Баш?орт телен?н асы? д?рес эшк?ртм??е


Тема : Телмәр үҫтереү. Борон марттан йыл башланған…
Дәрестең маҡсаты:
Белем биреү: үтелгән грамматик темаларҙы нығытыу; үҙләштерелгән һүҙҙәрҙе камиллаштырыу, тема буйынса һүҙлекте нығытыу; өндәрҙе башҡортса дөрөҫ әйтергә, уҡый, яҙа белеү; дөрөҫ интонация менән уҡыу, фонетика буйынса белем биреү.
Тәрбиәүи: телде өйрәнеү процессында студенттарҙа тәбиғәткә, ауыҙ-тел ижадына, башҡорт халыҡ байрамдарына иғтибар һәм ихтирам тәрбиәләү, Башҡортостанға лыйыҡлы хеҙмәткәрҙәр әҙерләү, халыҡ һынамыштарының, юрамыштарының һәр кешегә кәрәкле әһәмиәте тураһында әңгәмәләшеү – белешмә биреү.
Үҫтереүсе: студенттарҙа һан төркөмсәләрен ҡуллана белеү, диалектик фекер йөрөтөү күнекмәләрен үҫтереүҙе дауам итеү; иғтибарҙы, хәтерҙе, телмәрҙе, фекерләүҙе, ижади һәләтте, шиғырҙы тасуири уҡыу күнекмәләрен үҫтереү.
Студент эйә булырға тейеш: уй-фекерен грамоталы, йәнле итеп һөйләй белергә, халыҡ һынамыштарын, юрамыштарын ҡулланырға, материал туплай белергә. Көндәлек аралашыу этикетын белергә, белемен үҙ-аллы камиллаштырырға.
Студент белергә тейеш: башҡорт теленең өн-хәрефтәрен, һан төркөмсәләрен практик үҙләштерергә, шиғырҙы анализлау, һорау һәм яуап бирә алыу.
Йыһазландырыу: дәреслектәр; компьютер, телевизор, презентация, русса-башҡортса, башҡортса-русса һүҙлек.
Дидактик материалдар: алфавит, таблицалар, уҡыу өсөн текстар.
Төп әҙәбиәт: М.Усманова, З.Солтанғолова. Башҡорт теле дәүләт теле итеп уҡытылған башланғыс һәм профессиональ белем биреү учреждениелары өсөн.
Өҫтәлмә әҙәбиәт: З.М.Ғәбитова, С.А.Таһирова Башҡорт теле дәүләт теле итеп уҡытылған башланғыс һәм урта профессиональ белем биреү учрежденияларының I курс студенттары өсөн.
Башланғыс һәм урта профессиональ белем биреү учреждениялары өсөн башҡорт теле һәм әҙәбиәтенән программалар.
Предмет-ара бәйләнеш: башҡорт әҙәбиәте; рус теле; тарих, башҡорт мәҙәниәте.
Дәрес төрө: үтелгәндәрҙе ҡабатлау, нығытыу
Ваҡыт: 60 минут.
Дәресте үткәреү урыны: башҡорт теле кабинеты.
Дәрес картаһы
№ Дәрес этаптары Дәрестең йөкмәткеһе
1 Ойоштороу мәле Сәләмләү. Студеттарҙың иҫәбен алыу.. Кабинеттың, студенттарҙың дәрескә әҙерлеген тикшереү. Фонетик-артикуляцион күнегеү(Слайд 1)
2 Яңы теманы ҡабул итергә әҙерлек. Үткән темаларҙы ҡабатлау. Дәрестең темаһын билдәләү. Студенттар менән берлектә яңы материалды нығытыуҙың маҡсатын һәм бурыстарын асыҡлау. Үтелгән материалды ҡабатлауҙың практик әһәмиәтен күрһәтеү, уҡыу проблемаһын ҡуйыу. Һүҙлек эш (Слайд 2).Китаптан күнегеүҙәр башҡарыу.
