Д?рес конспекты. ?ушма исемд?р .Баш?ортостан


5 классБашҡортостан. Ҡушма исемдәр.
Дәрес темаһы: Дәрес төрө: Белем һәм күнекмәләрҙе комплекслы ҡулланыу дәресе.
Дәрес маҡсаттары: Белем биреү: ҡушма исемдәр менән таныштырыу, тема буйынса яңы һүҙҙәр,һүҙбәйләнештәр өйрәнеү.
Үҫтереүсе: уҡыусыларҙың һүҙ байлығын үҫтереү,тема буйынса һөйләү күнекмәләрен артабан үҫтереү.
Тәрбиәүи: тыуған төйәккә ҡарата һөйөү һәм ғорурлыҡ тойғоһо,һаҡсыл ҡараш тәрбиәләү.
Көтөлгән һөҙөмтәләр: Предмет УУЭ һөҙөмтәләре: һөйләмдәрҙә ҡушма исемдәрҙе таба белеү, фекерләү үҫтереү, һөйләмдәр төҙөргә белеү, Башҡортостан тураһында әңгәмәлә әүҙем ҡатнашыу.
Метапредмет (предмет-ара) УУЭ һөҙөмтәләре:
А)регулятив: уҡытыусы менән берлектә дәрес темаһын, маҡсатын билдәләргә күнегеү, булған белемдәрҙе барлау, үҙ үҙеңде адекват баһалай белеү.
Б)танып белеү: грамматика: ҡушма исемдәр тураһында яңы мәғлүмәт алыу.
В)коммуникатив: фекерҙәре менән бүлешеү, төркөмдә хеҙмәттәшлек итә белеү, текст өҫтөндә эшләй белеү.
Шәхес булараҡ формалаштырыу УУЭ һөҙөмтәләре: тыуған илгә, тәбиғәткә ҡарата һаҡсыл ҡараш тәрбиәләү, грамматик ҡағиҙәләр менән ҡуллана белеү, уҡыу процесына ыңғай мөнәсәбәттә булыу; ҡыҙыҡһына белеү, белем алыуға ынтылыш арттырыу.
Йыһазландырыу: Башҡорт теле дәреслеге, Башҡортостан тәбиғәте һүрәттәре, слайдтар, һүҙлектәр.
Дәрес этаптары: Уҡытыусы эшмәкәрлеге: Уҡыусылар эшмәкәрлеге: Дәрестең һәр этабында формалаштырылған УУЭ (регулятив, танып белеү, коммуникатив, шәхес булараҡ формалаштырыу)
1.Уҡыу эшмәкәрлегенә мотивация белдырыу. Белемдәрҙе актуалләштереү.
Артикуляцион күнегеү
1)-Һаумыһығыҙ ! Хәйерле көн !
СЛАЙД 1.
Һаумы , алтын ҡояшым !
Һаумы , һин зәңгәр күгем !
Иҫәнме , һин елкәйем
Бөтәгеҙҙе сәләмләйем !
2)Ә хәҙер, телде шымартып алырға тәҡдим итәм. Минең артымдан ҡабатлағыҙ:
СЛАЙД 2.
Дә-дә-дә – минең илемдә
Дәр-дәр-дәр – йылғалар, күлдәр
Дар-дар-дар - сикһеҙ урмандар
Ҙар-ҙар-ҙар – бик бейек тауҙар.
Уҡытыусы менән башҡорт телендә һаулашалар.
Тел шымартҡысты бергәләп уҡытыусы артынан ҡабатлап әйтәләр.
Уҡытыусыны тыңлайҙар,
Башҡортостан тураһында әңгәмәләшәләр.
Һорауҙарға яуап бирәләр.
Уҡытыусы ҡуйған һорауҙарға яуапар бирәләр.
Яңы һүҙҙәре һүҙлек дәфтәренә яҙалар.
Яңы һүҙҙәрҙе хор менән ҡабатлайҙар.
Дәреслектәге күнегеү менән эшләйҙәр.
Тексты уҡып,тәржемә итәләр.
Һорауҙарға яуап бирәләр.
Үҙ фекерҙәрен әйтәләр.
Күнегеу менән эшләүҙе дауам итәләр. Ҡушма исемдәрҙе табалар.
Ҡағиҙәне дәреслектән уҡыйҙар.
2 уҡыусы таҡтала һөйләм төҙөп яҙа. Ҡалғандар төркөмдәрҙә эшләйҙәр.
Көндәлеккә өйгә эште яҙалар.
Уҡыусылар уҡытыусы һорауҙарына яуап бирәләр. Нимәгә өйрәнеүҙәре тураһында әйтәләр.
Уҡыусылар үҙҙәренең эшен баһалайҙар.
Һаубуллашалар.
Р.:үҙҙәренең уҡыу эшмәкәрлеген ойоштора белеү, яҡшы, продуктив эшкә ынтылыш формалаша.
Ш.:: белем алыуға, уҡыуға, дәрескә ҡарата ыңғай ҡараш формалаша.
Ш.: укыу эшмәкәрлегенә мотивация , уҡыуға,яңылыҡ белеүгә ынтылыш,ҡыҙыҡһыныусанлыҡ формалаша.
Р.:уҡытыусы менән берлектә дәрестең ,үҙҙәренең эшмәкәрлегенең маҡсатын билдәләргә өйрәнәләр.
Т.б.:логик фекер йөрөтөү, уҡыу мәсьәләһен табыу, күрһәтә белеү.
Т.б.: яңы белем алыу кәрәклеген аңлайҙар, үҙҙәренең эшмәкәрлеген планлаштырырға өйрәнәләр. Ҡушма исемдәр тураһында яңы мәғлүмәт алалар. Яңы һүҙҙәр менән таныштырыу.
Һөйләгәндә һөйләмдәрҙе дөрөҫ төҙөргә өйрәтеү.
К.: һорауҙарға яуап бирергә, башҡаларҙы тыңларға, әңгәмәгә ҡушылырға өйрәнәләр.
Р.: уҡыу мәсъәләһен аңларға, ҡабул итергә, үҙҙәренең эшмәкәрлеген планлаштырырға, ҡуйылған һорауҙарға яуап бирергә өйрәләләр
.
К.: һорауҙарға яуап биреү, башҡаларҙы тыңлау, әңгәмәгә ҡушыла белеү формалаша.

