«Баш?орт теле ??м ???би?те д?рест?ренд? у?ыусылар?ы? ижади ???емлеген ??тере? юлдары» исемле проект эше.


Муниципальное бюджетное общеобразовательное учреждение
средняя общеобразовательная школа
имени Усманова Г.М. села Ахуново
МР Учалинский район Республики Башкортостан


«Башҡорт теле һәм әҙәбиәте дәрестәрендә уҡыусыларҙың ижади әүҙемлеген үҫтереү юлдары» исемлепроект эше.


Эшләне: Даушева Регина Әрхәм ҡыҙы
Учалы муниципаль районы,
Ғ.М.Усманов исемендәге
Ахун урта мәктәбенең
башҡорт теле һәм әҙәбиәт уҡытыусыһы
2017
Йөкмәткеһе Инеш
Проект эшенең паспорты
Проекттың маҡсаты
Проекттың бурыстары
Гипотеза
Проектның базаһы
Проекттың ҡатнашыусылары
Проектты тормошҡа ашырыу этаптары
Көтөлгән һөҙөмтәләр
Практик яҡтан яҡтыртыу
Йомғаҡлау
Ҡулланылған әҙәбиәт
Башҡорт теле һәм әҙәбиәте дәрестәрендә уҡыусыларҙың ижади әүҙемлеген үҫтереү юлдары
Инеш.
Проект темаһының актуаллеге бөгөнгө белем биреүҙең яңырыуы менән аңлатыла. Уҡытыусының төп маҡсаты – белем сифаты менән идара итеү өсөн төрлө юлдар һәм алымдар ҡулланып, киләсәктә илдең ысын хужалары була алырлыҡ белемле, аҡыллы, һау-сәләмәт һәм хәҙерге тиҙ үҙгәреүсән донъяға яраҡлаша алған балалар тәрбиәләү. Уҡыусылар ижади фекер йөрөтөүгә, үҙ фекерен ышаныслы яҡлауға, тыуған һорауҙарын ҡыйынлыҡһыҙ хәл итеүгә һәләтле уҡыусылар тәрбиәләү талап ителә. Балаларҙың һәләтен күреп, үҫтереү, уларҙың әүҙемлеген арттырыу өсөн башҡорт теле һәм әҙәбиәт дәрестәрендә бөтә мөмкинселектәрҙе файҙаланырға кәрәк. Ә уҡыусының күңел донъяһын тейеш йүнәлештә тәрбиәләү өсөн уҡытыусы үҙе лә ҡыҙыҡһыныусан булырға тейеш, балаларҙың күңеленә осҡон ҡабыҙа белергә тейеш.Тимәк, уҡыусыларҙың ҡағиҙә ятлап, дөрөҫ һөйләүҙәре ҡәнәгәтләндерә торған эш түгел. Улар дәрестә алған белемдәрен ҡуллана белергә тейештәр. Уҡыусыларҙың ижади һәләтен үҫтереүҙә яҙма эштең үҙенсәлекле төрҙәрен, ижади сығыштар яһау, викториналар ойоштороу башҡорт теле һәм әҙәбиәт дәрестәрендә отошло аҙымдар була. Дәрестә инновацион технологиялар файҙаланыу – белем биреү сифатын күтәреүҙә ҙур роль уйнай. Сөнки улар уҡыуға ҡыҙыҡһыныу тыуҙыра, уҡыу материалын тәрәнерәк үҙләштереү теләге булдыра, уҡыусыларҙың ижади һәләттәрен үҫтереү мөмкинселеген бирә.
Балаларҙы яратып, үҙ эшен башҡарған уҡытыусы дәрестәрен һөҙөмтәле, яҡшы итеп үткәрергә тырыша. Бының өсөн төрлө методик алымдар файҙаланып, уҡыусыларға белем бирә. Мин дә балаларҙың һәләтен үҫтереү өҫтөндә эшләү өсөн башҡорт теле һәм әҙәбиәт дәрестәрендә яңы алымдар ҡулланырға булдым, һәм “Башҡорт теле һәм әҙәбиәте дәрестәрендә уҡыусыларҙың ижади әүҙемлеген үҫтереү юлдары” тигән проект өҫтөндә эшләй башланым.
