План-конспект урока в 4 классе по теме Мостай К?рим. ?абантуй


Тема: Мостай Кәрим. Һабантуй.
Маҡсат: 1) М.Кәримдең тормош юлын һәм ижадын иҫкә төшөрөү, “Һабантуй” шиғыры менән таныштырыу, “Исем” темаһын ҡабатлау һәм һөйләү телмәрендә дөрөҫ ҡулланыу; 2)Һүҙлек запастарын арттырыу; 3)Тыуған төйәккә, башҡорт халҡының уйындарына һәм байрамдарына һөйөү тәрбиәләү ,бер-береңде тыңларға, ихтирам итергә өйрәтеү.
Йыһазландырыу: Урал тәбиғәтенә арналған репродукциялар, Башҡортостан картаһы, плакаттар, М.Кәримдең портреты, китаптар күргәҙмәһе, индивидуаль эш өсөн карточкалар, проектор, интерактив таҡта.
Дәреслек:Ғәбитова З.М.,Усманова М.Ғ., Вәлишина Л.Ғ. Башҡорт теле: Уҡытыу рус телендә алып барылған мәктәптәрҙең 4-се класс уҡыусылары өсөн дәреслек. Өфө: Китап, 2003.
Дәрес барышы:
Дәрестең төҙөлөшө Уҡыусылар эшмәкәрлеге Уҡытыусы эшмәкәрлеге Уҡыусыларға бирелгән эштәр
Ойоштороу моменты
 
(Башҡортостан тураһында
 -Балалар, бөгөнгө дәресте мин йыр менән башлап ебәргем килә. Ә һеҙ иғтибар менән тыңлап ултырығыҙ. Был йырҙың һүҙҙәрен ишеткәнегеҙ бармы икән? (йырҙы тыңлау) (1-2-
 Ер шарының картаһынаҠараһаң яҡшы ғына, -Башҡортостан шул карталаБер япраҡ саҡлы ғына,Эйе, япраҡ, аҡ ҡайындыңБер япрағы ни бары.Ә ҡайыны – бөйөк Рәсәй-Шундай йәшел, юғары.Картаға ҡарап, еремде:Бер япраҡ саҡлы, - тинем,-Мин хайранмын киңлегенә,Башҡортостаным – илем!
М.Кәрим
-Был йырҙы ишеткәнегеҙ бармы?
-Нимә тураһында?  -йырҙы тыңлау (1-2-се слайд
Актуалләштереү. Яңы материалды үҙләштереүгә теләк тыуҙырыу
( Балаларҙың яуабы).
- Башҡортостан тураһында нимә әйтелә?
- Һеҙ автор менән килешәһегеҙме? Ни өсөн? (шиғырҙы уҡыу)
Уҡыу мәсьәләһен ҡуйыу -Эйе, ысынлап та Башҡортостанды тағы ҡурай, Урал тауҙары, ҡумыҙ һәм ҡымыҙһыҙ күҙ алдына ла килтереп булмай. Бик күп яҙыусылар, шағирҙар, йырсылар, бейеүселәр Башҡортостанды данлап шиғырҙар, йырҙар, бейеүҙәр ижад итәләр. Һеҙ ундай шағирҙарҙан, яҙыусыларҙан, йырсыларҙан тағы ла кемдәрҙе беләһегеҙ?
Дөрөҫ, һеҙ һанап сыҡҡан барлыҡ шағирҙар һәм яҙыусылар араһынан Башҡортостандың халыҡ шағиры М.Кәрим дә ғүмеренең һуңғы көнөнә тиклем тыуған иленә тоғро ҡалып, дан йырлап иҫ китмәле бик күп шиғырҙар һәм әҫәрҙәр ижад итә. Тыуған еренә дан йырлаусы шағирҙы беҙҙең республикала ғына түгел, сит ерҙәрҙә лә беләләр. Ә беҙ инде республиканың граждандары булараҡ М.Кәримде белмәү мөмкин түгел. Тимәк, беҙ бөгөн кем һәм нимә тураһында һөйләшәсәкбеҙ? ( яуап)
Танып-белеү эшсәнлеге. Уҡыу мәсьәләһен сисеү.    Яңы тема.
1.М.Кәримдең тормош юлы һәм ижадын иҫкә төшөрөү һәм теманы асыҡлау. ( таҡтала М.Кәримдең портреты 1-се слайд)

а)парлап,төшөп ҡалған һүҙҙәрҙе өҫтәп, эшләү. Бының өсөн һәр береһенең алдында белешмә өсөн һүҙҙәр.
 
