Исследовательская работа на тему ?абдулла Ибн С?йет — Б?рй?ни


Ғабдулла Ибн Сәйет - Бөрйәни
Г.Г.Ахмадишина
г.Уфа, гимназия №140
им.З.Биишевой
Биографияһы
Дамолла Ғабдулла Ибн Сәйет - Бөрйәни 1836 йылда Сәйетбаттал (Нурмөхәмәт улы) хәлфә ғаиләһендә тыуа. Муллаҡай ауылы муллаһы Нурмөхәмәт хәҙрәт заманында үҙенең фәнгә маһир улын Стәрлебаш мәҙрәсәһенә Ниғмәтулла хәҙрәткә уҡырға ебәрә. Сәйетбаттал мәҙрәсәне тамамлағас, шундағы Тойғон байҙың Шәмсийыһан исемле ҡыҙына өйләнә.
Бер аҙҙан Сәйетбаттал хәлфә ҡатыны һәм кескәй улы Ғабдулла менән тыуған төйәгә – Баймаҡ районы Муллаҡай ауылына ҡайтып төшә. Ғабдулла Сәиди тәүҙә ғилем һәм белем нигеҙҙәрен атаһынан ала. Уға ун бер йәш тулыуға бер-бер артлы ата-әсәһе үлеп, үкһеҙ етем тороп ҡала. Уны әсәһенең атаһы, йәғни ҡартатаһы алып ҡайтып тәрбиәләп үҫтерә. Стәрлебаш мәҙрәсәһендә ул ун ике йыл уҡый. Мәҙрәсәне тамамлауға Ғабдулла Сәиди батша әрмеһенә хеҙмәткә алына. Хеҙмәтен тамамлап ҡайтҡас, уҡыуын Бохарала дауам итә. Ғабдулла Сәиди Хәрәзм, Истамбул ҡалаларында ла булып, белемен артабан камиллаштыра. Бохарала үҙе лә мәҙрәсә тота һәм шәкерттәр уҡыта, ебәк ҡорто үрсетеү менән шөғөлләнә.
1870 йыл 34 йәшлек Ғабдулла хәҙрәт, ҡулына мәҙрәсә тамамлау хаҡында таныҡлыҡ алып, Муллаҡайға ҡайтып төшә.Һәм ебәк менән сауҙа итеп йыйған аҡсаһына мәҙрәсә һалдыра. Ғабдулла Сәиди 1871 йылда имамлыҡҡа һәм мөдәрислеккә имтихан бирә.
Ғабдулла Сәиди ике тапҡыр хаж ҡыла. Тәүге изге сәфәре 1881 йылда, икенсеһе 1899 йылда була. Ғабдулла хәҙрәт 78 йәшендә, 1914 йылдың 31 авгусында вафат була.
Мәғрифәтселек эшмәкәрлеге
Зәки Вәлиди үҙенең “Хәтирәләр” китабында Ғабдулла Сәидиҙең эшмәкәрлеген ҙурлап баһалай: “… Ғабдулла Сәиди уҡытыусы һәм остаз булараҡ танылды. Ғәрәп, фарсы телдәрендә шиғырҙар яҙҙы,”- ти ул.

Ғабдулла Сәиди Урта Азия мәҙәниәтен Башҡортостанға килтереүсе һәм … быуатта килеп ингән йәдит ысулын да беренселәрҙән булып ҡулланыусы. Муллаҡай мәҙрәсәһендә дәрестәр шәкерттәргә аңлайышлы булған төрки телендә алып барылған. Мәҙрәсәлә бер юлы 400 шәкерт уҡытылған. Уның үҙ ятаҡханаһы булған. Был мәҙрәсәлә ҡаҙаҡ балалары ла белем алған. Дин уҡытыу менән бергә донъяуи фәндәрҙе өйрәнеүгә лә ҙур әһәмиәт бирелгән. Дәрестәр практик күнекмәләр менән аралаш алып барылған. Шәкерттәр һөнәргә,халыҡ медицинаһына, сәсәнлеккә, мәргәнлеккә өйрәнгән. Ғабдулла ишан был осорҙа үҙе лә бик күп шиғырҙар ижад иткән.
Муллаҡай мәҙрәсәһендә әҙәби мәжлестәр үткәрелер булған. Татар шағиры Закир Рәмиев (Дәрдмәнд) башланғыс белемде Ғабдулла ишан мәҙрәсәһендә ала. Шағирҙар – Шафиҡ Тамъяни, Фәҡәрис Тамъяни, данлыҡлы Ғәбит һәм Хәмит сәсәндәр ҙә ошо мәҙрәсәнең шәкерттәре.
