Внеклассное мероприятие Зир?кт?р посвященный творчеству народного поэта Башкортостан М. Карима


ЗирәктәрМаҡсаты: Башҡорт халҡының мәҙәниәтенә, тарихына ҡыҙыҡһыныу,уны белеү теләге уятыу; халыҡ йолаларына, ғөрөф- ғәҙәттәренә, тәбиғәтенә һаҡсыл ҡараш тәрбиәләү; халыҡ мәҙәниәтен күтәреүҙә яуаплылыҡ хисет уятыу; Мостай Кәрим ижадын белеү, өйрәнеү, таратыу;ижади һәләтле, талантлы уҡыусыларҙы билдәләү, уларға артабан үҫеү өсөн шарттар тыуҙырыу.
Уйын барышы:
Алып барыусы: Һаумыһығыҙ хөрмәтле уҡыусылар, уҡытыусылар һәм килгән ҡунаҡтар! Бөгөн беҙ ҡояшлы, алсаҡ матур бер көндә Башҡортостандың халыҡ шағиры, әҙәбиәтебеҙҙең аҡһаҡалы Мостай Кәрим ижадына, уның 95 йыллыҡ юбилейына арналған “Зирәктәр” уйынына йыйылдыҡ. Уйын барышында барышында әҙиптең данлы тормош юлына,ижадына байҡау яһарбыҙ.
Уйын башлар алдынан бер аҙ ғына шағир, яҙыусы, аҡһаҡал Мостай Кәрим ижады тураһында видеоклип ҡарап китәйек. Уның беҙгә уҡыусыларға әйтер һүҙҙәре бик фәһемле. Иғтибар менән тыңлап китегеҙ.
Видеоклип
Алып барыусы: Башҡортостан-гүзәл республикам! Бормаланып аҡҡан Дим һәм Ағиҙел йылғалары,сал Урал итәктәренең сәскәле туғайҙары,алтын иген баҫыуҙары,ҡеүәтле нефть фонтандары һәм гигант завод-фабрикалары булған данлы республика. Әйтерһең лә тәбиғәттең бөтә йомартлығы беҙҙең ергә Башҡортостан тупрағына бирелгән. Ошо бай,бәрәкәтле ерҙән ниндәй генә таланттар үҫеп сыҡмаған да,ниндәй генә аҡыл эйәләре көс һәм ғәйрәт алмаған. Башҡортостандың халыҡ шағиры Мостафа Сафа улы Кәримовтың да бөтә тормошо ,бала сағы,уҡыу йылдары,ижады ошо изге ер менән бәйле.
Вәлиева Илзида башҡарыуында Ҡайын япрағы тураһындағы” шиғырҙан өҙөк һөйләнә.
Күптән түгел 20 октябрҙә беҙ Мостай Кәримдең 95 йыллыҡ юбилейын билдәләп киттек. Бөгөн инде беҙ Зирәктәр уйынына Ағиҙел ҡалаһының 1- се, 2- се урта мәктәптәренең һәм башҡорт гимназияһының 6- сы класс уҡыусыларын саҡырҙыҡ. Әйҙәгеҙ әле көслө алҡыштар менән уларҙы сәхнәгә саҡырайыҡ. Рәхим итегеҙ! Уйында башлар алдынан абруйлы жюри ағзалары менән танышып китәйек: Ағиҙел ҡалаһы ҡала округы хакимиәтенең мәғариф бүлеге методисы Хәбибуллина Гүзәл Илъяс ҡыҙы, башҡорт гимназияһының башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Һөйөндөкова Фәриҙә Әхмәҙулла ҡыҙы, 1- се мәктәптең башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыҙы Мәрүә Ғәрифйән ҡыҙы, 2- се мәктәп уҡытыусыһы
Командалар менән танышыу
1 се команда , 2- се команда һәм өсөнсө команда үҙҙәренең исемдәре, девиздары менән таныштырып китеүҙәрен һорайбыҙ.
Уҡыусылар һеҙ әҙерме? Уйынды башлайбыҙ. Һәр уйын әҙерлектән- тән сыныҡтырыуҙан башлана, Әҙерлек – “Шаян һорауҙар” тип атала.
Ҡаҙ һыуҙан сыҡҡас ҡайҙа баҫа?
Һәр ете ағайҙың берәр һеңлеһе бар. Һеңлеләр һаны нисәү?
Өс сысҡандың нисә ҡолағы бар?
Сәғәттә нисә һан бар?
Өфөнөң уртаһында нимә бар?
Шулай итеп әҙерлек тамам , ә хәҙер уйындың беренсе турына күсәбеҙ. Ул “Мостай Кәримдең тормош юлын беләһегеҙме?” тип атала.
се тур “Мостай Кәримдең тормош юлын беләһегеҙме?”