3 Һауа торошон фаразлау. Уҡыусы Нәйлә. Һауа торошон күҙәтеү. Телетапшырыу “Башҡортостан хәбәрҙәре”
4 Яңы тема өҫтөндә эшләү. Яңы материалды ҡабул итеү, аңлау, дөйөмләштереү, системалаштырыу процесын ойоштороу. Р.Ғарипов “Һабантурғай” (3,4)
5 Яңы теманы үҙләштереү Шиғыр өҫтөндә эш, анализлау
Ҡоштар тауышын тыңлау.
1-2 уҡыусы тасуири уҡый.
6 Яңы теманы нығытыу өсөн слайдтар ҡарау. Белемде күнекмәләр ярҙамында нығытыу.
Студенттарҙың төшөнсәләрҙе аңлауын тикшереү.Яңы өйрәнелгән материалды практикала ҡулланыу мөмкинлеген ҡарау, һорауҙарға яуап алыу.Йыл миҙгелдәре байрамдары тураһында әңгәмә (5,6,7,8-се слайдтар)
8 Йомғаҡлау. Дәрескә дөйөм йомғаҡ яһау. Тема буйынса һорауҙарға яуап алыу, әңгәмә үткәреү. Науруз һылыуы.
8 Өйгә эш биреү Өйгә эштең нисек башҡарылыуын аңлатыу.
9 Баһалау. Комментарийлы баһалау.
Дәрес барышы
Ойоштороу мәле. Дәфтәрҙәрҙе тикшереү. Яңы теманың маҡсаты, эш төрҙәренең нисек башҡарылыуы тураһында инеш һүҙ.
Һаумыһығыҙ, уҡыусылар! Хәйерле иртә! Кәйефтәрегеҙ нисек?
Бөгөнгө көндә һеҙҙе, дәрескә ҡунаҡҡа килгән ҡунаҡтарыбыҙҙы күреүемә бик шатмын. Әйҙәгеҙ, дәрестә үҙебеҙгә уңыштар теләп бер-беребеҙгә ҡарап йылмайышайыҡ.
1.Психологик инеш (ҡош тауышы)
Эй шатлыҡлы бөгөн иртәләр,
Ҡояш нурын һибә көлтәләп.
Һаумы ҡояш! Һаумы, яҡты көн!
Яҙғы көндәр – наҙлы иртәләр!
-Тышҡа ҡарағыҙ әле. Бөгөн ниндәй һауа торошо? Яҙғы көн тураһында нимә әйтә алаһығыҙ?
-Кисә ниндәй һауа торошо булды?
2. Дәресебеҙҙе дауам итер алдынан, ауыл-телдәребеҙҙе көйләп фонетик-артикуляцион күнегеү үткәреп алайыҡ.
Күрҙем ҡарға: төшкән ҡарға.
Ҡарға төшкән аҡ ҡарға.
Шул ҡарғаны күрер өсөн,
Ҡарға йыйылған ҡарға.
Үтелгән теманы нығытыу.
- Үткән дәрестә нимә тураһында һөйләшкәйнек? (Уҡыусыларҙың яуаптары)
- Һауа торошо, йыл миҙгелдәре тураһында булды беҙҙең үткән бүлек. Һандарҙың төркөмсәләре – грамматик тема. Бөгөнгө дәрестә беҙ үтелгән темаларҙы ҡабатләу, нығытыу өҫтөндә эшләрбеҙ.
1.Ижади эш.
6, 7, 20, 10, 100
2.Өс бағана итеп: беренсеһенә – үрҙә бирелгән һандарҙы рәт һаны, икенсе бағанала уларҙы сама һаны, өсөнсө бағанаға – бүлем һандары итеп үҙгәртеп яҙығыҙ. Таҡтала эшләргә теләй?
Етенсе Етеләп Етешәр
Егерменсе Егермеләп Егермешәр
Алтынсы Алтышарлап Алтышар
Унынсы Унарлап Унышар
йөҙөнсө Йөҙҙәрсә, йөҙләп, йөҙләгән йөҙөшәр
3.Үҙ аллы эш. 120-се бит. Теләк һөйкәлешенең ялғауҙарын иҫкә төшөрөргә кәрәк, дәреслектән 15-се күнегеү.
Тикшерәбеҙ эштәрҙе.
4.Телдән эш. 16-сы күнегеү. Бирелгән һүҙҙәр менән һөйләмдәр төҙөргә.
5.Көләмәсте уҡыу. Тәржемә итергә.