Муллаҡай мәҙрәсәһенең һөнәрселек, кәсепселек мәктәбе тирә-яҡта дан тотҡан. Бында шәкерттәрҙе мәсет һәм йорт һалыу, балсыҡтан буяуҙар яһау серҙәренә өйрәткәндәр. Даны бар донъяға таралған Каруанһарайҙы буяу- биҙәү өсөн Ғабдулла хәҙрәттең ысулы менән буяу әҙерләйҙәр. Уның буяуы бер ҙә боҙолмай: ҡояшта ла уңмай, ҡырып та бөтөрөп булмай. Ғабдулла ишан үҙе лә төҙөлөш эштәрен камил белгән.
Ғабдулла Сәиди геология фәндәре донъяһын яҡшы өйрәнгән. Ул алтынды үләнгә ҡарап табыу серенә төшөнгән. Мәҙрәсәлә әллә күпме алтын табыусылар, металды эшкәртеүсе һөнәрмәндәр әҙерләп сығарылған. 1913 йылда Сибайҙа колчедан ятҡылығын тапҡан Әбүбәкир Хоҙайбирҙин Ғабдулла хәҙрәттән дәрес алған шәхес булған. 1911 йылда Түбә руда ятҡылыҡтарын Сабирйән Мозафаров аса. Ул да хәҙрәттең шәкерте.
Мәҙрәсәнең тағы бер мөһим йүнәлеше – административ эшкә яраҡлы хеҙмәткәрҙәр әҙерләү. Мәҙрәсәне тамамлаусылар волоста, йорттарҙа төрлө административ хеҙмәткәрҙәр булып эшләгән.

Халыҡ медицинаһы мәктәбе мәҙрәсәләге мөһим йүнәлеш булып һыналған. Бында уҡып сыҡҡандар үләндән дарыу эшләй, дауалай белгәндәр. Шулай уҡ улар ауырыуҙарҙы физик тән кимәлендә дауалау серҙәренә өйрәнә. Мәҫәлән шуларҙың бер нисәүһе:
Лифма биҙе йәки лифма төйөнө шешкән саҡта ике ҡалаҡ һуған һутына самалап һыу ҡушып ҡырҡ бер көн эсергә;
Шәкәр ауырыуына юлыҡҡан кеше ҡырҡ бер көн ҡабығы менән лимон ашаһа, һауығыр;
Бауыр өсөн бал менән ҡушып иретелгән май шифалы.
Мәҙрәсәлә спорт мәктәбе лә эшләгән. Ғабдулла ишан ир-егеттәрҙе йылғырлыҡҡа, мәргәнлеккә өйрәтеүгә иғтибар бирә. Шәкерттәр арһында төрлө ярыштар, уйындар уҙғара. Был егеттәрҙе хәрби хеҙмәткә әҙерләү ҙә булып торғандыр, күрәһең. Ярыштарҙы Ғабдулла ишан Талҡаҫ күле буйында үткәрер булған.
Муллаҡай мәҙрәсәһендә шулай уҡ бағымсылыҡ, күрәҙәселек, арбау, имләү, һынау-юрау йүнәлешендә лә һабаҡ биргәндәр. Манһар ауылынан Мөжәүир Сиражетдинов, Күсейҙән Хөснетдин хәҙрәт, Мораҡтан Шәмғол хәҙрәт Ғабдулла Сәиди шәкерттәре.
Муллаҡай мәҙрәсәһенең йоғонтоһо аҫтында байтаҡ мәҙрәсәләр йәдит мәктәбенә үҙгәртелә. Таулыҡай ауылында Хәлил Рәхимов (1863-1927) – Ғабдулла Сәидинең шәкерте тәүгеләрҙән булып яңыса уҡытыуға күскән. Был мәҙрәсә 1893 йылда асылып, урта белем биргән Ислам мәктәбенә әүерелә.
Башҡорт теле һәм мәҙәниәте үҫешенә индергән хеҙмәттәре
Ғабдулла Сәидә – милләт яҙмышын ҡурсалаған шәхестәрҙең береһе. Был хаҡта З. Вәлиди: “Сәйәсәт хаҡында фекер йөрөткән аҡыллы дин әһеле булды”,- тип хәтерләй. Мәҫәлән, күренекле татар ғалиме Шиһабетдин Мәржәни “Мөстафад әл- әхбәр” тигән китабында башҡорттарҙы һәм ҡаҙаҡтарҙы кәмһетеп күрһәткән фекерҙәр әйтә. Ғәрәп сәйәхәтсеһә Ибн Фаҙландың яҙмаларын боҙоп аңлата. Быға

ныҡ ғәрләнгән Ғабдулла хәҙрәт Мәржәниҙең китабын З.Вәлидиҙең атаһының күҙ алдында яндыра.
