Баш?орт теле д?рест?ренд? Федераль д??л?т белем бире? стандарттарына ярашлы телм?р ??тере?


Башҡортостан Республикаһы Өфө ҡалаһы ҡала округы муниципаль бюджет дөйөм белем биреү учреждениеһы 116-сы мәктәбе
Башҡорт теле дәрестәрендә Федераль дәүләт белем биреү стандарттарына ярашлы телмәр үҫтереү
Автор: Усманова Әлмирә Ғүмәр ҡыҙы
Өфө-2014
Йөкмәткеһе
Инеш……………………………………………………................….......3
Федераль дәүләт белем биреү стандарттарына ярашлы
телмәр үҫтереү...........................................................................................9
Тел һәм телмәр фомалары................................................................ 16
Телмәр үҫтереү алымдары................................................................ 20
Һөҙөмтәле уҡыу технологияһы................................................. 20
Йомғаҡлау................................................................................................ 25
Ҡулланылған әҙәбиәт........................................................................... 26
Сайттар................................................................................................. 26
Методик темам: “Башҡорт теле дәрестәрендә Федераль дәүләт белем биреү стандарттарына ярашлы телмәр үҫтереү”
Инеш
XX быуаттың беренсе яртыһында йәшәгән Василий Ильич Чернышев “Кеше тормошонда иң мөһим һәм иң кәрәкле сифат – үҙ телеңдә аныҡ, аңлайышлы һәм матур һөйләшә белеү оҫталығы”, - ти. Рус мөхитендә йәшәгән балаларҙың берәүһе үҙ телен яҡшы аңлаһа, һәйбәт һөйләшһә, икенсеһе – ауыр, йәки бөтөнләй аңламай, һөйләшмәй. Шуға күрә, был проблеманы бөгөнгө көндә актуаль тип һанайым һәм үҙемдең методик эшемде ошо үтә лә кәрәкле проблемаға бағышлайым. Методик эшемдең темаһы: “Башҡорт теле дәрестәрендә Федераль дәүләт белем биреү стандарттарына ярашлы телмәр үҫтереү”.
Актуаллеге
Башҡортостандың халыҡ шағиры Рауил Бикбаев үҙенең “Халҡыма хат” шиғырында:
Был донъяла телдең ҡороуҙары
Яманыраҡ даръя ҡороуҙан.
Һиңә быны нисек аңлатырға,
Телле көйө телһеҙ ырыуҙаш?
Аҡылыңдан әллә яҙҙыңмы һин,
Тере көйө телдән яҙырға?
Рус мәктәптәрендә башҡорт теленә өйрәтеү яңы быуын стандарттары буйынсауҡыусыларҙың телмәрен үҫтереү коммуникатив методҡа нигеҙләнеп алып барыла. Был метод телде аралашыу, аңлашыу-һөйләшеү сараһы булараҡ уҡытыуҙы төп маҡсат итеп ҡуя.
Маҡсат:
1. уҡыусыларҙы башҡорт телендә аралашырға өйрәтеү, башҡортса һөйләгәнде, уҡығанды, ишеткәнде аңлау күнекмәләре булдырыу. Үҙҙәренең фекерен телдән һәм яҙма рәүештә аңлата белергә, йәмәғәт тормошонда практик файҙаланырға өйрәтеү;
2.һөйләү һәм яҙма телмәр күнекмәләрен үҫтереү (диалогик, монологик телмәр формаларын; инша, изложение яҙыу күнекмәләрен үҫтереү). Һүҙлек запасын арттырыу;
3.Рәсәй гражданлығының берҙәмлеген тәрбиәләү, патриотлыҡ, Ватанға ҡарата мөхәббәт һәм хөрмәт, күп милләтле Рәсәй халҡының үткәне һәм бөгөнгөһө өсөн ғорурлыҡ тойғоһо уятыу, үҙеңдең этник сығышыңды аңлатыу, тарихты, телде, халҡыңдың мәҙәниәтен, традицион ҡиммәттәрен үҙләштереү, Ватан алдында яуаплылыҡ хистәре тәрбиәләү.
Бурыстар:
- Балаларҙың телмәр үҫешенә булышлыҡ итеүсе үҫтереүсе мөхит булдырыу;
- әүҙемлекте арттырыу өсөнзаманса технологияларҙы файҙаланыу;
- йәш үҙенсәлектәренә таянып аралашыу мәҙәниәтен үҫтереү;
- монологик һәм диалогик телмәрҙе үҫтереү;
- төрлө ситуацияларҙа уҡыусыларҙы үҙ-ара башҡортса аралашырға өйрәтеү.
Принциптар:
1.Башҡорт телен коммуникатив нигеҙҙә өйрәнеү принцибы.
2. Когнитивлыҡ принцибы.
3. Ябайҙан ҡатмарлыға принцибы.
4. Интеграция һәм дифференциация принцибы.
5. Функционаллек принцибы.
Коммуникатив нигеҙҙә өйрәнеү принцибы. Коммуникатив нигеҙҙә уҡытыуҙың төп үҙәге – уҡыусыларҙы, телмәр маҡсатына ирешеү өсөн, төрлө күнегеүҙәр ярҙамында телмәр өлгөһө төҙөргә өйрәтеү.
Коммуникатив йүнәлештең төп мәғәнәһе:
Тел материалын аралашыу өсөн кәрәк булған күләмдә генә алыу;
Яңы тел күренештәрен телмәр өлгөләрендә биреү.
Ситуатив күнекмәләр аша балаларҙа әҙерлекһеҙ телмәр тыуҙырыуға ирешеү.
Һөйләү күнекмәләрен автоматлаштырыу.
Телде өйрәнеүҙе “грамматиканан – телгә” юлы менән түгел, реаль шарттарға яҡынайтылған күнегеүҙәр ярҙамында ойоштороу.
Когнитивлыҡ принцибы– тирә-йүнде танып белеү процесында телмәр үҫтереү.
Интеграция һәм дифференциация принцибы. Интеграция – ниндәйҙер өлөштәрҙе берләштереү, тоташтырыу, йыйыу. Дифференциация – нимәнелер булһа өлөштәргә тарҡатыу. Ниндәй генә телмәр төрөнә өйрәтмәйек, теге йәки был кимәлдә телдең һәм телмәрҙең ҡалған төрҙәрен дә формалаштырабыҙ. Мәҫәлән, лексикаға өйрәтеүҙе алып ҡарайыҡ. Һүҙ менән эләү процесында беҙ:
һүҙҙе айырым да, контекст эсендә лә әйтеп өйрәнәбеҙ, тимәк, фонетик күнекмә булдырабыҙ;
был һүҙҙе һөйләм эсендә башҡа һүҙҙәр менән бәйләргә өйрәнәбеҙ икән – грамматик күнекмә булдырыу өҫтөндә лә эшләйбеҙ;
төрлө лексик күнегеүҙәрҙе уҡыусыларҙың тексты уҡыу һәм аңлау кимәлен күҙ уңында тотоп башҡарабыҙ;
яңы һүҙҙәр менән яҙма күнегеүҙәр эшләйбеҙ икән – яҙма телмәрҙе файҙаланабыҙ.
