М???л? ?аулы?ы буйынса м?мкинселект?ре сикл?нг?н у?ыусылар?а баш?орт телен ?йр?те? т?жриб??ен?н



Мөхәмәтйәнова Роза Сәитмырҙа ҡыҙы,
Салауат ҡалаһы һаулығы буйынса мөмкинселектәре
сикләнгән уҡыусылар өсөн коррекцион мәктәбе,
юғары категориялы башҡорт теле уҡытыусыһы
Һаулығы буйынса мөмкинселектәре сикләнгән балаларға башҡорт телен өйрәтеү тәжрибәһенән
Башҡортостан Республикаһының «Башҡортостан Республикаһы халыҡтарының теле тураһында»ғы законына ярашлы (апрель,1999 йыл) башҡорт теленә дәүләт статусы бирелгәс, уны рус теле менән бер рәттән өйрәтеү һәм өйрәнеү мөмкинселеге тыуҙы. Беҙҙең коррекцион мәктәптә башҡорт телен уҡытыу 1996 йылда индерелде. Предметты өйрәнеү 1-се кластан 9-сы класҡа тиклем аҙнаға ике сәғәтлек,10-сы класта бер сәғәтлек программа буйынса алып барыла. Эш программаһын уҡытыу рус телендә алып барылған мәктәптәрҙең 1-11 класс уҡыусылары өсөн башҡорт теленән Башҡортостан Республикаһы Мәғариф Министрлығы тарафынан тәҡдим ителгән (авторҙары Толомбаев Х.А.,Усманова М.Ғ., Ғәбитова З.М.) программаға ярашлы еңелләштереп төҙөнөм.
Башҡорт телен өйрәнеү уҡыусының һөйләү, яҙыу телмәрен үҫтереүҙә, байытыуҙа, уның шәхесен һәр яҡлап үҫтереүҙә һәм формалаштырыуҙа берҙән - бер ҡорал һанала һәм, аралашыу сараһы булып ҡына ҡалмай, баланың төрлө яҡлап үҫешенә конкрет өлөш индерә: фекерләү әүҙемлеген, ихтыяр көсөн, иғтибарын, хәтерен нығыта.
Баланың йөрәк түрендә үҙ иленә, тыуған төйәгенә, туған халҡына, уның рухи байлығына оло ихтирам, тәрән hөйөү тәрбиәләү – уҡытыусының төп бурысы.Ҡала мөхитендә үҫкән, һаулыҡ мөмкинселектәре сикләнгән балала башҡортса дөрөҫ уҡыу, һөйләү һәм аңлау, яҙыу күнекмәләрен формалаштырыу күп көс талап итә. Билдәле булыуынса, аҡыл үҫеше тотҡарланған уҡыусылар, фекерләү ҡеүәһе, күреү, ишетеү hәләте, хәтере үҫешеп етмәгәнлектән, уҡыу материалын ауыр үҙләштерәләр. Балаларҙың тәртибе, ҡағиҙә булараҡ, асыҡ күренеп торған эмоциональ-ихтыяр тотороҡһоҙлоғо, кәйефтең бер күтәрелеп, бер төшөп тороуы, тиҙ арыусанлыҡ менән айырыла. Өлкәндәр менән дә, йәштәштәре менән дә бәйләнештәре һәм аралашыуы ҡыйынлыҡ менән бара.Уларҙа тәнҡит күҙлегенән ҡарау етешмәү арҡаһында (иҫкәртеүҙәргә иғтибар итмәйҙәр, йәки, ҡайһы балалар, эшмәкәрлеккә ҡуҙғытҡанда, илайҙар), ситуацияны аңлау һәм уға тәьҫирләнеү һәр ваҡытта ла адекват түгел.Уҡыусылар үҙ һөҙөмтәләрен, уларға өлгәшеү өсөн тотонолған тырышлыҡтарҙы баһалауҙа ла тәнҡитсән түгел.Уҡыу йәки уйын мәсьәләләрен башҡарғанда осраған ауырлыҡтар өлкәндәр ярҙамынан башҡа хәл ителә алмай. Балалар йыйнаҡ түгел, уларҙа бурыс һәм яуаплылыҡ тойғоһо етешмәй.Уҡытыусының биремдәре һәм инструкциялары улар өсөн ҡатмарлы булып тора. Шул уҡ ваҡытта, үҙҙәрен ҡыҙыҡһындырған эш менән шөғөлләнгәндә, улар ярайһы баҫылып эшләүсән һәм түҙемле. Танып белеү өлкәһе структураһына килгәндә, уҡыусыларҙың төшөнөү, иғтибар һәм хәтер процестары түбән.