6.”Был ҡыҙыҡлы” рубрикаһы.
- Йыл миҙгелдәре нисәү?
- Бер йылда нисә ай?
- Хәҙер һеҙ борон башҡорттар ай исемдәрен нисек әйткәндәр, шуның тураһында белешмә алып үтерһегеҙ.(3-сө слайд)
- Яҙып алығыҙ, хәтерегеҙҙә ҡалдырығыҙ.
Дәрестең темаһы, маҡсаты,эш планы менән таныштырыу.
-Беҙ үткән дәрестәрҙә шулай уҡ һауа торошон прогнозлау, йәғни юрамыштарға ҡарап фаразлауҙы ла ҡарап үткәйнек. Ошо дәрескә әҙерләнгәндә минең өсөн ҡыҙыҡлы мәғлүмәт килеп сыҡты. Был мәктәп уҡыусыһы – Нәйлә.
Нәйләнең китап кәштәһендә халыҡ һынамыштары тураһында тиҫтәнән ашыу белешмә бар. Борон тап улар һауа торошон билдәләргә ярҙам иткән дә инде. Олатай-өләсәйҙәребеҙ һынамыштар буйынса бик күп нәмәләр юраған. Мәҫәлән, әгәр яҙ ужымда үрмәксе ауы булһа, мул уңыш көт. Әгәр ужым иртә сыҡһа, опята бәшмәктәре лә иртә сығасаҡ, сәтләүек тә күп буласаҡ. Әйткәндәй, йәш синоптик быйыл ауыл хужалыҡтары өсөн йыл уңышлы буласаҡ, тип фаразлай.
Мин һеҙгә хәҙер һеҙгә мәктәп уҡыусыһы һауа торошо менән ҡыҙыҡһынып китеүе тураһында “Башҡортостан хәбәрҙәре”-нән тапшырыу ҡарарға тәҡдим итәм (Тапшырыу ).
-Һеҙ ниндәй һынамыштар, юрамыштар беләһегеҙ һауа торошо тураһында?
Яңы тема өҫтөндә эш.
-Тимәк, уҡыусылар, бөгөнгө дәрестә нимә тураһында һүҙ алып барасаҡбыҙ?
-Эйе. Тәбиғәт, йыл миҙгелдәре, һауа торошо һәм уны фаразлау, юрау.
Һүҙлек эш.
һабансы – пахарь
йомол/орға – зд.стремительно
еҙ – медь
шөңгөр – бубенец
ҡойон/орға – перен. утопать в чем-либо
буғай – кажется, по-видимому, как-будто
ахыры – кажется
тула/ырға – перен. колотиться, биться (о сердце)
Шиғырҙы уҡыу һәм тәржемә итеү.
1)Шиғырҙы тәржемә итегеҙ
2)Шағир Рәми Ғарипов яҙ тураһында ниҙәр яҙа?
3) Шиғырҙы тасуири итеп уҡырға өйрәнегеҙ.
3.Уҡытыусының өлгөлө уҡыуы. Уҡыу ситуацияһын тыуҙырыу (белемдәрен актуалләштереү). Рәми Ғарипов тураһында һеҙ яҡшы беләһегеҙҙер, тип уйлайым. Бөтәгеҙ ҙә тиерлек уның “Туған тел” шиғырын яттан белә. Һеҙҙең өсөн уның китаптарын тәҡдим итәм. (Рәми Ғарипов китаптарынан күргәҙмә тураһында ҡыҫҡаса белешмә). Китапханала бик мәғлүмәт ала алаһығыҙ.
Һабантурғай
Эй һайрай ҙа һуң был һабантурғай,
Ҡарҙар бөткәнен дә көтөп тормай…
Һабансылар күңелен нурлай-нурлай,
Һай, йырлай ҙа һуң был һабантурғай!
Йә атылып күккә менә уҡтай,
Йә йомолоп ергә төшә туптай,
Ерҙе күккә әйҙәп яна уттай,
Был еҙ шөңгөр ҡасан ялға туҡтай?
Ҡанатынан яҙҙы түгә буғай,
Яҙға ҡойона бар ялан-туғай.
