Научно — практическая работа Баш?орт халы? йыр?арында ?атын — ?ы? я?мышы


БАШҠОРТОСТАН РЕСПУБЛИКАҺЫ
МӘЛӘҮЕЗ РАЙОНЫ МУНИЦИПАЛЬ РАЙОНЫ
МУНИЦИПАЛЬ ДӨЙӨМ БЕЛЕМ БИРЕҮ БЮДЖЕТ УЧРЕЖДЕНИЕҺЫ
4-СЕ УРТА ДӨЙӨМ БЕЛЕМ БИРЕҮ МӘКТӘБЕ

ТИКШЕРЕНЕҮ ЭШЕ:
«Башҡорт халыҡ йырҙарында ҡатын – ҡыҙҙар образы»

Башҡарҙы:11а класы уҡыусыһы
Юлдашбаева Айгөл
Етәксеһе: башҡорт теле һәм
әҙәбиәте уҡытыусыһы
Хәбирова Венера Рафиҡ ҡыҙы
Мәләүез, 2013 йыл

План
Инеш
Төп өлөш
а) башҡорт халыҡ йырҙарын классификациялау;
б) башҡорт халыҡ йырҙарында ҡатын – ҡыҙҙарҙың әсе яҙмышын һүрәтләү саралары;
в) халыҡ ижады ынйыларының тарихилығы
Йомғаҡлау
Ҡулланылған әҙәбиәт
Ҡушымта
Тикшеренеү эшенең темаһы - “Башҡорт халыҡ йырҙарында ҡатын-ҡыҙҙар яҙмышы”.
0000
Тикшеренеү маҡсаты : башҡорт халыҡ йырҙарының идеяһын, асылын, фәлсәфәһен тулы мәғәнәһендә асыу, халыҡ йырҙарында ҡатын-ҡыҙҙар яҙмышы темаһын киңерәк өйрәнеү.
Тикшеренеү объекты : башҡорт халыҡ йырҙары.