Дифференциацияның асылы шунда: билдәле бер телмәр төрөн һәм телдең аспектын формалаштырыуҙа үҙенсәлекле күнегеүҙәр һәм эш төрҙәрен файҙаланыу, йәғни тел һәм телмәр күнекмәһен булдырыуҙың нигеҙендә ятҡан үҙенсәлекле механизмдарҙы ҡулланыу.
Функционаллек принцибы.Функционаллек– ул һүҙҙәрҙең һәм грамматик формаларҙың шунда уҡ телмәр эшмәкәрлегендә ҡулланылыуы, килеп тыуған телмәр ситуацияһында өйрәнелгән тел күренештәрен актив файҙаланыу.
Телмәр ситуацияһын ике төргә бүлеп ҡарайҙар:
класта, мәктәптә һәр ваҡыт тыуып торған ситуация (уҡыусыларҙың дәрескә һуңлауы, уларҙың үҙ-ара мөнәсәбәте);
махсус телмәр ситуациялары (һөйләшеү урыны, тетар, тамашасы һәм билет тикшереүсе).
Телмәр тыуһын өсөн уҡыусыларҙың ниндәйҙер кимәлдә һүҙ байлығы булыуы тәүшарт булып торһа, артабан шул һүҙҙәрҙәге өндәрҙе дөрөҫ әйтеү һәм грамматик ҡағиҙәләргә ярашлы һөйләм өлгөһө төҙөй белеү бик әһәмиәтле. Шуға күрә телмәр берәмектәрен тик күнегеүҙәр аша ғына үҙләштереп була. Һүҙ байлығын туплау, һүҙҙең грамматик формаһын, һөйләм конструкцияһын төшөнөү шунда уҡ күнегеүҙә нығытыла. Һәр бер фраза реаль аралашыу артында ҡуллана алырлыҡ булғанда ғына күнегеүгә алына. Уҡыусыларҙың телмәре реаль шарттарға яҡынайтылған ситуацияларҙа ғына тыуа.
Фәнни нигеҙ:
Телмәрҙең үҙенсәлектәре, төрҙәре, телмәргә өйрәтеү, уҡыусыларҙың бәйләнешле телмәрен үҫтереү мәсьәләләренә арналған хеҙмәттәр байтаҡ. Был өлкәлә айырыуса билдәле ғалимдар А. А. Акишина, В. В. Богданов, Л. С. Выготский, И. А. Зимняя һ.б. күп көс һалған.
Уҡытыу рус телендә алып барылған мәктәптәрҙә башҡорт телен дәүләт теле булараҡ өйрәнеү проблемалары ғалимдар һәм методистар Ф. Ғ. Хисматуллина, М. Ғ. Усманова, Х. А. Толомбаев, Р. Ә. Абуталипова, З. М. Ғәбитова, М. С. Дәүләтшина тикшеренеүҙәрендә ентекле яҡтыртылған.
Ғилми яңылыҡ:
Уҡыусыларҙың телмәрен үҫтереү – мәктәптә дөйөм уҡытыу тәрбиәләү эшенең айырылғыһыҙ бер өлөшө булып тора. Шуның өсөн дөрөҫ телмәр үҫтереү, баланың туған теленә ҡыҙыҡһыныу уятыу, шулай уҡ ата-әсәләрҙең һәм педагогтарҙың төп бурысы булып иҫәпләнә.
Белемдең ни тиклем кәрәк булыуын аңлап уҡыусылар оло тормошҡа аяҡ баҫырға тейеш. Федераль дәүләт белем биреү стандарттарына ярашлы дәрестә беҙ проблемалы эшмәкәрлек булдырырға тейешбеҙ.Бының өсөн уҡытыусы уҡыусыларға дөрөҫ шарттар булдырырға тейеш. Уҡыусыларҙың телмәрен үҫтереү өсөн шарттар булдырыу методик әҙәбиәттә әҙ яҡтыртыла. Ошо йүнәлештә уҡытыусыларға практикала ҡулланыу өсөн эш төрҙәре тәҡдим итергә теләйем.
Практик яңылығы:
Дәрестә телмәр үҫтереү мәсьәләһен төрлөсә хәл итеп була. Бер үк текстың йөкмәткеһе менән эшләгәндә лә уны ҡыҙыҡлы, уҡыусыларҙы ялҡытмаҫлыҡ итеп ойошторорға мөмкин. Әйтәйек, тексты автор исеменән һөйләп сығырға ҡушыу. Икенсе юлы геройҙар күҙлегенән, өсөнсө тапҡыр геройҙарҙың береһен төшөрөп ҡалдырып һ.б.
Диалогик телмәр аралашыуҙа йыш осрай. Әйтәйек, диалог барышында, һис көтмәгәндә, өсөнсө уҡыусы килеп ҡушыла. Был осраҡта нисек юғалып ҡалмаҫҡа һәм әңгәмәне дауам итергә? Диалог барышында яңы быуын стандарттарына ярашлы парҙарҙың алмашынып тороуы тағы ла эффектлыраҡ эшләү өсөн шарттар тыуҙыра. Был парҙарға бер парта артында ултырыусы уҡыусыларҙы ғына түгел, характеры төрлө уҡыусыларҙы, белем кимәле буйынса айырылғандарҙы берләштерергә мөмкин.
Телмәр үҫтереү түбәндәге күрһәткестәргәтаянып башҡарыла.
йөкмәткелелек,
логикаға нигеҙләнгән булған,
тасуирилыҡ,
аныҡлыҡ,
аңлайышлылыҡ,
таҙа һәм шыма һөйләү,
дөрөҫлөк.
Эш этаптары:
I этап. 2011-2012 уҡыу йылында тема буйынса ғилми әҙәбиәтте, Федераль белем биреү стандарттары талаптарын өйрәнеү.
II этап. 2012-2013 уҡыу йылында телмәр үҫтереү буйынса һайлап алған эш төрҙәрен практикала ҡулланыу, методик берекмәлә докладтар менән сығыш яһау, асыҡ дәрестәр күрһәтеү.
III этап. 2013-2014 уҡыу йылында алынған һөҙөмтәләрҙе системаға һалыу, “Башҡортостан уҡытыусыһы” журналына мәҡәлә тәҡдим итеү.
