?ар ?ыуы йола?ын с?хн?л?штере?


“Ҡар һыуына барыу” йолаһын сәхнәләштереү
Маҡсат: башҡорт халҡының матур йолаларын тергеҙеү һәм балаларҙа йолаларға ҡарата ҡыҙыҡһыныу уятыу; тәбиғәткә һөйөү хистәре тәрбиәләү.
Матур итеп биҙәлгән сәхнә. Малайҙар һәм ҡыҙҙар башҡорт көйөнә сәхнә түренә уҙа.
1-се уҡыусы Ағалар ҡар һыуҙары,
Баҫалар баҫыуҙарҙы,
Йылғалар аша ярҙан,
Күләүек ҡала ҡарҙан.
2-се уҡыусы Ҡарҙар иреп бөткәнсе,
Йәйге һиллек еткәнсе,
Яҙғы ташҡын үткәнсе,
Ҡар һыуына барайыҡ,
Тәмен тәмләп ҡарайыҡ.
3-сө уҡыусы Уңдырырмы игенде,
Туйҙырырмы илемде,
Болотлатып күгемде,
Ямғыр булып яуырмы?
Әллә ярып еремде,
Шифа булып һеңмәйсә,
Күк томандай осормо?
4-се уҡыусы Үҫемлеккә тәм биреп,
Үләндәргә йән биреп,
Ер-әсәгә һеңерме?
Барлыҡ булған көс-ҡеүәтен
Тамырҙарға бирерме?
Cәхнәгә оло инәй инә.
Оло инәй. Һаумыһығыҙ, балалар!
Бөтәһе бергә. Һаумы, инәй! Әйҙә. Түрҙән уҙығыҙ!
Балалар инәйҙе уратып ала, тирә яғына ярымтүңәрәк яһап ултыралар.
Инәй (доға ҡылып алғас). Йә, балалар, оло байрамға, Яҙһылыу байрамына йыйылғанһығыҙ икән. Аллаға шөкөр, көндәребеҙ матур тора. Имен-аман ҡар һыуын алып ҡайтып самауырҙар ҡуяйыҡ, яҙ ҡоймағы ҡояйыҡ, табындарға ҡуяйыҡ.
Балалар. Инәй, һөйлә әле, ни өсөн ҡар һыуына барғандар ул? Ҡайҙан килеп ингән йола был?
Инәй. Борон-боронда беҙҙең ырыу башҡорттары араһында тауға ҡар һыуына барыу йолаһы булған. Һыуға март аҙаҡтары, апрель баштары, бурандар тынып, ҡар ирей башлағас барғандар.
Уҡыусы. Ҡар һыуы бик файҙалы тиҙәр, ысынмы икән, инәй?
Инәй. Элгәре заводтар булмвғас, төрлө химик матдәләр ҡулланылмағас, баҫыуҙарға минераль ашламалар һалынмағас, ҡар һыуы бик таҙа булған шул. Һыу ала торған урынды ололар алдан билдәләй торған булғандар. Һыуҙы алып ҡайтҡас, ҡатын-ҡыҙҙар унан сәй ҡайнатҡан, бит, сәс йыуған. Әсәләр был һыу менән балаларын ҡойондорғандар.
1-се уҡыусы. Ә ниңә улай иткәндәр һуң?
Инәй. Был һыу баланы күҙ тейеүҙән һаҡлай тигән инаныу йәшәгән. Хатта боронғолар ҡар һыуын «зәм-зәм» һыуы тип тә йөрөткәндәр. Бына шулай, балалар! Йәгеҙ, хәҙер инде беләһегеҙ. Ни өсөн ҡар һыуына йөрөгәндәрен. Кисә оло ағайҙарығыҙ ҡар һыуын алырлыҡ таҙа урынды билдәләнеләр, ҡыҙыл таҫма таҡтылар. Егеттәр һыу юлын тапай торһондар, ә беҙ уйнап-йырлап алайыҡ.
Малайҙар сығып китәләр.
2-се уҡыусы. Ҡыҙҙар, нимәле уйнап алайыҡ?
Башҡалар. Йәшерәм, яулыҡ?
3-сө уҡыусы. Әйҙәгеҙ, улай булғас.
Ҡыҙҙар һәм ҡалған малайҙар түңәрәк яһап ултыралар. Яза һайлағанда «Ҡарабай»ҙы бейейҙәр һәм «Яҙ» йырын башҡаралар.
