План-конспект урока по башкирскому языку Балы?сылы?. ??йл?мде? баш ки??кт?ре


Тема: “ Балыҡсылыҡ. Һөйләмдең баш киҫәктәре»
Маҡсат: үткән дәрестәрҙә алған белемдәрҙе нығытыу һәм системаға һалыуБурыстар:
Белем биреү бурыстары:
“Ябай һөйләм ” темаһы буйынса алған белемдәрҙе ҡабатлау, йомғаҡлаууҡыусыларҙы хатаһыҙ эшләргә өйрәтеүуниверсаль уҡыу эшмәкәрлекте формалаштырыуҡылым, исем, сифаттарҙы ҡабатлау, уларҙы һөйләмдәрҙә таба белергә һәм телмәрҙә ҡуллана белергә өйрәтеүбашҡорт теленең үҙенсәлекле өндәрен дөрөҫ әйтергә өйрәтеүҮҫтереү бурыстарыһүҙлек запасын байытыукоммуникатив компетенцияны үҫтереүһөйләү телмәрен үҫтереүТәрбиәүи бурыстар:
коллективта эшләргә өйрәтеүтәржемә эштәре  HYPERLINK "https://infourok.ru/plankonspekt-uroka-po-bashkirskomu-yaziku-po-teme-f-alai-temain-abatlau-ilim-1389947.html" \t "_blank" аша һүҙ тойғоһо,тел тойғоһо тәрбиәләүтәбиғәткә һөйөү, хөрмәт һәм ҡыҙыҡһыныу тәрбиәләүКөтөлгән һөҙөмтәләр:
Предмет УУЭ һөҙөмтәләре: тема буйынса яңы һүҙҙәр, һүҙбәйләнештәр өйрәнеү, уларҙы бәйләнешле телмәрҙә ҡулланыу.
Метапредмет (предмет-ара) УУЭ һөҙөмтәләре:
а) регулятив: уҡытыусы менән берлектә дәрес темаһын, маҡсатын билдәләргә күнегеү, булған белемдәрен барлау, баһалау, системаға һалыу, проект эштәре эшләй белеү;
б) танып белеү: өлгө буйынса эш итә белеү, уҡылған диалог буйынса үҙеңдең диалогыңды төҙөргә өйрәнеү;
в) коммуникатив: темаға ҡарата бәйләнешле текст төҙөй белеү, үҙ-ара аралашыу, төркөмдә хеҙмәттәшлек итә белеү, алған белемдәрҙе тормошта ҡуллана белеү.
Шәхси УУЭ һөҙөмтәләре: үҙаллылыҡ сифаттары үҫтереү, төркөмдә эшләй белеү күнекмәләре булдырыу.
Дәрес төрө: алған белемдәрҙе ҡабатлау, йомғаҡлау дәресеЙыһазландырыу: компьютер, проектор, презентация материалдары,электрон дәреслек, электрон һүҙлек.
Ойоштороу мәлеҺаумыһығыҙ, уҡыусылар!
Артикуляцион күнегеү-башҡорт теленең үҙенсәлекле өндәрен дөрөҫ итеп әйтеү-психологик кәйеф шарттары булдырыу уңыш ситуацияһы тыуҙырыуАттым ҡарға, төштө ҡарға,
Ҡарға төштө аҡ ҡарға.
Шул ҡарғаны ҡарар өсөн
Ҡарға йыйылған ҡарға.
-хор менән яттан һөйләү
Уҡыусылар, бөгөн дәрестә шулай тырышып эшләрһегеҙ, әүҙем ҡатнашып ултырырһығыҙ, тип ышанам.
Өй эшен тикшереүЯңы тема
уҡыусыларҙың теманы формалаштырыуытексты уҡытыусы уҡый (текст экранда)
уҡыусыларҙың уҡыуытәржемә итеүУҡыусылар был текст юлдарында беҙҙең темабыҙҙың исеме бар. Кем әйтер, беҙ бөгөн нимә тураһында һөйләшәсәкбеҙ?
-электрон дәреслек менән эш-һүҙлек эше (экранда)
Балыҡ – рыба
Балыҡсылыҡ – рыболовство
Балыҡсы – рыбак
Ҡармаҡ - удочка
уҡытыусының уҡыуыуҡыусыларҙың уҡыуыһөйләмдәр төҙөүэлектрон дәреслектәге диалогты тыңлаууҡыусыларҙың уҡыуытәржемә итеүтекстан ҡылымдырҙы табыу, төрөн билдәләүбыл диалогта кемдәр ҡатнаша?
- аҙаҡы һөйләм нигеҙендә грамматик теманы аңлатыу, һығымталар яһатыу
-дәфтәрҙәрҙә эш: бирелгән һөйләмдәргә төшөп ҡалған һүҙҙәрҙе ҡуйып күсереп яҙығыҙ, һөйләмдәрҙең баш киҫәктәрен билдәләгеҙ.
-төркөмдәрҙә эш (5 –се слайд. Балыҡ тураһында текст төҙөргә)
Ял минуты
IV. Алған белемдәрҙе нығытыу
- бирелгән темаларға диалогтар төҙөү- электрон һүҙлектәр менән эшләү- диалогтарҙы уҡыу-һығымта яһауV. ЙомғаҡлауРефлексия
Был дәрестә беҙ нимәләр эшләнек?
Кемдәр һәйбәт эшләне?
Кем алған белемен киләсәктә ҡуллана алам, бөтәһен дә аңланым тип уйлай, йәшел түңәрәк күтәрегеҙ.
Кемгә әле белемдәрен нығытырға кәрәк, еҙ һары түңәрәк күтәрегеҙ.
Кемгә бөгөн бик ауыр булды, кемгә ярҙам кәрәк ҡыҙыл түңәрәк күтәрегеҙ.
Дәрестә алған белемдәрегеҙҙе тормошта ла ҡулланырһығыҙ, Өфө ҡалаһына барғас, ошо театрҙарға, һәйкәлдәргә, музейҙарға йөрөһөгөҙ тип ышанып ҡалам. Бик тырышып эшләнегеҙ. Рәхмәт!Һау булығыҙ!
VI. БаһалауVII. Өй эше1. 132-се күнегеү2. «Балыҡсылыҡ” темаһына кроссворд, ребус йәки сканворд төҙөргә