Мостай Кәрим нисәнсе йылда һуғышҡа алына? ( 1942)
Уның тыуған ауылының исеме? (Келәш)
Мостай Кәримдең балаларының исемдәрен әйтеп китегеҙ? (Әлфиә,Илгиз)
Нисәнсе йылда Халыҡ шағиры исеме бирелә? (1963)
Балалар өсөн ниндәй әҫәрҙәрен беләһегеҙ? (Өс таған, Оҙон- оҙаҡ бала саҡ, Беҙҙең өйҙөң йәме, Әлфиә мажаралары, Айыухан  мажаралары)
М.Кәримдең ниндәй маҡтаулы исемдәре бар? (Социалистик Хеҙмәт Геройы, РСФСР -ҙың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре, Башҡортостандың халыҡ шағиры, Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһының почетлы академигы, СССР - ҙың Дәүләт премияһы, Ленин премияһы, РСФСР — ҙың К. А. Станиславский исемендәге дәүләт премияһы, Башҡортостан Республикаһының Салауат Юлаев исемендәге премияһы, М. Шолохов исемендәге Халыҡ — ара премия лауреаты, ике Ленин ордены, Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ,   Халыҡтар дуҫлығы, «Почет билдәһе» ордены, Iһәм II дәрәжә Ватан һуғышы, Ҡыҙыл Йондоҙ ордены, II һәм III дәрәжә «Ватан алдында күрһәткән хеҙмәте өсөн», Салауат Юлаев ордендары менән наградланған)
Халыҡ шағирының исемен йөрөткән ерҙәрҙе атағыҙ? (Милли йәштәр театры, Өфө ҡалаһындағы 158- се башҡорт гимназияһы, Өфө ҡалаһындағы һәйкәл 2013 йылда асылған, ул йәшәгән йорттағы таҡтаташ)
Нисәнсе йылда үлеп китә? (2005 йыл, 21 сентябрь)
Атаһының исеме нисек? (Сафа)
Мостафа Сафа улы Кәримов ҡайҙа ерләнә? (Өфө ҡалаһының Мосолмандар зыяратында)
Алып барыусы: Жюри ағзалары 1-се турға йомғаҡ яһағансы беҙ ял итеп алайыҡ һеҙҙең иғтибарға башҡорт гимназияһы уҡыусыларының музыкаль күстәнәсе Хәбибуллина Гүзәл башҡарыуында йыр
се тур “Китап һөйөүселәр”
Был турҙа беҙ яҙыусы, халыҡ шағиры Мостай Кәримдең “Беҙҙең өйҙөң йәме” һәм “Оҙон- оҙаҡ бала саҡ” әҫәре буйынса һорауҙар тәҡдим итәсәкбеҙ.
“Беҙҙең өйҙөң йәме” әҫәрендәге баларҙың исемдәрен һанап китегеҙ ( Йәмил, Оксана,Фәрит, Марат, Фәһимә)
Оксананың тыуған ере? (Украина)
Йәмилдең әсәһенең исеме? (Көнбикә)
Кем ул “ҡәҙерле ҡунаҡ” (Петро)
Йәмил Оксанаға кем тип өндәшә? (Туғаным)
Жанры буйынса “Беҙҙең өйҙөң йәме” әҫәре нимә? (повесть)
Шәһиҙулла кем ул? (“Оҙон- оҙаҡ бала саҡ” әҫәренән малайҙарҙың башлығы)
Арҡыры баш тип кемде атайҙар? (Хәмитйәнде)
Әсғәт икмәк ҡөҙрәте тураһында ниндәй ғибрәтле хикәйә һөйләй? (икмәктең ҡәҙерен белмәй баҫып ашаған батша тураһында)
Рукавказ тип кемде атайҙар? (Кендектең икенсе һуғышсан ҡушаматы)
Оксананың беренсе башҡорт телендә әйткән һүҙе (ағай)
Алып барыусы: Рәхмәт командаларға, жюри ағзалары йомғаҡ яһағансы 1- се мәктәп уҡыусыһы Айнур башҡарыуында ҡобайыр
сө тур капитандар ярышы “ Кем күберәк белә”?