Түгелдер был, ахыры, һабантурғай,
Был йөрәгем, ахыры, шулай йырлай?!
(Рәми Ғарипов)
Уҡыусылар, мин уҡып ишеттергән шиғырҙа тәбиғәттең ниндәй миҙгеле тураһында һүҙ бар?
Нимә тураһында булды был шиғыр? Кем ҡыҫҡаса тәржемә итә? Нимә тураһында был шиғыр?
Дөрөҫ, яҙ миҙгеле тураһында яҙылған был шиғырҙа. Һабантурғай ни өсөн шулай ашыға?
Яҙ көнө һауа торошо, көндәр нисек була? Кешеләр нимә эшләй? Һандуғас?
Был әҫәре менән автор нимә әйтергә теләгән?
Ысынлап та, яҙ етеү менән беҙҙең күңелдәр ҙә елкенә, ҡайҙалыр ашыға. Йөрәк күкрәккә һыймай тибә, шашына. Яңы өмөт, ышаныс алып килә беҙгә яҙ миҙгеле. Донъялағы һәр бер тере йән эйәһе ләззәт кисерә, һөйөнә.
Йылы яҡтарҙан тыуған яғын һағынып, тиҙерәк йылы көндәр етеүен һағынып йырлай. Йылы яҡтарҙан ҡайтҡан ҡоштарҙы нисек атап йөрөтәбеҙ?
Тәбиғәттең уянған тылсымлы бер мәле. Тыуған яғыбыҙға яҙ ҡайтты. Ниндәй һоҡланғыс, ниндәй гүзәл ул яҙ миҙгеле! Күҙ алдына килтерегеҙ әле, һеҙ йылға ярына ял итергә сыҡҡанһығыҙ. Күктән ҡояш йылмая, йылға шаулай. Күңелле генә ҡоштар тауышы ишетелә. Әйҙәгеҙ әле бергәләп ҡош тауыштарын тыңлайыҡ. Хистәр диңгеҙендә йөҙәйек!
-Был һөйләшеүҙән һуң һеҙҙең яҙ тураһында ҡараштарығыҙ тағы ла яҡшырғандыр тип уйлайым. Шул тулҡындарҙа ҡалып тағы ла шиғырға әйләнеп ҡайтайыҡ.
Шиғырҙы тасуири уҡыу (1-2 уҡыусы).
Үтелгән теманы нығытыу. Шулай уҡ беҙ үткән дәрестәрҙә йыл миҙгелдәре тураһында һөйләшкәндә миҙгел байрамдары тураһында ла һөйләштек.
- Башҡорт халыҡ йолаларын ниндәй төркөмдәргә бүлеп йөрөтәләр?
Башҡорт халыҡ йолаларын ике төркөмгә бүлеп йөрөтәләр:
Тәбиғәт-ыҙан йолалары: һабантуй, Науруз байрамы, Ҡарға бутҡаһы, Кәкүк сәйе, Ҡаҙ өмәһе һ.б.
Ғаилә – көнкүреш йолалары: бала тыуыу, бала бағыу, туй йолалары, һ.б.
Тимәк, бөгөнгө дәресебеҙҙең киләһе өлөшөндә ошо турала – һөйләшербеҙ. Башҡортостан, тыуған илебеҙ, тыуған еребеҙ, башҡорт халыҡының миҙгел тураһында һөйләшеүҙе дауам итәбеҙ, мәҡәлдәр, тапҡыр һүҙҙәр табырбыҙ, тыуған төйәгебеҙ буйлап сәйәхәт итербеҙ.
Зәлиә
Әйҙә, ҡояш, һип нурыңды
Ҡыҙғанма берҙә.
Ҙур байрам, куңелле байрам
Науруз бөгөн беҙҙә.
Илзирә
Науруз килә, Науруз килә, Наурузды ҙурлайыҡ әле.
Гөрләүектәр тауышына ҡушылып йырлайыҡ әле.
Науруз килә, Науруз килә, күктән нурҙар һибелә
Туған илем, туған ерем яҙҙы күреп һөйөнә.
Яҙҙар, йәйҙәр имен килһен,
Күк йөҙө аяҙ булһын,
Барыбыҙға сәләмәтлек,
Бәхеттәр алып килһен.
