Ауылымды? ар?а?лы ш?хесе Файзуллин Р.К.


Муниципаль бюджет дөйөм белем биреү ойошмаһы
Рысай ауылы дөйөм белем биреү мәктәбе
Башҡортостан Республикаһы Учалы районы МР
Ауылымдың арҙаҡлы шәхесе
ветерандар советы рәйесе, оло ихтирамға лайыҡ
Файзуллин Рәүил Кәлимулла улына бағышлайым
Эште үтәне:
Рысай урта мәктәбе
Педагог-китапханасы
Әминева А.Р.
Рысай 2015
Кеше
Кешеләргә кәрәк булһын,
Бер ҡайҙа ла артыҡ булмаһын.
Эшләгәндә, янып эшләһен дә,
Ял иткәндә, көлһөн,
Йырлаһын!
Һыҡранмаһын тормошонан кеше,
Үҙе биҙәп торһон ул уны.
Ҡыуанһын ул,
Яҡты эҙен күреп
Аҡыллы һәм оҫта ҡулының.
Хыялланһын,
Янһын,
Ҡанатланһын,
Тынғы белмәй алға ынтылһын,
Һөйһөн,
Көйһөн,
Күркәм булһын кеше,
Халыҡ ғәме менән ул тулһын!
Үҙ ҡайғыһын кескәй ҡайғы итеп,
Иң ҙур байрам көтөп йәшәһен.
Рәми Ғарипов.

Кеше - ер тәбиғәтенең иң бөйөк емеше. Әммә кеше шул тәбиғәттең хазиналары менән кинәнһен өсөн сәләмәт, көслө, аҡыллы булырға тейеш.
Файзуллин Рәүил Кәлимулла улы 1935 йылдың 9 июнендә Башҡортостандың Учалы районы Рысай ауылында тыуа. Бала саҡтың хәтирәләре кеше әллә нисә йәшкә еткәндә лә онотолмайҙар бит ул. Урамда үҫкән бәпкә үләндәрендә, йәмле ҡырҙарында, йәшел туғайлыҡтарында, бесәнлектәрендә тәгәрәп үҫкән мәлде күңелдән сығарып ташлап буламы ни? Әсәһе янына ҡырға, баҫыуҙарға йөрөгәне Рәүилдең бөгөнгөләй күҙ алдында. Ләкин ундай рәхәтлекте күп татырға тура килмәй шул, быға яуыз фашист сәбәпсе була . Һуғыш афәте бәлә, интегеүҙәр алып килә. Кисә шар һуғып уйнаған малайҙарҙы кинәт кенә ҙурайтып, бөтә тормош мәшәҡәттәрен ҡатын – ҡыҙ, ҡарт – ҡоро, бала – саға елкәһенә һала. Рәүил дә хәленән килгәнсә яҙҙан көҙгәсә колхозда эшләй, ә ҡышын мәктәпкә уҡырға йөрөй. Нисек кенә ауыр булмаһын, уның уҡырға теләге бик ҙур була.

Әсәһе Мөхтәрәмә менән атаһы Калимулла Файзуллиндар
Әсәһен, Мөхтәрәмә апайҙы, 1942 йылдың һалҡын ҡышында разнарядка буйынса Белорет районының Тирлән урман хужалығына ағас ҡырҡырға ебәрәләр. Уның ике бәләкәй балаһы ҡәйнәһе ҡарамағында ҡала. Ул ваҡытта Рәүилдең атаһы бронь буйынса “Краснахта “шахтаһында фронт өсөн алтын сығарыу эшендә була. Атаһы Файзуллин Кәлимулла Файзулла улы 1943 йылдың башында үҙ теләге менән һуғышҡа китә. Оҙаҡ һуғышырға тура килмәй - 1943 йылдың 10 мартында һәләк була. Уны Сумск өлкәһенең Ивот тигән ауыл янында ерләйҙәр. Ауылға Кәлимулла ағайҙың үлеме турында ҡара ҡағыҙ килгәс, Мөхтәрәмә апайҙы Тирләндән колхозға, балалары янына ҡайтаралар. Шулай итеп, ул үҙенең 27 генә йәшендә ике бала менән тол ҡала. Мөхтәрәмә апай Калимуллаһына һуңғы һулышына саҡлы тоғро ҡала, ҡабаттан кейәүгә сығып тормай, ғүмерен балаларын тәрбиәләүгә бағышлай. Биш йылға яҡын ауылдаштары менән шулай михнәт арбаһын тарталар. Ваҡытынан элек олоғайған ошо малайҙарға “ Һуғыш бөттө, фашист тар – мар ителде” тигән хәбәр күпме йылылыҡ һәм шатлыҡ алып килә!
Рәүил 1951 йылда Рысай мәктәбенең ете класын тамамлап, колхозға эшкә сыға. Тәүҙә, һөнәре булмағас, төрлө эштә йөрөй. Ауылда ул саҡта тракторсы һөнәре бик почетлы булыуын йәш үҫмер күрә. Күп уйлап тормай, 1953 йылда Вознесенка ауылына тракторсылар курсына уҡырға бара. Шулай итеп ул тик яҡшы билдәләргә генә өлгәшеп, тракторсы һөнәрен үҙләштерә. 1954 – 1957 йылдарҙа тыуған ауылында трокторист булып эшләй.

