Бала-тормош с?ск??е тема?ына о?талы? д?ресе


Башҡорт теле дәрестәрендә универсаль уҡыу эшмәкәрлеген формалаштырыу юлдарын нисек табырға? Бының өсөн Федераль дәүләт белем биреүҙең яңы стандарттарының норматив документтарын, методик принциптарын һәм заманса дәрестең структураһынан тыш, яңы белем белем биреү һөҙөмтәләренә өлгәшеү өсөн ниндәй технологияларҙың һөҙөмтәле булыуын белергә кәрәк. Белем биреү технологияларын һайлау цҡыусыларҙың йәш үҙенсәлектәренән, мөмкинлектәренән, уҡытыусының әҙер булыуынан тора. Һис шикһеҙ, продуктив, ижади, тикшереү, мәғлүмәти технологияларға өҫтөнлөк бирергә кәрәк, башҡаларын ҡулланыу мөмкинлеген дә инҡар итергә ярамай.
Шуның өсөн бөгөнгө осталыҡ дәресемдең темаһы:

Бөгөн беҙ оҫталыҡ дәресендә проблемалы уҡытыу технологияһының эффектлы алымдарын ҡарап сығырбыҙ.

Проблемалы уҡытыу технологияһының методтары һәм алымдары менән танышырбыҙ
Уҡытыусыларҙы, проблемалы уҡытыу технологияһын ҡулланып методик яҡтан грамоталы дәрес ойошторорға һәм үткәрергә өйрәнербеҙ
Проблемалы уҡытыу технологияһының бер алымы булараҡ- проблемалы ситуациялар тыуҙырып, уның хәл итеү юлын табыу алымын ҡарап үтербеҙ
Теманы асыу
Хөрмәтле коллегалар, таҡтаға ҡарайыҡ але. Унда картина йәшерелгән. Нисек уйлайһығыҙ, унда нимә төшөрөлгән? Беҙ уны нисек белә алабыҙ? (алымдар, һорауҙар) Һеҙ һорауҙар бирәһегеҙ, ә мин эйе йәки юҡ тип яуап бирәм. Дөрөҫ, бында бала образы йәшерелгән.

Күрәһегеҙ, проблемалы ситуация тыуҙы-аҡ ҡағыҙ. Һәм шунда уҡ һеҙҙең нимә унда икәнен белергә теләк тыуҙы. Һеҙ проблеманың сисеү юлын таптығыҙ. Һәм был проблемалы уҡытыу технологияһының бер алымы булып тора. Ул яңылыҡ түгел, күптәр үҙҙәренең дәрестәрендә ҡуллана. Балалар дәрестә пассив тыңлаусылар түгел, ә актив ҡатнашыусылар була.
Мин һеҙҙең алдығыҙға бала һүрәтен бушҡа сығарманым. Оҫталыҡ дәресем “Бала- тормош сәскәһе” тигән девиз аҫтында барасаҡ.
Дәрестә проблемалы уҡытыу технологияһын ҡулланыу ғәҙәти уҡытыу методикаһынан айырылмай, тиерлек. Дәрестең уңышы уҡытыусы ҡулланған технологияларҙан ғына тормай. Әлбиттә, ҡуйылған маҡсаттарға ирешер өсөн, һәр дәрестең ентекле төҙөлгән планы һәм структураһы булырға тейеш. Дәрестә проблемалы уҡытыу технологияһын ҡулланыу – уҡыусыға үҙләштереләсәк материалды уңышлы еткереү ысулдарының береһе булып ҡына түгел, ә балала ижади эшләү, эҙләнеү, ижади фекерләү ҡеүәһен үҫтереүсе һәм Федераль дәүләт белем биреүҙең яңы стандарттарына яуап биреүсе технология булып хеҙмәт итә.