Тикшеренеү эшендә түбәндәге мәсьәләләр ҡуйылды:
Башҡорт халыҡ йырҙарының тарихына арналған ғилми хеҙмәттәрҙе өйрәнеү;
Лирик йырҙар төркөмөнә ҡараған ҡатын-ҡыҙҙарҙың әсе яҙмышы һүрәтләнгән йырҙарҙы тикшереү, уларҙың төп темаһын билдәләү.
Фәнни – тикшеренеү эшенең проекты өҫтөндә эш этаптары:
Тикшеренеү эшенең темаһын билдәләү. Мәсьәлә ҡуйыу.
Эштең төп йүнәлешен һайлау.
Эш планы төҙөү. Анкета үткәреү. Беренсе һөҙөмтәләрҙе тикшереү.
Мәғлүмәт йыйыу (кәрәкле әҙәбиәт уҡыу, төрлө сығанаҡтар менән танышыу).
Материалдарҙы системалаштырыу.
Слайдтар әҙерләү.
Тикшереү эшен презентациалау һәм яҡлау.
lefttop00Инеш.
Йыр – башҡорт халыҡ ижадының иң киң таралған жанрҙарының береһе. Халҡыбыҙҙың йыр мираҫы - быуаттар буйы һаҡланып килгән музыкаль-поэтик хазина ул.
Йырҙарҙа беҙ тарихта булып үткән иң мөһим, иң күренекле ваҡиғаларҙың йылъяҙмаһын, тормош-көнкүрешенең, йолаларының төрлө яҡлап сағылышын, эстетик һәм фәлсәфәүи ҡараштарының кәүҙәләнешен күрәбеҙ йәки күҙ алдына килтерәбеҙ. Йыр менән халыҡ үҙенең Тыуған илен, батырҙарын данлай, ҡыуанысын, ҡайғы-хәсрәтен уртаҡлаша, мөхәббәтен аңлата. Шуның өсөн дә йыр үҙенең тормоштағы функцияһы, йәшәү формаһы менән халыҡтың көндәлек тормошона, уның уй-кисерештәренә иң яҡын торған ижад төрө һанала.
Йыр һәр кемдең үҙе менән йәшәй, тиҙәр. Ысынлап та, уны шатланған саҡта ла, моңланған ваҡытта ла, бер һүҙ менән әйткәндә, теләгән ваҡытта, теләгән ерҙә йырларға, йә булмаһа, һис юғында көйләргә мөмкин. Ул борон-борондан халҡыбыҙҙың ышаныслы юлдашы булған. Уның өсөн алыҫ аралар ҙа, сиктәр ҙә, кәртәләр ҙә юҡ, тип уйлайым, сөнки ул быуаттар аша атлап, беҙҙең көндәргә, ҡайһы бер варианттарын иҫәпкә алмағанда, үҙгәрмәйенсә, нисек бар, шулай килеп еткән. Уларҙың күбеһе әле лә сәхнә түрендә, йәғни яратҡан йырсыларыбыҙҙың репертуарынан төшмәй, тимәк, халҡыбыҙҙың күңеленән китмәй.
Йыр кешене йәшәүгә, көрәшкә, хеҙмәткә рухландыра, тиҙәр. Элек-электән йыр менән батырҙарҙы яуға оҙатҡандар, йыр менән ҡаршы алғандар. Туйҙа, һәр төрлө байрамдарҙа, хеҙмәттә иң беренсе булып йыр яңғыраған. Халыҡ йырҙарын яратып башҡарыусы булараҡ, мин был фекер менән тулыһынса килешәм.
lefttop00
Төп өлөш.
Йырҙарыбыҙҙа халҡыбыҙҙың данлы тарихы, тормош-көнкүреше , йолалары , донъяға ҡарашы, социаль тигеҙһеҙлеккә булған мөнәсәбәте, һөйөнөсө, көйөнөсө, зары-һағышы киң сағылған. Шуға күрә халыҡ йырҙары тематик яҡтан да, жанр йәһәтенән дә күп төрлө һәм күп яҡлы. Стиль үҙенсәлектәренә, башҡарыу формаһына ҡарап, белгестәр йырҙарҙы ике төргә – оҙон һәм ҡыҫҡа йырҙарға йәғни көйҙәргә бүлһәләр, йөкмәткеһе буйынса улар бик күп тематик һәм лирик төркөмдәргә айырылалар. Мәҫәлән, оҙон көйлө боронғо халыҡ йырҙары тарихи, тормош-көнкүреш, мөхәббәт йырҙарына бүленә. Уларҙың һәр төркөмө тағы ла вағыраҡ төркөмсәләргә бүлеп ҡарала.
Мәғлүм булыуынса, ҡатын-ҡыҙҙар яҙмышы тураһындағы йырҙар лирик йырҙар төркөмөнә ҡарай. Лирик йырҙар, үҙ сиратында, бер нисә темалы төркөмгә бүленә:
・Тормош-көнкүреш йырҙары;
・Мөхәббәт йырҙары;
・Ҡатын-ҡыҙҙар яҙмышы хаҡындағы йырҙар;
・Шаян йырҙар;
・Төрлө йыр-робағиҙар.
Ҡатын-ҡыҙҙар яҙмышы тураһындағы йырҙар шулар араһында ярайһы ҙур ғына урын алып тора. Ҡайһы бер фольклорсылар был йырҙарҙы мөхәббәт йырҙары төркөмөнә индерергә тырыша. Дөрөҫ, һөйөү йырҙарының үҙәгендә, башлыса, гүзәл зат, матур ҡатын, һылыу ҡыҙ образы алына. Хатта теге йәки был образдарҙың исеме ҡайһы бер башҡорт халыҡ йырҙарының исеменә күсерелгән. Әйтәйек, “Сәлимәкәй”, “Мәҙинәкәй”, “Күсбикә” исемле йырҙар төп образдар исемен алған. Был образдар, ғәҙәттә, үҙе хәрәкәтһеҙ ҡалған кеүек ҡабул ителә, уға ҡарата икенсе шәхестең, йәғни яратҡан егеттең уй- кисерештәре тасуир ителә. Егеттең кисерештәре аша ҡыҙҙың буй-һыны, зифалығы, гүзәллеге, сафлығы, матурлығы күҙ алдына баҫтырыла. Миҫалға "Күсбикә" йырынан юлдар килтерәм:
"Уйташҡай ҙа менән Ирәмәлгә
Ат уйнатып менгән дә бармы икән?
Күсбикәләй һылыу был донъяла
Берәй һылыу тағы ла бармы икән?.."