Ғабдулла Сәидиҙең шәкерттәре лә милли рухлы, уҡымышлы кешеләр.Мәҫәлән, 1920 йылда Бөрйән-Түңгәүер кантонында башҡорт автономияһы өсөн көрәшкә күтәрелгән Юламанов, уның көрәштәше – Темәстән Бөрйән шураһы рәйесе Әбүбәкир Хөсәйенов, Бөрйән-Түңгәүер кантонының рәйесе булып эшләгән Хәлфетдин Теләүбирҙин Ғабдулла Сәидиҙең мәктәбендә тәрбиәләнгәндәр.
Ғабдулла ишан халыҡҡа аң- белем биреү менән бергә киң ҡатлам халыҡ массалары араһында мәҙәни-ағартыу эше лә алып барған. Уның маҡсаты – халыҡты яҡты юлға сығарыу, милли үҙаңын үҫтереү, мәҙәниәткә ылыҡтырыу. Ошо тәңгәлдә ул үҙенең элекке шәкерте, Орск өйәҙе ахуны, 1-се,2-се Дума депутаты Ш.Мәтинов менән берлектә Бөрйән башҡорттарының мосолман йәмәғәтселеген төҙөйҙәр. Уставта беренсе сиратта халыҡҡа аң-белем биреү, мәғрифәтселекте үҫтереү эш ҡаралған. Башҡортса уҡытыуҙы индереү алғы планға ҡуйылған. Сөнки йәдит-мәҙрәсә мәктәптәрендә уҡытыу төрки телендә алып барылған. Ә былар инде башҡорт халҡының теле үҫешенә ныҡ ҡамасаулыҡ килтергән. Ғабдулла ишан халыҡты прогрессив шәреҡ әҙәбиәте менән таныштырыу маҡсатында ауылда үҙ аҡсаһына китапхана асҡан. Ырымбур, Урта Азиянан китап һатыусылар менән даими бәйләнеш тотҡан.
Шөһрәтле һәм данлыҡлы Муллаҡай мәҙрәсәһе тирә-яҡта үҙенең уҡытыусылары һәм шәхестәре менән билдәле бер урын алып торған. Мәҙрәсә илле йыллап эшләү осоронда милләтебеҙҙең затлы вәкилдәрен сығарған. Муллаҡай мәҙрәсәһе көньяҡ Урал төбәгендә берҙән-бер мәғрифәт һәм илһам шишмәһе булып халыҡҡа хеҙмәт иткән.
Йомғаҡлау
Ғабдулла Сәидиҙең мәғрифәтселек эшмәкәрлеге төрлө сығанаҡтарға (китаптар, журналдар, интернет) таянып өйрәнелде. Эҙләнеүҙең ҡыйынлыҡтары ла булды. Сөнки Ғабдулла Сәиди тураһында мәғлүмәттәр бөтөнләй юҡ кимәлдә. Ләкин шунда ла беҙ инеш өлөштә ҡуйған ҡайһы бер һорауҙарға яуап таба алдыҡ.Ни өсөн Ғабдулла хәҙрәт тураһында бер ерҙә лә яҙылмаған? Ни өсөн ул башҡа мәғрифәтселәр араһында юҡ?
Беренсе сәбәп –географик сәбәп, йәғни Муллаҡай ауылының үҙәктән алыҫ урынлашыуы һыналалыр.
Икенсенән, Ғабдулла Сәиди үтә принципиаль кеше булған. Үҙ халҡын ныҡ яратҡан, милләтенә һүҙ тейҙереүселәргә аяуһыҙ ҡаты булған. Мәржәни һынлы Мәржәни менән “алышҡас”, әлбиттә уны урап үтәләрҙер. Шуның өсөн дә уны – Ғабдулла Сәидине – күрһәләр ҙә күрмәмешкә, белһәләр ҙә белмәмешкә һалышҡандарҙыр.
Совет власы осоронда Ғабдулла Сәиди мәҙрәсәһе ҡыйратылған, ғаиләһе һәм балалары ауылдан һөрөлгән. Бындай яҙмыш башҡа мәҙрәсәләрҙе лә урап үтмәгән. Бөтә ил буйынса белем усаҡтары юҡҡа сығарылған. Бының һөҙөмтәһе – бер нисә быуын кешеһе рухи яҡтан ярлы булып үҫте.
