Конспект открытого занятия во второй младшей группе ?ыш?ы урман


Тирә-яҡты өйрәнеү буйынса «Ҡышҡы урманда» темаьына асыҡ дәрес
Материалдар: компьютер, телевизор, аҡҡуян уйынсығы, тылсымлы муҡса, ҡыр хайуандарының фигуралары (ҡуян, айыу, бүре, мышы, тейен, төлкө), А4 форматындағы ҡағыҙ бите, унда ҡыр хайуандары төшөрөлгән (бүре, ҡуян, төлкө, тейен, айыу, мышы) һәм 6 карточканан торған набор, ҡуяндың мороно, ҡолаҡтары, елем, күк картон ҡағыҙы, манка ярмаьы, салфеткаларДәрестең маҡсаттары:
Ҡыш миҙгеле турайында белемде тәрәнәйтеү.
Урмандағы ҡышҡы хайуандар менән таныштырыуБалаларҙың бәйләнешле телмәрен үҫтереү өҫтөндә эшләү.
Тәбиғәтте күҙәтеү,тәбиғәткә һөйөү,һаҡсыл ҡараш тәрбиәләү.
Ярма менән һүрәт төшөрөргә өйрәтеү
Дәрес барышы:
Экранда иртәнге урман һүрәте.
Балалар урындарында ултыралар.
Балалар, ҡарағыҙ, ниндәй ҡар өйөмдәрен буран һалған! Ә өйөмдәр артында кем йәшенеп ултыра ул. Был бит ҡуян !Ул беҙҙең менән танышыр өсөн килгән бит.
Ниндәй бәләкәй генә, йомшаҡ ҡына, аҡ ҡына, ҡарға оҡшаған! Әйҙәгеҙ уның менән танышайыҡ!
Ҡуян һәр бала менән таныша, уларҙың ҡулына менеп ултыра, балалар уны һыйпай.
Бармаҡ гимнастикаһы:
Ҡар өҫтөндә аҡ ҡуян һикерә лә һикерә (бармаҡтар тубыҡтарҙа һикерәләр)
Төлкө менән бергә улар йәшенмәк уйнайҙар (күҙҙәрҙе ҡулдар менән ҡаплайбыҙ)
Мин - һары төлкө, ҡуяндарҙы тиҙ табам- (ҡулдар менән төлкөнөң хәрәкәттәрен күрһәтәбеҙ)
Ҡар өҫтөндә уларҙың ҡойроҡтары күренә (йоҙроҡ-ҡойроҡтарҙы күрһәтәбеҙ) Серле муҡса уйыны:
Балалар, урманда ҡуяндан башҡа тағы ла төрлө хайуандар йәшәй. Улар ҙа һеҙҙең менән танышып, уйнағылары килә. Улар барыьы ла ошо серле муҡса * эсенә йәшенгәндәр. Әйҙәгеҙ әле, балалар, ҡарайыҡ, тағы ла кем урманда йәшәй икән.
Балалар бер-бер артлы муҡса эсенән бер хайуанды алып сығалар(бүре, төлкө, ҡуян, айыу, тейен, мышы). Башҡаларға күрһәтәләр, тәрбиәсе уның үҙенсәлектәре тураһында һөйләй. Шунан хайуандыү фигураһын урман эсенә' ҡуялар.
Дидактик уйын: урман хайуандарыБалалар өҫтәл артына ултыралар, ҡуян уйнап алырға тәҡдим итә:
Һәр балаға А4 форматындағы ҡағыҙ, унда ҡыр хайуандары төшөрөлгән (бүре', ҡуян, төлкө, тейен, айыу, мышы) һәм 6 карточканан торған набор. Экранда бер-бер артлы хайуандар һүрәте сыға. Балалар, хайуанды күреү менән уны үҙенең битендә табып карточка менән ябырға тейеш.
Балалар, ҡуян беҙҙе урман буйлап йөрөп килергә саҡыра, (тыныс музыка аҫтында, ашыҡмайынса, балалар ҡар өйөмдәре эргәһенә киләләр. Аҡ экран аҫтында, аҡ туҡыма аҫтында ҡар бабай ултыра) Ҡалай урманда ҡар күп ул! Балалар, әйҙәгеҙ, ҡар бабайҙы яһайыҡ! Әйҙәгеҙ, күберәк ҡарҙы йыябыҙ ҙа, бер-береһенең өҫтөнә ҡуябыҙ (хәрәкәттәрҙе яһайбыҙ). Йомроҡай һәм йомроҡай, килеп сыға ҡар бабай!
Ҡар бабай яйлап тора, күҙҙәре йомоҡ.