Проект эшенең паспорты:
1 Проекттың атамаһы "Башҡорт теле һәм әҙәбиәте дәрестәрендә уҡыусыларҙың ижади әүҙемлеген үҫтереү юлдары"
2 Проект етәксеһе Даушева Регина Әрхәм ҡыҙы
3 Проект төркөмө составы 5-6 класс уҡыусылары
4 Проект эшенең маҡсаты Уҡыусыларҙың ижади әүҙемлектәрен үҫтереүҙә яңыалымдар ҡулланыуҙың һөҙөмтәлелеген иҫбатлау
5 Проект эшенең бурыстары 1.Тема буйынса фәнни-методик әҙәбиәтте, дәреслектәрҙе уҡыу программаһын байҡау.
2.Уҡыусыларҙың ижади һәләтенең кимәлен баһалау өсөн тест үткәреү, әңғәмә ҡороу.
3.Уҡыусыларҙың ижад әүҙемлеген үҫтереү өсөн башҡорт теле һәм әҙәбиәте дәрестәренә яраҡлы уҡытыу алымдарын, технологияларҙы, методтарҙы һайлап алыу һәм ҡулланыу өсөн яраҡлаштырыу.
6 Проект һөҙөмтәһе Уҡыусыларҙың ижади һәләте
7 Этаптар Әҙерлек этабы (2012-2013 уҡыу йылы)
- Проекттың маҡсат һәм бурыстарын билдәләү;
- Проекттың моделен булдырыу;
- Проблеманың фәнни-методик ниҙҙәрен өйрәнеү;
- Уҡыусыларҙың ижади әүҙемлек кимәлен билдәләү;
- Ижади әүҙемлек үҫтереү алымдарын һайлау.
Эксперименталь этап (2013-2015 уҡыу йылы)
- Моделде ғәмәлгә индереү;
-Һөҙөмтәләрҙе барлау;
-Алдағы эшмәкәрлеккә корректировка яһау.
Йомғаҡлау этабы (2015-2016 уҡыу йылы)
- Моделдең эффектив булыуын баһалау;
- Һөҙөмтәләрҙе анализлау;
- Проектты уҡытыу процесына индереү буйынса тәжрибә уртаҡлашыу; методик тәҡдимдәр әҙерләү.
8 Көтөлгән һөҙөмтәләр -Яҡшыны ямандан айыры беләләр, матурлыҡты яраталар;
-Ижади Фекерләү ҡеүәһен телдән һәм яҙма рәүештә дөрөҫ белдерәләр;
-Мәҙәниәт менән ҡыҙыҡһыналар һәм үҙ теленең, халҡының, тарихының, тыуған төйәгенең ҡәҙерен беләләр.

1.Аңлатма яҙыу.
Өйрәнеү объекты: башҡорт теле һәм әҙәбиәте дәрестәрендә яңы алымдар ҡулланғанда, уҡыусыларҙың ижади әүҙемлектәренең үҫеше.
Проекттың маҡсаты:уҡыусыларҙың ижади әүҙемлектәрен үҫтереүҙә яңы алымдар ҡулланыуҙың һөҙөмтәлелеген иҫбатлау.
Проекттың бурыстары:
Тема буйынса фәнни-методик әҙәбиәтте, дәреслектәрҙе, уҡыу программаһын байҡау.
Уҡыусыларҙың ижади һәләтенең кимәлен баһалау өсөн әңғәмә үткәреү.
Уҡыусыларҙың ижад әүҙемлеген үҫтереү өсөн башҡорт теле һәм әҙәбиәт дәрестәренә яраҡлы уҡытыу алымдарын, технологияларҙы, методтарҙы һайлап алыу һәм ҡулланыу өсөн яраҡлаштырыу.
Уҡыу – уҡытыу эшмәкәрлеген ижади ойоштороу.
Көтөлгән һөҙөмтәләрҙе прогнозлау.
Гипотеза: яңы алымдар, технологиялар ҡулланғанда, уҡыусыларҙың башҡорт теленә һәм әҙәбиәтенә ҡыҙыкһыныуын арттырырға һәм ижади әүҙемлеген үҫтерергә була.
