Занятие для младшей группы Тирм?к?й


Тирмәкәй әкиәтенә сәйәхәт.
Сәхнә алдында түңәрәк рәүешендә ҡуйылған ултырғыстар ҡуйылған. Балалар бүлмәнең икенсе башында тәрбиәсе менән сәйәхәткә китергә әҙерләнәләр.
Тәрбиәсе: Һаумыһығыҙ, ҡәҙерле балалар! Һаумыһығыҙ , ҡәҙерле ҡунаҡтар!
Балалар: Һаумыһығыҙ!
Тәрбиәсе: Балалар, әйҙәгеҙ беҙ бөгөн әкиәт иленә сәйәхәткә барайыҡ!
Балалар: Әйҙәгеҙ!!!
Тәрбиәсе менән балалар ағас тирмә янына киләләр, ҙә туҡтайҙар.
Тәрбиәсе: Балалар, ҡарағыҙ әле, был нимә?
Балалар: Тирмә.
Тәрбиәсе: Дөрөҫ беҙ “Тирмәкәй” әкитенә барып эләктек. Ҡыҙыҡмы?
Балалар: Әйе!
Тәрбиәсе: Улайһа ултырышайыҡ.
Балалар үҙ урындарына ултыралар, тәрбиәсе тирмә янында ҡала.
Тәрбиәсе: Балалар тирмәкәй әкиәтен иҫләйһегеҙме? Кемдәр бар унда?
Балалар: Эйе. Сысҡан, әрмәнде, ҡуян, төлкө, бүре, айыу.
Тәрбиәсе: Дөрөҫ, хәҙер әкиәтте иҫкә төшөрәйек. Кем беренсе килде?
Балалар: Сысҡан.
Тәрбиәсе: Афариндар! Бына сысҡан килә. (Сысҡан фигураһын күрһәтә). Ҡараһа алдында матур ағас тирмә күреп ҡалды ла: “Тирмә, тирмәкәй. Был тирмәлә кем йәшәй?” Бер кем дә яуап бирмәй. Һуңынан үҙе кереп йәшәй башлай. Балалар, сысҡан нисек итеп һөйләшә?
Балалар: Пи...-пи...-пи...
Тәрбиәсе: Дөрөҫ. Сысҡандан һуң тирмә янына, кем килә?
Балалар: Әрмәнде.
Тәрбиәсе: Эйе. Бына тирмә янына әрмәнде лә килеп етте. (Әрмәнде фигураһын күрһәтә). “Тирмә, тирмәкәй. Был тирмәлә кем йәшәй?” “Мин сысҡан, ә һин кем?” “Мин әрмәнде, ал мине үҙең янына йәшәргә?” “Әйҙә икәүләп күңеллерәк.” Балалар, ә кем белә нисек әрмәнде һикерә? Ҡайҙа күрһәтегеҙ әле?
Балалар һикереп күрһәтәләр.
Тәрбиәсе: Бөтәһен дә беләгеҙ үҙегеҙ. Ултырышайыҡ. Тағы ла бер ҡунаҡ тирмә эргәһенән үтеп бара туҡтай. (Ҡуян фигураһын күрһәтә). Кем ул?
Балалар: Ҡуян!
Тәрбиәсе: Дөрөҫ, аҡыллыларым. Ҡуян да: “Тирмә, тирмәкәй. Был тирмәлә кем йәшәй?” “Мин сысҡан.” “Мин әрмәнде, ә һин кем?” “Ә мин ҡуян-оҙон ҡолаҡ, алығыҙ мине йәшәргә янығыҙға.” “Әйҙә өсәүләп күңеллерәк.” Шунан улар бергәләп йәшәй башланылар. Балалар, ҡуяндың ҡолаҡтары ниндәй күрһәтегеҙ әле.
Балалар ҡулдарын баштарына ҡуйып һелкәләр.
Тәрбиәсе: Афариндар. Бына тирмә янына, кем килә? (Төлкө фигураһын күрһәтә).
Балалар: Беләбеҙ, ул – төлкө.
Тәрбиәсе: Төлкө матур мы?
Балалар: Әйе.
Тәрбиәсе: Төлкө тирмәне күреп ҡалды. Тәҙрә туҡылдатты. (Туҡ, туҡ, туҡ). “Тирмә, тирмәкәй. Был тирмәлә кем йәшәй?” – тип һораны. “Мин сысҡан.” “Мин әрмәнде” “Мин ҡуян-оҙон ҡолаҡ, ә һин кем?” “Ә мин Төлкөбикә, алығыҙ янығыҙға.” “Әйҙә, ин, бергәләп йәшәрбеҙ”. Төлкөбикә лә тирмәгә инә. Шунан беҙҙең тирмәгә тағы бер хайуан килә. Кем ул?