Көтөлгән һөҙөмтәләр:
Эшләнгән эштәрҙе, эшмәкәрлек һөҙөмтәләрен барлау, эш сифатын контролләү, баһалау. Уҡыусыларҙы башҡорт әҙәби телендә дөрөҫ итеп һөйләргә, уҡығанды аңларға өйрәтеү, телмәр үҫтереү.Башҡорт теленә, әҙәбиәтенә, мәҙәниәтенә ҡарата ихтирамлыҡ тойғоһо тәрбиәләү.
ғилми-практик конференцияларҙа ҡатнашыу;
проекттар, презентациялар эшләү;
театрҙарға йөрөү;
кластан тыш саралар үткәреү;
музейҙарға барыу;
инша яҙыу һәм «Илһам» шиғыр һөйләү конкурстарында, олимпиадаларҙа ҡатнашыу;
Башҡортостандың күренекле әҙиптәре менән осрашыуҙар үткәреү;
фольклор байрамдарын сәхнәләштереү;
әкиәт һөйләү конкурстарында әүҙем ҡатнашыу.
II. Федераль дәүләт белем биреү стандарттарына ярашлы
телмәр үҫтереү
- Дәрес үҙәгендә уҡыусының эшмәкәрлегенә уҡытыусылар тарафынан шарттар булдырыла.
- Дәрестә уҡыусыларҙа ҡыҙыҡһыныу урынлаштырыу.
- Проблемалы ситуация ҡуйыу.
- Уҡыусыларҙың эҙләнеү эше. Үҙ фекерен әйтәләр, иҫбатлайҙар, анализлайҙар.
- Төркөмләп, үҙ аллы эшләйҙәр.
- Дәрестең темаһын, маҡсатты уҡыусылар үҙҙәре билдәләй (мин нимә белмәйем, нимә беләсәкмен тигәндән сығып маҡсат ҡуйыла). Тема фәнни яҡтан дөрөҫ итеп камиллашырға тейеш.
Федераль белем биреү стандарттары талаптары
Уҡыусыларҙың индивидуаль мөмкинлектәренә иғтибар биреү, мөмкинлектәрен булдырыу, асыу, үҙ аллы эшләргә күнектереү. Үҙ эшенә һәм иптәшенә баһа бирергә өйрәтеү.
Адаптив система уҡытыусы уҡыусы Берлектәге эшмәкәрлек 5-7 минут
Индивидуаль эшләү Үҙ аллы эшләтеү 38-40 минут
Берлектәге эшмәкәрлектә терәк конспекттары ҡулланып эшләү отошло.
1. Терәк конспектты уҡытыусы менән уҡыусы берлектә эшләргә тейеш. (Һорау-яуап).
2. Берлектә эшләй башланған эш уҡыусы эшмәкәрлеге менән бөтә.
3. Уҡыусы үҙ аллы эшләй.
ФГОС буйынса дәрестәрҙә күп кимәлле эш төрҙәре ҡулланылырға тейеш.
Мәҫәлән: БТ (бер-береңде тикшереү).
ҮТ (үҙ аллы тикшереү).
К(УТ) контроль (уҡытыу тикшереүе).
Статистик парҙар менән эш барышы. Уҡыусының үҙенә генә эш тәғәйенләнә. Уҡыусылар бер-береһенең фекерен тыңларға, хаталарҙы табырға, үҙ фекерен иҫбатларға тейеш.
Динамик парҙар менән эш.
Вариатив парҙар. Уҡыусы үҙенең эшен аңлатҡандан һуң, үҙҙәренең эш төрҙәре менән алмаша.
Уҡыусыларҙың индувидуаль эшен булдырыу
20 минут индивидуаль эшләргә тейешбеҙ.
Уҡыусыны таҡтаға сығарыу. Бер уҡыусы таҡтала эшләй, ҡалғандары үҙ-аллы эшләй.
Һүҙҙәр менән эш итеү өсөн күнегеүҙәр
«Сәскә йыябыҙ» уйыны.
Исемдәр яҙылған һары түңәрәктәр таҡтаға беркетелә. Өҫтәлгә ҡылымдар яҙылған сәскә таждары бутап һалына. Ике уҡыусы ярышып сәскә йыя:
Уҡыусы – уҡыу, яҙа, уйлай, уйнай, һүрәт төшөрә.
Ел – осора, һыҙғыра, иҫә, геүләй, туҙҙыра, өрә.
Йөкмәткеле һәм сериялы һүрәттәр менән эш.
Бәйләнешле телмәр үҫтереү, һүҙлек запасын арттырыу маҡсатында һүрәттәр ҡулланып, түбәндәге күнегеүҙәрҙе үткәрергә мөмкин.
1)Һүрәт буйынса уҡытыусы биргән һорауҙарға тулы яуап бирергә өйрәтеү.
2)Һүрәткә исем биреү.
3)Һүрәт буйынса хикәйә төҙөү.
Сериялы һүрәт
1)Һүрәттәрҙе таҡтаға ваҡиғалар ағышы тәртибендә урынлаштырыу.
2)Һәр һүрәткә исем биреү.
3)Һүрәттең һәр береһе буйынса һөйләмдәр төҙөү.
4)3-4 һүрәттең йөкмәткеһен дөйөмләштереп, бәйләнешле телмәр төҙөү.
Һүрәттәрҙе уҡыу түбәндәге тәртип буйынса ойошторола:
1.Һүрәт йөкмәткеһен ҡабул итеүгә әҙерләү әңгәмәһе.
2.Уҡыусыларҙың иғтибар менән һүрәтте ҡарауы һәм унда нимәләр күргәндәрен һөйләүе.
3.Уҡытыусының һорауҙары ярҙамында иғтибарҙан ситтә ҡалған әһәмиәтле нәмәләр тураһында әңгәмә:
-персонаждарҙың кейеменә, тәбиғәт күренештәре нисек һүрәтләнеүенә бәйле ваҡиғаны ҡасан, ҡайҙа барыуын асыҡларға өйрәтеү;
-рәссамдың ниндәй буяуҙарҙы күберәк ҡулланыуына бәйле дөйөм кәйефте билдәләү.
4.Һүрәттәге кешеләргә исем ҡушыу.
5.Һүҙлек эшен башҡарыу.
6.Һөйләмдәр төҙөү.
7.Артҡы планда һүрәтләнгән күренештәр тураһында әңгәмә үткәреү.
8.Мәҡәлдәрҙе һәм әйтемдәрҙе иҫкә төшөрөү.
9.План төҙөү.
10. Бөтә һөйләгәндәрҙе, терәк һүҙҙәрҙе ҡулланып, бәйләнешле телмәр үҫтереү.