Проект эш түбәндәге принциптарға таянып төҙөлдө:
Фәннилек һәм системалыҡ принциптары;
Коммуникативлыҡ һәм комплекслыҡ принциптары
Проекттың базаһы:
Башҡортостан Республикаһы муниципаль район Учалы районы муниципаль бюджет дөйөм белем биреү учреждениеһы Ахун ауылы Ғ.М. Усманов исемендәге Ахун урта дөйөм белем биреү мәктәбе.
Проекттың ҡатнашыусылары:
Ахун ауылы Ғ.М. Усманов исемендәге Ахун урта дөйөм белем биреү мәктәбе 5 – 6 класс уҡыусылары.
Методик бурыстарҙан сығып, проекттың этаптары һәм эш планы билдәләнде.
Проектты тормошҡа ашырыу этаптары:
Әҙерлек этабы
2012-2013уҡыу йылы -Проекттың маҡсат һәм бурыстарын билдәләү;
-Проекттың моделен булдырыу;
-Проблеманың фәнни-методик нигеҙҙәрен өйрәнеү;
Уҡыусыларҙың ижади әүҙемлек кимәлен билдәләү;
Ижади әүҙемлек үҫтереү алымдарын һайлау.
Эксперименталь этап
2013-2015уҡыу йылы -Моделде ғәмәлгә индереү;
- Һөҙөмтәләрҙе барлау;
-Алдағы эшмәкәрлеккә корректировка яһау.
Йомғаҡлау этабы
2015-2016 уҡыу йылы - Моделдең эффектив булыуын баһалау;
- Һөҙөмтәләрҙе анализлау, проектты уҡытыу процесына индереү буйынса тәжрибә уртаҡлашыу, методик тәҡдимдәр әҙерләү.
Проекттың норматив-хоҡуҡ һәм уҡыу-методик ҡулланмалар менән тәьмин ителеше:
-«Рәсәй Федерацияһы халыҡтары телдәре тураһында» Законы,
-Рәсәй Федерацияһының «Мәғәриф тураһында» Законы,
-«Башҡортостан Республикаһы халыҡтары телдәре тураһында»Законы,
-Рәсәй Федерацияһының«Мәғәриф тураһында»Законы,
-Мәктәп уставы, программаһы.
Көтөлгән һөҙөмтәләр.
-Яҡшыны яманнан айыра беләләр, матурлыҡты яраталар;
-Ижади фекерләү ҡеүәһен телдән һәм яҙма рәүештә дөрөҫ белдерәләр;
-Мәҙәниәт менән ҡыҙыҡһыналар һәм үҙ теленең, халҡының, тарихының, тыуған төйәгенең ҡәҙерен беләләләр;
2. Практик яҡтан яҡтыртыу.
Әҙерлек этабында уҡыусыларҙың ижади һәләтенең кимәлен билдәләү буйынса һорау алыу, әңгәмә үткәреү эштәре алып барылды. Һөҙөмтәләр бик яҡшынан булып сыҡманы.Уҡыусылар ижади эштәрҙе үҙ аллы ауыр башҡаралар, ундай эштәрҙә бик ҙур теләк менән ҡатнашмайҙар, ижади эштәрҙе үҙҙәре ҡорорға булдырмайҙар. Проблеманы хәл итеү юлдарын уйлайым. Эште проблеманың фәнни-методик нигеҙҙәрен өйрәнеүҙән башлап ебәрҙем. Отошло эш алымы - башҡорт теле һәм әҙәбиәт дәрестәренә яраҡлы уҡытыу алымдарын, технологияларҙы, методтарҙы ҡулланыу.
Әҙерлек этабында технологияның теоретик нигеҙҙәре өйрәнелде.