Эйе, яңынан-яңы мәсеттәр ҙә һалыныр, арҙаҡлы шәхестәргә таҡтаташтар ҙа ҡуйылыр, музейҙар ҙа булыр. Тик былар барыһы ла тышҡы биҙәк кенә. Ғабдулла Сәидиҙең хеҙмәттәренең, ҡулъяҙмаларының эстәлеген асыу, хикмәттәрен халыҡҡа еткереү, уларҙы тәрбиәүи сығанаҡҡа әүерелдереү һәм файҙаланыу бик күп көс, ғилем, сабырлыҡ , тырышлыҡ талап итә. Бына ҡайҙа ята ул күтәрелмәгән сиҙәм. Шул сиҙәмде күтәрһәк, бәлки аҫтынан һирәк осрай торған ынйылар ҙа табылыр.
Муллаҡай мәҙрәсәһе кеүек данлыҡлы уҡыу йорттарының эшен онотмайыҡ. Уларҙың данын күтәрәйек. Сөнки Башҡортостанда Муллаҡай мәҙрәсәһе – күренекле “Ғәлиә”, “Рәсүлиә” мәҙрәсәләре менән дә ҡатар торған уҡыу йорттары иҫәбендә.
Шулай итеп өйрәнелгән материалдарҙы анализлап, сағыштырғандан һуң эҙләнеү эшендә түбәндәге һығымталар барлыҡҡа килде.
Ғабдулла Сәиди – егерменсе быуаттың иң уҡымышлы башҡорттарының береһе булған.
Ул барлыҡ төрки телдәрҙә киң танылыу тапҡан күренекле мәғрифәтсе була.
Ғабдулла Сәиди Урта Азия мәҙәниәтен килтереүсе һәм егерменсе быуатта килеп ингән йәдит ысулын беренселәрҙән булып ҡулланыусы.
Ғабдулла хәҙрәт халыҡҡа аң-белем биреү менән бергә мәҙәни ағартыу эшен дә алып барған.
Ғабдулла Сәиди башҡорт мәғрифәтенең , мәҙәниәтенең, әҙәбиәтенең тарих биттәрен яҙыусы.
Бөрйән башҡорттарының мосолман йәмәғәтселеген төҙөүгә булышлыҡ итеүсе.
Беҙ шулай уҡ үҙебеҙҙең “Муллаҡай мәҙрәсәһендә” исемле сәхнәләштереүебеҙҙә уның ғаиләһенең татыулығын, ҡатындарының кәңәшләшеп эш итеүҙәрен дә сағылдырырға тырыштыҡ.
Муллаҡай мәҙрәсәһендә
(Мәғрифәтсе, оло ғилем эйәһе Ғабдулла Сәидигә арналған сценарий)
Ҡатнашалар:
Ғабдулла Сәиди
Мәймүнә абыстай- Сәидинең беренсе ҡатыны
Райхана абыстай- Сәидинең икенсе ҡатыны
Фатима
Файза - Сәиди һәм Мәймүнә абыстайҙың ҡыҙҙары
Сажиҙә
Дәрдмәд – йәш шағир Закир Рәмиев
Аҡмулла
Мөжәүир
Ғәбиҙулла -шәкерттәр
Юламан
Шәкерт
Беренсе күренеш
Ғабдулла Сәидиҙең өйө. Райхана абыстай ауыҙының эсенән мөңгөрләй-мөңгөрләй ҡымыҙ бешә. Фатима менән Файза китап уҡый. Сажиҙә ҡумыҙҙа уйнай.
Райхана абыстай. Йәйгән йәймәмдең
Ҡалды яртыһы.
Ике баламдың
Ҡалманы береһе.
Фатима. Кесе әсәй, нимә йырлайһың ул?
Райхана абыстай. Саҡ менән Суҡтың бәйетен әйтәм.
Сажиҙә. Ә ул бәйетте минең әсәйем дә белә.
Райхана абыстай. Белмәү ҡайҙа ул һеҙҙең әсәйегеҙ. Ул бит бик ғилемле. Ҡыҙҙар рәшдәһен тамамлаған. Мөғәллимлеккә имтихан да биргән.
Фатима. Мин дә әсәйем кеүек ғилемле булғым килә.
Файза. Мин дә беләм ул бәйетте. Әсәйем һөйләгәйне. Эй, балаларҙы ҡурҡытыу өсөн уйлап сығарғандарҙыр әле уны.
Фатима.Әсә-әй,ҡара әле, Файза гонаһ һүҙ һөйләй. Тәүбә ит, Файза!