Алып барыусы: “Оҙон- оҙаҡ бала саҡ” әҫәрендә малайҙарҙың башлығы илдәр исемен малайҙарға ҡушамат итеп бирә. Ләкин уҡыуы, белеме әҙ Шәһиҙулла донъяла булмаған илдәрҙең исемен бар тип малайҙарҙа ышандыра. Мәҫәлән уныңса Рукавказ, Беҙҙе капитандар бер минут эсендә Рәсәйҙәге республикаларҙы, шулай уҡ Рәсәй дәүләтенән сыҡҡан, ләкин бөгөнгө көндә бойондороҡһоҙлоҡ алған республикаларҙы яҙып сығырға
се тур “Нимә артыҡ”
“Оҙон- оҙаҡ бала саҡ” әҫәрендә юҡ
-Оло инәй
- Ибрай
- Марат
- Әсхәт
2. “Беҙҙең өйҙөң йәме”
- губернатор
- тракторист
- бригадир
- милиционер
3. Шағирҙың тормош юлы

Хеҙмәт геройы
2 - се дәрәжә Ватан алдында күрһәткән хеҙмәте өсөн миҙалы
Халыҡ яҙыусыһы
Станиславский исемендәге Дәүләт премия лауреаты
4. Ижады
- Отряд ҡуҙғалды
- Өс таған
- Үлмәҫбай
- Ағиҙел ярында
5. Уҡыу, белем алыу йорттары
- Аҡмулла исемендәге педогогия институты
- Келәш ете йыллыҡ мәктәбе
- Башҡорт дәүләт педагогия институты (бөгөнгө көндә БДУ)
- Муром ҡалаһының элемтәселәр училищеһы
Алып барыусы: Тыуған ер ҡуйынынан урғылған Ағиҙел кеүек киң дә,моңло ла,Урал кеүек бейек тә,уйсан да,далаларыбыҙ кеүек киң һулышлы ла,бәрәкәтле лә,тормоштоң үҙе кеүек ҡатлаулы ла ул Мостай Кәрим ижады.Халыҡ шағиры тигән һүҙ үҙе үк уның ижадының төп асылын күрһәтә.Тыуған еренә һәм туған халҡына булған мөхәббәт шағир ижадының үҙәген тәшкил итә.
Үҙенең гүзәл әҫәрҙәре менән Мостай Кәрим бөтә халыҡ мөхәббәтен яулаған шағир.Әҙәбиәт өлкәһендә күп яҡлы эшсәнлеге өсөн ул ике тапҡыр Ленин,Хеҙмәт Ҡыҙыл байраҡ,Халыҡтар дуҫлығы,Почет билдәһе ордендары менән бүләкләнде.1963 йылда халыҡ шағиры тигән маҡтаулы исем бирелде.Яҙыусы С.Юлаев,Станиславский исемендәге,СССР-ҙың Дәүләт премияһына,Г-.Х.Андерсен исемендәге Халыҡ-ара премияға лайыҡ булды.1979 йылда Социалистик Хеҙмәт Геройы тигән ҙур исем бирелә.75 йәш тулыу уңайынан Башҡортостан республикаһының маҡтау грамотаһы менән бүләкләнә.Шул көндәрҙә уның күкрәгендә тағын бер бүләк -3-сө дәрәжә “Ватан алдындағы хеҙмәттәре өсөн”ордены урын ала.Ошо һаналып үткән бүләктәр генә лә яҙыусының халыҡ араһындағы абруйының бик юғары булыуын күрһәтә.
Зал менән уйын
“Тамамла”
Ер шарының картаһына
Ҡараһаң яҡшы ғына
……………………..
“Оҙон- оҙаҡ бала саҡ” әҫәрендә малайҙар Өфө ҡалаһына нимәгә баралар? (бушҡа ҡалас ашарға баралар)
“Беҙҙең өйҙөң йәме” йәме әҫәрендә Оксананың башҡортса беренсе әйткән һүҙе? (ағай)
Мостай Кәримдең драмалары ( Ҡыҙ урлау, Ай тотолған төндә, Салауат, Айгөл иле, Ташлама утты Прометей, Йәйәүле Мәхмүт)
Мостай Кәримдең тыуған йылы? (1919)
Алып барыусы: Жюри ағзалары уйынға йомғаҡ яһағанса беҙ ҡарап үтәйек.
Жюри ағзаларына һүҙ бирәбеҙ.
Рәхмәт, шулай итеп еңеүселәрҙе ҡотлайбыҙ. Уйынбулғас еңеүселәр ҙә, еңелеүселәр ҙә була. Ә бөгөнгө уйынды Мостай Кәрим тураһындағы матур шиғыр менән тамаларға рөхсәт итегеҙ:
Салауатлы,беҙ Мостайлы халыҡ-
Шуның менән бары әйтелә.
Яҙмышыбыҙ шулай – был бәхетте
Алып булмай һорап йә теләп.
Мостай ағай,усағыңда,гүйә,
Меңйыллыҡтың тере күмере.
Тотош илгә йылы нур таратып,
Балҡып яна бөтә ғүмерең.
Салауатлы һәм Мостайлы халыҡ,
Елә мәңгелектең юлында.
Быуындарға күсер яҡты хыял
Ғорур илдең һәр бер улында.(Ирек Кинйәбулатов)
Алып барыусы: Рәхмәт барығыҙға ла, иҫән –һау тағы ла күрешкәнгә тиклем һау булығыҙ!