Тәүге эшләгән тракторы янында
Механизатор эше бик ауыр ҙа, яуаплы ла. Иртә таңдан, ҡара төнгә саҡлы арыта, әммә ҡайтышлай Яйыҡ һыуын эсеп ебәрһәң, хәл кереп, дарман ҡайта. Йәшлек үҙенекен ҡыла - киске уйындарға сығарға ла үҙендә дәрт, көс таба.
-Тыуған ер, тыуған тупраҡ шулай ул, - ти торғайны ундай ваҡытта әсәһе, - кейендерә лә, туйындыра ла, көс тә бирә.
Ваҡыт үҙенекен итә, армияла хеҙмәт итеү ваҡыты ла етә. Рәуил 1957 – 1960 йылға саҡлы үҙенең һалдат бурысын үтәп ҡайта. Хеҙмәт иткән осорҙа ул үҙен өлгөлө һалдат итеп күрһәтә. Рядовой, отделение командиры, взвод командиры урынбаҫары вазифаһын үтәй. Армиянан сержант званиеһында ҡайта.
.


... Тәгәрмәстәр аҫтында рельстар туҡылдай, поезд һалдаттарҙы тыуып – үҫкән яҡтарына алып ҡайта. Рәүил вагон тәҙрәһенән ҡараған, ә күҙ алдында әсәһе яҙған хаттарҙан юлдар... “Колхозда һине көтәләр, улым. Һәйбәт, тырыш тракторисыбыҙ ҡайта, тиҙәр... Хужалыҡ ҙур хәҙер, механизаторҙар ауылда юғары баһаланыусы һәм хөрмәтле кешеләр...” Һалдаттан ҡайтҡас та тракторҙа эшләүен дауам итә Рәүил. Тракторисҡа колхозда эш етерлек. Бер ҡараңғынан икенсеһенә тиклем трактор эргәһенән китмәй эшләне Рәүил. Тракторҙың төҙөклөгөн дә ваҡытында ҡарап торорға кәрәк. Яҙҙан ерҙе тырмалатып сәсергә, көҙөн урып – йыйыу эштәрендә, колхоз малдарына аҙыҡ әҙерләүҙә, ҡышҡылыҡҡа баҫыуҙарҙы туңға һөрөүҙә өлгөр генә. Көҙ, тәбиғәт йөҙ төрлө буяуҙарға мансылған осор етә. Баҫыуҙарҙа иген йыйылып, бураларға һалынған, ер туңға һөрөлгән, ауыл кешеһенең мәшәҡәттәре бер аҙ кәмегән ваҡыт була. Ауылдың һәр кешеһе тупраҡ көсөнөң тағы күпмегә ҡеүәтләнеүен, тыуған еренең уңышты йәнә ни тиклем арттырғанлығын ашыҡмайынса, крәҫтиәндәрсә иҫәпләргә ярата. Игенсе яҙғы сәсеүгә, ураҡ өҫтөнә күңеле менән тиҫтәләгән тапҡырҙар ҡайта әле, ә механизатор, бәлки, мең дә бер мәртәбәлер, сөнки ул уңыш яҙмышын хәл итеүсе төп хужа.
Үҙенең тәүге, бәлки иң ҡәҙерле маҡтау ҡағыҙҙарының береһелер ҙә , Рәүил 1962 йылда тракторҙа эшләгән осоронда ала.
1961 йылда Рысай ауылына йәш уҡытыусы эшкә килә. Рәүил бер күреүҙә ғашиҡ була, Сәлиха лә тырыш егетте үҙ итә. Улар шул йылдың декабрь айында өйләнешәләр. Уҡымышлы, һылыу ҡатынына тиң булыу теләге Рәүилдә уҡырға дәртен тағы ла нығыраҡ көсәйтә. Ул 1963 – 1964 йылда Йылайырҙа (Юлдыбай ауыл хужалығы училищеһында ) бер йыл бригадирҙар курсында уҡый. Аттестатынан күренеүенсә, егәрле егет тик “бишле” билдәләренә генә өлгәшкән.