Сажиҙә. Әйт, Файза апай, тәүбә,тәүбә, тел гонаһтарымды үҙең кисер, мәүләм, тип. Йә, әйт инде.
Файза. Тәүбә,тәүбә ҡылдым.
Райхана абыстай. Бәлки хикәйәттәр, бәйеттәр кешеләргә ғибрәт өсөн һөйләнә, йырлана торғандыр. Шундай хәлдәргә тарымаһын, кешеләр үҙ-ара татыу йәшәһен, берҙәм булһын өсөн әйтелә инде улар…
Мәймүнә абыстай инә. Райхана ым менән ҡыҙҙарҙы тыя.
Мәймүнә абыстай. Йә, ни булды? Ниндәй тауыш ҡуптараһығыҙ? (Ҡыҙҙар өндәшмәй).
Атайығыҙ быйыл да Сураш батыр исеменә мәргәндәр ярышы үткәрә. Ситтән дә бик күп ҡунаҡ килмәксе. Ҡулығыҙҙан килгәнсе кесе әсәйегеҙгә түрбашта ярҙам итегеҙ.
Сажиҙә. Әсәй, Сураш батыр ҙа Муллаҡайҙанмы?
Мәймүнә абыстай. Сураш мәргән мин тыуып-үҫкән Иҫәнбәт ауылынан сыҡҡан. Уҡтан атыуҙа берәүгә лә ал бирмәгән, был тирәлә мәргәнлектә уға тиң булмаған. Бәһлеүән батыр йәйәһен киреп, уғын керешенә ҡуйып,күҙәп атып ебәреүе булған, айыуы ла, бүреһе лә, һеләүһене лә шунда уҡ тәгәрәп ҡолаған.
Фатима. Дуҫтары Этҡол менән Әмин дә Сураш батыр кеүек көслө лә , ғилемле лә булғандар,ти атайым.
Мәймүнә абыстай.Эйе, дөрөҫ әйтә атайың. Сураш мәргән үҙе лә халҡы, иле өсөн янып йәшәгән батырҙарҙың береһе. Ул батырҙың рухын ҙурламау яҙыҡ булыр ине. Ярай, ҡыҙҙар, китаптарығыҙҙы ҡуйығыҙ ҙа , ана, кесе әсәйегеҙгә булышығыҙ.
Райхана абыстай. Мәймүнә абыстай, ҡымыҙҙың тәмен генә тәмлә әле. Әллә сөсө итеп ҡуйҙым.
Мәймүнә абыстай. (Тәмләп). Бик һәйбәт һаумал булған,абыстай,ҡымыҙың тамаҡҡа яғылып тора, әйтәүгер. Аш-һыуға бигерәк оҫтаһың шул, ҡулыңдан ҡыуанғыр.
Ғабдулла Сәиди менән Дәрдмәнд килеп инә. Ҡыҙҙар менәнРайхана абыстай шаршау менән бүленгән яҡҡа сыға. Мәймүнә абыстай сәй табыны әҙерләй.
Ғабдулла Сәиди. Шәкерттәрҙең йән сәләмәтлеген генә түгел, тән сәләмәтлеген нығытыуға ла иғтибарҙы көсәйтеү зарур. Ат сабыштырыу,көрәш, уҡ-һаҙаҡ ярыштарын йышыраҡ ойошторорға кәрә-әк.Бындай уйындар шәкерттәрҙең мәргәнлеген, отҡорлоғон,тапҡырлығын,тәүәкәллек һәләттәрен үҫтереүгә булышлыҡ итә.
Арҡа өҫтәренән каруан килә
Бохаранан түгел Хиуанан,
Мал байлыҡайҙарым булмаһа ла,
Шәкерттәрем күпкә ҡыуанам,тип ҡыуанып тик йөрөйөм.
Әйҙүк-әйҙүк, түрҙән уҙ, Закир.
Дәрдмәнд. Хаж ғәмәлен үтәп ҡайтҡанһығыҙ икән. Кейемегеҙгә булһа ла ҡағылырға теләп,ашҡынып килгән шәкертегеҙ булам. Хәл-әхүәлдәрегеҙ, һаулығығыҙ нисек?
Ҡул биреп күрешәләр.