Ҡала шарттарында үҫкән балаларҙың телде белеү кимәле төрлөсә. Шулай булғас, дәресте бер төрлө темпта алып барыу мөмкин түгел. Беҙҙең мәктәптә телдәре русса асылған балалар уҡырға килә. Уларҙы башҡорт теленә хас булған өндәр менән таныштырырға кәрәк. Шунлыҡтан төрлө китаптарҙан темаға ярашлы күегеүҙәр һайлап алам. Дәрес ҡыҙыҡлыраҡ үтһен өсөн традицион булмаған методтарҙы ҡулланып эш итәм. Бигерәк тә 2-4-се класс уҡыусылары йырларға, бейергә ярата, шунлыҡтан, ярыш формаһында үткән дәрестәрҙә ихлас ҡатнашалар.
Ә өнөн әйткәндә, мәҫәлән һүҙҙәрҙе ҡабатлатам, диалог аша һөйләү телмәрен үҫтерергә тырышам. Был кем? Был – әсәй. Был нимә? Был – мәктәп. Был әсәйме? Эйе, был – әсәй. Был әтәсме? Эйә, был – әтәс. Был сәскәме? Юҡ, был сәскә түгел. Был йәшелсә.
Ә өнөн яҙырға, уҡырға өйрәтәм.
Уҡыусыларҙың берәүһе үҙ телен яҡшы аңлаһа, һәйбәт һөйләшһә, икенсеһе – ауыр, йәки бөтөнләй аңламай, һөйләшмәй. Шуға ла мин дәрестә төркөмләп эшләтеүҙең бер нисә формаһын ҡулланам. Мәҫәлән, беренсе дәрестә иң көсһөҙ төркөм тексты тасуири уҡырға өйрәнһә, икенсеһе –тасуири уҡыһа, әҫәрҙе мәғәнәһе яғынан өлөштәргә бүлһә, өсөнсө төркөм уҡып, йөкмәткеһенә ҡарата һорауҙар төҙөһә, дүртенсе һәм бишенсе төркөмдәр өҙөк буйынса план төҙөп яҙһа, йәки йөкмәткеһен һөйләргә әҙерләнһә, икенсе дәрестә бөтөнләй башҡа формалар алына. Был осраҡта төркөмдәге уҡыусыларҙың белем кимәле тигеҙ була. Төркөмдәрҙә иң көслө уҡыусылар етәкселек итә, бер үк төрлө эштәр ярышып башҡарыла.
Төркөмдәргә предметлы картиналар таратамын да улар ошо предмет тураһында нимә белгәндәрен һөләйҙәр. «Яңы һүҙҙәр» уйынын уйнатам. Мәҫәлән, Башҡортостан баш, ҡорт, башҡорт, ос һ.б. Төрлө ребустар эшләтәмен. Мәҫәлән, Юлай һүҙенә балалар юл+ай тип төҙөнөләр. Көләмәстәр һөйләтәм, йомаҡтар ҡойҙортам.
Айырыуса, уҡыусылар, йомаҡтарҙы сисеп, яуаптарын кроссвордҡа тултырып яҙыуҙы яратып башҡаралар. Мәҫәлән, түбәндәге йомаҡтарҙы сисәбеҙ.
Осоп китә, йөҙөп китә.
Ваҡыт еткәс иреп бөтә. (Ҡар.)
Кәкре муйын ағайҙар
Ҡарға батмай баралар. (Саңғы.)
Утта янмай,
Һыуҙа батмай. (Боҙ.)
Аҡ юрғанды кем теккән,
Ап-аҡ ондо кем һипкән? (Ҡыш.)
Аяғы юҡ, ҡулы юҡ,
Үҙе һүрәт төшөрә. (Һалҡын.)
Бар белгәне ҡар ҙа ҡар,
Йәй буйына ҡар даулар. (Ҡарға.)
Урамда айыу олой. (Буран.)
ҡ а б о Ҙ
с р ы р А
а ң ғ у н
ҡ һ ҡ б а
ы а а р ғ
ш л ҡ ы н
Эйе, төркөмләп эшләүҙең файҙаһы баһалап бөткөһөҙ. Эш ярҙам итә, балалар бер-береһе менән бәхәсләшә, бер-береһе өсөн борсола.
Тасуири уҡыу күнекмәләре һөйләү телмәрен үҫтерә. Баланың тойғоһо, фекере, аңы активлаша. Уҡыусы әҫәрҙәге геройҙарҙың кисерешен, эшен, улар тураһында үҙ фекерен, ваҡиғаларға ҡарата үҙ ҡарашын, мөнәсәбәтен асыҡ аңлап һөйләп бирә.
Һөйләү теле, яҙма телмәр кеүек, туған тел нормаларына ярашлы булырға тейеш. Шулай ҙа йәнле телмәргә эске тойғо хас. Ул шулай уҡ фразаларҙың, һөйләмдәрҙең аҙ һүҙлелеген, яраҡлы интонациялы булыуын талап итә. Шулай уҡ һәр логик паузаны дөрөҫ билдәләү ҙур роль уйнай.
Уҡыусыларҙы текстағы яңы һүҙҙәрҙе күҙәтергә өйрәтеү һәм был һүҙҙәрҙең мәғәнәһен белеү теләге уятыу маҡсатында текст йөкмәткеһе менән танышыр алдынан һүҙлек эшен үткәрәм. Был, үҙ сиратында, йөкмәткене ҡабул итеүҙе бер ни тиклем еңеләйтә. Һүҙлек өҫтөндә эш күп төрлө һәм уны кластың мөмкинселектәренән сығып эш итәм.
Балаларҙың ҡыҙыҡһыныуын арттырыу өсөн диалогик һәм монологик телмәр менән дә таныштырам.
Уҡығанды һөйләү – уҡыусыларҙың бәйләнешле телмәрен үҫтереүсе иң әһәмиәтле алым. Сөнки ул фекерҙең эҙмә-эҙлекле, бәйләнешле бирелеүен талап итә.
Һөйләү бер ҡарауға ябай ғына күренһә лә, ауыр, ҡатмарлы эш төрө. Шуға ла уҡыусыларҙы был һөнәргә ныҡышмалы, эҙмә-эҙлекле өйрәтергә кәрәк.
Дәрестәрҙә һөйләүҙең ошондай төрҙәрен отошло тип иҫәпләйем: тулы һөйләү, ҡыҫҡартып һөйләү, һайлап һөйләү, затты һәм заманды үҙгәртеп һөйләү.
Һөйләгәндә балаға ирек бирергә, бүлдермәҫкә кәрәк. Бала урындан, йәки класс алдына сығып та һөйләй ала.
Шиғри телмәр музыкаль һәм ритмлы, шуға ла ул һәр ваҡыт уҡыусыны үҙенә тарта. Шиғри әҫәрҙе тасуири уҡырға өйрәтеү аша беҙ баланың аңына авторҙың уй-фекерен, поэтик образдарҙы, авторҙың эске донъяһын, уй-хисен, кисерештәрен, нәфислеген, яғымлы яңғырашын еткерә алабыҙ.