Иғтибарҙары ихтыярһыҙ, балалар йыш ҡына иғтибарын ситкә йүнәлдерә, актив иғтибарҙы үҙ теләге менән көйләү формалашмаған. Иғтибарҙы туплауҙың һәм эшсәнлекте һаҡлауҙың оптималь осоро 15-20 минут.Был ваҡыт эсендә балалар оҙайлы аҡыл көсөргәнеше талап итмәгән, аңлайышлы, уларҙы ҡыҙыҡһындырған биремдәр менән мауығып шөғөлләнәләр. Телмәр дефекты һәр уҡыусыла тиерлек бар ,был артикуляцион аппараттың анатомик үҙенсәлектәре менән бәйләнгән. Һанап кителгән дефекттарҙы коррекциялау-дәрестәремдең төп маҡсаттарының береһе.Һәр дәресте ентекле уйлап, уҡыусыларҙы ҡыҙыҡһындырырлыҡ итеп үткәрергә тырышам. Күберәк балаларҙың психик үҫешендәге кире күренештәрҙе бөтөрөүгә йүнәлтелгән индивидуаль - коррекция эштәре алып барам. Улар уйын, практик эштәр формаһында үткәрелә. Дәрестәрҙә һәр уҡыусыға үҙенең нимәгәлер һәләтен күрһәтергә, асылырға ярҙам итәм, уларҙың бәләкәй генә уңышына ла ихтирамлы, баһалы мөнәсәбәт, дуҫтарса, әсәләрсә йылы мөғәләмә булдырам, күңелдәрен ҡанатландырырҙай йылы һүҙ табам. Уҡыусы – уҡытыусы - класс мөхите бер-береһенә хеҙмәттәш мөнәсәбәттә булғанда ғына белем алыу еңелләшә, дөйөм уңышҡа өлгәшелә. Һәр класта төрлө милләт балалары уҡый, әммә улар башҡорт телен өйрәнеүгә битараф түгелдәр, дәрестәргә ҙур теләк менән йөрөйҙәр, кластан тыш сараларҙа әүҙем ҡатнашалар.
Предметҡа ҡарата ҡыҙыҡһыныу, телмәр үҫтереү саралары бик күп. Дәрестәрҙе телмәр төҙөү ҡағиҙәләренең ябай формаларынан башлайым. Башҡорт теленә генә хас өндәрҙе дөрөҫ әйтеү буйынса эштәр уҡыусыларҙың фонематик ишетеү һәләтен камиллаштыра. Фонетик, артикуляцион күнегеүҙәр, ситуатив диалогтар ҡулланыу ыңғай һөҙөмтә бирә. Балаларға диалогик телмәр үҫтереүҙең дежур уҡыусы менән әңгәмә, интервью (бер уҡыусының һорауҙарға яуап биреүе) кеүек алымдары айырыуса оҡшай. Ролле уйындар үткәреү ҙә диалогик телмәр үҫтереүгә булышлыҡ итә («Почтала», «Тәржемәсе», «Магазинда», «Уҡыусы hәм уҡытыусы», һәм башҡалар).
Телмәр үҫтереү дәрестәрендә һүҙлек эше төп урында тора.Һүҙлек эшен үткәрмәйенсә тороп, балаларҙың һөйләшеүен, уҡыуын, дөрөҫ яҙыуын тәьмин итеү мөмкин түгел.Һүҙлек өҫтөндә эш алымдары күп, иң мөhимдәре:
һүҙҙәрҙе тематик принципта туплау;
текста, диалогта яңы һүҙҙәргә аңлатма биреү;
һүҙҙәрҙе һөйләмдә ҡулланыу аша аңлатыу.