Ҡарағыҙ әле, балалар, ниндәй матур ҡар бабай килеп сыҡты! Тик, ниңәлер беҙҙең ҡар бабайыбыҙ йоҡлай һәм уянырға ла уйламай. Әйҙәгеҙ әле, уны уятайыҡ. Әйҙәгеҙ, сәпәкәй һуғайыҡ. Уянмай! Әйҙәгеҙ аяҡтарҙы тыпырлатайыҡ. Уянмай! Әйҙәгеҙ, уға өрәйек.
Яйлап ҡына күҙҙәрен аса башлай.
Ҡб: Ой, кем ул бындаТ: Был - балалар, улар урманда йөрөгәндә һине, ҡар бабай, ҡарҙан яһанылар.
Ҡ.б.: Ниндәй афарин балалар! Рәхмәт!
Т: Әйҙә, ҡар бабай, уйнап алайыҡ
Ҡб: Әлбиттә, әйҙә!
Ҡар бабай торорға тырыша, ләкин килеп сыҡмай.
Ҡб: Һеҙ мине эшләнегәеҙ ҙә ул, ләкин йөрөргә өйрәтмәнегеҙ
Балалар: Ҡурҡма, ҡар бабай, хәҙер өйрәтербеҙ. Йөрөр өсөн аяҡтарҙы күтәрергә кәрәк.
Ҡышҡы зарядка
Рәхмәт, балалар, хәҙер мин атлай алам. Әйҙәгеҙ түңәрәккә тороп, зарядка эшләп алайыҡ.
Бер, ике, өс, дүрт (ҡулдар менән ҡар йомарлығын эшләү хәрәкәтен күрьәтәбеҙ)
Ҡар йомарлағын эшләйбеҙ
Ҙур, матур ҙәм бик шыма,(ҡулдар менән ҙур түңәрәк яһайбыҙ)
Тик ҡарҙы һин ашама!(ярамай тигән хәрәкәт)
Бер-ташлайбыҙ,(ҡулдар өҫкә)
Ике-тотабыҙ,(ҡулдар аҫҡа)
Өс-һалабыҙ(ҡулдарҙы иҙәнгә тейҙерәбәҙ)
Һәм тапайбыҙ.(һикерәбеҙ)
Ҡар бабай: ой-ой, ай-ай!
Т.: нимә булды, ҡар бабай
Ҡ.б: зарядка эшләй торғас ныҡ тирләнем, ирей башланым шикелле...
Т.: ҡар бабайҙы ҡотҡарырға кәрәк. Әйҙәгеҙ уны урманға кире ҡайтарайыҡ. Һау бул, Ҡар бабай! (бөтәһе лә Ҡар бабай менән хушлаша)
Практик эш: Ҡуян портреты
Балалар, ҡуянға ла ҡайтырға ваҡыт етте. Уны әсәһе менән атайы көтәләр. Әйҙәгеҙ иҫтәлеккә уның портретын эшләйек.
Ҡуяндың моронон, ҡолаҡтарын күк картонға йәбештерәләр. Ҡуян тирәһендәге урынға елем һөртөп, манка һибеп сығалар (ҡар имитацияһы),
салфетка менән ҡаплап бер аҙ тотоп торалар һәм салфетканы алалар. Ҡуян портреты әҙер!
Һөҙөмтәләр
Балалар, беҙ һеҙҙең менән шундай күңелле итеп уйнаныҡ, хатта кис еткәнен дә һиҙмәгәнбеҙ. (Экранда киске ҡыш һүрәте) Ҡышҡы урманда йөрөү оҡшанымы (балалар яуаптары). Беҙ урманда йөрөнөк, ҡыр хайуандары менән уйнаныҡ - төлкө, бүре, ҡуян, айыу, мышы, тейен, Ҡар бабайҙы яһәныҡ, уның менән уйнаныҡ, үҙебеҙгә иҫтәлеккә ҡуян портретын эшләнек. Үәт беҙ ниндәй афариндар! Ә хәҙер беҙгә урмандан ҡайтырға ваҡыт етте.
Уйын:
Түңәрәккә торабыҙ.
Кис етеп килә (ҡулдарҙы ике яҡҡа йәйәбеҙ)
Буран башлана (ғулдарҙы баш осонда сайҡалтабыҙ)
Һыуыҡ көсәйә (йоҙроҡтар эшләйбеҙ)
Битте семетә (бармаҡтар менйн битте семтейбеҙ)
Ҡулдар өшөй башланы (устарҙы ышҡыйбыҙ)
Уларҙы йылытабыҙ (устарға өйрәбеҙ)
Ҡараңғы төшә башлай (күҙҙәрҙе устар менән ҡаплайбыҙ)
Өйгә ҡайтырға ваҡыт
Бөтәгеҙ ҙә"һау булығыҙ!" (ҡулдар менән )