Но?ман Мусин — т?би??т йырсы?ы


Башҡортостан Республикаһы Өфө ҡалаһы ҡала округы
“З.Биишева исемендәге 140- сы Башҡорт гимназияһы”ның муниципаль бюджет дөйөм белем биреү учреждениеһы
“Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы Ноғман Мусин –тәбиғәт йырсыһы”
(Ноғман Мусин менән осрашыу кисәһенең сценарийы)
Искәндәрова Әлфирә Әнүәр ҡыҙы-
юғары категориялы башҡорт теле
һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы.
Өфө - 2016 йыл
Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы Ноғман Мусин –тәбиғәт йырсыһы.
(Ноғман Мусин менән осрашыу кисәһенең сценарийы)
Уҡыусыларҙы яҙыусының тормошо, ижады менән таныштырыу. Уның әҫәрҙәре аша тәбиғәткә һөйөү, тыуған ергә илһөйәрлек тойғолары тәрбиәләү. йырсыһы икәнен уҡыусыларға
Талғын ғына ҡурай моңо аҫтында Башҡортостандың мөһабәт имән, ҡарағай, зифа буйлы ҡайын, ҡара күҙле муйыл урмандарынан слайдтар күрһәтелә.
Ошо моң аҫтында талғын ғына ҡурай сәскәһе тирбәлә. Шул хозур тәбиғәткә һоҡланып Кеше тора. Ул ҡурайҙы күреп ҡала:
-Ҡурай!
- Әү!
- Ҡайҙа үҫтең?
-Урманда.
- Кем ҡырҡты?
- Кеше...
Кеше һаҡ ҡына ҡурайҙы алып, күңелендәге эске моң-һағышты тирә-яҡҡа ишетерлек итеп, ярһып уйнарға тотона. Был ярһыуҙы, моңдо ишетеп, залдың төрлө урындарынан уҡыусылар сәхнәгә күтәрелә һәм “Мәңгелек урман”дан өҙөк ятлатыла.
«Эй әҙәмем! Ергә хужа булған Кешем минең! Бына һин, әллә ни саҡлым уйҙарға сумып, төбөмдә баҫып тораһың. Ер яҙмышы – беҙҙең яҙмыш тураһында хәстәр күреп, шулай болоҡһоуың ҡайһылай шәп! Уйлан һин, ҡартлас Ер тормошон йәшәртеү өсөн ҡулыңдан килгәндең барыһын да эшлә. Ә һуң һинең ҡулыңдан ниҙәр генә килмәй, Кеше?! Ер-Әсәбеҙ ҡуйынындағы һәммә хазина, бөтә тереклек һинең рәхимеңә тапшырылған. Беҙ, ерҙең барлыҡ йән эйәләре, һиңә күҙ төбәгәнбеҙ. Һинең киләсәк быуындар ғүмерен хәстәрләп йәшәй башлауыңды күреп, тағы ла нығыраҡ ҡыуанам мин. Әҙәм балалары бына ошондай изге маҡсаттар, матур хыялдар менән генә йәшәһен өсөн, быуаттар буйы көрәште, йәнен фиҙа ҡылды бит һинең ата-бабаларың. Үҙеңә йән биргән Ер күркен, Ер хозурлығын һаҡлау өсөн көрәшкә сыҡҡанһың икән, ярты юлда туҡталып ҡалма, ниндәй генә кәртәләргә осраһаң да, гел алға ынтыл, Кешем! Анау алыҫ күкһел тауҙар – һин менәһе бейеклектәр улар, ә бейеклектәр алыҫтан ғына матур күренә. Шул алыҫ бейеклектәргә күтәрелергә ынтыл! Туҡталма, алға бар! Һинең көсөңә, ҡыйыулығыңа, аҡылыңа ышанам мин, Кешем».
Ҡурайсы башҡорт халыҡ йыры “Урал” дың һуңғы аккордын биреүгә, сәхнәгә алып барыусылар сыға.
1-се алып барыусы.