Шиғырҙы тасуири уҡыуҙан алған ләззәтләнеү уҡыусының күңелен байыта, уны хисләндерә, тимәк тел, һүҙ сәнғәте булараҡ, шәхес тәрбиәләүгә ҙур йоғонто яһай.
Д. Б. Эльконин, В. В. Давыдов, В. В. Репиндарҙың үҫтереүсе уҡытыу методикаһы буйынса түбәндәге эш төрҙәрен ҡулланып эшләү яҡшы һөҙөмтә бирә:
- тәүҙә таныш булмаған текстың исеменә, йә иллюстрацияға ҡарап, йөкмәткеһен прогнозлау
- тексты спринтлы уҡыу (эстән бик шәп темпта)
- һорауҙарға яуап алыу: беҙҙең прогноз дөрөҫ булдымы? Нимә тураһында һүҙ бара?
- разведкалы уҡыу (аңлашылмаған һүҙҙәрҙе таптырыу, аңлата алмаһалар, һүҙҙе һөйләм эсендә аңлатыу)
- буксир менән уҡыу (уҡытыусыны тыңлап, бергә уҡыу)
- яңғырауыҡлы уҡыу (уҡытыусы артынан уҡыу, дөрөҫ интонация менән тасуири уҡырға өйрәтеү)
- бер-береңде ҡыуып ет (уҡытыусы өҙөктө уҡып күрһәтә, балалар тиҙ генә ошо урынды табып, дауам итәләр)
- сылбыр буйынса уҡыу
- ролдәргә бүлеп уҡыу
- киреһен әйт (антонимдар табыу)
- бер үк мәғәнәле һүҙҙәр уйла (синонимдар табыу)
-тексты сәхнәләштереү
- әңгәмә: һеҙгә текст оҡшанымы? Автор менән килешәһегеҙме? Аҙағын нисек үҙгәртер инегеҙ.
- йөкмәтке буйынса һүрәтләмә
- йөкмәткегә тап килгән мәҡәлдәр табыу
- картиналар буйынса эш
- бирелгән һүҙҙәрҙән яңы һүҙҙәр төҙөү
- ребустар сисеү
- схема буйынса һөйләмдәр төҙөү
Бындай эш төрҙәре балаларҙың иғтибарын үҫтерә, грамоталы яҙырға, аңлы, етеҙ уҡырға, тасуири һөйләргә өйрәтә, уҡыусыны дәрестә активлаштыра.
Тел һәм телмәр.
Тел – үҙенең сикһеҙ байлығы һәм ғәжәп киң мөмкинлеге менән ысынбарлыҡты сағылдырыусы сара. Телдең был тиклем бай мөмкинлеге кешенең ҡатмарлы эшмәкәрлеге дауамында үҫә барған, тел дә үткерләнгән, шымарған.
Телдең функциялары күп төрлө, шулай ҙа иң элек тел – кеенең аралашыу сараһы. Шуға күрә лә ул, бер яҡтан, кеенең күп төрлө һәм сикһеҙ ҡатмарлы эшмәкәрлеген ойотороусы. Икенсенән, кешелектең мәҙәни һәм хеҙмәт тәжрибәһен туплау, һаҡлау, шул тәжрибәне быуындан быуынға тапшырыу ҡоралы ла булып иҫәпләнә.
Телде донъяны танып белеү һәм аралаыу ҡоралы булараҡ файҙаланып кеше һөйләй, тыңлай, яҙа, уҡый. Аралашыу формалары, төрлө критерийҙарға нигеҙләнеп, түбәндәге төрҙәргә айырыла:
аралашыуҙың материаль сараларына нигеҙләнеп һөйләү һәм яҙмателмәр айырып йөрөтөлә;
аралашыу шарттарына ҡарап диалогик һәм монологик телмәрҙе айырып ҡарарға мөмкин.
Аралашыуҙың һөйләү һәм яҙма формаларында мәғлүмәт тыңлап һәм уҡып ҡабул ителә. Мәғлүмәтте тапшырғанда ла һөйләү һәм яҙма юл файҙаланыла. Әйтеп үтелгән телмәр төрҙәре үҙ-ара тығыҙ бәйләнештә тора, ләкин улар үҙ аллы ла була ала.
Телмәр үҫтереү шәхес тәрбиәләүҙә төп шарттарҙан һанала. Баланың йәш үенсәлектәренән сығып телде өйрәнеүгә ҡыҙыҡһыныу уятыу маҡсатында башҡорт халҡының ғөрөф-ғәҙәттәрен сағылдырған спектаклдәрҙән, уйындар, йырҙар, бейеүҙәр өйрәтәм. Һәр дәресемде Башҡортостандың тарихына, мәҙәниәтенә, башҡорт халыҡ ижадына бәйләп бирәм. Өйгә эшкә иншаны слайдта эшләп килтерәләр. Яҙыусыларҙың, шағирҙарҙың тормош юлы һәм ижадына байҡау яһап компьютер технологияһын ҡулланып төрлө проекттар эшләүҙе яратып башҡаралар.Был беренсенән, ҡыҙыҡһыныусанлыҡ уятһа, икенсе яҡтан төрлө критерийҙар аша уҡыусылар эшкә баһа ҡуйырға өйрәнә. Шулай итеп, уҡыусының предметҡа ҡарата мөнәсәбәте үҙгәрә.
Атҡарылған эштәр туған телдә иркен аралашырға, дөрөҫ һөйләшергә булышлыҡ итә.
Телмәр формалары
Яҙма телмәр
Һөйләү телмәре

Грамматик күҙлектән ябай
Телмәр тулы, деталдәргә бай


Ҡатмарлы синтаксик конструкцияларҙың ҡулланылыуы
Диалог формаһы (полилог)


Текстың стилистик һәм структур яҡтан уйланылған булыуы
Һөйләшеүҙә килеп тыуған паузаны тултырыу өсөн төрлө ярҙамсы һүҙҙәр ҡулланылыуы


Ситуацияға ҡарап һөйләшеү темаһының үҙгәреүе

Диалогик телмәргә өйрәнгәндә уҡыусылар түбәндәге коммуникатив эш алымдарын үтәй:
Әңгәмәне башлап ебәреү һәм тамамлау;
Синыфташының телмәрен иғтибар менән тыңлауһәм әңгәмәгә ҡушылыу;
Дөрөҫ һорау ҡуйыу һәм уға тулы яуап биреү;
Нимәнелер эшләргә ризалашыу;
Шатлыҡты һәм ҡәнәғәтһеҙлекте белдереү;
Аралашыуҙа әҙәп ҡағиҙәләрен һаҡлау.