Н.К. Крупскаяның үткән быуатта яҙған педагогик хеҙмәтендә бына нимә тигән: «Бик матур программалар төҙөргә мөмкин, ләкин, әгәр ҙә уҡытыусы уларҙы балаларға яҡын һәм аңлайышлы итә алмаһа, улар аҙ файҙа килтерәсәк. Хәҙерге заман балалары элеккегә ҡарағанда аңлыраҡ һәм үткерерәк. Ләкин иҫке метод менән эшләргә ярамай. Уларҙы ҡыҙыҡтырырға, мауыҡтырырға, әүҙемлегенә билдәле бер йүнәлеш бирергә кәрәк». Шул йәһәттән, хәҙерге балаларҙы ла инновацион технологиялар менән эшләнгән уйындар, проекттар, логик- мәғнәүи модель ҡулланып дәресте байытырға кәрәк.
Балаларҙың тырышып уҡыуында ҡыҙыҡһыныу төп урында тора. Әлбиттә , быға тәбиғи һәләт тә сәбәпсе. Шулай ҙа һәләтте асыу өсөн тейешле шарттар булдырыу әһәмиәткә эйә. Билдәле педагог Л.Г.Занков: «Һәр яҡлы үҫешкә, рухи байлыҡҡа көсләп өлгәштереп булмай. Кеше үҙе ынтылырға тейеш», - ти. Ә белемгә, яңылыҡҡа бала ҡыҙыҡһыныу булғанда ғына ынтыла.Балаларҙың киләсәктә фекерләү үҙ аллылығы, теоретик материалды практика менән бәйләй алыуы һәм алған белемен яңы шарттарҙа файҙалана белеүе уларҙың башҡорт теле һәм әҙәбиәте дәрестәрен ни ҡәҙәре аңлы, мауығып, ижади һәм теләк менән өйрәнеүенә бәйле. Танып белеүгә ҡыҙыҡһыныу иғтибарҙы, ихтиярҙы, хәтерҙе, аҡыл эшмәкәрлеген, ижадты активлаштыра, яңы материалды тиҙерәк һәм еңелерәк иҫтә ҡалдырырға булышлыҡ итә. Балаларҙың эшләү һәләте лә арта.
В.А.Сухомлинский: “Дәрес – ҡыҙыҡһыныусанлыҡ һәм әхлаҡи инаныуҙар факелын тоҡандырыусы осҡон,”- тигән. Шул осҡондо тоҡандырыу, балала телде ҡыҙыҡһыныу, теләк менән өйрәнеү өсөн уҡытыусыға һәр дәресендә ғәжәпләнеү , һоҡланыу тойғолары уятырлыҡ заманса технологиялар, уҡытыу методтары ҡулланырға тура килә.
Методист ғалимдарҙың билдәләүенсә, Рәсәй территорияһындағы мәктәптәрҙә илленән ашыу уҡытыу технологиялары йәшәп килә. Был йәһәттән Д.Б. Элконин, В.В. Давыдов, Л.В. Занков, Ш.А. Амонашвили, В.А. Сухомлинский, В.В. Потапов, А.А Границкая, Е.Н. Никитин, В.Н. Зайцев, В.Ф. Шаталов кеүек ғалимдарҙың, уҡытыусы – методистарҙың инновацион технологик системаларын күрһәтергә кәрәк. Башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыу методикаһын түбәндәге ғалим- методистарҙың хеҙмәттәрен күрһәтеп китергә кәрәк: Толомбаев Х.А., Алсынбаева Р.Р. «Башҡорт теле һәм әҙәбиәте дәрестәрендә яңы технологиялар ҡулланыу». Яңы технологиялар менән шәхесте төрлө яҡлап үҫтереү системаһын Башҡортостанда юлға һалыусы, уның методикаһын белгән ғалимдар, доценттар М.С.Дәүләтшина, Ф.Ш.Сынбулатова, Ә.Т.Мәүлийәрова, Х.А.Толомбаев, М.Ғ.Усманова, З.М.Ғәбитова.
Әлеге технология буйынса дәрес өс этаптан тора:
1.Ҡыҙыҡһындырыу: булған белемдәрҙе иҫкә төшөрөү, яңы темаға ҡыҙыҡһыныу уятыу, уҡыусыларҙа маҡсат булдырыу.
2. Аңлау, мәғәнәһенә төшөнөү: яңы мәғлүмәт ҡабул итеү.
3.Рефлексия - өйрәнелгән мәғлүмәтте ижади анализлау, баһалау, яңы маҡсаттар ҡуйыу.