Һаумыһығыҙ, хөрмәтле уҡыусылар, уҡытыусылар һәм ҡунаҡтар! Бөгөн беҙҙә иҫтәлекле ваҡиға. Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы, тәбиғәт йырсыһы, башҡорт прозаигы, журналист, Салауат Юлаев премияһы лауреаты, Башҡорт АССР-ның атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, Башҡортостан һәм Рәсәй яҙыусылар союзы ағзаһы Ноғман Сөләймән улы Мусин менән осрашыу кисәһенә йыйылдыҡ.
2-се алып барыусы.
Ә хәҙер көслө алҡыштар менән оло шәхесебеҙҙе сәхнә түренә саҡырайыҡ. Ноғман Сөләймән улы сәхнәгә рәхим итегеҙ! Барығыҙға ла күтәренке кәйеф теләп, кисәбеҙҙе башлайбыҙ!
1-се алып барыусы.
Ноғман ағай Башҡортостандың матур, йәмле, бай тәбиғәтле төбәктәрҙең береһе –элеке Маҡар, хәҙерге Ишембай районы, Ҡолғона ауылында тыуған. Уның атаһы ла, әсәһе лә уҡымышлы кешеләр булған. Атаһы иҫке төрки телендә лә, латинса ла, русса ла матур яҙған, Үтәк мәҙрәсәһендә белем алған, заманында старшинаға писарь итеп тә алғандар үҙен, шул уҡ ваҡыта ла балта оҫтаһы ла булған. Ә әсәһе “Ҡөрьән”де яттан белгән.
Башҡорт халыҡы әйтмешләй “Ояһында ни күрһә, осҡанында шул булыр”тигәндәй, Ноғман ағай Мусинда уҡырға, белем алырға ынтыла.
Унынсы класты тамамлағас, үҙе уҡыған мәктәпкә уҡытыусы итеп ҡалдырыла. Ауылда ике йыл уҡытҡас, Стәрлетамаҡ уҡытыусылар институтына уҡырға инә. Яҙыусының тәүге ижади аҙымдары ла ошо институтта башлана.
1-се алып барыусы.
Ә хәҙер сәхнә түрен 1б класы уҡыусыһы Әминев Искәндәргә бирәбеҙ. Башҡорт халыҡ йыры “Сыбай ҡашҡа”.
2-се алып барыусы.
Үкенескә ҡаршы, Ноғман ағайға атай наҙын оҙаҡ татып йәшәргә яҙмай, шулай ҙа тормош ауырлығына ҡарамай тырышып белем ала. Тормошоноң һағышлы ла, ҡыуаныслы ла мәлдәре уның әҫәрҙәрендә сағыла. Ноғман Сөләймән улының әҫәрҙәре Ер-әсәнең һуты менән һуғарылған. Яҙыусы үҙе лә урман тураһында түбәндәге һүҙҙәрҙе яҙа: “Урман – биҙәк. Тик бер-ике йылда кейеп туҙҙырып, яңыһын алмаштыра торған күлдәк түгел ул, изге ер биҙәге. Ә ер- мәңгелек. Шуға күрә уның биҙәген уңдырмау өсөн айырыуса һаҡ ҡыланырға кәрәк”. Ә бит ошо биҙәкте яланға, урманға барғанда онотоп ебәрәбеҙ, түгелме? Уйланаһы урындар бар, балалар.
2-се алып барыусы.
1951 йылда Ноғман Сөләймән улын хәрби хеҙмәткә алалар һәм тәүге шиғырҙарын ижад итә. Уның ул шиғырҙары республика газеталарында, “Әҙәби Башҡортостан”журналында баҫылып сыға. Шиғырҙар менән бер рәттән проза өлкәһендә лә үҙен һынап ҡарай. Һалдаттар тормошона арналған бер нисә хикәйә яҙа. “Минең дуҫ” тигәне 1954 йылда “Әҙәби Башҡортостан”журналында баҫыла.