Эльза
Нар, нар, нарына, Бәхет бирһен барына. Мал-тыуарың түл йәйһен, Бала-сағаң ит ейһен! 
Малың ашһын ҡуранан, Ашың ашһын буранан! Илең, йортоң һил булһын,Күңелегеҙ киң булһын! 
Регина (Наурзуз кейемендә)
Эй, тәбиғәт, барса йән эйәләре,
Һәммәгеҙҙән һорайым:
Яуындар яуһын, яуһын,
Аллам рәхмәтен һалһын,
Яҙҙар, йәйҙәр имен килһен,
Күк йөҙө аяҙ булһын,
Барығыҙға сәләмәтлек,
Бәхеттәр алып килһен!
Уҡытыусы башҡарыуында Наурузды ҡотлап йыр “Һандуғас”
Йомғаҡлау.Өйгә эш. 1. Тексты уҡыу. Нөктәләр урынына ялғауҙар ҡуйырға.
2.Тәржемә итеү.
3.Һорауҙарға яуап
Баһалау
ҠУШЫМТА 1
Студенттар өсөн эш дәфтәре
Һабантурғай
Эй һайрай ҙа һуң был һабантурғай,
Ҡарҙар бөткәнен дә көтөп тормай…
Һабансылар күңелен нурлай-нурлай,
Һай, йырлай ҙа һуң был һабантурғай!
Йә атылып күккә менә уҡтай,
Йә йомолоп ергә төшә туптай,
Ерҙе күккә әйҙәп яна уттай,
Был еҙ шөңгөр ҡасан ялға туҡтай?
Ҡанатынан яҙҙы түгә буғай.
Яҙға ҡойона бар ялан-туғай.
Түгелдер был, ахыры, һабантурғай,
Был йөрәгем, ахыры, шулай йырлай?!
(Рәми Ғарипов)
һабансы – пахарь
йомол/орға – зд.стремительно
еҙ – медь
шөңгөр – бубенец
ҡойон/орға – перен. утопать в чем-либо
буғай – кажется, по-видимому, как-будто
ахыры – кажется
тула/ырға – перен. колотиться, биться (о сердце)
1)Шиғырҙы тәржемә итегеҙ
2)Шағир Рәми Ғарипов яҙ тураһында ниҙәр яҙа?
3) Шиғырҙы тасуири итеп уҡырға өйрәнегеҙ
Иртә яҙ
Ап-аҡ ҡар… , ыжғыр буран… ҡыш үтеп китте. Яҙҙың тәүге айы март килеп етте.
Март… ҡыш менән яҙ осраша. Ҡыш бирешергә теләмәй. Төндәрен көслө һалҡындар була. Көндөҙ яҙғы ҡояш нурын… ҡар ирей башлай.
Ҡоштар донъяһын… ла үҙгәрештәр күренә. Иң элек тыуған яҡтары… ҡара ҡарғалар ҡайта. Улар шаулаша-шаулаша бейек ағастар… оя ҡороу хәстәрен күрәләр.
Март айында ҡайһы бер кейектәр ҡышҡы тундар… алмаштыра. Оло мышылар мөгөҙҙәр… һала, яңы мөгөҙ үҫтерә башлай. Талдар… аҡһыл бөрөләр асыла.
Март… йомарт ҡояшы ерҙе иркәләй. Күк йөҙө яҙғыса зәп-зәңгәр, һирәк кенә мамыҡтай аҡ болоттар йөҙә.
Ер… яңы яҙ килә.
(Е.Кучеровтан)
яҙғыса – по-весеннему
мамыҡтай – как вата, легкие
үҙгәрештәр – изменения
хәстәре – забота
кейек – зверь
мышы – лось
1)Нөктәләр урынына тейешле ялғауҙар ҡуйырға, дөрөҫ итеп уҡырға.
2)Тәржемә итегеҙ
3)Ҡыш һәм яҙ миҙгелдәренең ниндәй айырмалары бар? Шулар тураһында һөйләгеҙ.
4)Яҙ миҙгеле тураһында бәләкәй генә хикәйә төҙөп яҙығыҙ.
Ҡоштар.
Бирелгән һүҙҙәрҙән ниндәй һүҙҙәр төҙөп була?