Инновацион технология буйынса төҙөлгән дәрестең үҙенсәлеге – махсус методик алымдарҙа. Был алымдар һәр уҡыусының ирекле үҫешенә, ижади әүҙемлек үҫтереүгә булышлыҡ итә.Был технология иң элек балаға һәм уның шәхесенә йүнәлтелгән. Инновацион технология буйынса эшләгәндә уҡытыусы төп мәғлүмәт биреүсе булыуҙан туҡтай һәм технологияның алымдарын ҡулланып, уҡыуҙы белмәүҙән белеүгә этәрә - уртаҡ һәм ҡыҙыҡлы эҙләнешкә алып бара.Технологияның яңылығы шулай уҡ уның дәрестәрҙә ҡулланылған педагогик табыштарында - алымдарында.
Ижади әүҙемлекте үҫтереүҙә текст менән эш.
Был күнекмәләр уҡыусыларға ижади эштәр үтәгәндә (ижади диктант, изложение, инша, эссе һ. б .) бик кәрәк. Башҡорт теле дәрестәрендә текстар менән эште дөрөҫ ойоштороу уҡыусыларҙың ижади әүҙемлеген үҫтерергә ярҙам итә.
Уҡыусыларға текстың билдәләре, структураһы, уны барлыҡҡа килтереүсе саралар тураһында белешмә бирелә.
Телсе Е.И. Никитина текстың билдәләренә түбәндәгеләрҙе индерә:
1) исеме, темаһы, идеяһы барлығы;
2)башы, төп өлөшө, аҙағыбулыуы;
3)бәйләнгәнлек;
4) композицион тамамланғанлыҡ;
5) стилистик берҙәмлек.
Текстың өс компоненттан торғаны асыҡлана. Уҡыусылар текстың өлөштәрен айырырға өйрәнәләр, өлөштәрҙең текст төҙөүҙәге ролен билдәләйҙәр. Тексты дөрөҫ анализлау һөҙөмтәлерендә балаларҙың үҙ аллы текст төҙөү күнекмәләре формалаша.
Башҡорт телен уҡытыуҙа уҡыусыларҙың ижади әүҙемлеген үҫтереү өсөн текст өҫтөндә эште дөрөҫ ойоштороу мөһим. Тел дәрестәрендә уҡыусының зиһенен, фекерләү ҡеүәһен, телмәрен үҫтереүҙә, донъяға ҡарашын формалаштырыуҙа, белем һәм тәрбиә биреүҙә бәйләнешле текст ҡулланыуҙың роле бик ҙур.
Дәрестәрҙә һөйләү, тыңлап аңлау, уҡыу, яҙыу күнекмәләренә өйрәткәндә, һәр балаға хас эш төрҙәре башҡарыла. Шуларҙың береһе — тыңлап аңлау.
Аңлауҙы еңеләйтеү өсөн, күргәҙмәлелек файҙаланып, бәйләнешле 3-4 һөйләм төҙөйбөҙ. Артабан әкиәт, хикәйә, һүрәтләү текстары тәҡдим ителә. Әгәр текст күләмле булһа, уны 3-4 өлөшкә бүлеп тыңлайбыҙ һәм һәр өлөш аҙағында контроль һорауҙар менән нығытабыҙ.
Тыңлағандан һуң, уҡыусыларға ошондай эш төрҙәре тәҡдим итәм:
Терәк һүҙҙәрҙе билдәләп, логик сылбыр төҙөү.
Тулы йөкмәткене аңлау өсөн, һүҙҙәрҙе билдәләү.
Башҡорт теле һәм әҙәбиәт дәрестәрендә уҡыусыларҙың ижади әүҙемлеген үҫтереү.
Әҙәбиәт дәрестәре уҡыусыларҙы әхлаҡи яҡтан тәрбиәләүҙә, уларҙың үҙаңын формалаштырыуҙа, һәләттәрен, ҡыҙыҡһыныуҙарын һәм ынтылыштарын үҫтереүҙә төп предмет булараҡ сығыш яһай. Ул баланың шәхес булып өлгөрөүендә, тормош юлын, асылын эҙләү һәм аңлауында ҙур роль уйнай.
