?ф? – Баш?ортостанды? баш ?ала?ы. Сифаттар?ы? я?алышы


Башҡортостан Республикаһы Мәғариф министрлығы
Федоровка районы муниципаль районы мәғариф бүлеге
Өфө – Башҡортостандың баш ҡалаһы. Сифаттарҙың яһалышы
(VI класта башҡорт теленән дәрес планы)
Туҡбаева Эльмира Рәфис ҡыҙы, Федоровка 1-се муниципаль урта дөйөм белем биреү мәктәбе мәғариф учреждениеһының башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы

Министерство образования Республики Башкортостан
отдел образования муниципального района Федоровский район
Өфө – Башҡортостандың баш ҡалаһы. Сифаттарҙың яһалышы
(Тукбаева Эльмира Рафисовна,
учитель башкирского языка и литературы муниципального бюджетного образовательного учреждения средняя общеобразовательная школа № 1
села Федоровка

Тема: Өфө – Башҡортостандың баш ҡалаһы.
Сифаттарҙың яһалышы.
Маҡсат: 1) Уҡыусыларҙы Өфө ҡалаһы менән таныштырыу, сифаттарҙың яһалышы буйынса үҙләштерелгәнде системаға һалыу.
2) Тыуған яҡҡа, уның матурлығына һөйөү һәм ихтирам тойғоһо уятыу.
3) Уҡыусыларҙың диалогик телмәрен үҫтереү,фекерләү һәләтен арттырыу.
Йыһазландырыу: проектор, компьютер, таҡта, һәр уҡыусыға ҡыҙыл, йәшел, һары түңәрәктәр.

Дәрес барышы:
Ойоштороу мәле: Психологик атмосфера ситуацияһын тыуҙырыу.
Уҡыусылар, һаумыһығыҙ! Хәйерле иртә!
(йылмайып, балаларға ҡарау, күҙ йөрөтөп сығыу).
Тағы бер ғәжәйеп матур, гүзәл көн тыуҙы. Ошо йәмле иртәгә, матур көнгә ҡарап, үҙебеҙгә көс, дәрт, илһам алайыҡ. Бер-беребеҙгә йылмайып, уңыштар теләп дәресте башлайыҡ. Бөгөн һеҙ бигерәк тә яғымлы күренәһегеҙ. Афарин! Әйҙәгеҙ, бөтә донъяны сәләмләйек!
Һаумы, ҡояш! Һаумы, дуҫым!
Хәйерле иртә, ағастар! Хәйерле иртә, тәбиғәт!
Әгәр һеҙ һәр көндө ошолай бөтә донъяны сәләмләп ҡаршылаһағыҙ, яратһағыҙ, изге уйлы, һәйбәт кешеләр булып үҫерһегеҙ.
Артикуляцион аппаратты көйләү. Шиғыр уҡыу.
(Шиғырҙы хор менән уҡыу).
Слайд № 1.
Уҡыусылар, әйтегеҙ әле, был шиғырҙа ниндәй ҡала тураһында һүҙ бара?
Өфө ҡалаһы тураһында һүҙ бара.
Эйе, дөрөҫ. Башҡортостандың баш ҡалаһы Өфө тураһында һүҙ бара.
Төп өлөш. Дәрестең маҡсатын һәм бурыстарын билдәләү.
Уҡыусыларҙың уҡыу эшмәкәрлегенә мотивация.
Эйе, дөрөҫ әйттегеҙ. Уҡыусылар, бөгөнгө дәресебеҙҙе республикабыҙҙың баш ҡалаһы Өфөгә арнайбыҙ. Дәрестә беҙ һеҙҙең менән яңы һүҙҙәр үҙләштереп хәтер һандығына һалырбыҙ, уларҙы ҡулланып һөйләмдәр төҙөрбеҙ, сифаттарҙың яһалышын асыҡларбыҙ һәм Өфөнөң иҫтәлекле урындары менән танышырбыҙ.
Хәҙер, таҡтаға ҡарайбыҙ. Был һүҙҙәр беҙгә тексты уҡығанда һәм тәржемә иткәндә кәрәк буласаҡ.
Һүҙлек эше. Үҙләштереү өсөн бирелгән һүҙҙәрҙе хор менән уҡыу, тәржемә итеү.
Слайд № 2.
Уҡыу мәсьәләһен ҡуйыу.
Хәҙер, китаптан 82-се күнегеүҙе ҡарайыҡ.
Уҡытыусының тексты тасуири уҡыуы.
Уҡыусыларҙың тексты сылбырлап уҡыуы.
Таҡталағы һүҙҙәрҙе ҡулланып, тексты парлап тәржемә итеү.
Уҡыу мәсьәләһен хәл итеү.
Текстың йөкмәткеһе буйынса эшләү, һөйләмдәрҙе уҡып, һорауҙар төҙөү, бер уҡыусы һорай, икенсеһе яуап бирә.