адһсанғу рөбөтк
нтрао ырҡыысйс
алаҡуғср ааһҫнйҡы
ртмыҡуа рнүгекәс
1)Һүҙҙәрҙе тәржемәләре менән яҙығыҙ
2)Өс һөйләм төҙөгөҙ
ҠУШЫМТА 2
Дәрескә әҙерлек өсөн өҫтәлмә материал
Әллә нисәмә быуатлыҡ тарихи булған халҡыбыҙҙың йолалары, ғөрөф-ғәҙәттәре бик күп. Шуныһы ҡыуаныслы, улар иҫкермәй, киреһенсә, тулылана бара. Йола ижады – быуаттар буйы халыҡтың тормош-көнкүрешен, рухи байлығын сағылдырыусы боронғо мираҫ. Кеше йола менән яҡты донъяға тыуған, йола менән мәңгелек донъяға оҙатылған.
Борон замандан беҙҙең көндәргә килеп еткән байрамдар бар. Һәр береһенең үҙ ваҡыты, үҙ тәртибе булған, ләкин улар барыһы ла халыҡты берләштергән, уларҙа эстетик зауыҡ тәрбиәләгән. Был байрамдар тирә –яҡ мөхиткә, кешеләргә, ҡош- ҡортҡаололау уята.
1. Йолалар башҡорт халҡының тормошонда.
Билдәле булыуынса, ғүмерҙең, йылдың һәр миҙгеле, айы, көнө һәр кемдән билдәле бер ҡағиҙәләрҙең үтәлеүен талап итә. Кешенең һәр аҙымы, хатта ниәт- маҡсаттары ла элек- электән ҡанундарға яраҡлаштырылған. Уларҙы бөтә кеше үтәргә тейеш булған. Ана шуны йола, йола үтәү, йола атҡарыу тиҙәр.
Йола атҡарғанда көйләнә, һөйләнә торған телмәр өлгөләре, ғәҙәттә йола фольклоры тип йөрөтәләр. Йола атҡарыу йыш ҡына театраль күренеште хәтерләтә.
Башҡа халыҡтарҙыҡы менән уртаҡлыҡтары, оҡшашлыҡтары булған хәлдә лә, нәҡ йола күренештәре һәр халыҡтың милли булмышын билдәләүсе иң мөһим күрһәткес иҫәпләнә. Шуға ла , берәй халыҡ тураһында мәғлүмәт йыйыр булһалар, тикшеренеүселәр уның йолаларына иғтибар иткәндәр. Башҡорттарға ҡағылған хеҙмәттәр ҙә шуға дәлил.Әхмәт Ибн- Фаҙлан һәм Әбү- Хәмит Әл-Ғарнати ҡалдырған сәйәхәт яҙмаларында башҡорттарҙың төрлө илаһи заттарға, алпамышаларға ышаныуҙары тураһында телгә алына. Хәҙерге көндә ошо йолаларҙың ҡайһы берҙәрендә улар сағылыш таба.
Башҡорт халыҡ йолаларын ике төркөмгә бүлеп йөрөтәләр:
тәбиғәт – ыҙан йолалары (һабантуй, Науруз байрамы, Ҡарға бутҡаһы, Кәкүк сәйе, Ҡаҙ өмәһе һәм башҡалар)
Ғаилә- көнкүреш йолалары (бала тыуыу, бала бағыу, туй йолалары, мәйетте ерләү) .Халыҡ йолалары мифологик ҡараштарға, төрлө имләүҙәргә, ырым- ышаныуҙарға, юрауҙарға нигеҙләнә.
Оло инәйҙәр баларға әкиәттәр һөйләгәндәр, төрлө- төрлө һынамыштар, шаяртҡыстар, теләктәр өйрәткәндәр. Артып ҡалған бутҡаны ҡарғаларға һалып ҡалдырғандар. Байрамға сыҡҡан ваҡытты балаларҙы тирә- яҡҡа сүп-сар ташламаҫҡа, кәрәк- кәрәкмәгәнгә сәскәләрҙе өҙмәҫкә, ағастарҙы һындырмаҫҡа кәрәклеген аңлатҡандар. Кеше тормошо тәбиғәт торошо менән бәйле икәнен аңлатҡандар. Ваҡытында ямғыр яуыуы, ҡояшлы көн булыуы кеше тормошонда ҙур роль уйнаған.