Балалар: Ул бүре.
Тәрбиәсе: Эйе. Тирмә янында һоро бүре үтеп бара ине, ишектән ҡараны ла: “Тирмә, тирмәкәй. Был тирмәлә кем йәшәй?” – тип һораны. “Мин сысҡан.” “Мин әрмәнде” “Мин ҡуян-оҙон ҡолаҡ” “Мин Төлкөбикә, ә һин кем?” “Ә, мин һоро бүре” “Әйҙә, һин дә беҙҙең менән йәшә, күңелле булыр”. Йырҙар йырлашып, бергәләп йәшәйҙәр, ти, былар. Ҡарағыҙ әле балалар әйҙәгеҙ әле тирмәлә йәшәгән хайуандарҙың береһе тураһында йыр йырлап алайыҡ әле.
Музыка ҡуйыла. Балалар менән “Аҡ ҡуян” йырын йырлайбыҙ.
Тәрбиәсе: Бына бер ваҡыт йыр тауышын ишетеп Тайыштабан ... Кем килде?
Балалар: Айыу.
Тәрбиәсе: Дөрөҫ, Айыу тирмә янына туҡтаны ла бөтә көсөнә аҡырып ебәрҙе: “Тирмә-тирмәкәй! Был тирмәлә кем йәшәй?”. “Мин сысҡан.” “Мин әрмәнде” “Мин ҡуян-оҙон ҡолаҡ” “Мин Төлкөбикә” “Һоро бүре, ә һин кем?” “Мин Тайыштабан Айыу, мине лә янығыҙға алығыҙ!!!” “Әйҙә бергәләп йәшәрбеҙ” “Айыу ҙа тирмәгә инергә уйлай, тик, нисек кенә тырышмаһын, булдыра алмай. “Ярай мин тирмә башында йәшәрмен” – ти ҙә тирмә башына менә башлай. Өҫкә менеүе була, тирмә емерелеп төшә. Хайуандар көскә тирмәнән сығы өлгөрәләр. Балалар һеҙ арынығыҙ, хәҙер ҡоштар һымаҡ осоп алайыҡ.
Ҡоштар остолар
Остолар, остолар.
Барып ҡундылар ҙа
Яңынан остолар,
Остолар, остолар.
Барып ҡундылар.
Тәрбиәсе: Ултырышайыҡ, балалар, ҡарағыҙ мин беҙҙең хайуандарға яңы йорт эшләргә фигуралар алып килдем. Беләгеҙме уларҙы?
Балалар: Квадрат, өсмөйөш, түңәрәк, дүртмөйөш.
Тәрбиәсе: Ә улар ниндәй төҫтә?
Балалар: Квадрат – ҡыҙыл, өсмөйөш – йәшел, түңәрәк – күк, дүртмөйөш – һары.
Тәрбиәсе: Афариндар, әйҙәгеҙ әле минең менән хайуандрға тирмә эшләйек әле. Башта квадратты ҡуябыҙ, бында хайуандарҙың бүлмәһе була. Шунан тирмәнең ҡыйығын ябайыҡ, өсмөйөште квадрат өҫтөнә ҡуябыҙ. Түңәрәктән тәҙрә яһайбыҙ. Һуңынан дүртмөйөштән ишек эшләйбеҙ. Оҡшанымы тирмәгә.
Балалар: Әйе.
Тәрбиәсе: Бына беҙҙең хайуандар сысҡан, әрмәнде, ҡуян, төлкө, бүре, айыу бергәләп яңы тирмәлә йәшәй башланылар. Хәҙер уйын уйнап алайыҡ. Бына ҡарағыҙ тирмә янында еләктәр һәм бәшмәктәр үҫә, әйҙә беҙҙең хайуандарға уларҙы йыйып бирәйек. Тик ҡояш булғанда йыябыҙ, ә ямғыр килһә урындарға ултырып йәшенәбеҙ. Әйҙәгеҙ йыяйыҡ.
“Ҡояш, ямғыр уйыны.”
Тәрбиәсе: Бына йыйып бөттөк. Хайуандар янына ултыртайыҡ кәрзинде. Улар беҙгә рәхмәт әйтәләр. Беҙҙә беҙҙең сәйәхәтте килгән ҡунаҡтарға рәхмәт әйтәйек. Балалар менән бергә: Рәхмәт!