Түбәнге класс уҡыусыларын башҡортса диалогик телмәргә өйрәтеү ҙур әһәмиәткә эйә. Уҡытыусы балаға һорау бирә, ә уҡыусы яуап итеп ике-өс һүҙҙән торған һөйләм төҙөй. Тәүҙә уҡыусы уҡытыусы артынан ҡабатлаһа, һуңынан ул үҙенең һүҙҙәре менән яуап бирә башлай. Уҡыусыларҙы тулы яуап бирергә өйрәтергә кәрәк. Былай эшләү лексик-грамматик минимумды иҫтә ҡалдырырға, һөйләм төҙөлөшөн үҙләштерергә ярҙам итә. Артабан уҡыусылар диалогты ролдәргә бүлеп,тасуири уҡырға һәм һөйләшеп ҡарарға өйрәнә. Текстың эстәлеген аңлау, йөкмәтке буйынса һорау-яуап күнегеүҙәре эшләү баланы үҙ һүҙҙәре менән һөйләй белергә өйрәтә. Уҡыусыларҙың актив һәм пассив һүҙлек запасы байыу менән диалогик телмәрҙе тулыландырыу, үҙгәртеү һәм ҡатмарландырыу – уҡытыусының бурысы. Күнегеүҙәрҙең күп төрлө, мауыҡтырғыс булыуы һәм һөйләшергә теләк тыуҙырыуы шарт итеп ҡуйыла.
Был шарттарҙы үтәү өсөн иң төп проблемалар булып уҡыусыларҙың үҙ телендә һөйләшмәүе, һүҙлек байлығы етмәүе, телмәр компетентлығының һүлпән булыуы һәм ата-әсәләрҙең тейешле кимәлдә телде белмәүе тора.
Шул йәһәттән уҡыусыларҙы ҡыҙыҡһындырыу маҡсатында Федераль дәүләт белем биреү стандарттарына таянып яңы технологиялар ҡулланам. Шулай уҡ мәктәптән тыш үткәрелгән саралар иһә уҡыусыларҙың һәләттәрен асырға ярҙам итә.
Телмәр үҫтереү алымдары.
Тыңлап аңлау күнекмәһен үҫтереү.
Һүҙлек запасын арттырыу.
Һөйләргә өйрәтеү. Уҡытыусы һорау бирә – уҡыусылар яуап бирә.
Грамматик яҡтан дөрөҫ телмәр төҙөү.
Уйындар, проблемалы һорауҙар аша телмәр төҙөү.
Текст өҫтөндә эш алымдары.
Ижади эшкә өйрәтеү.
Дәрес үҙәгендә уҡыусының эшмәкәрлегенә уҡытыусылар тарафынан шарттар булдырыла.
- Дәрестә уҡыусыларҙа ҡыҙыҡһыныу урынлаштырыу.
- Проблемалы ситуация ҡуйыу.
- Уҡыусыларҙың эҙләнеү эше. Үҙ фекерен әйтәләр, иҫбатлайҙар, анализлайҙар.
- Төркөмләп, үҙ аллы эшләйҙәр.
- Уҡыусылар дәрестең темаһын, маҡсатты үҙҙәре билдәләй (мин нимә белмәйем, нимә беләсәкмен тигәндән сығып маҡсат ҡуйыла). Тема фәнни яҡтан дөрөҫ итеп камиллашырға тейеш.
Һөҙөмтәле уҡыу технологияһы
Был технология текст менән эшләүҙең 3 этабын үҙ эсенә ала:
Тексты уҡығанға тиклем үткәрелгән эштәр.
Текстың йәкмәткеһен күҙаллау, уның мәғәнәүи, тематик, эмоциональ йүнәлеен асыҡлау, әҫәрҙең исеменә, авторына, терәк һүҙҙәргә, иллюстрацияларға таянып, төп геройҙарын билдәләү.
Дәрес маҡсаттарын уҡыусыларҙың эшкә дөйөм әҙерлек кимәленән сығып асыҡлау.
Тексты уҡыу барыында башҡарылған эштәр.
Тексты уҡыу: класта үҙ аллы уҡыу, уҡытыусы уҡығанды тыңлау, уҡыусылар менән сиратлашып уҡыу. Тексты тәү тапҡыр ҡабул итеү кимәлен тикшереү. Уҡыусыларҙың күҙаллауы менән текстың йөкмәткеһе тура килеү-килмәүен асыҡлау.
Тексты ҡайтанан уҡып сығыу. Тексты анализлау (алымдар: автор менән диалогҡа инеү, аңлатмалы уҡыу, уҡылған буйынса әңгәмә ҡороу, терәк һүҙҙәрҙе табыу).
Текстың йөкмәткеһенә таянып әңгәмә ҡороу, уҡылғанды йомғаҡлау, тексҡа ҡарата дөйөмләштереүсе һорауҙар биреү. Кәрәк булғанда, текстың фрагменттарына мөрәжәғәт итеү, тасуири уҡыу.
Тексты уҡып сыҡҡас башҡарылған эштәр.
Текст буйынса әңгәмә. Уҡылғанды күмәкләп тикшереү, дискуссия. Уҡыусыларҙың әҫәргә биргән баһаһын автор позицияһы менән сағыштырыу. Текстың төп идеяһын асыҡлау.
Яҙыусы менән танышыу. Яҙыусы шәхесе тураһында әңгәмә. Өҫтәлмә сығанаҡтар менән эшләү.
Текстың исеме, иллюстрациялар менән эшләү, мәғәнәһен асыҡлау. Рәссамдың тексҡа төөргән һүрәте менән уҡыусыларҙың күҙаллауҙарын сағыштырыу (мәҫәлән, уҡыусылар был тексҡа ниндәй һүрәт төшөрөрҙәр ине). Уҡыусыларҙың уҡыу эшмәкәрлеге менән бәйле ижади эштәр..
Ошо эш төрҙәрен халыҡ ижадын өйрәнгәндә лә киң файҙаланам. Мәҫәлән, мәҡәл һәм әйтемдәрҙе өйрәнгәндә уҡыусыларға түбәндәге ижади күнегеүҙәрҙе тәҡдим итәм:
Күп нөктәләр урынына кәрәкле һүҙҙәрҙе ҡуйып мәҡәл һәм әйтемдәрҙе тултырығыҙ: Күрше хаҡы – …
Хәҙерге тормошҡа бәйләнгән теләһә ниндәй мәҡәл, йә әйтемде тема итеп, кешеләрҙең эшмәкәрлеге, уҡыусылар тормошо тураһында хикәйәләр төҙөгөҙ. Мәҫәлән, хәрәкәттә – бәрәкәт. Хеҙмәтенә күрә хөрмәте.