Ғабдулла Сәиди. Аллаға шөкөр, именлектәбеҙ. Әле бына шуны уйлап ултырам, Закир. Мәҙрәсәләрҙә уҡытыу күпселек төрөк телендә алып барыла бит. Ә был беҙҙең башҡорт халҡының үҙ теле үҫешенә ныҡ ҡамасаулыҡ килтерә. 1-се, 2-се Дума депутаты,элекке шәкертем Мәтинов менән кәңәшләшеп ҡарамаҡсымын. Бөрйән башҡорттарының мосолман йәмәғәтселеген төҙөп, уставҡа беренсе сиратта халыҡҡа үҙ телебеҙҙә аң- белем биреүҙе, мәғрифәтселекте үҫтереүҙе индереү бик зарур.
Дәрдмәнд. Бик хуп, бик хуп, тәҡсир. Мин дә Истамбулда яҙыусылар,шағирҙар менән танышып йөрөй торғас, ниңә беҙгә лә үҙебеҙҙең мосолман гәзит- журналын сығармаҫҡа, тигән фекергә килдем. Финанслауҙы үҙ өҫтөбөҙгә алыр инек.
Ғабдулла Саиди. Дөрөҫ фекерҙәһең,Дәрдмәнд. Хәҙер һине шулай тип йөрөтәләр түгелме, Закир?
Күрәһеңме, ялтырай күктә йондоҙ –
Ҡалған бар йондоҙҙарҙан яҡтыраҡ.
Торам тиһәң донъяла, бул һин йондоҙ,
Ян, ялтыра башҡаларҙан дәртлерәк.
Дәрдмәнд. Дәрдмән псевдонимы менән яҙыуымды бер кемгә лә, хатта Шакир ағайыма ла әйтмәгәйнем. Ҡайҙан белдегеҙ?
Ғабдулла Сәиди. (Мут йылмайып). Белдем. Дәрдмәнд… Фарсы һүҙе. Ҡайғылы, моңло,зарлы, ыҙа сигеүсе, шулаймы? Дәрденә дәрдмәндләр шифа табды, йәғни сиренә шифа тапты… Әллә башҡортсалап, уны кешеләргә дәрт,илһам таратыусы тип аңларғамы?
Дәрдмәнд. Икеһендә лә дөрөҫлөк барҙыр. Ҡай саҡ халҡыбыҙ өсөн йөрәк әрнеп китә. Мәҙрәсәләр аҙ, дауаханалар юҡ тиерлек, ярлылыҡ көслө. Ә Европала бөтөнләй икенсе бит.
Ғабдулла Сәиди. Дөрөҫ әйтәһең, Дәрдмәнд, дөрөҫ. Сит ерҙәрҙә йөрөп күпте күргән хаҡ мосолманһың. Ә өйләнергә йыйынмайһыңмы әле?
Дәрдмәнд. Мәхүпьямал исемле бер ҡыҙ оҡшай.
Ғабдулла Сәиди. Ата-әсәһе кемдәр?
Дәрдмәнд. Орск ҡалаһы сауҙагәрҙәре. Мәхүпьямал гимназия тамамлаған, ислам диненә бирелгән ҡыҙ. Ғәрәп , фарсы телдәрен белә. Мосолман әҙәбендә тәрбиәләнгән.
Ғабдулла Сәиди.Бик хуп, бик хуп. Оҡшаһа, оҙаҡҡа һуҙма, өйлән.
Дәрдмәнд. Атайымдар ҙа шулай ти. Ул бит русса ла, французса ла иркен аралаша.Һәр нәмәгә үҙ фекере, үҙ ҡарашы бар. Европа илдәрендә булһа, баһалай белерҙәр ине. Ә беҙҙә ҡатын-ҡыҙ ни бары ир ҡатыны ла, бала әсәһе.
Ғабдулла Сәиди. Бик ғилемле ҡыҙ бала икән.
Дәрдмәнд. Тәҡсир,һеҙҙе Төркиәлә лә беләләр икән. Ғабдулла Сәидилә уҡыным тигәйнем, зыялылар араһында бермә-бер абруйым күтәрелде. Бохаранан килгән, заманында һеҙҙән дәрестәр алған Ғосман бин Әхмәт исемле бер бик ғилемле шәйех менән дуҫлаштыҡ. Робағиҙар яҙа… “Бала саҡтан күҙҙән ауырыным, Ғабдулла хәҙрәт өшкөрөп һауыҡтырҙы”, тине. Һеҙгә сәләмдәр күндерергә ҡушты. Бүләк итеп бына китабын ебәрҙе. (Ҡуйынынан сығарып китап бирә).
Ғабдулла Сәиди. Эйе, эйе, иҫләйем. Бар ине ундай шәкертем. Рәхмәт иғтибарына. Ғилем эйәһе булып киткән икән, афарин, белемгә һыуһап тотонғайны.
