҙың халыҡ шағиры (1963)Башҡортостандың Фәндәр Академияһының почетлы академигы (1992)1940 йылдан СССР яҙыусылар союзы ағзаһыӘҙәбиәт һәм сәнғәт өлкәһендәге М.А. Шолохов исемендәге халыҡ-ара премия Мостай Кәрим тормошо фотоларҙа ”Республикабыҙҙың халыҡ шағиры әҙәбиәттең данын бөтә ил,хатта бөтә донъя киңлегенә алып сыҡты,халыҡ күңеле күгенең,оло поэзияның яҡты йондоҙо булып балҡыны.”Ғайса Хөсәйенов