Программаға индерелгән әкиәттәрҙе өйрәнгәс, «Аманат» журналын, «Йәншишмә» гәзитенентекләп уҡыйбыҙ, уҡыусылар тарафынан ижад ителгән әкиәттәр менән танышабыҙ, аҙаҡ үҙҙәре лә әкиәт ижад итергә тотоноп китәләр.
«Сәнғәттең иң юғары, иң талантлы, иң гениаль төрө – халыҡ сәнғәте», һүҙ сәнғәте һаналған ҡобайырҙар, мәҡәлдәр патриотик, интернациональ тойғолар тәрбиәләү менән бергә балаларҙа телмәр культураһын тәрбиәләүгә ләетди булышлыҡ итә. Һүҙ сәнғәтенең аҫыл өлгөләре булған ҡобайырҙар, мәҡәлдәр быуаттан быуатҡа, быуындан быуынға күсеп, халҡыбыҙҙың үткән тормошо, ижад ҡеүәһе тураһында хәбәр алып килеүсе йәнле шаһиттар ул.
Халҡыбыҙға һөйөү, милләттәр араһында дуҫлыҡ ептәрен нығытыу, ҡаһарманлыҡ тойғолары тәрбиәләү эшендә халҡыбыҙҙың легендар геройы, уның тормошо, героик көрәше ғәйәт ҙур роль уйнай.
«Салауат Юлаевтың ҡаһарманлығы менән башҡорт халҡы ғына түгел, илебеҙҙең бөтә хеҙмәтсәндәре лә ғорурлана». Халыҡтар дуҫлығы символына әүерелеп, яҡтылыҡҡа әйҙәгән, матурлыҡ өсөн көрәшкә илһамландырған Салауат батыр исеме үҫмерҙәрҙе бик ныҡ ҡыҙыҡһындыра. Сөнки халыҡ батырының һәр сифаты, һәр эше – балалар өсөн – ҡиммәтле тормош дәреслеге. Уҡыусыларҙың Салауат Юлаев һәйкәле, уның авторы Сосланбәк Тавасиев хаҡында белеү теләктәре көслө.
Салауат Юлаевтың тормошо менән танышыу үҙе һоҡланғыс бер тамаша, ул илһамландыра, сафландыра, хеҙмәткә яңынан-яңы көс бирә. Ә уның йәшлек йылдарындағы сифаттары уҡыусылар өсөн гүзәл өлгө булып тора.
Уҡыусыларҙы халҡыбыҙҙың ауыҙ-тел ижады, йолалары, уның үткәне, көнкүреше менән таныштырыу ҙа минең мөһим бурысым. Район кимәлендә үткән «Йәйғор» фольклор байрамында беҙҙең 2-4класс уҡыусылары икенсе урынды яуланы.Бында балалар һабантуй байрамын сәхнәләштерҙе. Беренсенән, үҙҙәрен ысын талант эйәләре итеп хис итһәләр, икенсенән, күпме дәрт, дарман алып ҡайттылар. Ә әҙерләгән саҡта иһә, халҡыбыҙҙың боронғо йолаларын, байрам барышында ниндәй саралар үткәргәндәрен, ярыш-алыш, уйын-көлкө, аш-һыу, ил ағалары тураһында фекер алышып, артабан донъяны нисегерәк көтөү хаҡында һүҙ беркетешеүҙәрен дә һөйләнем.
Һабантуй – халҡыбыҙҙың изге йолаһы булғанға күрә, мин дә балаларҙы был күркәм байрам менән яҡыныраҡ таныштырыу маҡсатында ошо йоланы сәхнәләштерергә булдым һәм маҡсатыма ла ирештем.
7-9-сы класс уҡыусылары менән М. Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт драма театрында «Урал батыр» эпосын ҡараныҡ. Эпос тәржемәһе менән бирелгәс, был күренеш икеләтә ҡыуаныслы булды. Башҡорт актерҙарының пьессаны сәхнәләштергән ваҡытта төшкән фотоларын да балалар ҡыҙыҡһынып ҡараны.
Текст йөкмәткеһен һөйләргә һәм тасуири уҡырға өйрәтеү
Рус балаларын башҡорт теленә өйрәтеү, әлбиттә, бик ҡатмарлы һәм оҙайлы эш. Һәр дәрестә уҡыусыларҙың һөйләү күнекмәләрен шымартыу, шулай уҡ балалар телмәрендәге хаталарҙы төҙәтеү, һөйләмде яңы һүҙәр менән байытыу йәһәтенән төрлө алым һәм методтар ҡулланыла.
Тәү тапҡыр һөйләшергә, уҡырға өйрәтеүҙең нигеҙен телмәр өндәре өҫтөндә эшләү тәшкил итә. Теге йәки был өндө иң элек башҡа өндәрҙән айырып алыу, уны дөрөҫ әйтеү, уҡыу күнекмәләрен бирергә кәрәк.Шунан һуң ғына уның тамғаһы – хәрефе менән эш башлана. Ә инде ижектәрҙе, һүҙҙәрҙе дөрҫ әйтергә, уҡырға өйрәтеү аша шул өндәрҙең һүҙ эсендәге үҙенсәлектәрен үҙләштереүгә барып тоташа.
Дәрестәрҙә уҡыусыларҙың өндәрҙе фонематик ишетеү һәләтен формалаштырыу һәм үҫтереү айырыуса әһәмиәткә эйә. Бында уҡыусылар һүҙҙән өндө таба, һүҙҙе дөрөҫ әйтә, бүтәндәр әйткәнде тыңлай һәм мәғәнәһенәтөшөнә, өлгөгә ярашлы ҡабатлай, өндәрҙе һуҙып әйтә һәм ижеккә ҡушырға әҙерләй, терәк сигналдар ярҙамында һүҙҙәр төҙөй. Артабан шул һүҙҙе индереп һүҙ, унан һөйләм төҙөлә.
Балаларҙың өлкәндәр артынан ҡабатлау һәләте ныҡ үҫешкән. Шуға күрә уҡыусылар өндәрҙең әйтелешен уҡытыусы артынан ҡабатлау юлы менән үҙләштерә. Шуға ла дәрестәрҙә күнегеүҙәрҙе ҡабатлап бирәм.
Уҡыусыларҙы тасуири уҡырға өйрәткәндә тасуири уҡыу техникаһының өс компонентына иғтибар итмәү мөмкин түгел. Улар – һулыш, тауыш, дикция.
Дөрөҫ тын алыу, һауаны дөрөҫ сығарыу, тауышты дөрөҫ ҡуя белеү, телмәр мәҙәниәтенең элементы булараҡ дикцияны үҙләштереү, яйға һалыу – былар әҙәби әҫәрҙәрҙең бөтә матурлығын тыңлаусыға еткереү өсөн мөһим шарттар булып тора.
