?ф? — Баш?ортостанды? баш ?ала?ы.


5-СЕ СИНЫФ ӨСӨН
БАШҠОРТ ТЕЛЕНӘН ДӘРЕС-КОНСПЕКТЫ
ТЕМА: Өфө — Башҡортостандың баш ҡалаһы.МАҠСАТ: 1) Башҡортостандың баш ҡалаһы менән таныштырыу;
2) тыуған ергә һөйөү тәрбиәләү;
3) һүҙлек һүҙҙәре, тест менән эшләргә өйрәтеү;
ДӘРЕС БАРЫШЫ
I. Ойоштороу моменты.
II. Тел төҙәткес өҫтөндә эш.
III. Матур яҙыу минуты.
IV. Яңы тема өҫтөндә эш.
— Беҙ бөгөн һеҙҙең менән яратҡан баш ҡалабыҙ Өфө буйынса экскурсияға сығабыҙ. Өйгә эше итеп һеҙгә ҡыҙыҡлы мәғлүмәттәр туплап алып килергә ҡушылғайны. Ә хәҙер иғтибар менән таҡтаға ҡарағыҙ. (слайдтар күрһәтелә, уҡыусылар әҙерләнгән мәғлүмәттәрен уҡып китәләр: )Ә хәҙер иғтибар менән ҡарағыҙ әле, был ниндәй һәйкәл. Ә хәҙер китаптарҙың 96-сы битен асығыҙ һәм 234-се күнегеүҙе табабыҙ.
-биремде уҡыу;
— һүҙлек эше:
һәйкәл — памятник
бейеклеге – высота
ауырлығы – масса
— тексты уҡыу;
— тәржемә;
— һәйкәл тураһындағы һөйләмде яҙып алыу;
V.Ял минуты.
VI.Үтелгәнде нығытыу. (тест өҫтөндә эш)
VII. Дәресте йомғаҡлау. Баһалау. Өй эшен аңлатыу. (239-сы күнегеү)
ТЕСТ һорауҙары:
1.Башҡортостандың баш ҡалаһы:
а) Мәскәү;
б) Өфө;
в) Бөрө;
2. С.Юлаевҡа һәйкәл ҡасан ҡуйылаа) 1947
б) 1957
в) 1967
3. Башҡортостан Республикаһында нисә район бар:
а) 54
б) 52
в) 50
4. Башҡортостан Республикаһында нисә ҡала бар;
а) 20
б) 23
в) 21
5. Башҡортостандағы иң ҙур тау:
а) Ирәмәл;
б) Янғантау;
в) Ямантау;
6.Башҡортостандағы иң ҙур күл:
а) Ҡандракүл;
б) Асылыкүл;
7. Башҡортостан флагының төҫтәре нисек урынлашҡан:
а) күк, аҡ, йәшел;
б) йәшел, күк, аҡ;
в) аҡ, күк, йәшел;