Тесты по башкирской литературе Халы? ижады ??м ???би?т


9-сы “А” класы уҡыусыһы_______________________
башҡорт әҙәбиәтенән административ контроль эше.
1. Халыҡ ижадына ҡайһы ижад төрө ҡарай?
а) Йола поэзияһы, әкиәттәр, ҡобайыр, бәйеттәр, сеңләүҙәр, афористик ижад, көләмәстәр
б) Повесть, романдар
в) Парсалар, сеңләүҙәр, афористик ижад.
2. Халыҡ ижадының сәсмә формалары
а) Әйтештәр, йомаҡтар, хикәйәләр
б) әкиәттәр, легендалар, риүәйәттәр, көләмәстәр.
в) тарихи хикәйәләр
3. Урал батыр эпосы.Уның боронғолоғо, мифологик нигеҙе. Төп идеяһы:
а) Һунарсылыҡ, ғаилә
б) Дуҫлыҡ, тоғролоҡ
в) Халыҡ бәхете хаҡында тәбиғәттең стихиялы көстәренә ҡаршы көрәште данлау. Кешенең бөйөклөгө, тәбиғәт менән халыҡтың үлемһеҙлеге темаһының сағылышы.
4. «Иҙеүкәй менән Мораҙым» эпосы үҙенсәлектәре
а) Әҫәрҙә нуғай осоро тарихының сағылыш дәрәжәһе. Азатлыҡты яҡлап хандарға ҡаршы көрәш темаһы. Иҙеүкәй образы. Уның йөҙөндә халыҡ үҙенең батырын, ил башлығын күрергә теләүе. Иҙеүкәй менән Мораҙым – ата менән ул мөнәсәбәте, батырлыҡ традициялары
б) Иҙеүкәй менән Мораҙым – ата менән ул мөнәсәбәте
в) Иҙеүкәй образы.
5. Боронғо әҙәби ҡомартҡылар.
а) Мәхмүт Ҡашғари һүҙлеге
б) Уғыҙнамә. Боронғо әҙәбиәт. Боронғо төркиҙәр һәм уртаҡ төрки әҙәбиәт. Руник төрки ташъяҙмалар. Мәхмүт Ҡашғари һүҙлеге, ундағы йыр, дастан, мәҡәл үрнәктәрен өйрәнеү.
в) Уғыҙнамә. Боронғо әҙәбиәт. Боронғо төркиҙәр һәм уртаҡ төрки әҙәбиәт.
6. «Мөхәббәтнамә», «Жөмжөмә солтан», «Гөлөстан бит-төрки» әҫәрҙәре ҡайһы ваҡытҡа ҡарай?
а) Урта быуаттар әҙәбиәте
б) 20 быуат
в)21 быуат
7. Кемдәр ул йырауҙар һәм сәсәндәр?
а) Башҡорт халҡының һүҙ оҫталары
б) Телсе, ғалимдар
в) шағирҙар
8. Салауат Юлаев шиғырҙары?
а) “Дуҫлыҡ”, “Дан”
б) “Тирмәмдә”, “Уҡ”
в) ”Туған тел”, “Егеткә”
9. С. Юлаев шиғырҙарындағы темалар?
а)Тыуған тәбиғәтте һөйөү, азатлыҡ өсөн көрәш, батырлыҡ, кешелеклелек.
б) Изгелек, һағыш, батырлыҡ
в) Туғанлыҡ, һөйөү, кешелеклелек
10. Ғәли Соҡоройҙың тыуған яғы?
а) Татарстан, Арса районы
б) Башҡортостан, Тәтешле районы
в) Башҡортостан, Балтас районы
11. Кем ул С. Юлаев?
а) Тарихсы, шағир
б) Салауат – башҡорт халҡының легендар батыры һәм сәсән шағиры
в) Ҡурайсы, сәсән?