Дәрестә проблемалы ситуациялар булдырыу, ҡаршылыҡлы мәсьәләләрҙе сисеү, уларҙы йәнәш ҡуйып, сағыштырып ҡарау, дөйөмләштереү, бер үк күренешкә педагог, финансист, юрист, башҡа төрлө һөнәр кешеләре күҙлегенән ҡарау яңы материалды яҡшы үҙләштерергә ярҙам итә. Дәрестә проблемалы ситуациялар тыуҙырыу, улар хаҡында фекер алышыу һәм КВН, уйын, сәйәхәт, викторина, конкурс, концерт, зачет кеүек стандарт булмаған дәрес формаларын файҙаланыу уҡыусыларҙың иғтибарын, хәтерен нығыта. Ошондой дәрестәрҙә балалар үҙҙәрен иркен тоя, уларҙың ижади һәләтенә, фантазияларына юл асыла.
Башҡорт теле дәрестәрен телмәр үҫтереүгә иғтибар бирелә. Таҡтаға берәй һүҙ, һүҙбәйләнеш яҙыла. Уҡыусылар бирелгән һүҙҙәрҙән төрлө һөйләмдәр төҙөп әйтәләр. Класс юғарырыҡ булған һайын, уҡыусыларҙан ҙур йөкмәткеле һөйләм талап ителә. Был эш төрө уҡыусыны ижади уйларға мәжбүр итә, сөнки уның һөйләме матур, бай йөкмәткеле, мәғәнәле, актуаль булырға тейеш.
Халыҡ ижадының әйтем- мәҡәл кеүек жанрҙары ла ижади һәләтте үҫтереүҙә бик яҡшы алым булып тора. Бирелгән мәҡәлде әйтеп йә яҙып бөтөрөргә, бирелгән мәҡәлгә антоним мәҡәл уйларға, хәҙерге тормошҡа бәйләнгән мәҡәл йә әйтемде тема итеп үҙҙәренең тормошо тураһында хикәйә төҙөргә кеүек эш алымдарын киң ҡулланыу мөһим.
Ижади әүҙемлекте үҫтереү юлдары.
Ижади әүҙемлекте үҫтереү юлдары киң: проблемалы уҡытыу, китап менән эшләү, уҡыу тиҙлеген күтәреү, тасуири уҡыу, хикәйә, шиғыр, әкиәттәр яҙҙыу, картиналар өҫтөндә эш, яҙыусылар менән осрашыуҙар һ.б. Тап ижади эштәр һәләтле балаларҙы асыҡлай. Улар менән өҫтәлмә рәүештә шөғөлләнәбеҙ: ижади конкурстарға әҙерләнәбеҙ, гәзит-журналдарға мәҡәләләр яҙабыҙ, сығыштар яһайбыҙ, сценарийҙар төҙөйбөҙ.
Теманы аңлатҡанда терәк схемаларға таянырға мөмкин. “Теманы ҡабатлағанда үҙегеҙ терәк схема эшләп ҡарағыҙ, кемдеке иң ҡыҙығы булыр икән?” – тип балаларға өйгә эш бирелә.Диологтар төҙөүгә лә ижади ҡарарға була. Мәҫәлән, уҡытыусы йүнәлеш биреп ебәрә, ә уҡыусылар тормош менән бәйләп, үҙҙәренең фантзияларына таянып, диологты артабан дауам итәләр.
Фразеологик эш әҙәби әҫәр телендәге күп мәғәнәлелекте, образлыҡты төшөнөргә ярҙам итә.
Фразеологикэштең бер төрө итеп, мәҫәлән, йөкмәткеһе яғынан оҡшаш тексттарҙы сағыштырыу ойошторырға мөмкин.
Айырым шағирҙарҙың әҫәрҙәрендә тәбиғәтте һүрәтләп яҙылған өлөштәрҙе табыу, ундағы төп һүҙҙәрҙе айырып алыу, һүҙҙәр араһындағы бәйләнеште, образды асыуҙа уларҙың өлөшөн билдәләү телмәр үҫтереүгә, ижади әүҙемлекте үҫтереүгә булышлыҡ итә.Шулай уҡ тел дәрестәрендә мәҡәл-әйтемдәргә мөрәжәғәт итеү ҙә уларға һалынған мәғәнәне, күсерелмә мәғәнәне аңлатыуға, мәҡәл-әйтемдәрҙе уҡыусы телмәренә индереү маҡсаты менән эшләнә.