Р.: яңы уҡыу мәсъәләһен ҡабул итергә, үҙҙәренең эшмәкәрлеген
планлаштыра белергә өйрәнәләр.
К.: һөйләмдәр төҙөй белеү күнекмәһе формалаша.
Р.:үҙҙәренең эшмәкәрлегенә баһа биреү, уҡытыусының баһаһына адекват ҡараш формалаша.
Ш.:үҙүҫеш,баһалау һәләте үҫешә.
2. Уҡыу мәсъәләһен ҡуйыу.
Әйҙәгеҙ шиғырҙы тыңлап китәйек:
СЛАЙД 4.
Ямантау һәм Янғантау
Яҡтыкүл һәм Ҡандракүл
Аҡкүл, Һаҡтау, Йөрәктау,
Барыһы минең илемдә
Башҡортостан ерендә.
1) уҡытыусының уҡыуы
2)тәржемә итеү
-Шиғырҙа нимә тураһында һүҙ бара ?(Башҡортостан )
-Ни өсөн ҡайһы бер һүҙҙәр ҙур хәреф менән яҙылған ?(исемдәр)
-Улар ябай исемдәрме ?( юҡ, атамалар)
-Ошо исемдәр нисек яһалған ?Кем рус теленән белә ?(сложные слова)
СЛАЙД 5.
-Шулай итеп , бөгөн дәрестә нимә тураһында һөйләшербеҙ икән ?
-Эйе,балалар , беҙ бөгөн дәрестә Башҡортостан темаһын дауам итербеҙ һәм ҡушма исемдәр менән танышырбыҙ.
-Тәүҙә яңы һүҙҙәр менән танышып китәйек:
СЛАЙД 6.
Күккә олғашҡан –дошедшие до небес
Көҙгөләй- как зеркало
Киң күңел- широкая душа
Үҙ ерҙәрен- свои земли
Һыйындырған – приютил
Татыу- дружный, дружно
1)уҡытыусының уҡыуы
2)хор менән уҡыу
3)һүҙлеккә яҙыу
СЛАЙД 7.
Текст буйынса эш 68 –се бит,6-сы күнегеү
1)уҡытыусының уҡыуы
2)уҙ аллы уҡыу
3)сылбыр буйлап уҡыу,тәржемә итеп барыу
- Уҡыусылар,ни өсөн Башҡортостанды дуҫлыҡ иле тип атайҙар ?
- Беҙҙең республика нимәһе менән дан тота ?(урман,тауҙары һ.б.)
- Тәбиғәтте һаҡлау өсөн нимә эшләргә кәрәк ?( сүп-сар ташламаҫҡа, ут яҡмаҫҡа, ағастарҙы һындырмаҫҡа )
Физкультминутка.
Текстан географик атамаларҙы белдергән һүҙҙәрҙе табығыҙ.
СЛАЙД 8.
Ағиҙел= аҡ +иҙел
Ҡариҙел= ҡара+ иҙел
Асылыкүл= асылы+ күл
Ҡандакүл=ҡандра+ күл
Был исемдәрҙе нисек тип йөрөтәбеҙ ?(ҡушма исемдәр)
Әйҙәгеҙ,ҡағиҙәне уҡыйыҡ.(68 –се бит).
Хәҙер алған белемдәрҙе ҡулланып,күнегеүҙәр эшләп китәйек.
1) 2 уҡыусы таҡтала һөйләм яҙа.
2)3 төркөмгә бүленеп , карточкаларҙа эш.
3) тикшереү
СЛАЙД .
1)69-сы бит 8-се күнегеү
2)
-Шулай итеп,бөгөн дәрестә нимә белдегеҙ ? -Нимәгә өйрәндегеҙ ?
-Һөйләмдәрҙе тултырып әйтегеҙ .
Дәрестә мин ... нимә белдем.
Мин ...өйрәндем.
Миңә ... оҡшаны (оҡшаманы).
1)уҡыусылар үҙҙәрен баһалай
2)уҡытыусы баһаһы.
Дәрес тамам. Һау булығыҙ !

-
3. Яңы материалды өйрәнеү. Уҡыу проблемаһын сисеү.
4.Ял минуты.
5.Белемде нығытыу.
6.Өйгә эш.
7.Дәресте йомғаҡлау. Эшмәкәрлеккә рефлексия.