Армиянан ҡайтҡас, байтаҡ газета-журналдарҙа бүлек мөдире, яуаплы секретарь һәм Башҡортостан телевидениеһында, унан Башҡортостан китап нәшриәтендә редактор булып эшләй.
Хәсәнова Лиана башҡарыуында “Башҡортостан” йыры яңғырай.
1-се алып барыусы.
Ноғман ағайҙың ижады тураһында ҡәләмдәштәре бик күп йылы һүҙҙәр әйткән. Шуларҙың бер-нисәһе менән таныштырып үтмәксебеҙ.
Телсе, ғалим, профессор Рафаэль Аҙнағолов “Йәйғор төҫтәре” китабында Ноғман ағайға түбәндәге һүҙҙәр яҙылған.
Ноғман Мусин – тормошта оҫта эҙләнеүсе, тикшереүсе, зирәк аҡыл менән күҙәтеүсе, хәл-ваҡиғаларҙы үҙ фантазияһы менән үҫтереүсе. Бер ҡараһаң, ул-рәссам да, ғалим да, үҙ әҫәрҙәренең режиссеры ла. Икенсе ҡараһаң, беҙҙең Ноғман –үҙе ук ҡара урман. Урмансылыҡ ҡанундарын бары тик ул үҙе генә белә. Шуға ла уны урмансылыҡ белгесе тип атарға ла була. Бына ошондай киң йүнәлешле, киң ҡарашлы яҙыусы барыбер ҙә мәңгелектер. Һәр әҫәрҙең нигеҙендә яҡшылыҡ менән шаҡшылыҡ, изгелек менән яуызлыҡ, матурлыҡ менән яманлыҡ сифаттарына эйә булған образдарҙың аяуһыҙ көрәше ята. Ана шундай киҫкен көрәштә һәр саҡ ике яҡтың береһе еңеп сығыусан.
2-се алып барыусы.
Әҙәби тәнҡитсе, әҙәбиәт белгесе, яҙыусы Әнүр Вахитов түбәндәге һүҙҙәрҙе яҙған: “Ноғман Мусин – хәҙерге башҡорт әҙәбиәтендә иң күренекле прозаиктарҙың береһе. Яҙыусы үҙ ижадында киләсәккә ынтыла кеүек. Тормоштоң тарихи барышы уны тәрән тулҡынландыра. Шуға ла уның ижадында башҡорт ауылының киләсәге, уның кешеләре хаҡында уйланыу рәүешендә яҙылған әҫәрҙәр ҙур урын тота.”
1-се алып барыусы.
Ысынлап шулай, билдәле шәхестәрҙең һүҙҙәре менән килешмәй булмай. Тарихи романдарыңда күтәрелгән проблемалар бөгөндә актуаль, уларҙы аңлап эш иткәндә генә халыҡ әйтмешләй: “Урман – ул ер планетаһының сәскәһе, ер биҙәге”- тигәнде киләсәк быуынға еткерә аласаҡбыҙ.
2-се алып барыусы.
Хөрмәтле Ноғман Сөләймән улы һүҙ һеҙгә. Рәхим итегеҙ!
1-се алып барыусы.
Бөгөнгө кисәне яҙыусы Робет Байымов ағайҙың һүҙҙәре менән тамамлайһы килә. Ноғман Мусин –замана яҙыусыһы, ижады тамырлы, төрлө жанрлы әҫәрҙәрендә кеше бәҫе, дәрәжәһе алға ҡуйыла, әҙәп ҡанундарының тормошсанлығы һәм матурлығы данлана.
Ошо матурлыҡты, балалар, онотмайыҡ, киләсәк быуынға еткерәйек. Юҡҡа ғына Ноғман ағай “Мәңгелек урман” романында “Бөгөнгөң –үҙ ҡулыңда, киләсәгең иһә –аҡылыңда...”
2-се алып барыусы.
Хөрмәтле балалар, ҡунаҡтар! Осрашыу кисәһе ошоноң менән тамам. Киләһе осрашҡанға тиклем, һау булығыҙ!