Шулай уҡ уҡыған осоронда маҡтау ҡағыҙы менән бүләкләнә.
Уҡып ҡайтҡас, йәш белгесте Рысай бүлегенә бригадир итеп ҡуялар. Эш бермә-бер арта, тракторҙа эшләгәндә үҙенең эше өсөн генә яуап бирһә, хәҙер инде бөтә бригада, йәғни бөтә ауыл эшселәре өсөн яуаплы булырға тура килә. Эше ниндәй генә ауыр булһа ла, үҙенә оҡшай. Эшенең һөҙөмтәләрен күреп ҡыуаныр ине. Бригадаға яңы техника, яңы белгестәр килә башлағас, Рәүил ағай үҙенең белемен тағы ла арттырырға ҡарар итә лә, күп уйлап тормай, Аксенов ауыл хужалығы техникумына уҡырға керә. Балаларын, ғаиләһен ауылда ҡалдырып , өс йыл техникумды очно уҡып, аграном – ойоштороусы һөнәрен үҙләштерә. Ҡулына ҡыҙыл диплом тотоп, кире тыуған колхозына эшкә ҡайта.

Ҡыҙыл диплом менән бергә маҡтаулы ҡағыҙ менән дә бүләкләйҙәр.
Әйтеүе генә еңел - өс йыл, ә ул саҡта нимәләрҙе ҡорбан итеүен ғаиләһе генә белә. Ҡатыны Сәлихә Заһир ҡыҙын да белемен камилләштерергә юғары уҡыу йортона уҡытыусылар курсына уҡырға ебәрәләр. Ул ике малайын эйәртеп, икәүһен ҡәйнәһенә ҡалдырып, Өфөгә уҡырға бара. Ләкин былай итеп уҡып булмаясағын аңлап, уға кире ҡайтырға тура килә. Ул иренең белемен арттырыуын өҫтөнөрәк ҡуя, уның тыныс итеп уҡып бөтөүен теләй. Сөнки Рәүилде колхоз өс йыл тулайым уртаса эш хаҡы түләп уҡырға ебәргән була. Колхоз шундай ышаныс күрһәткәндә нисек итеп үҙеңдең уҡыуыңды өҫтөн ҡуяһың инде тип уйлай ҡатыны. Бындай ихтирам, ярҙамсыллыҡ бер – береһен яратҡан, бер – береһен хөрмәт иткән парҙар араһында ғына булалыр ул.
Ғаилә ҡалдырып, уҡырға сығып китеүе еңел булмай, әлбиттә, ләкин заман талабына тап киләм тиһәң, үҙеңдә көс табаһың инде. Бригаданың ярты килеме ҡырсылыҡтан булғанлыҡтан, агроном һөнәрен үҙләштереү бик ярап ҡала. Мул уңыш үҫтереү, гектар көсөн арттырыу өсөн бөтәһен дә эшләргә тырышалар. Эйе, ауыр саҡтар ҙа күп була. Ләкин тормош гел алға бара, хужалыҡ нығый, кешеләр үҙгәрә. Уйлап ҡараһаң, уларҙың бөтәһе лә үҙенә айырым бер тарих булып тора. Тәртип өсөн көрәште генә алайыҡ. Ниндәй сыҙамлылыҡ, бер һүҙлелек, инанғанлыҡ кәрәк уны нығытыу өсөн! Йәки бына дөрөҫ сәсеү әйләнешен индереү. Бында ла иҫке ғәҙәттәрҙе емереп ташлау өсөн күпме көс һалырға тура килә. Белгес булараҡ, бөтә механизаторҙарҙы тәрән һөрөү өсөн көрәшкә күтәрә. Унан бөтә көс юғары сифатлы, класлы орлоҡтар әҙерләүгә бирелде... Шулай итеп ул үҙенең тимер атына атланып ала ла иртә таңдан, ҡара кискә саҡлы бер баҫыуҙан икенсе баҫыуға эш барышын тикшереп, етешһеҙлектәрҙе бөтөрөп, яңы пландар ҡороп 23 йыл бригадир теҙгенен арымай – талмай тарта ла тарта. Рәүил ағай үҙенең бригадир булып эшләгән осоро өсөн ҡыуана ла, ғорурлана ла. Ауыл үҫте, күпме халыҡ яңы өйҙәр һалып керҙе, ферма һыйырҙары өсөн таш биналар, үлән оно етештереү өсөн АВМ төҙөлдө, иген һаҡлау өсөн зернаток, тауыҡ, сусҡа фермалары булдырылды.