Яңы һүҙҙәр өcтөндә эшләү уҡыусыларҙың телмәр запасын байыта, уны үҫтереү өсөн тематик һәм ситуатив материалдар буйынса һорауҙар бирәм, бәйләнешле телмәр төҙөү эштәре ойошторам. Был эш балаларға ауыр бирелә, шуның өсөн күберәк һорау - яуап алымын ҡулланырға тура килә.
Башҡортостандың тәбиғәте, байрамдар, аш - һыу, кейем - һалым, уҡыу әсбаптары һәм башҡа темалар буйынса һөйләшеүҙәр кластан - класҡа ҡабатлана килә. Был иһә тематик лексиканы тулыраҡ үҙләштереү мөмкинлеген бирә. 1-5 кластарҙа - актив рәүештә һүҙҙәр, һүҙбәйләнештәр үҙләштереү осоро, 6 - 10 кластарҙа күберәк һөйләмдәр, текстарға иғтибар бирелә.
Башҡорт телен өйрәтеүҙә дәрестең мөһим этабы булып тәржемә өҫтөндә
эшләү тора. Яңы һүҙҙәрҙе таҡтала (слайдта) тәржемәһе менән яҙам.Тәүҙә үҙем һүҙҙәрҙе уҡып ишеттерәм, 3-4 уҡыусынан уҡытам, дәфтәрҙәренә яҙҙырам.Үҙләштергән һүҙҙәрҙе хәтерҙәрендә ҡалдырыу өсөн, һүҙлекте ябып торам (слайдтар менән эшләү уңайлы) һәм башҡорт теленән рус теленә, рус теленән башҡорт теленә тәржемә иттерәм, артабан эште предметлы һүрәттәр менән дауам итәм.
«Көслө» уҡыусылар, һүҙҙәрҙе тиҙ үҙләштереп, һүрәттәге предметты дөрөҫ
атайҙар. «Көсһөҙ» уҡыусылар өсөн бирем үҙгәртелә: предметты атайым, улар уны табып, күрһәтә, минең арттан һүҙҙе ҡабатлайҙар.
Телмәр үҫтереүҙә эффектлы алымдарҙың береһе булып дүрт юллыҡ шиғырҙарҙы хор менән уҡыу, балаларҙан уны ятлатыу тора. Мәҫәлән:
а) Бесәй,бесәй,бесәй шул,
Бесәй әле кескәй шул,
Үҙе мырлай ҙа мырлай,
Әллә ул шулай йырлай?
б) Тып-тып баҫып кәзәләр
Килделәр ҙә еттеләр,
Күнәктәге һыуҙарҙы
Эстеләр ҙә бөттөләр,
Мә -мә -мә,
Эстеләр ҙә бөттөләр…
һәм башҡа ошондай еңел уҡылышлы шиғырҙарҙы рус телле балалар ҙа тиҙ генә отоп ала, яратып һөйләй. Әйтергә кәрәк, уларҙың күбеһе башҡорт теленең үҙенсәлекле өндәрен дә дөрөҫ әйтәләр, һәр уҡыусымдың минең менән башҡортcа саф, матур итеп «һаумыһығыҙ», «һау булығыҙ»,тип иҫәнләшеүе күңелемдә әйтеп бөтөргөһөҙ хистәр тыуҙыра.
Уҡыу процесын интенсивлаштырыуҙың, телгә өйрәтеүҙең уңышлы алымдары араһында уйындар төп урында тора. Уйын алымдарына таянған дәрес ялҡытҡыс, мәжбүри уҡыуҙан дәрестән ләззәт, йәм табып уҡыуға әйләнә.