-Ололар беҙҙе ергә төкөрмәҫкә, сүп ташламаҫҡа, ашағандан һуң ҡалдыҡтарҙы йыйыштырып ҡуйырға, яндырырға өйрәттеләр. Ҡоштар тауышын бик яратып тыңлай инек. Шишмәләрҙән сүп-сарҙы ла йыйып алыу беҙҙең өсөн берҙә ауыр булманы. Шулай уҡ беҙ мәктәптә уҡығанда, макулатура, тимер- томор йыйып тапшыра торғайныҡ. Тирә- яҡты таҙа тотоуҙа, тәбиғәтте һаҡлауҙа уларҙың да роле ҙур ине.
ЙомғаҡлауМилләтебеҙҙең йолаларға бай булыуы бик күп сығанаҡтар аша билдәле. Хәҙерге көндә лә ошо байрамдарҙың, уйындарҙың юғалып ҡалмауы мөһим. Уларҙың тәрбиәүи әһәмиәте һис шикһеҙ.Әйләнә- тирәне, ололарҙы, кеселәрҙе, ҡош- ҡортто, үҫемлектәрҙе һаҡлау, ихтирам итеү кеүек сифаттар ошо байрамдар, уйындар аша тәрбиәләнгән дә инде.Тәбиғәтте башҡорттар үҙ йорто тип һанаған. Сүп ташламаған, быяла ватыҡтарын теләһә ҡайҙа ырғытмаған, шишмәләрҙе, йылғаларҙы, ҡоҙоҡтарҙы таҙа тотҡан. Уларға йәшәү сығанағы тип ҡараған. Халыҡ ижады, йолалары менән һуғарылып үҫкән бала ғына киләсәктә рухи яҡтан бай, физик яҡтан көслө, илебеҙҙең ышаныслы киләсәге булып үҫә. Мин үҙемдең ғилми- эҙләнеү эшемдә халыҡ йолаларының нисек үткәрелеүе, ундағы уйналаған уйындарҙың нисек уйналыуын өйрәнеүгә бағышланым. Мин үҙем өсөн бик күп асыштар эшләнем. Ошо асыштарым тураһында башҡаларға ла еткергем килә.
Өлкән быуын кешеләре үҙҙәренең йолаларын, уйындарын, һөнәрен киләсәк быуынға ҡалдырырға тырышҡан. Беҙ ҙә уларҙан ошо йолаларҙы, уйындарҙы өйрәнеп ҡалһаҡ нисек һәйбәт булыр ине. Балалар ошо йолаларҙа уйналған уйындар аша зиһенле, сәләмәт, етеҙ, тырыш, тәртипле, берҙәм булып, илебеҙгә лайыҡлы алмаш булып үҫерҙәр тигән ышаныста ҡалабыҙ.
Миҙгел байрамдары
Алтышар айлыҡ ике миҙгелдән торған йыл тәүлегенә һәм халыҡтың кәсебенә ярашлы йола байрамдары хасил булған. Улар шулай сиратлашҡан: яңы йыл тыуыуын көн менән төн тигеҙләшкән мәлдә (22-23 мартта) Науруз байрамы менән билдәләгәндән һуң, яҙ килеүгә — Ҡарға бутҡаһы, Иртә яҙ (уны ҡырғыҙ-ҡаҙаҡ һәм бәғзе башҡорттар Ҡымыҙ морондоҡ тип атар булған) , кәкүк килеүгә – HYPERLINK "https://ba.wikipedia.org/wiki/%D0%9A%D3%99%D0%BA%D2%AF%D0%BA_%D1%81%D3%99%D0%B9%D0%B5" \o "Кәкүк сәйе" Кәкүк сәйе,Ҡуҙғалаҡ байрамы; яҙғы эштәр тамамланыуға — Май сәйе, Уйын тауына сығыу (Хозурға сығыу, Сәхрәгә сығыу, Теләк салыу) йола байрамдары атҡарылған. Шунан Ат аяғы