Эшләгән – тешләгән, тиҙәр боронғолар, дөрөҫ. Йыл һөҙөмтәләре буйынса грамоталарын да алып торҙо, маҡтанылар ҙа, ВДНХ-ға ла ебәрҙеләр.
Эшләгән эшен яҡшы баһаланылар. Бер көн кис эштән ҡайтыуына ҡатыны менән балалары серле йылмайып, район газеты менән ҡаршы алалар.
Атаһы бейе, һөйөнсө, мә, беренсе биттәге указды уҡы!
Рәүил ағай газетаға текәлә. Шунда әллә ни була уға: бөтә тәненән ток йүгерәме ни – ҡулдары ҡалтырай, аяҡ быуындары йомшара, күҙен баҡҡан хәрефтәр һикерешә.
Миңәме, орден бирәләр? Булмаҫ, күңелем ышанмай...
Был указда “Башҡортостан” колхозының Рысай бүлексәһе бригадирына Файзуллин Рәүил Кәлимулла улына өсөнсө дәрәжә Хеҙмәт Даны ордены менән бүләкләнә тип яҙылған була.


Күп тә тормай, районға саҡырып, орденды тағып ҡайтаралар. Шундай оло хөрмәт, ышаныс белдереп торғанда нисек инде тырышып эшләмәйһең. Эйе, тырышты Рәүил. Орден өсөн түгел , ә шундай ышаныс белдергәндәре өсөн.
1981 йылда урып – йыйыу эштәре бөтөүгә тағы ла бер ҡыуандырҙылар. Былай тип яҙылғайны унда : «Ауыл хужалығы өлкәһендәге хеҙмәтегеҙ өсөн Башҡорт АССР-ы Верховный Советы Президиумы 1981 йыл 21 сентябрь Указы менән Һеҙгә “Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған ауыл хужалығы работнигы” - тигән почетлы исем бирҙе.”
Тағы бер нисә йылдан икенсе дәрәжә Хеҙмәт Даны ордены тапшыралар. Уның араһында күпме маҡтау ҡағыҙҙары! Эйе, бирелгән маҡтау ҡағыҙҙары менән ордендарҙы ҡарап сығып ҡына ла әйтергә була , насар эшләнмәгән. Әгәр үҙеңдән һуң шундай эҙ ҡалдыра алаһың икән, был ғүмерен заяға уҙғарманы тигән һүҙ.



1990 йылда заманалар болғанышып, үҙгәреп торған ваҡытта, уға яңы эш тәҡдим итәләр. Ғаиләһе менән кәңәшләшергә, уйларға бер көн ваҡыт бирелә. Яҡындары менән һөйләшкәс, Рәүил ағай үҙен кооперацияла һынап ҡарарға була. Шулай итеп, ул Сәфәр сельпоһының председателе булып китә. Үҙенең ете йыл ғүмерен ошо эшкә бәйләй. Бында ла яҡшы күрһәткестәргә өлгәшә. Йәше еткәс, маҡтау ҡағыҙы, яҡшы һүҙҙәр менән хаҡлы ялға оҙаталар.
Хаҡлы ялға сыҡҡас, был март айы була, ихатала, баҡсала, мал-тыуар - эш күп була, ваҡыт һиҙелмәй үтә. Ләкин бына көҙ еткәс, ғүмер буйы етәксе эшендә эшләгән кешегә ваҡыт үткәреүе ауырлаша. Шул саҡ уға Учалылағы һөнәрселек училищеһының хужалығына завхоз эшен тәҡдим итәләр. Яңы дәрт менән яңы эшкә тотона. Был эшендә лә өс йылға яҡын эшләй. Ләкин йәш үҙенекен ала, йөрөп эшләү ауырлаша. 2000 йылда ялға китә. Тиктормаҫ, дәртле Рәүил ағай йәмғиәт эштәрендә элеккесә әүәҫ башҡара. Бөгөнгө көндә ауылдың ветерандар советы менән етәкселек итә. Төрлө сараларҙа ҡатнаша, өмәләр менән етәкселек итә, халыҡ менән бергә ҡайнап йәшәй. Ҡатыны Салиха Заһир ҡыҙы менән дүрт балаға ғүмер биреп, матур итеп тәрбиәләп, өлгөлө ғаилә булып 55 йыл бергә-бергә, иңгә-иң терәп йәшәйҙәр. Афарин Рәүил ағай, шулай дәртле, тормошта әүҙем, һаулыҡта йәш йәшәп ятығыҙ.



Ҡушымта
Тырыш хеҙмәтенең емештәре