“А?мулла—??р заманда ха? мулла” 9 класс ?с?н баш?орт ???би?тен?н д?рес ?лг???


Башҡортостан Республикаһы Балаҡатай районы муниципаль районы Билән ауылының урта дөйөм белем биреү мәктәбе муниципаль бюджет мәғариф учреждениеһы

“Аҡмулла—һәр заманда хаҡ мулла”
9 класс өсөн башҡорт әҙәбиәтенән дәрес өлгөһө
Төҙөүсеһе:Балаҡатай районы Билән ауылының
дөйөм белем биреү мәктәбенең
башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы
Сабирова Ғәлиәбаныу Абдулла ҡыҙы
2016, Билән
Тема: Мәғрифәтсе-шағир Мифтахетдин Аҡмулланың ижадын һәм тормошон өйрәнеүҙе йомғаҡлау дәресе. “Урын алған халҡы йөрәгендә”
Дәрестең маҡсаты:
1)Шағирҙың тормош юлын һәм ижади мираҫын өйрәнеү
2)Аҡмулла ижады йоғонтоһонда уҡыусыларҙа белемгә ынтылышты көсәйтеү, ғәҙеллек, юғары әхлаки сафлыҡ тәрбиәләү.
3)Аҡмулла тураһында уҡыусыларға өҫтәлмә мәғлүмәттәр биреү.
4)Аҡмулланың башҡорт халыҡ мәғрифәтсеһе, оло шәхес булыуы менән ғорурланыу тойғоһо уятыу..
Уҡыусыларҙың эшмәкәрлегенең эш төрҙәре.
Яҡтылыҡ йырсыһы—Аҡмулланың ижадын, тормошон өйрәнеү. Шиғырҙарын тасуири уҡыу. Йөкмәткеһе буйынса бирелгән һорауҙарға яуап биреп, әңгәмә үткәреү. Аҡмулланың тәрән йөкмәткеле шиғри әҫәрҙәренән афоризмдарҙы табыу, уларҙы яҙып алыу. Аҡмулланың дәреслектә бирелгән шиғырҙары буйынса проект технологияһы буйынса сығыш әҙерләү.
Йыһазландырыу: проектор һәм экран.
Дәрес барышы.
Төнө генә түгел, көндәре лә
Ҡара булған саҡта халыҡтың,
Эҙләгәнһең наҙанлыҡты йырып,
Ҡайҙа икәнлеген хаҡлыҡтың.
Н. Яруллин
Уҡытыусының инеш һүҙе.
Был шиғри юлдарҙы бынан ун йыл элек, мәшһүр яҡташына, мәғрифәтсе шағир Мифтахетдин Аҡмуллаға бағышлап, Ҡырғыҙ-Миәкә ауылы уҙаманы Н. Яруллин яҙған. Халыҡтың күңел йылыһын, ихтирамын сағылдырған бындай поэтик бағышлауҙар, мәҙхиәләр күп яҙылған был шәхескә ҡарата. Ваҡыт үтә, йылдарға-йылдар ялғана барған һайын, был оло ихтирам тойғоһо үҫкәндән үҫә бара халыҡ күңелендә: йыл һайын гөрләтеп Аҡмулла көндәре уҙғарыла, ижады мәктәптәрҙә һәм вуздарҙа өйрәнелә, әҫәрҙәре гүзәл мәҙәниәт һарайҙарының сәхнә түрҙәренән, һабантуй, шиғриәт байрамы майҙандарынан яңғырай, музейы уның ижадын хөрмәт итеп килеүселәр өсөн ишеген көн дә шар аса...
Башта уҡ шуны әйтергә кәрәк: Аҡмулла уҡ олуғ шәхестәребеҙ тураһында бындай хәстәрлек күреү, фекер йөрөтөү бөтәһенән дә элек улар өсөн түгел, ә беҙҙең үҙебеҙгә, бөгөнгө заманға кәрәк. Сөнки халыҡ үҙенең улдарын һәм ҡыҙҙарын иҫкә ала, фекер йөрөтә икән- ул иң элек үҙенең асылы, яҙмышы, үткәне, бөгөнгөһө һәм киләсәге хаҡында уйлана, яна, көйә, шатлана, ижад итә, йәшәргә, алға барырға ынтыла тигән һүҙ.
Үткән дәрестә беҙ уның биографияһын өйрәнгәйнек.
Өйгә эште тикшереү.
1-се уҡыусы уның биографияһы менән таныштыра.