Дәрдмәнд. Рөхсәт булһа, йыйын башланғансы яңы килгән шәкерттәрегеҙ менән танышырға ине.
Ғабдулла Сәиди. Мөмкин, мөмкин.Үҙем дә улар янына йыйынып тора инем.
Улар сыға.
Икенсе күренеш
Ғабдулла Сәидинең тирмәһе янына арбаһына һандыҡ тейәгән,шәкертен ултыртҡан Аҡмулла килеп туҡтай.
Аҡмулла. Сураш батыр ҡандай ир ине,
Мәргәнлеге илдә бер ине.
Яуыз Брагинды атып йыҡҡан,
Халҡын һөйгән алтын ир ине.
Аҡмулла тирмәгә инеп китә, шәкерт арба янында ҡала. Мөжәүир,Ғәбиҙулла, Юламан килеп сығалар. Ҡул биреп күрешәләр.
Мөжәүир. Ҡайҙан булаһығыҙ? Ярышҡа тип килдегеҙме?
Шәкерт. Темәстәнбеҙ. Мине Аҡмулла сәсән “Мәргәндәр ярышына”алып килде.
Юламан. Ә-ә, Мифтахетдин Аҡмулла олатаймы?
Ғәбиҙулла. Ҡандай ҙу-ур һандыҡ тейәгән,ә?
Юламан. Мөжәүир, эсендә нимәләре бар икән, белмәйһеңме?
Ғәбиҙулла. Их, күрһәң ине, ивет ә, Юламан?
Мөжәүир.Һандыҡтың эсендәме? Эсендә-ә… бик күп китаптар, тағы китаптар…һәм ҡул эштәре оҫталығы ҡоралдары.
Шәкерт. Үтә күрә тигән һәләтең бармы әллә? Дөп-дөрөҫ әйтеп бирҙең дә ҡуйҙың.
Әйткәндәй,Закир Рәмиев тә килгән, тиҙәр.
Мөжәүир. Теге алтын хужаһымы?
Юламан.Эйе. Ул да Ғабдулла Сәидиҙең шәкерте. Мәғдән табыу серҙәренә уларҙы хәҙрәт өйрәткән.Былтыр Закир ағай мәсеттең манараһын алтынлатты.
Ғабиҙулла. Мифтахетдин Аҡмулла ла бында йыш була ул.
Шәкерт. Аҡмулла сәсән- Ғабдулла хәҙрәттең ағаһы,үәт.
Юламан. Әйтәүгер йыш киләшул. Мин уның кү-үп шиғырҙарын яттан беләм.
Мөжәүир. Йә, әләйһәң һөйләп ишеттер һуң.
Юламан. Ғилемлелек –даръялыр,
Ҙур рыялыҡ булмаһа.
Аҡыллы әҙәм –олуғтыр,
Асыуы артыҡ булмаһа.
Былтыр беҙҙең мәҙрәсәлә алты йөҙгә яҡын шәкерт уҡыны.
Ғабиҙулла. Һу-у! Ҡалай күп! Эй, малай, Ғабдулла хәҙрәт был тиклем ғилемгә ҡайҙан, кемдән өйрәнде икән?
Юламан. Бохарала ун бер йыл уҡып ҡайтҡан, ти.
Ғабиҙулла. Ун бер йыл!.. Ай-һай, әйтеүе генә анһат. (Телен сартылдата).Бигерәк оҙаҡ би-ит.
Мөжәүир. Ғабиҙулла, уны оҙаҡ тиһең, унан алда хәҙрәт Стәрлебаш мәҙрәсәһендә ун ике йыл уҡыған, үәт.
Ғабиҙулла. Егерме өс йы-ыл! Шул тиклем уҡып буламы икән ни?
Шәкерт. Аҡмулла сәсән уны ысын ғалим , ти. Ҡулынан килмәгән эше, белмәгән ғилеме юҡ икән.
Юламан. Эйе-эйе.Теләһә, Һаҡмар йылғаһы аша һыу өҫтөнән атлап үтә икән. Беҙҙең ни уйлағанды ла һиҙеп тора,ти. Сирлеләрҙе имләп һауыҡтыра. Үләндәр, таштар серен белә.
Ғабдулла Сәиди, Аҡмулла, Дәрмәнд сығалар.
Аҡмулла. Егетлек хасиәте - мәғрифәттә,
Илдә үҫкән һөнәр түгел ғафил ятмаҡ…
Әссләмәғәләйкүм! Һай-һа-ай,бында мәргәндәрҙең аҫылдары йыйылған икән. Хуп,хуп. Шәкерттәребеҙ ғилемле булған кеүек мәргәнлектә лә һынатмаҫтар, шулаймы , егеттәр?