Фразеологик берәмектәрҙе (нығынған һүҙ бәйләнештәрҙе) дөрөҫ ҡуллана белеү маҡсатынан түбәнге биремдәр яҙыла:
Фразеологик берәмектәр: Ваҡиға:
Ете төн уртаһы Ауылда мин Айнур исемле малай менән дуҫлаштым.Ул бер минут та тик тормай. Йә берәй нимә эшләй,йә урманға сығып саба. Бына бөгөн дә иртәнге аштан һуң урманға сығып киттек. Беҙ ҡуйы шыршылыҡҡа керҙек. Бик ҡаранғы.
күҙгә төртһәң дә күренмәй ярыҡ барабан күҙҙәр дүрт булды күҙ асып йомғансы һүҙен елгә ташламай кулдан килә Уҡыусылар ваҡиғаны үҫтереп, үҙҙәре кәрәк тип тапкан фразеологик берәмектәрҙе ҡуйып яҙырға тейештәр.
Үтәлгән бирем ошолайыраҡ килеп сыға:
Ауылда мин Айнур исемле малай менән дуҫлаштым.Ул ярыҡ барабанғына түгел,ҡулынан эштә килә.“Урманға алып барам!”-тине.Һүҙен елгә ташлай торған малай түгел икән.Иртәнге аштан һуң урманға киттек. Күҙ асып йомғансы ҡуйы ағаслыҡҡа килеп кердек.Ете төн уртаһы кеүек ҡаранғы…
Профессор Д.Тикеев “Дәрестә башҡарылған күнегеүҙәр коммуникатив йүнәлешле , ижади характерлы булғанда ғына,уҡыусыларҙың фекерләү һәләте, телмәр культураһы үҫә”тип билдәләй.Телмәр үҫтереүҙә синыфтан тыш уҙғарылған һәр төрлө сара – тел аҙналыҡтары, күргәҙмәләр, викториналар, телмәр культураһы менән бәйле бәйгеләрҙең әһәмиәте лә ифрат ҙур.
Һанап үтелгән эш төрҙәре коммуникатив-үҫтерешле уҡытыу технологияһына нигеҙләнеп алып барыла, йәғни уҡыусыларҙың фекерләү һәләтен, үҙаллы эштәрен, аралашыу һәләтлелеген үҫтереүгә, ижади әүҙемлектәрен үҫтереүгә ярҙам итә.
Моделде баһалау һәм һөҙөмтәләрҙе анализлау.
Ошо проблема буйынса төрлө алымдар ҡулланып эшләү барышында уҡыусыларҙың фекерләү эшмәкәрлегенең үҫешен ирешкән һөҙөмтәләрҙән күрергә мөмкин. Уҡыусылар төрлө кимәлдәге конкурстарҙа уңыштарға иреште:
Уҡыу йылы Нисәнсе класс уҡыусыһы Конкурс исеме Ҡатнашыу кимәле Һөҙөмтә
2012 – 2013 4 «Пою мою республику»
инша конкурсы муниципаль грамота
4 «Пою мою республику»
инша конкурсы муниципаль грамота
2013 - 2014 4 «Һаумы, Һаумы, Әкиәт» конкурсы муниципаль грамота
2014 – 2015 6 Бөйөк Ватан һуғышының 70 йыллығына арналған ижади конкурс муниципаль грамота
3. Йомғаҡлау.