Уҡыусы сағышынан һуң әңгәмә ойошторола.
----Ни өсөн шағирҙы Аҡмулла тип атап йөрөтәбеҙ?
Шағирҙың исеме Мифтахетдин. Аҡмулла уның ҡушаматы. Был ҡушамат уға халыҡ тарафынан бирелә, уның саф күңелле, намыҫлы, уҡымышлы, белем-тәрбиә биреүсе, халыҡ алдында абруйы ҙур булғаны өсөн бирелә. Шағир был исемде үҙе өсөн дәрәжә тип һанай.
Шәхси сифаттарына килгәндә, үҙенең холҡо, фекерләүе, эш-ғәмәлдәре менән шағир сәсән тәбиғәтле. Ул уйлаған- кисергәндәрен йәшермәйсә әйтергә, бәхәсләшергә яратҡан, һөйләргә оҫта булған, үҙенең һәм башҡаларҙың әҫәрҙәрен яттан белгән. Әҫәрҙәренән күренеүенсә, ул көслө рухлы, белемле, эҙләнеүсе, үҙенең кешелек дәрәжәһе, поэтик талантын тейешенсә баһалай белгән шәхес итеп күрәбеҙ уны. Ижад емештәренең мәңгелек көсөн алдан тойомлағандай шағир үҙе үк былай тигән:
Ҡараһаң, Аҡмулланың китабы был,
Эсендә-һыуһағанға шәрбәтле һыу.
Битенең бере көлөр, бере һүгәр,
Тура һүҙе-берәүгә им, берәүгә-ыу.
Бөтә аңлы ғүмерен халыҡ араһында үткәргән Аҡмулланың шиғри ижады ябай халыҡтың тормош-көнкүрешенә, теләк-ынтылыштарына, уй-хыялдарына үтә булыуы менән айырылып тора.
Аҡмулла халыҡтың ҡараңғы тормошта михнәт сигеп йәшәүе сәбәптәре тураһында ныҡ уйлана. Үҙе гиҙгән, үҙе йәшәгән бөтә ерҙә лә халыҡтарҙың берҙәй үк аяныс яҙмышҡа дусар булыуын күреп йөоәге әрней. Ул нимә тураһында яҙһа ла—йәшәп килгән йәмғиәт тәртиптәренең кәмселектәре, ярлы-ябағаның ауыр тормошо, байҙарҙың, түрә-чиновниктарҙың башбашлыҡтары һәм рәхимһеҙлектәре, дин әһелдәренең ике йөҙлөлөгө хаҡындамы, тәбиғәт һәм Кеше, йәшәүҙең мәғәнәһе, рухи байлыҡ тураһындамы-бөтәһен дә аң-белем, ғилем-һөнәр, әҙәп, әхлаҡ мәсьәләләренә килтереп бәйләй. Тап ул, аң-белемгә, һөнәргә эйә булыу юлы менән яҡтылыҡҡа, бәхеткә ирешеп була тигән ныҡлы фекергә килеп, бөйөк Салауат Юлаевтан һуң беренсе тапҡыр халҡына «башҡорттарым» тип мөрәжәғәт итә.
Бер уҡыусы тасуири итеп «Башҡорттарым, уҡыу кәрәк» тигән шиғырын уҡый.
Шиғыр өҫтөндә эш алып барыу.
--Уҡыуҙың, белемдең кәрәклеге тураһында мәҡәл булырҙай, тәрән фекерле һөйләмдәр яҙып алайыҡ:
1)Наҙанлыҡтан ҡурҡыу кәрәк
2)Алтынға берҙе ҡушып һан ун булмай
3) Белемлелек арыҫландан көслө батыр
4) Наҙанлыҡтан килер бәхетһеҙлек
Уҡытыусы һүҙе:
Аҡмулла белемле, мәғрифәтле ғалимдарҙы ололай. Шундай ғалимдарҙың береһе—Шиһабетдин Мәржәни. Аҡмулла «Дамелла Шиһабетдин хәҙрәттең мәрҫиәһе» тигән китабын ошо ғалимға бағышлай.
Бер уҡыусы «Шиһабетдин Мәржәни мәрҫиәһе» шиғырын уҡый.
Был шиғырында Ул уны нисек итеп һүрәтләй?
...ҡараңғыла ҡабыҙған фонарь...
...мәғрифәтле ирҙәрҙән шундай маһир...
...мәғрифәт шоңҡарын, толпарына тиңләй...
...ул ҡояштың ҙуры ине..
...яҡты йәшен нуры ине..