Дәрмәнд. Мәргәндәр ярышының башланыуын сыҙамай көтөп йөрөйһөгөҙме? Шәкерт саҡтарҙа Сураш батыр исеменә үткәрелгән ярыштарҙа беҙ ҙә Шакир ағайым менән ҡатнаша инек.
Аҡмулла. Булмайҙыр сабан берҙәй елгән менән,
Буламы наҙан берҙәй белгән менән?
Дәрестәрҙә алған аң-белемегеҙҙе, зирәклегегеҙҙе эшкә екһәгеҙ – кәм-хур булмаҫһығыҙ.
Ғабдулла Сәиди. Хөрмәтле ишандар, шәкерттәр!Бына быйыл да беҙ Талҡаҫ күле буйына Сураш батырҙы иҫкә алып, уның рухын ҙурлау ниәтендә ярыштар үткәрергә йыйылғанбыҙ. Бөгөн уҡ атыуҙың алты төрө буйынса мәргәндәр ярышын үткәрәбеҙ. “Мәргәндәр ярышының” еңеүсеһенә бер тай. Икенсе, өсөнсө урын яулаусыларға ебәк елән. Һәр ярыш төрөнә хөкөмдар ҡуябыҙ. (Аҡмуллаға ҡарап). Һин, Аҡмулла ағай, балдаҡ аша атыу ярышының хөкөмдары булырһың. Закир,ә һин Сураш батыр һымаҡ ҡырҡа атыуға хөкөмдар. Хәйерле сәғәттә “Мәргәндәр ярышын” башлайыҡ.
Шәкерттәр шау-гөр килеп мәргәнлектә ярыша. “Афарин,Мөжәүир” , “Сәптең нәҡ уртаһына атҡан!”, “Һай, мәргән икәнһең, шәкерт!” – тигән һүҙҙәр яңғырай. Юламан ҡурайҙа уйнай.
Ғабдулла Сәиди. Бына өс көнгә һуҙылған ярыш тамамланды.Барлыҡ һынауҙарҙы үтеп, хөкөмдарҙар мәрәйҙәрҙе һанағас, Ғабиҙулла исемле егетебеҙ өсөнсө урынды яуланы. Афарин, егет! Темәстән килгән Аҡмулла сәсән шәкерте һәм Муллаҡай мәҙрәсәһенән Юламан – икенсе урынды алдылар… Мөжәүир, кил әле яныма, кил. Хөкөмдарҙар бер тауыштан һине “Мәргәнлек ярышының” еңеүсеһе тип билдәләне. Бына йүгән, ҡайтҡас тайыңды ауыҙлыҡларһың.Сураш мәргән рухы һине ҙурланы. Мөжәүир, һинең киләсәгең бик өмөтлө. Алған ғилемеңдең тамсыһын да сайпылтмай халҡыңа илтәсәкһең! Данлыҡлы, белемле халыҡ табибы булып танылырға Муллаҡай мәҙрәсәһендә алған белемең һиңә бик ҙур ярҙам итәсәк. (Халыҡҡа ҡарап). Ярышта ҡатнашыусы шәкерттәргә лә, ғәҙел хөкөм сығарған хөкөмдарҙарға ла бик ҙур рәхмәт. Киләһе йыл да һаулыҡ-сәләмәтлектә осрашырға насип булһын.


Шаршау
Ҡулланылған әҙәбиәт:
1. Сайт Ургаза.ru Историко – краеведческий портал. Абдулла Саиди: религиозная и просветительская деятельность (из истории медресе “ Саидул” д. Муллакаево Баймакского района). Автор Г.Д. Ибрагимов, 2010г.
2.Г.Лоҡманова. Остаздарҙың остазы, мөтәфәннин шәхес Ғабдулла хәҙрәт Сәйетов (Муллаҡай). Сибай, 1997й.
3. Р. Үтәғолов. Тропою знаний. Баймаҡ, 2000 й.
4. Р.Утягулов. Звезды Ирендыка. Сибай, 2001г
5. Узиков Ю.А. Сказание о земле Баймакской. Уфа, 1998г.
6.Ә.З. Сәйғәфәров. Дәртмәнд. Ижад шишмәһе – Ирәндектән. Баймаҡ, 2009 й.
7. Ә. Вилданов. Аҡмулла. Өфө, 1981 й.
8. Л. Яҡшыбаева . Ғабдулла Сәиди. Шоңҡар, № 6,7 2010 йыл