Айту?ан Х?йретдиновты? ижады буйынса презентация


Бишауыл- Уңғар мәктәбенең 4 класы уҡыусыһы Айтуған ХәйретдиновМай, 2015 йыл Һунар менән ҡыҙыҡһынам. Атайым менән һунарға сығыу- минең өсөн оло ваҡиғаҺүрәт төшөрөргә яратам. Балыҡ ҡармаҡларға әүәҫмен Төрлө конкурстарҙа теләп ҡатнашам. Уңыштарым да байтаҡ. Мәҫәлән, әкиәт һөйләү буйынса ярышта мәктәптә беренсе урын алып, район кимәленә сыҡтым, маҡтау ҡағыҙы менән бүләкләндем. Киләсәктә тағы ла тырышырға иҫәп бар Ҡайһы ваҡытта башҡа матур ғына фекерҙәр килә. Шуларҙы яҙып, гәзиткә лә биргәнем бар. Бер нисә әйберем «Даирә» гәзитендә баҫылып та сыҡты инде Һеҙҙең иғтибарығыҙға яҙмаларымдың текстарын тәҡдим итәмШәп ял булды Атайым һунар менән мауыға. Буш ваҡыты булғанда йәйенме, ҡышынмы ялан-ҡырҙар гиҙергә, урман ҡыҙырырға ярата. Тура килгәндә үҙе менән мине лә эйәртә. Мин дә һунар яратам. Телевизорҙан һунарсылар хаҡында ҡыҙыҡлы тапшырыуҙар ҡарайым. Йәнлектәрҙең, ҡоштарҙың төрлө үҙенсәлектәре хаҡында белергә тырышам. Бер көндө атайым менән саңғыларыбыҙҙы кейҙек тә, Бос һәм Найда исемле эттәребеҙҙе алып, ауыл эргәһендәге яланлыҡҡа юлландыҡ. Кистән генә яуып үткән ҡарҙа унда-бында эҙҙәр күренгеләй.Ҡош эҙҙәрен йәнлек эҙҙәренән айырырға үҙемдең дә ҡулдан килә. Ҡуян эҙен дә таныйым: алғы тәпәйҙәре ҡушарлаһа, артҡылары бер-бер артлы була. Ә бына башҡа эҙҙәрҙе әлегә танымайым. Атайым әйтә: “Төлкө эҙе ҡуяндыҡына ҡарағанда ҙурыраҡ була.” Барабыҙ-барабыҙ, атайым һөйләүен дауам итә: “Ә ҡор йөрөгән урындарҙа ҡар уйымдары була, сөнки улар ҡар эсенә инеп йәшеренеүсән. Ҡор булған ерҙә төлкө лә алыҫ булмай. Ҡорға төлкө һунар итә.” Яланда төрлө-төрлө эҙҙәр ярылып ятһа ла, бөгөн табышҡа юлыҡманыҡ. Әммә күңел төшөнкөлөгөнә бирелмәнек. Эш табыштамы ни? Тәбиғәт матурлығына һоҡланып, саф һауала йөрөп, сәләмәтлеккә файҙа алып ҡайтыу үҙе бер ләззәт тә инде. Бос менән Найда ла ҡәнәғәт булдылар. Улар ҙа кинәнеп сабып, ял итеп ҡайтты ла баһа. Уның да өлөшө ҙур Минең дәү ҡартатайым Һәҙиәтулла Ғиззәтулла улы Хәйретдинов булған. Бишауыл-Уңғар ауылында тыуған, колхозда тракторсы булып эшләгән. Бөйөк Ватан һуғышы башланғанда уға 31 йәш булған. Ауыр яу юлдарын үтеп, уға иҫән-һау тыуған яҡтарына ҡайтыу бәхете тейә. Һуғыштан һуңғы йылдарҙа колхоз тормошон аяҡҡа баҫтырыуҙа намыҫ менән эшләй, Нажия дәү нәнәйем менән өс ул, ике ҡыҙ үҫтереп, уларға матур тәрбиә бирә. Мал-тыуары, йорт-ҡураһы бөтөн була. Йүнсел, бөтмөр, эшһөйәр кеше була дәү ҡартатайым. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, 68 йәшендә генә яҡты донъяларҙан китеп бара. Һуғышта алған яралары үҙенең ҡара эшен эшләй… Дәү ҡартатайымдың һуғышта үткән юлы хаҡында белмәйем, бер ниндәй ҙә мәғлүмәт һаҡланмаған. Әммә уның менән ғорурланам, илебеҙ, халҡыбыҙ именлеген яҡлап батыр һуғышсы булғанына ышанам. Яуыз дошманды еңеп, Еңеү яулауҙа уның да өлөшө ҙур. Үҙен күреп белмәһәм дә, минең өсөн ҡәҙерле кеше ул. Мәктәпкә китергә сыҡтым. Ауыр дәрестәр бөгөн.Алты бүлек шиғыр ятлап,Йоҡоһоҙ үтте төнөм. Рус теленән диктант була,Контроль эш тағы ла.“Бишле” сыҡһын тип тырышамСиректең аҙағына. Сыйырсыҡтар ҡайтҡан икән-Һыҙғырышалар иртүк.Шәберәк атлайым әле,Һуңлап ҡуймайым берүк.  Уҡыуҙан ҡайтҡас та эш күп:Атайға ярҙам кәрәк.Әсәйгә лә, һеңлемә ләМин булам оло терәк. …Мәктәпкә барып керҙем,Ҡаранам алан-йолан.Барып етте саҡ башҡа:Портфелем өйҙә ҡалған. Әсәй менән ошо хаҡтаШиғыр сығарҙыҡ әле.Ҡыҙыҡ итеп һөйләргәИҫтәлек булһын әле.Мәктәпкә барам(Булған хәл) Иғтибарығыҙ өсөн рәхмәт!Барығыҙға ла ижади уңыштар теләйем