Проблемалы уҡытыу технологияһының бер алымы булараҡ ,проектлау методы аша проблеманы сисеү, отошло алымдарының береһе булыуын ғалимдар үҙ эштәрендә күрһәткән.
Бала – тормош сәскәһе тиҙәр, ни өсөн?
Ошо теманы беҙгә киңерәк асыр өсөн ниндәй юлдарҙы һайларға мөмкин? (һөйләргә, доклад яҙырға, инша, һүрәт....) проект эшләргә...
Әйҙәгеҙ проект эшләйек.
Беҙҙең эш төркөмдәрҙә үтәсәк. Өс төркөм- өс төрлө эш башҡарасаҡ.
Эште башлар алдынан, төркөмдәрҙә эшләү ҡағиҙәләрен иҫкә төшөрөп үтәйек әле.

Беренсе төркөм: Ғ.Сәләмдең “Бала” поэмаһында “Бала – тормош сәскәһе” темаһы нисек асылған?
Икенсе төркөм: бөгөнгө көндә “Бала – тормош сәскәһе” темаһы беҙҙең йәмғиәтебеҙҙә актуаль проблема мы? Башҡортостанда актуаль проблемамы?
Өсөнсө төркө: башҡа дәүләттәрҙә бала проблемаһы нисек ҡуйылған, сағылдырған? интернет селтәрен ҡулланып,
Проблемалы уҡытыуҙы берҙән-бер һәм өҫтөнлө уҡытыу формаһына әйләндерергә ярамай, ул уҡытыуҙың башҡа күптән урынлашҡан формалары менән бәйләнештә ҡулланылырға тейеш. Әлбиттә, теләһә ниндәй материал проблемалы ситуация тыуҙыра алмай. Һәр бер дәрестә лә был технологияны ҡулланып булмай. Проблемалы уҡытыу-дәрестең бер өлөшө генә була ала.
Һыу – информация сығанағы. бөгөнгө оҫталыҡ дәресенән һеҙ үҙегеҙгә нимәләр алдығыҙ? Эшегеҙҙә ҡулланыр инегеҙме?
Антуан де Сетнт-Экзюпериның “Бәләкәй принц” әкиәтендәге бер планеталағы корольдың әйткәндәрен иҫкә төшөрәйек: “Әгәр ҙә мин генералдарымдың береһенә диңгеҙ аҡсарлағына әйләнергә ҡушып та, ул минең приказды үтәмәһә, был уныҡы түгел, ә минең ғәйебем буласаҡ”
Был һүҙҙәр беҙгә ниндәй мәғәнәғә эйә?
Ысынында, был һүҙҙәрҙә белем алыуҙың иң мөһим ҡағиҙәләрҙең береһе йәшерелгән. Үҙеңә һәм уҡытҡан уҡыусыларыңа реаль маҡсаттар ҡуйырға кәрәк. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, беҙ был ҡағиҙәне һаңға һуҡмайбыҙ. Оҙон ялҡытҡан лекциялар һөйләйбеҙ, ә шул уҡ әйберҙе проблемалы ситуация тыуҙырып, белемде баланан үҙенән таптырырға мөмкин.
Һығымталар.
Эйе, бер быуат ваҡыт үтеп барһала, был поэма Ленинградта 1937-1939 йылдарҙа ижад ителһәлә, әле лә һаман актуаль
Әлбиттә, беҙҙең республикала һәм Рәсәйҙә балаға һәм әсәгә иғтибар ҙур. Күпме социаль программалар ҡабул ителмәһен, бала - тормош сәскәһе икәнен, буласаҡ атай-әсәй тулыһынса аңларға тейеш, ә уны тәрбиәләп үҫтереү ҙур яуаплы эш.
Беҙ башҡа илдәрҙә бирелгән балаға ҡарата булған социаль програмаларҙы өйрәнергә тейешбеҙ, яҡшы тип тапҡандарын, үҙебеҙгә ҡабул итергә йәки оноторға ярамай. Уларҙа яҡшы булғаны, беҙҙә отошло була алмауы ла мөмкин.