ҡыҙҙырыу көнө,  HYPERLINK "https://ba.wikipedia.org/wiki/%D2%BA%D0%B0%D0%B1%D0%B0%D0%BD%D1%82%D1%83%D0%B9" \o "Һабантуй" Һабантуй, Йыйын; көн оҙайыуҙан туҡтағас — Йәйге Нардуған йәки Ҡояш байрамы (25 июнь – 5 июль); көҙөн —  HYPERLINK "https://ba.wikipedia.org/w/index.php?title=%D0%A1%D3%A9%D0%BC%D0%B1%D3%99%D0%BB%D3%99&action=edit&redlink=1" \o "Сөмбәлә (был бит юҡ)" Сөмбәлә, Әбейҙәр сыуағы; ҡыш үҙ көсөнә ингәс —  HYPERLINK "https://ba.wikipedia.org/wiki/%D2%A0%D0%B0%D2%99_%D3%A9%D0%BC%D3%99%D2%BB%D0%B5" \o "Ҡаҙ өмәһе" Ҡаҙ өмәһе,  HYPERLINK "https://ba.wikipedia.org/w/index.php?title=%D2%BA%D1%83%D2%93%D1%8B%D0%BC_%D0%B1%D0%B0%D0%B9%D1%80%D0%B0%D0%BC%D1%8B&action=edit&redlink=1" \o "Һуғым байрамы (был бит юҡ)" Һуғым байрамы (Ит тәме әйтеү); көн ҡыҫҡарыуҙан туҡтағас —  HYPERLINK "https://ba.wikipedia.org/w/index.php?title=%D2%A0%D1%8B%D1%88%D2%A1%D1%8B_%D0%9D%D0%B0%D1%80%D0%B4%D1%83%D2%93%D0%B0%D0%BD&action=edit&redlink=1" \o "Ҡышҡы Нардуған (был бит юҡ)" Ҡышҡы Нардуған (25 декабрҙән 5 февралгәсә), артабан февраль ахыры — март баштарында —  HYPERLINK "https://ba.wikipedia.org/w/index.php?title=%D0%A1%D3%A9%D1%80%D3%99%D0%BD&action=edit&redlink=1" \o "Сөрән (был бит юҡ)" Сөрән (Һөрән),  HYPERLINK "https://ba.wikipedia.org/w/index.php?title=%D0%9A%D0%B5%D1%81%D0%B5_%D0%B9%D1%8B%D0%BB&action=edit&redlink=1" \o "Кесе йыл (был бит юҡ)" Кесе йыл,  HYPERLINK "https://ba.wikipedia.org/w/index.php?title=%D0%9E%D0%BB%D0%BE_%D0%B9%D1%8B%D0%BB&action=edit&redlink=1" \o "Оло йыл (был бит юҡ)" Оло йыл, Баш итенә саҡырышыу (Һуғым башын ашау) байрамдары үткәрелә. Уларҙың күпселеге милли ерлектә тыуһа, ҡайһы берәүҙәре йә төрки ҡәрҙәштәребеҙ, йә фин-уғыр һәм фарсы телле ҡәүемдәр менән уртаҡ.
ҠУШЫМТА 3
Һандуғас
Тын ҡалайыҡ, һөйләшмәйек
Был матур таңдарҙа.
Ни һөйләй тирбәлеп
Аҫыл ҡош таңдарҙа.
Тыңласы һандуғас
Серҙәрен көйләй бит.
Ул минең хистәрҙе
Өҙҙөрөп һөйләй бит.
Тибрәлә йөрәгем,
Һандуғас шикелле.
Оонот бар ҡайғыңды,
Зарыңды, шигеңде.
Тыңласы һандуғас
Серҙәрен көйләй бит.
Ул минең хистәрҙе
Өҙҙөрөп һөйләй бит.
Ҡолаҡ һал, аҫыл йәр,
Илаһи был моңға.
Мин ошо таңдарҙа
Әйләндем былбылға.
Тыңласы һандуғас
Серҙәрен көйләй бит.
Ул минең хистәрҙе
Өҙҙөрөп һөйләй бит.
Йөрәккә аҫыл ҡош
Тиктәҫкә ҡунмаҫтыр.
Шунан да аҡ уйҙар.
Саф хистәр булмаҫтыр