У?ыусылар ижады.?с?м теле — с?с?н теле.?с?к?йем, берген?м!


                                                 Әсәкәйем, бергенәм!   Әсәй! Әсәкәйем! Ниндәй яғымлы һүҙ! Әсәйҙән дә матурыраҡ, яғымлыраҡ кеше юҡ. Әгәр шатлығыбыҙ булһа ла, ҡайғыбыҙ килеп сыҡһа ла гел әсәй менән уртаҡлашабыҙ. Баланың иң тәүге аҙымы ла, һүҙе лә - әсә һүҙенән башлана ул.   Иң тәүге һүҙ яғымлы һүҙ,   Тылсымлы һүҙ - ул әсәй,   Һәр бер кеше, һәр бер бала,   Тик "Әсәй" тиеп йәшәй.   Әсәй! Ал таңдарың бәхет менән атһын, нур таралһын көләс йөҙөңдән,һаулыҡ, шатлыҡ, уңыш юлдаш булһын, йырлап, гөрләп үтһен һәр таңың!
Ғилметдинова Камилла , 2 В класы уҡыусыһы
                                                  Әсәм теле - сәсән теле.   Тел - һәр милләттең рухи һәм мәҙәни байлығы, "халыҡтың иң боронғо тарихи көҙгөһө". Тел юҡ икән - халыҡ та ,милләттә юҡ. Милләттең эске тәбиғәтен, матурлығын, байлығын күрһәткән билгеләрҙән тел иң беренсе урында тора. Кешелек аҡылы донъяға килтергән ҙур асыштар араһындағы иң даһи асыш, бер мөғжизә ул тел.   Туған тел! Был һүҙ һәр кем өсөн дә ҡәҙерле, ғәзиз! Минең туған телем - башҡорт теле. Тыуғас та әсәйемдең наҙлы итеп "балам" тигән һүҙен туған телдә ишеткәнмен.    Минең туған телемдән дә матур тел юҡтыр ул. Туған тел! Унан да көслө, татлы,наҙлы,ләззәтле лә тел бармы икән? Минең туған телем - йырҙай моңло башҡорт теле. Өләсәйемдең бишек йырҙарынан, әкиәттәренән туған телемдең матурлығын, ҡиммәтен аңлап үҫтем.     Һәр кеше үҙ туған телен һөйөргә, яратырға тейеш. Ләкин, ҡайһы ваҡытта, башҡорттар урыҫса һөйләшәм тип, телдәрен һындырып-һындырып, яҡындары араһында килештереп маташалар. Ундай кешеләр биткә ҡыҙыллыҡ килтерәләр.      Минең телем - тыуған ерем,      Әсәм тауышы,      Халҡымдың бай хазинаһы,      Таҙа намыҫы!      Ерҙә халыҡ йәшәй икән,      -Теле лә йәшәй!      Телен асҡанда, һәр бала      Әйтәсәк "Әсәй!".      Мин сикһеҙ хөрмәт итәмен      Халҡымдың телен,      Ә кем уны һанға һуҡмай,      Хурлай тик үҙен!...     Халыҡ - ул бөгөнгө көндә тереклек иткән милләттәштәр генә түгел, халыҡ - ул үткән быуындан ҡалған, бөгөнгө көндө йәшәгән, киләсәккә нигеҙ булған рух та. Ошо рухты тел йәшәтә! Ә телдең киләсәге кеше ҡулында.
Сәләмова Динә , 6 В класы уҡыусыһы