Шулай итеп, көсһөҙөрәк уҡыусылар эшкә өйрәнә, алға китә. Эш һөҙөмтәһе күҙгә күренеп яҡшыра.
Йомғаҡлау
Телмәр үҫтереү, йәғни балаларҙың һөйләү, яҙыу телмәрен үҫтереү – беҙҙең төп бурысыбыҙ. Баланы үҙ фекерен, уйын матур, теүәл һәм дөрөҫ итеп, тейешле интонация менән һөйләргә, грамоталы яҙырға өйрәтеү талап ителә. Уҡыусыларҙың телмәр күнекмәләрен үҫтереүгә һәм уны артабан да камиллаштырыуға, уларҙың телмәрен байытыуға, тел нормалары өҫтөндә эшләүгә күберәк иғтибар итергә кәрәк. Бала үҙен уратып алған тәбиәғәтте, уның күренештәрен, тирә-яҡ донъяны күҙәткәндә, уҡығанда барлыҡҡа килгән фекерен, уйын сағылдырыу өсөн кәрәк булған һүҙҙәрҙе таба һәм ҡуллана, һүҙҙәрҙән һөйләм һәм бәйләнешле телмәр төҙөп әҙәби телдә һөйләй, яҙа белергә тейеш.
Һөйләү, яҙыу телмәрҙәре күнекмәһе уҡыусыға йәмғиәт тормошонда әүҙем ҡатнашыу өсөн генә түгел, бәлки мәктәптә уңышлы уҡыу өсөн дә кәрәк. Кеше телдән, телмәрҙән башҡа белем ала алмай, уның аҡыл үҫеше лә артта ҡала. «Тел өлкәһендәге наҙанлыҡ кешенең мәҙәнилеге түбән булыуын да белдерә», – ти бөйөк рус методисы К. Д. Ушинский. Шуға күрә лә ул телмәр һәләтлелеген «белем шишмәһе» тип атаған. Уның фекеренсә, тел һәм телмәр – иң яҡшы уҡытыусы ла, аҡыл өйрәтеүсе лә, шул уҡ ваҡытта әйләнә-тирәләге тәбиғәт, кешеләр тормошо менән таныштырыусы ла. «Телмәр – интеллекттың үҫеш каналы».
Бала үҙенең фекерен, үтенесен, хисен бүтән кешеләргә телмәр аша еткерә. Был телмәр ни тиклем үҫешкән, камиллашҡан булһа, ул үҙ фекерен башҡаларға еңелерәк еткерә һәм уларҙы ла тиҙерәк аңлай. «Телмәр, – А. А. Леонтьев әйткәнсә, – телдең фекер аҙығы» булғанлыҡтан, кешенең фекер йөрөтөү һәләтлелеге лә йылдамыраҡ үҫә.
Беҙ туған телебеҙ аша республикабыҙға, халҡыбыҙ тарихына, мәҙәниәтенә тәрән һөйөү тәрбиәләргә тейешбеҙ, шуға күрә балаларҙа башҡорт теленә ҡарата хөрмәт тойғоһо уятырға кәрәк. Яҡшы үткәрелгән һәр бер дәрес, тәрбиә эше уҡытыусының яғымлы, нәфис телмәре аша баланың йөрәгенә үтеп инә, юйылмаҫ эҙ ҡалдыра.
Дәрестә күберәк ҡыҙыҡлы уйын алымдарын ҡулланыу ыңғай һөҙөмтә бирә. Уйынға мауығып, уҡыусы үҙенең ҡаушауын онота, иптәштәре артынан эйәрә. Бындай формала үткән дәрестәрҙә уҡыусылар бик ҡыҙыҡһынып ҡатнашалар, башҡорт өндәрен һәм һүҙҙәрен тиҙерәк дөрөҫ әйтергә өйрәнәләр.
Телмәр үҫтереү дәрестәрендә эш күнегеүҙәре уйлап, танып белеү теләген ҡәнәғәтләндерерлек итеп, йәнле, илһамлы, эҙмә-эҙ башҡарып, телмәр мәҙәниәтенә, аралашыу оҫталығына өйрәнәләр. Эффектлы күнегеүҙәр телмәр эшмәкәрлеген әүҙемләштерә. Балалар тыңларға, һөйләргә, яҙырға өйрәнәләр. Дәрестәрҙә үткәрелгән күнегеүҙәр телмәр мәҙәниәтенән яйлап баланың дөйөм мәҙәни үҫешенә алып килә. Телмәрҙе уҡыусы кинәнеп, һоҡланып, тойғоланып ҡабул итһә, уның дөйөм үҫешенә тәьҫир итте тигән һүҙ. Уҡытыусы балаларға, һөйләгәндән һуң түгел, ә һөйләгәнгә тиклем уйлағыҙ, тигән кәңәште бирһә отошлораҡ була. Уҡыусы яйлап телмәрҙең әһәмиәтен аңлап, уны төрлө шартта, теләгәнсә ҡуллана белеү оҫталығына эйә була.
Ҡулланылған әҙәбиәт:
Аҙнабаева Ф.Ғ., Йылҡыбаева Г.Р., Нарынбаева А.З., Харисова М.Р., Әминева Р.И. Гөлбостан: Балалар баҡсаһында телмәр үҫтереү өсөн методик ҡулланма. – Өфө: Китап, 2010. – 416 бит.
Аҙнабаева Ф.Ғ., Шафиҡова Г.Р., Йыһангирова Г.М. Мин – шәхес. Мәктәпкәсә йәштәге баланы социаль яҡтан үҫтереүсе программа-методик ҡулланма. – Өфө: Китап, 2011 – 132 бит.
Аҙнағолов Р.Ғ. Мәктәптә башҡорт теле уҡытыу методикаһы. – Өфө : Китап, 2011.
Аслаев Т.Х., Атнағолова С.В. Башланғыс мәктәптә телмәр мәҙәниәтен үҫтереү дәрестәре. Уҡыутыусылар өсөн методик ҡулланма. 2-се баҫма, үҙг. – Өфө: Китап, 2009 – 80 бит.
Баһауетдинова М.И., Йәғәфәрова Г.Н. Башҡорт телен һәм әҙәбиәтен заманса уҡытыу/Уҡытыусылар өсөн ҡулланма. – Өфө: Китап, 2009. – 176 бит.
Башҡортостан Мәғарифты үҫтереү институтында үткәрелгән курстарҙағы Ғәбитова З.М. лекциялары.
Дәүләтшина М.С. Башҡорт телен уҡытыу методикаһы: башҡорт теле дәүләт теле итеп уҡытылған мәктәптәр өсөн. 1-се киҫәк. – Өфө: Китап, 2010. – 120 бит.
Сайттар:
www.bashorum.netwww.bashqort.comcommunity.livejournal.com/bashkort_tele/
tugantel.ru
azamat.u2m.ru