Википедия — белем бире??? яр?ам ит?.


Хәлилов Азат Насретдин улы
Республика политехник лицей-интернатының башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы, Күмертау ҡалаһы
Башҡорт телен уҡытыуҙа интернет ресурстары
Башҡорт телен уҡытыу йылдан йыл әүҙемләшә бара. Һуңғы йылдарҙа интернет селтәрендә күпләп башҡорт материалдары күренеүе оло ҡыуаныс. Айырыуса, бөтә донъяға таралған Википедия проекты.
Проектта мәктәп программаһына ярашлы фәндәр буйынса бар йүнәлештәр буйынса ла табырға була. Бигерәк тә Башҡортостан тарихы, Башҡортотсан географияһы буйынса бик күп материалдар ҡуйылды. Башҡорт телен өйрәнеү өсөн дә бик ҡулайлы ул википедия. Әйтәйек, ҡалала тәрбиәләнгән балалар башҡорт телен бик үк белмәй, һүҙлек составы аҙ. Был юһыҡта википедия ярҙамға килә лә инде. М.Ғ. Усманова программаһына ярашлы уҡытылған кластарҙа быға китап буйынса ла миҫалдар табып була.
Әйтәйек, йорт хайуандары. Улар тәүҙә урыҫ телендә яҙалар, шунан яйлап башҡорт теленә тәржемә итәләр (һүҙлек менән). Аҙаҡтан сағыштыралар. Шулай итеп улар үҙ-үҙҙәрен тикшерә лә алалар. Был өлкәнерәк кластарҙа. Ә инде 5-6 кластарҙа интернет селтәрендә айырым һүҙлектәр менән эшләтеү кәрәк әлегә. Яндекс-тәржемә, ГУГЛ-тәржемә әлегә аҙағынаса эшләп бөтөрөлмәгәнгә күрә шулай эшләтелә.
Һуңғы йылдарҙа башҡорт әҙәби теле ҡала мөхитендә генә түгел, ауылда үҫкәндәр өсөн дә ятҡа әйләнеп бара. Сөнки балалар күбеһенсә интернет селтәрендә башҡа телдәрҙә аралаша. Ошо юһыҡта интернет селтәрендә эшләү өсөн дә йәлеп итергә мөмкин. Мин әлегә балаларҙан тыуған ауылдары, ауыл эргәһендә аҡҡан йылғалары тураһында легендалар йыйҙырам. Аҙаҡ кем менәндер,дәрес ваҡытында, кем менәндер әҙәби түңәрәктәрҙә уларҙы википедияға бергәләп индерәбеҙ. Был балалар өсөн дә бик мауыҡтырғыс. Улар күңелендә: “Бына бит мин дә интернет өсөн эшләй алам!- тигән ғорурлыҡ та тыуа. Аҙаҡ үҙҙәре лә яйлап эшләй башларҙар.
Башҡорт телен уҡытыуҙа тағы ла ниндәй интернет ресурстарын ҡулланырға була!?
Шул уҡ әлегә төҙөлөп бөтмәгән Яндекс-тәржемә, ГУГЛ-тәржемәләрҙә!!!
Нисекме? Бына былай. Балалрға тәүҙә ике-өс һөйләмлек ткест тәржемә мтергә бирелә. Улар интернет ҡулланмай ғына һүҙлек китаптан тәржемә эшләй. Аҙаҡ ошо интернет тәржемәләр менән “тикшерә”. Шунан инде ул хаталар таба. Үҙенекен түгел, ә интернет селтәрендә. Бына ошолай тикшереүҙәр балала үҙ-үҙенә ышаныс та тыуҙыра. - Әһә мин бит дөрөҫ эшләгәнмен, - тигән ышаныс тыуа.
Интернет селтәре ресурстары ҡасандыр телмәрҙән төшөп ҡала башлаған һүҙҙәрҙе иҫкә төшөрөү өсөн дә ҡулланырға мөмкин.
Мәҫәлән, ҡоштар тураһында. Википедияға Эрнест Ишбирҙиндың “Башҡортостан ҡоштары” китабынан бар ҡоштар тураһында ла яҙған белешмәһе индерелгән. Был ҡоштарҙың байтағы инде юҡҡа ла сыҡҡан.
Мин балаларға беренсе дәрестә ҡоштар тураһында белешмә яҙып килергә ҡушам. Икенсе дәрестә тикшерәбеҙ, ә улар тик кеше янында йәшәгән ҡоштар тураһында ғына яҙып алып киләләр. Һайҫҡан, турғай, сәпсек, кәкүк. Эйе уларҙы беләләр. Шунан өйгә унлап ҡош исеме биреп ата-әсәләр менән бергә шул ҡоштарҙың ҡайҙа йәшәүе, ни менән туҡланыуы тураһында яҙырға эш бирәм. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ата-әсәләр ҙә белмәй булып сыға. Аҙаҡ шул ҡоштар тураһында википедиянан уҡып, һәр бала бер ҡош тураһында үҙе белешмә яҙып, класс алдында уҡый.
Үҫемлектәр менән дә ҡыҙыҡтырыу кәрәк. Көҙгөһөн, япраҡтар ҡойолғанда япраҡтарҙан айырым бер дәфтәргә гербарий эшләтеп, башҡорт телендә белешмә ҡуйҙыртам. Был 5-се кластарҙа. Балалар шатланып эшләйҙәр.
Яйлап йыл аҙағынаса ҡоштар, балыҡтар, йәнлектәр, үҫемлектәр тураһында бик күп сығанаҡтар өйрәнергә мөмкин.
Ҡулланылған әҙәбиәт:
Усманова М.Ғ. Абдуллина Ф.Ф. Башҡорт теле. – Өфө, “Китап” 2000.
Э. Ф. Ишбирҙин. Башҡортостан ҡоштары китабы. — Өфө, 1986.
Интернет селтәре https://ba.wikipedia.org/wiki/Интернет селтәре https://translate.yandex.ruИнтернет селтәре https://translatewiki.
Интернет селтәре https://translate.google.ru