Синыфтан тыш асы? д?рес. Тема: Назар Н?жми «Тыу?ан ауылым» ши?ырын ?йр?не?


Синыфтан тыш асыҡ дәрес
Махмутова Ф.Ф.
Тема: Назар Нәжми «Тыуған ауылым» шиғырын ѳйрәнеү
Маҡсат: Шағирҙың тормош юлы һәм ижады менән танышыу;
- уҡыусыларҙың бәйләнешле телмәрен үҫтереү;
- тыуған ергә, илгә һѳйѳү тәрбиәләү
Йыһазландырыу: Таҡтала дәрескә эпиграф, Н.Нәжмиҙең «Тыуған ауылым» шиғыры аудио яҙмала, кроссворд, ауыл тѳшѳрѳлгән һүрәттәр.
Дәрес барышыОйоштороу мәле (дәрескә әҙерлекте тикшереү)
Дәрестең темаһын һәм маҡсатын асыҡлау
Шағир юлы – тойғо, хистәр аша
Мәшәҡәтле, оҙон, ауыр юл.
Үҙ тауышын үҙе тапҡан шағир –
Яңы йондоҙ тапҡан ғалим ул!
(Мәҡсүд Сөндөклө)
-Бөгөн дәрестә Башҡортостандың халыҡ шағиры менән танышасаҡбыҙ. Уның исемен белер өсөн,
”Ағастар” темаһына кроссворд сисегеҙ.
. Аҡ кейемен кейгән, йәшел суғын элгән.
2. Яр ситенә теҙелгән, һыуға табан эйелгән.
3. Һылыу еңгә - шау тәңкә, елһеҙ ҙә ул елкенә, тәңкәләре һелкенә.
4. Йәйен-ҡышын бер төҫтә, үҙгәрмәй ул бөртөк тә.
5. Япрағы тармаҡ-тармаҡ, әйтерһең дә, биш бармаҡ.
Елдәргә башын ҡаға урман биҙәге - ... .
6. Сәтләүеге сеүәтәлә, үҙе хас та бәһлеүән.
Уны һындырмам, теймәм, шаулаһын, үҫһен ...
7.Һындырмасы сәскәләрен, ташыма ҡосаҡ-ҡосаҡ,
Шунда ғына емештәрен тирерһең услап-услап.
8. Өйөм алдында үҙе, бөҙрә сәсле, күк күҙле.
ҡ а й ы Н т А л З у ҫ А ҡ ш ы Р ш ы б а л а Н и м Ә н Ж М у й ы л
с И р е н ь
- Тимәк дәрестә кемдең ижады менә танышасаҡбыҙ?
-Назар Нәжмиҙең биографияһы менән танышайыҡ.
(Назар Нәжметдин улы Нәжметдинов) 1918 йылдың 5 февралендә Башҡортостандың Дүртөйлө районы Миңеште ауылында ярлы крәҫтиән ғаиләһендә тыуған.
1941 йылда Башҡорт дәүләт педагогия институтының өсөнсө курсынан Бөйөк Ватан һуғышына китә.Фронтта күрһәткән батырлыҡтары өсөн ике тапҡыр II дәрәжә Ватан һуғышы, Ҡыҙыл Йондоҙ ордендары һәм миҙалдар менән наградлана. 1944 йылда Коммунистар партияһы сафына инә. Һуғыштан һуң уҡыуын дауам итә, 1947 йылда институттың тел һәм әҙәбиәт факультетын тамамлай.
1947-1949 йылдарҙа “Совет Башҡортостаны” газетаһы, “Әҙәби Башҡортостан” журналы редакцияларында эшләй. Бер йыл Башҡорт дәүләт академия театрының директоры булып эшләй. 1951 йылдан СССР Яҙыусылар союзы ағзаһы. 1955-1959 йылдарҙа ул - “Һәнәк” журналының редакторы. 1962-1969 йылдарҙа Н.Нәжми - Башҡортостан Яҙыусылар союзы идараһының председателе.