Уҡыусыларҙың ижад әүҙемлеген үҫтереү өсөн башҡорт теле һәм әҙәбиәт дәрестәренә яраҡлы уҡытыу алымдары, технологиялары, методтары ҡулланыу алымдар уҡыусыларҙың ижади әүҙемлеген үҫтерә.Был проект буйынса эш үткән уҡыу йылында тамамланды.Уҡыусыларҙың ижади әүҙемлектәрен үҫтереү буйынсаэшләүҙә бер ни тиклем яҡшы һөҙөмтәләр ҙә күҙәтелә:
уҡыусыларҙың ижади эштәргә ҡарашы яҡшыра;
уҡыусыларҙың эш һөҙөмтәләре яҡшыра (конкурстарҙа призлы урындар яуланыҡ, өс йыл рәттән муниципаль этаптарҙа ҡатнаштыҡ, уҡыу күрһәткестәре яҡшырҙы, белем сифаты күтәрелде);
компьютер ҡулланып, уҡыусылар үҙ аллы дәрескә презентациялар, ижади эштәр, тест, викторина һорауҙары әҙерләп алып килә.
- уҡыусыларҙың үҙ аллы ижад итеүе, эҙләнеү-тикшеренеү эше яйға һалынды.
Ижади эштәр менән шөғөлләнеүсе уҡыусылар дәрестә үҙҙәрен әүҙем, ышаныслы тоталар, дөрөҫ һорауҙар бирәләр, уларҙың ҡараштары киңәйҙе.
Был проектты мәктәп методик ултырышында тикшереп ҡараныҡ һәм коллегаларға уны тәҡдим иттем. Был проект буйынса аттестация үткән ваҡытта коллегаларым алдында асыҡ дәрес күрһәттем һәм уҡытыусыларҙың методик берекмә йыйылышында сығыш яһаным.
Дәрестәрҙә юғарыла һүҙ алып барылған материалды ҡулланыу класс эшен методик яҡтан төрлөләндерә төшә, йәш быуындың ижади әүҙемлеген үҫтерә һәм иң мөһиме, аңлы, белемле, туған телен, тыуған ерен, илен яратҡан, ғөрөф-ғәҙәттәрен, тарихын ихтирам иткән шәхес тәрбиәләргә булышлыҡ итә.
4. Ҡулланылған әҙәбиәт.
1. Аҙнағолов Р. Г. “Уҡыусы шәхесен үҫтереүҙең лингво-дидактик ниғеҙҙәре” -Өфө, 2011.
2.Баһауетдинова М.И., Йәғәфәрова Г.Н. Башҡорт теле һәм әҙәбиәте дәрестәрендә яңы технологиялар ҡулланыу (методик ҡулланма). - Өфө, 2008.
3. “Башҡортостан уҡытыусыһы”, №1, 2011. Толомбаева Э.Ю. “Тел уҡытыу –минең яҙмышым”
4. “Башҡортостан уҡытыусыһы”, №5, 2009. Аҙнабаев Ә.М. “Тел һиҙемлелеген үҫтереү алымдары”
5. “Башҡортостан уҡытыусыһы”, №12, 2009. Мәүлийәрова Ә.Т., Ишембәтова С.Т. “Уҡыусыларҙың һөйләү телмәрен һәм ижади фекерләүен үҫтереү”
6. “Башҡортостан уҡытыусыһы”, №4, 2009. Аҙнғолов Р.F. “Уҡыусыларҙың яҙыу телмәрен үҫтереү”
7. “Башҡортостан уҡытыусыһы”, №8, 2008. Йәндурина Г.Р. “Уҡыусыларҙың ижади һәләтен үҫтереү”
8.Fафаров Б.Б. “Әҙәбиәт уҡытыу методиҡаһы” –Өфө, “Китап”, 2008.
9.Тикеев Д.С. “Башҡорт теле дәрестәрендә уҡыусыларға белем һәм тәрбиә биреү” – Өфө, “Китап”, 2008.
10.Юлмөхәмәтов М.Б. “Башҡорт теле һәм туған әҙәбиәт дәрестәрен үҙ-ара бәйләнештә
уҙытыу”–Өфө, “Китап”, 2008.
11. Использование методов и приемов развития критического мышления для формирования мыслительной деятельности учащихся на уроках русского языка и литературы. Из опыта работыучителя русского языка и литературы Бардацкой Н.А. 2010 г.
12.Микушева Т.А, учитель русского языка, литературы и МХК МОУ «Технологический лицей». Приемы технологии «Развитие критического мышления через чтение и письмо» на уроках литературы.