М.Кәрим ..йылда Башҡортостандың ... районы ...ауылында тыуа.Башҡорт дәүләт....институтын тамамлай. ... һуғышында ҡатнаша, ҡаты яралана, ордендар һәм миҙалдар менән бүләкләнә.1951-1962 йылдарҙа Башҡортостан … союзының идара рәйесе булып тора.
М.Кәрим - күп яҡлы талант эйәһе. Уның..., ... , ..., ..., поэмалары, ... , ....., ...повестары, ..., ..., ... драмалары киң билдәле. М.Кәримдең ... яҡын китабы донъя күргән. 1963 йылда уға Башҡортостандың ... шағиры исеме бирелә. Ул Башҡортостан Республикаһының ....исемендәге дәүләт премияһына (1967), СССР дәүләт премияһына (1972), Ленин премияһына (1984), Социалистик Хеҙмәт Геройы исеменә (1979) лайыҡ була.(....)Салауат Юлаев ордены кавалеры.Вафат булды( ...), (...)һәйкәл асылды.
Белешмә өсөн һүҙҙәр: 1909,Шишмә, Келәш,Бөйөк Ватан,Яҙыусылар,Үлмәҫбай, Сер, Йылмайыу, Ҡара һыуҙар поэмалары, Беҙҙең өйҙөн йәме ,Салауат иле, Ай тотолған төндә һ.б. драмалары, йөҙ, халыҡ, С.Юлаев,2003,2013й.
Динамик пауза
б) М.Кәримдең китаптар күргәҙмәһен дә күрһәтеп китеү.
Яңы белемдәрҙе нығытыу
Рефлексия.
Яңы белемдәрҙе үҙ аллы ҡулланыу һәм тикшереү
в)Тикшереү. (3-8-се слайд)
(балаларҙың яуаптары).
а)Бирелгән һүҙҙәрҙе дөрөҫ итеп әйтеү һәм әйттереү.
б) Һүҙҙәр менән һүҙбәйләнештәр төҙөү .
)Беренсе ҡат бер баланан уҡытыла
б)Икенсе ҡат уҡыусылар үҙ аллы уҡыйҙар, аңлашылмаған һүҙҙәргә аңлатма бирелә. Шиғыр буйынса һорауҙарға яуап биреү:
-Ауыл халҡы нисек ҡаршылай һабан туйҙы?
-Ни өсөн тип уйлайһығыҙ?
-Ниндәй ярыштарҙы Мостай Кәрим һүрәтләй?
-Көрәшселәрҙе кем менән сағыштыра ололар?
-Ә түңәрәктә кем һуң? -Нимә менән уны сағыштыра,ни өсөн икән?
-Ни өсөн ул ҡыҙ бала бәхетле?
- Нимә ул һеҙҙең өсөн бәхет?(яуаптарҙы дөйөмләштереү)
презентация ҡарау (9-14-се слайд).
.Күсереп яҙыу
1)Көршәк ярыу (өҫтән аҫҡа ҡарай көршәккә тура килтереп өс тапҡыр һуғыу)
2) Ҡалаҡҡа йомортҡа һалып йүгереү.
3) Мәҡәлдәрҙең аҙаҡтарын әйтеп бөтөрөргә: а) Тирләп эшләһәң ... (тәмләп ашарһың)
б) Өс таған таймаҫ ... (тайһа ла аумаҫ)
в) Таҡмаҡтар әйтешеү (команда менән)
г)Һорауҙарға яуап биреү:
1.Башҡортостандың иң бейек түбәһе?
2.Нисә ҡала?
3.Иң ҙур район һ.б Мостай ағайҙың да ижадында «Һабантуй” шиғыры бар.
-Ҡайһы осорҙа үткәрелә һуң был байрам?
- Ни өсөн халыҡ был байрамды көтөп ала?
- Кемдең һабантуйҙа булғаны бар? Ниндәй уйындарҙы, ярыштарҙы балалар һәм ололар яратып ҡарайҙар һәм ҡатнашалар
Был йырҙың һүҙҙәре Мостай ағайҙыҡы –
4. Әйҙәгеҙ инде, уҡыусылар, беҙ ҙә бәләкәй генә һабан туйында ҡатнашып, үҙ һөнәрҙәребеҙҙе күрһәтеп алайыҡ, кем шәп, етеҙ икәнлеген асыҡлап үтәйек. Класс бүлмәһен майҙан итеп күҙ алдына килтерәйек тә, уйынды башлайыҡ (командаларға бүленеү):
Йомғаҡлау.Баһалау.( 15-16-сы слайд)Таҡтаға ҡарап үҙебеҙгә баһа ҡуябыҙ.

)Әңгәмә:- Башҡорт халҡына ғына хас булған ниндәй байрамдарҙы һеҙ беләһегеҙ?
ЯҢЫ ҺҮҘҘӘР ӨҪТӨНДӘ ЭШ:
уҡа- позумент, узор
алҡа- серьги
балаҡ- штанина
һалмаҡ ҡына- медленно
уҙаман- старейшины
бил бирмәҫкә- не уступать
арыҫлан- лев
дейеү- дракон
Алпамыш- имя батыра
көс-ҡеүәт- сила,мощь
түңәрәк- круг
күҙҙәрендә ут яна- в глазах огонь горит
томбойоҡ- кувшинка, водяная лилия
донъя- мир
в) Бирелгән һүҙҙәрҙе тәржемәләре менән һүҙлек дәфтәрҙәренә күсереп алыу
г)Физ. минуты. ,,Ҡайындар төнөн һөйләшә’’ йыр ҡуйыла.
Шиғырҙың йөкмәткеһен үҙләштереү е) Грамматика буйынса эш.
- Яңғыҙлыҡ исемдәрҙе табығыҙ, яҙылышын аңлатығыҙ. Күсереп яҙып ҡуйығыҙ.
Өйгә эш: карточка һорауҙары
1.Бирелгән һүҙҙәрҙе дөрөҫ итеп яҙ: өфө, йылға, күл, китап, дим йылғаһы, малай, бала, башҡортостан.
2.Түбәндәге һүҙҙәрҙе күплек һанда яҙ: таш, мәктәп, уҡыусы, өҫтәл, ат, бала, класс, әсәй.
3.Бирелгән һүҙҙәрҙе килеш менән үҙгәрт: көҙ, болон.