Назар Нәжмиҙең әҙәби хеҙмәттәре
Назар Нәжми утыҙынсы йылдар аҙағында яҙа башлай. Тәүге шиғырҙары 1937 йылда республика газеталарында баҫыла. 1940 йылда “Октябрь” журналында “Ауыл күренештәре” исемле шиғырҙар циклы баҫылып сыға. 1946-1949 йылдарҙа лирик шиғырҙар һәм хикәйәләр яҙа.1950 йылда тәүге шиғырҙар йыйынтығы – “Тамсылар” донъя күрҙе. Был китабы менән ул үҙен талантлы шағир итеп таныта. Назар Нәжми – утыҙҙан ашыу шиғыр һәм поэмалар йыйынтығы авторы. Йырсы-шағир булараҡ та киң билдәле. Драматургияла әүҙем эшләне, драмалары Башҡорт академия драма театры сәхнәһендә уңышлы барҙы. А.С.Пушкин, М.Ю.Лермонтов, Н.А.Некрасов, Р.Ғамзатов, Ҡ.Кулиев шиғырҙарын башҡортсаға тәржемә итте.
Ҡыҙы Алһыуҙың хәтирәләре
“Атайым ғаиләлә ҡояш кеүек булды, ә беҙ – уның тирәһендә әйләнеүсе планеталар...”
“Атайым беҙҙе бик ныҡ яратты.Йәнен бүлеп бирергә әҙер ине. Ләкин мин бер хәҡиҡәткә төшөндөм: ижади шәхес бер кемдеке лә, хатта ғаиләһенеке лә була алмай. Атайым да, тәү нәүбәттә, барыбер Шағир булып ҡалды. Унан һуң атай...”
Назар Нәжмиҙең хеҙмәте юғары баһаланды.
Ҡыҙыл Йондоҙ ордены – 1944 й.
II дәрәжә Ватан һуғышы ордендары – 1945, 1985 й.
Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордендары – 1955, 1968 й.
Салауат Юлаев исемендәге Республика премияһы – 1972 й.
Октябрь революцияһы ордены – 1978 й.
М. Горький исемендәге РСФСР Дәүләт премияһы – 1982 й.
Башҡортостандың халыҡ шағиры исеме бирелде – 1994 й.
Шиғыр ѳҫтѳндә эш-Шиғырҙы магнитофондан тыңлау-үҙ аллы уҡыү
-эстәлеге буйынса әңгәмә-Шиғырҙа шағир ауылын нисек һүрәтләй?
-Шағир ауылына дан йырлай тип әйтә алабыҙмы?
-Шиғырҙа сағыштырыуҙар ҡулланылғанмы?
-Н.Нәжми кеүек һеҙҙә үҙ ауылығыҙҙы данлар инегеҙме?
-Йә кем нисек үҙ ауылына маҡтау һүҙҙәре әйтә ала?
Уҡыусыларҙың шиғырҙы тасуири итеп уҡыуҙары.
«Ауылымдың билдәле шәхестәре» тигән темаға фотоһүрәттәр ҡарау.
Ауылдың билдәле шәхестәре тураһындағы балаларҙың белемдәрен тикшереү. Улар тураһында уҡыусыларҙан һѳйләтеү.
Өйгә эш биреү:
Н.Нәжмиҙең «Тыуған ауылым» тигән шиғырын ятларға.
VII. Дәресте йомғаҡлау:
Дәрестә нимәләр тураһында һөйләштек?
Назар Нәжми тураһында ниндәй мәғлүмәт алдыҡ?
Назар Нәжмиҙең шиғырынан өҙөк уҡып, дәрескә йомғаҡ яһайыҡ:
Ҡара тупраҡ – ҡара ерем,
Ул бит – мине тыуҙырған да,
Ул бит – мине уңдырған да,
Ул бит – мине туңдырған да,
Ул бит – мине һөйөндөргән,
Ул бит – мине көйөндөргән,
Ашатҡан һәм кейендергән.