Малайҙар ҡайтып инә.
Малайҙар. Ҡыҙҙар, юл тапалды, һыуға барырға була!
Инәй. Ярай. Ҡыҙҙар, имен-аман
Ҡар һыуына юллағыҙ,
Бисмилла әйтеп, һыу алғанда,
Имен яҙҙар юллағыҙ.
Еңгә. Тулы силәгегеҙ сайпылмаһын,
Түгелмәһен бәхет-өмөттәр,
Ҡар һыуынан сибәрләнһен ҡыҙҙар,
Көс-ҡеүәт алһын егеттәр.
Еңгә. Төклө аяҡ менән килһен яҙҙар,
Етәкләһен гөллө йәйен дә,
Ҡалдырмаһын мул табынлы көҙөн,
Туйындырһын ярлы, байын да.
2 -се ҡыҙ. Ҡар һыуына барайыҡ,
Самауырҙар ҡуяйыҡ,
Яҙһылыуҙың зәм-зәм һыуын –
Сәйен эсеп туяйыҡ!
Ҡыҙҙар һәм малайҙар йырлай –йырлай парлап сығалар. Малайҙар биҙрәләрҙе тотошоп баралар.
Яҙ айҙары етте инде,
Урманға юл ярабыҙ.
Сәстәребеҙ оҙон булһын,
Ҡар һыуына барабыҙ.
Ҡушымта:
Ҡар һыуҙары, ҡар һыуҙары,
Ҡар һыуҙары ағалар.
Күҙ теймәһен ҡыҙҙарға,
Ҡар һыуына баралар.
Ҡар һыуҙары бик шифалы
Бит-ҡулдарҙы йыуырға.
Ҡар һыуҙарын алып ҡайтып,
Сихыр-зәхмәт ҡыуырға.
Юҡҡа ғына ҡар һыуҙарын
«Зәм-зәм» һыуы тимәйҙәр.
Ҡар һыуында йыуындырһаң,
Балаға күҙ тимәйҙер.
Өйҙә ҡалған балалар тңәрәкләп ултырыша.
Инәй. Еңгәләрегеҙ ҡоймаҡ ҡойғансы, әйҙәгеҙ әле, балалар, халҡыбыҙҙың һынамыштарын барлайыҡ.
Балалар һынамыштар, йомаҡтар ҡойошалар.
Ҡыҙҙар, малайҙар тулы күнәктәр менән ҡайтып инәләр.
Инәй.
Иншалла, бәрәкалла,
Ҡар һыуҙарын алып ҡайтҡас,
Самауырҙар ҡуяйыҡ,
Күҙ тимәһен үҙебеҙгә,
Бит-ҡулдарҙы йыуайыҡ,
Бәхет-шатлыҡ юрайыҡ.
Иншалла, бәрәкалла!
Ҡыҙҙар, малайҙар бисмилла әйтеп, ҡар һыуын тәмләп ҡарайҙар.
1-се ҡыҙ.
Ярмаланған ҡар шифалы.
Ҡыҙҙар, йыуайыҡ битте.
Беҙҙән сырхауҙар китте,
Шау-гөр килгән тәбиғәткә
Саздар йырлар саҡ етте.
2-се ҡыҙ.
Яҙҙар килде,
Ҡояш көлә,
Бөтә йәнлек ҡыуана.
Ҡыҙҙар ҡар һыуына сығып
Күңел аса, йыуана.
3-сө ҡыҙ
Ағас бөрөгә тулыша,
Ҡоштар ҡоралар оя.
Ярма ҡар ергә һырыша,
Ер инде һыуға туя.
Бөтәһе бергә.
Ағалар ҡар һыуҙары,
Баҫалар баҫыуҙарҙы.
Их, күңелле тыуған яҡҡа
Ҡоштарҙың ҡайтыуҙары.
Еңгәләр.Инәй, балалар!Ҡоймаҡ ҡойолдо, самауыр түргә ҡуйылды, әйҙәгеҙ, хәҙер ҡар һыуынан әҙерләгән сәйҙе тәмләп ҡарайыҡ. Барығыҙ ҙа түрҙән уҙығыҙ.
Түңәрәк өҫтәл артында барыһы бергәләп сәй эсәләр.