Өн, һүҙ, һөйләмдәр әйтергә өйрәнгәндә фонетик, лексик, тыңлау һәләтен үҫтереүгә, ишеткәнде әйтә белеүгә ҡоролған уйындар ҡулланыу әһәмиәтле. «Ҡайһы һүҙ артыҡ?», «Юғалған хәрефтәр», «Минең хатаны төҙәт», «Кем күберәк һүҙ белә?», «Остолар, остолар…», «Кем күберәк һүҙ төҙөй?» кеүек уйындар уҡыусыларҙың танып белеү процесын үҫтереүгә ҙур йоғонто яһай.
Уҡыусыларҙың танып белеү процестарын үҫтереү йәһәтенән кроссвордтар, башватҡыстар, ребустар ҡулланам. Кроссвордтарҙы үткән дәрестәрҙә үҙләштергән һүҙҙәрҙән төҙөйөм. Ребустарҙы төрлө методик ҡулланмаларҙан, журналдарҙан, дәреслектәрҙән һайлап тупланым, эстетик зауыҡ менән, үлсәмен ҙурайтып ватман ҡағыҙына төшөрөп алдым. Балаларҙың логик фекерләү ҡеүәһен үҫтереүҙә ребустарҙың йоғонтоһо ҙур.
Телмәр үҫтереүгә һәм тәрбиәүи эште ойоштороуға халҡыбыҙҙың ауыҙ -тел
ижады ярҙам итә. Халыҡ ижады әҫәрҙәренән еңелерәк йомаҡтар ҡоябыҙ, мәҡәлдәр, бәләкәй күләмле әкиәттәр өйрәнәбеҙ.Бер нисә мәҡәлдең мәғәнә үҙенсәлектәрен өйрәнгәндән һуң «Юғалған мәҡәлдәр» уйынын ойошторам.
Бирем: Карточкала (йәиһә слайдта) яҙылған мәҡәлдәрҙең икенсе яртыһын табырға.
Кем эшләмәй … … бер ҡат киҫ
Ни сәсһәң … … шул ашамай
Ете ҡат үлсә… …шуны урырһың
Икенсе төр эш: мәҡәлдәр бер карточкала башҡортса тулыһынса яҙыла, икенсе карточкаларҙа рус телендә тәржемәһе бирелә, уларҙың тәржемәһен тап килтерергә.
Уҡыусыларҙың һөйләү мәҙәниәтен үҫтереүҙә, тел байлығын арттырыуҙа кластан тыш сараларҙың да роле ҙур. Балаларҙа әүҙемлелек тәрбиәләнә, башҡорт телен өйрәнеүгә ҡарата ҡыҙыҡһыныу уяна. «Ҡарға бутҡаһы», «Аулаҡ өй», «Йыйын», «Һабантуй» кеүек милли байрамдарҙы сәхнәләштерәбеҙ, төрлө темаға иртәлектәр үткәрәбеҙ. Уҡыусылар был сараларҙа кинәнеп башҡорт телендә шиғырҙар hөйләй, йырҙар башҡара, башҡорт халыҡ бейеүҙәрен бейей.
Йылдар үтеп, тәжрибә туплаған һайын, һайлаған һөнәремдең ҡөҙрәтле көсөнә инана барам. Бала күңеленең нескәлектәрен аңламай тороп, ниндәйҙер белем йәки тәрбиә биреү мөмкин түгел. Баланы ысын күңелдән яратҡанда,
уны нисек бар, шулай итеп ҡабул иткәндә генә, уның менән тығыҙ бәйләнеш булдырып була.Һаулығы буйынса мөмкинселектәре сикләнгән уҡыусыларҙы булдыҡлылыҡҡа, әүҙемлеккә өйрәтеү, кәрәк урында хуплау, ҡыҙыҡһыныуын үҫтереү – минең педагогик хеҙмәтемдең мөhим бурыстары. Шул балалар үҫеп, итәғәтле, кешелекле, илебеҙ ҡеүәтен арттырырҙай шәхестәр булып өлгөрәләр, тормошта үҙ урынын табалар икән, был - ябай уҡытыусының хеҙмәт емеше.