Һорауҙар: (статистик парҙа эшләү).
Башҡортостандың баш ҡалаһы нисек атала?
Ул ҡайҙа ултыра?
Өфө эргәһендә Ағиҙелгә ниндәй йылғалар ҡушыла?
Өфө ниндәй ҡала?
Унда нимәләр бар?
Яңы теманы тәү тапҡыр үҙләштереү.
Слайд № 3.
Аҫтына һыҙылған һүҙҙәргә иғтибар итегеҙ әле. Был һүҙҙәргә ниндәй һорау ҡуйып була?
Ниндәй? һорауы.
Эйе, дөрөҫ. Ниндәй? һорауына ҡайһы һүҙ төркөмө яуап бирә?
Сифат (имя прилагательное).
Сифат һүҙ төркөмө нимәне белдерә?
Предметтың билдәһен белдерә һәм ниндәй? ҡайһы? һорауҙарына яуап бирә, һөйләмдә аныҡлаусы (определение) булып килә.
Ә яһалышы буйынса ниндәй сифаттар була?
Таҡтаға ҡарайыҡ.
Слайд № 4.
Дәфтәрҙәрҙе асып бөгөнгө числоны, теманы яҙып ҡуябыҙ.
.... февраль
Сифаттарҙың яһалышы.
Карточкалар менән эш. Сифаттар бирелгән, уларҙы яһалышы буйынса 3 төргә бүлеп яҙырға.
Йәш, ҡышҡы, уйынлы – ысынлы, аҡыллы, тоҙло – боросло, бәләкәй, шәкәрле, аҡлы – ҡаралы, оло, матур – матур, оҙон, балыҡлы.
3 уҡыусы таҡтаға сығып, 1-се уҡыусы –яһалма, 2-се – тамыр, 3-сө уҡыусы ҡушма сифаттарҙы яҙа. Ҡалғандар урында эшләй.
Физкультминутка. Ял минуты.
Ә хәҙер, уҡыусылар, беҙ һеҙҙең менән йыр йырлап, ял итеп алайыҡ. Матур Өфө ҡалаһы йыры.
Ағиҙелдең буйы йәмле, Өфө урамдары асфальт,
Гөл – сәскәле далаһы. Бейек яңы йорттары.
Шул иҙелдең буйҙарында Ҡара төндө көндөҙ итә
Матур Өфө ҡалаһы. Балҡып янған уттары.
Эх, Өфө ҡалаһы
Йәмле иҙел буйында.
Ҡайҙа ғына йөрөһәм дә,
Һин булырһың уйымда.
Төркөмдәрҙә эшләү.
Хәҙер мин һеҙгә конверттар таратам. Был конверттарҙа текстар бирелгән, һеҙ шул текстарҙы төркөмдәргә бүленеп, уҡырға һәм һорауҙар төҙөргә тейеш булаһығыҙ. Был текстар Өфө ҡалаһының иҫтәлекле урындары. Класс 4 төркөмгә бүленә.
1-се конверт Өфө ҡалаһы тураһында текст. (1-се төркөмгә).
Өфө ҡалаһына 1574 йылда нигеҙ һалынған. Элек башҡорттар Өфөнө Имән ҡала тип атаған. Өфө 7 районға бүленгән. Өфөлә Тыуған яҡты өйрәнеү музейы, М.В. Нестеров исемендәге Художество музейы, халыҡ шағиры М. Ғафуриҙың йорт-музейы бар. Ҡалала 6 театр эшләй, ундан ашыу юғары уҡыу йорто бар, мәктәптәр, техникумдар, колледждар бик күп.
Слайд № 5.
2-се конверт Салауат Юлаев тураһында текст. (2-се төркөмгә).
Өфөгә килгәндә яр башында 2 мөһабәт һәйкәл ҡаршы ала. Береһе башҡорт халҡы менән рус халҡының мәңгелек дуҫлығын данлай. Икенсеһе С. Юлаевҡа арналған. Салауат батыр текә сағылда ат өҫтөндә илен һаҡлап тора. С.Юлаев – башҡорт халҡының милли геройы. С. Юлаев һәйкәле – илебеҙҙәге иң ҙур атлы скульптура. Уның ауырлығы 40 тонна. Ул бронзалаштырылған суйындан ҡойолған. Һәйкәлдең авторы – скульптор С.Д.Тавасиев.
Слайд № 6
3-сө конверт – Дуҫлыҡ монументы тураһында текст. (3-сө төркөмгә).