Аҡмулланың икенсе шиғырҙарын анализлау өсөн, синыфты өс төркөмгә бүләбеҙ.
1-се төркөм «Донъя», «Нәфсе» шиғырҙарын анализлай.
а) Шиғырҙың эстәлегенән һорауҙар төҙөү
б) төп фекерҙе белеү (ал-ял белмәй донъя ҡыуыу, булғанына шөкөр итмәү, ҡомһоҙлоҡ, бөгөнгө көн менән ауаздашлығы тураһында әйтеп китеү)
2-се төркөм «Бәхет» шиғырын анализлай.
а) кешеләрҙәге ниндәй сифаттар ыңғай, ниндәй сифаттар кире тип һүрәтләнә?
Яуапты шиғыр юлдары менән тулыландырырға.
3-сө төркөм «Аттың ниһен маҡтайһың» шиғыры буйынса эшләй.
а) Нимә ул тәнҡит?
б) Шиғырҙа әҙәм, егет, ҡыҙ, ҡатын, бала, хаким, ат, дөйәгә хас ниндәй сифаттар тәнҡитләнә?
Һәр төркөм үҙенең проектын яҡлап, сығыш яһай.
Бар синыфҡа һорау бирелә:
Әҙәмдең ниһен маҡтайһың
Яҡшы яғы ҡалмаған? (фекер алышыу)
Уҡыусылар уҡылған шиғырҙар буйынса Аҡмулланың поэтик оҫталығына хас сифаттарҙы билгеләйҙәр.
Уҡытыусы һүҙе.
Аҡмулла ижады тураһында профессор Ғ.Ҡунафин үҙенең «Аҡмулла ижадында хитап жанры» тигән мәҡәләһендә («Башҡортостан уҡытыусыһы» №6 2004й) шулай тип яҙа: ...М.Аҡмулла хитаптары- ысын мәғәнәһендә гражданлыҡ, инанғанлыҡ һәм ҡомарлыҡ ялҡыны, тәнҡит рухы һуғарылған ижад емештәре. Улар фольклорҙың афористик жанрҙары традициялары менән тығыҙ бәйләнгән. Үҙенең афористик фекере осошонда шағир ысынлап та икһеҙ-сикһеҙ. Уның Рәсәйҙәге башҡорт, ҡаҙаҡ, татар, һәм башҡа төрки халыҡтарын ҙур Бер аудиторияға әүелдереүсе хитаптары тотошлай тип әйтерлек тапҡыр һүҙбәйләнештәр, мәҡәлдәр менән һуғарылған. Тап тәрән мәғәнәле кинәйәлелек, һәр уй фекерҙең образлы тәьҫирлеге һәм тапҡырлығы, теленең аңлайышлылығы поэтик юлдарҙың еңел һәңғырыуы уларға айырым бер көс һәм ижтимағи-сәйәси яңғыраш бирә...
Аҡмулла—халыҡ тәрбиәсеһе. (Уҡытыусының йомғаҡлау һүҙе)
Аҡмулла иң беренсе планға «иман» төшөнсәһен ҡуя һәм күңел сафлығы, намыҫ, аҡыллылыҡ, нәфсене тыя белеү, әҙәплелек, сабырлыҡ, ихласлыҡ кеүек сифаттарҙы уның менән айырылғыһыҙ бәйләнештә ҡарай. Уныңса, кешенең иманһыҙлығы, күңел боҙоҡлоғо уның иҙелеп-ҡыйырһытылып йәшәүенең төп сәбәпсеһе. Шуға ла ул ҡан-ҡәрҙәштәрен тыштан ғына түгел, эстән дә матур, пак булырға саҡыра.
Уҡыусы сығыш яһай.
Аҡмулланың үҙенән һуң әҙәбиәткә килгән әҙиптәргә йоғонтоһо тураһында һөйләй.
Аҡмулла үҙе бер поэтик мәктәп барлыҡҡа килтергән шағир. М.Ғафури Аҡмулла поэзияһы йоғонтоһонда үҙ ижадын башлап, уның алдыңғы традицияларын үҫтереп ебәрҙе. Д.Юлтый, С.Ҡудаш, Ш.Бабич, “Аҡмулла шиғырҙары менән аҙыҡланып” поэзияға килделәр. Ш.Бабичтың тәнҡитле, сатирик рухлы шиғырҙарында Аҡмуллаға ауаздаш яҡтары бар. (“Кәңәштәр”).
Рефлексив анализ,баһалау.
Өйгә эш.