Өфө ҡалаһының көньяғында Дуҫлыҡ монументы бар. Был монументҡа нигеҙ 1957 йылда башҡорт һәм рус халҡының дуҫлығы хөрмәтенә һалынған. Элек башҡорттарҙың ерҙәре күп булған. Уның байлығына бөтәһе лә ҡыҙыҡҡан, йыш ҡына яу асҡандар. Бер ваҡыт башҡорттар рус батшаһына ярҙам һорап барғандар. Батшаға тоғро хеҙмәт итергә һүҙ биргәндәр. Башҡорт халҡы үҙенең ярҙамсыллығы, батырлығы менән дан алған. Әле лә был ике халыҡ дуҫ һәм татыу йәшәй.
Слайд № 7.
4-се конверт – Өфө театрҙары. (4-се төркөмгә).
Ҡалала 6 театр эшләй. Бына улар: Башҡорт дәүләт опера һәм балет театры, М. Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театры, Республика рус драма театры, Башҡорт дәүләт Ҡурсаҡ театры, М. Кәрим исемендәге Милли йәштәр театры, Нур татар дәүләт театры. Шулай уҡ Өфөлә Дәүләт циркы ла бар. Өфө ҡалаһы бик ҙур, бай ҡала. Урамдары киң һәм матур. Беҙ уның менән ғорурланырға тейешбеҙ.
Слайд № 8.
Беҙҙең 4 төркөм булды. Хәҙер һәр бер төркөм үҙҙәренең текстары буйынса бер – береһенә 2-әр һорау әҙерләй һәм яуап бирә.
Ҡапма – ҡаршы һорауҙар биреү, яуап биреү.
1-се төркөм 2-се төркөмгә һорау бирә.
а) Өфө ҡалаһына нисәнсе йылда нигеҙ һалына?
б) Элек Өфөнө башҡорттар нисек атаған?
2-се төркөм 3-сө төркөмгә һорауҙар бирә.
а) Кем ул С. Юлаев?
б) Һәйкәлдең скульпторы кем?
3-сө төркөм 4-се төркөмгә һорауҙар бирә.
а) Дуҫлыҡ монументына ҡасан нигеҙ һалына?
б) Был монумент нимәне сағылдыра?
4-се төркөм 1-се төркөмгә һорауҙар бирә.
а) Өфө ҡалаһында нисә театр бар?
б) Уларҙы һанап сығығыҙ.
Ярай, яҡшы, уҡыусылар. Һорауҙарға яуаптар алынды. Яуаптар дөрөҫ булдымы?
Эйе, дөрөҫ.
Тәү тапҡыр нығытыу.
Дәрес аҙағына ла етте. Дәрес аҙағында тест һорауҙары таратам. Уҡыусылар дәфтәрҙә эшләйҙәр.
Тест.
Нимә ул сифат?
А) Предметты белдереүсе һүҙ төркөмө.
Б) Билдәне белдереүсе һүҙ төркөмө.
В) Эште белдереүсе һүҙ төркөмө.
Яһалышы буйынса ниндәй сифаттар була?
А) Тамыр, яһалма, ҡушма.
Б) Төп, тамыр, яһалма.
В) Ҡушма, яһалма.
Ҡайһы юлда сифаттар ғына яҙылған?
А) Зәңгәр, мәктәп, ҡыш.
Б) Ашай, уҡый, ултыра.
В) Йылы, йәшел, сибәр.
Ниндәй юлда яһалма сифаттар ғына бирелгән?
А) Матур, ҡышҡы, һөтлө.
Б) Һыулы, сабырлы, белемле.
В) Аҡлы – ҡаралы, тоҙло – боросло, үтә ҡыҙыл.
Исемдәргә дөрөҫ сифаттар яҙығыҙ. (Найдите пару).
Китап Тәмле
Уҡыусы Матур
Сәскә Ҡыҙыҡлы
Ҡуян Аҡыллы
Алма Ҡурҡаҡ
Яҡшы уҡыусылар, хәҙер дәфтәрҙәрегеҙҙе алмашып, эшегеҙҙе тикшерегеҙ һәм баһалар ҡуйығыҙ.
(Экранда дөрөҫ яуаптар).
Рефлексия. Дәрескә һығымта эшләү.
Уҡыусылар, беҙ бөгөн дәрестә нимәләр белдек?
Дәрестең маҡсатына ирештекме?
Дәрес һеҙгә оҡшанымы? Оҡшаманымы?
Кем бөгөн дәрестә бөтәһен дә аңланым тип уйлай – йәшел түңәрәк күтәрегеҙ.
Кемгә белемен нығытырға кәрәк – һары түңәрәк күтәрегеҙ.
Кемгә тема бөтөнләй ҙә аңлашылманы – ҡыҙыл түңәрәк күтәрегеҙ.
Өй эше буйынса мәғлүмәт. Баһалау.
81-се күнегеү, 30-сы бит.
Миңә һеҙҙең менән бөгөн дәрес үткәреүе бик еңел булды. Дәрестә әүҙем ҡатнашып ултырыуығыҙға, тырышып эшләүегеҙгә бик ҡәнәғәтмен. Афарин! Рәхмәт. Дәрес тамам. Һау булығыҙ.