Мөхәббәт йырҙарында, нигеҙҙә, ике ғашиҡ йәндең осрашыуға ашҡыныуы, шул мәлдәрҙе түҙемһеҙлек менән көтөүҙәре, бер-береһе өсөн йән атыуҙары, бергә булыу, бер күреү өсөн үлергә әҙер булыуҙары сағылыш таба.
Ҡатын-ҡыҙҙар яҙмышы тураһындағы йырҙарҙың иһә, минең уйлауымса, асылы ла, мәғәнәһе лә, йөкмәткеһе лә икенсерәк. Бындай типтағы йырҙарҙың ерлеге боронғо патриархаль-феодаль мөнәсәбәттәргә ҡайтып ҡала. Уларҙың ҙур ғына өлөшө боронғо йолалар буйынса һөйгәненән айырып, малға һатып ебәрелгән ҡыҙҙарҙың фажиғәле яҙмышын тасуир итә. Миҫалға “Таштуғай”, ”Зөлхизә”, ”Зәлифәкәй” йәки "Мәҙинә” йырҙарынан өҙөк килтерергә була.
"Зөлхизә"лә йырҙың тарихын уҡымаһаң да, ҡыҙҙың йәш көйөнсә ҙур ҡалымға йәки аҡсаға һатылғанлығын аңларға була, сөнки унда һәр тыңлаусыны һағышҡа һалырлыҡ шундай һүҙҙәр бар:
"...Мендәркәйен һәрмәп, кем, Зөлхизә, һыйпап ҡарай,
Ҡарт уянмай микән тип, кем ҡыҙ бала".
Йырҙың икенсе вариантындағы һүҙҙәр ҙә тетрәндергес:
"...Ҡанлы йәштәр түгеп тә бер ҡыҙ илай, Зөлхизә,
Көләс ғүмерем үтә тип ут булып..."
"Таштуғай"ҙа ла бәхетһеҙ ҡатын-ҡыҙ яҙмышы сағыла.
"...Таштуғай ҙа һыуының ҡамышын
Ҡурай ғына итеп тартайым.
Ҡоштар ғына осоп етмәҫ ергә
Биргән икән мине атайым..."
Йәки "Мәҙинәкәй”ҙән:
"...Ыласындар оса, ай, һауала,
Мәҙинәкәйгенәм, гөлкәйем,
Һандуғастар ҡуна талдарға.
Һандуғастай һайрар ҡыҙ баланы,
Мәҙинәкәйгенәм, гөлкәйем,
Яҙмыш һата икән малдарға..."
"Зәлифәкәй"ҙә лә шундай аяныслы юлдар бар:
"...Зәлифәкәй һылыу һыуға бара,
Һыу һибәйем тиеп талдарға.
Зәлифәкәй, бахыр, көн-төн илай,
Үҙ ағаһы һатҡас малдарға..."
Был йырҙың легендаһы менән ҡыҫҡаса таныштырмаҡсымын:
Гөлзәйнәб исемле бик матур ҡатын булған. Тормош иптәше Бикмөхәмәт менән күсеп киткән яҡындарын күрергә тип, 1860 йылдарҙа Үҙән буйына (Һарытау губернаһы) килә. Шунда ҡатынға Хисам тигәндең күҙе төшә, уны ҡулына төшөрөргә уйлап Гөлзәйнәбтең ирен, йәғни Бикмөхәмәтте үлтерә, ләкин ҡатын уға кейәүгә бармай, ҡәйнеше Әбделкәримгә йәш бисәлеккә бара. Гөлзәйнәбтең Әбделкәримдән Мәхиән, Зәлифә исемле балалары тыуа. Зәлифә үҙе матур булһа ла, бәхетһеҙ була. Уның ризалығына ҡарамай, Алламорат исемле егеткә бирмәксе булалар. Ҡыҙға күҙе төшөп йөрөгән Яҡуп исемле егет, Зәлифәнең үгәй ағайҙары ярҙамы менән ҡыҙға көсләп ҡушыла. Шулай ҙа уға өйләнмәй. Шул ваҡиғанан һуң Алламорат та ҡыҙҙы алмаҫ була.
Шунан Бикмөхәмәттең Бәкәтәрҙәге (Орск өйәҙе) Дәүләт исемле улы Зәлифәләргә килеп, Зәлифәне, Мәхиәнде, уларҙың әсәһе Гөлзәйнәбте алып ҡайтып китә. Китер алдынан Зәлифә бик моңло йыр йырлай. Шул көйгә үҙәндәр Зәлифәкәй көйө тип исем бирәләр. Зәлифәкәй киткәс, уны башта яратып йөрөп, ситтәргә бирергә теләмәй мыҫҡыл иткән Яҡуп шул көй менән ҡыҙға бағышлап, уның иҫтәлеге итеп, йыр сығартҡан.
Ғөмүмән, малға, аҡсаға һатыу - башҡорт халыҡ йырҙарында киң таралған мотив. Мал образы ҡатын-ҡыҙҙарҙың аяныслы яҙмышын тулыраҡ аңларға ярҙам итеүсе ҡөҙрәтле көс булып һынлана.
Быларҙан тыш, тағы конкрет фажиғә, шәхси бәхетһеҙлек ерлегендә тыуған йырҙар йыш осрай. Бындай йырҙарҙа ла шул фажиғәгә бәйле булған бәхетһеҙ ҡатын-ҡыҙ яҙмышы тасуир ителә.
Ҡатын-ҡыҙҙарҙың әсе яҙмышы хаҡындағы йырҙар араһында йәш ҡыҙҙарҙы кәрткә уйнап оттороу мотивы ла йыш ҡына осрай. Сәйер булһа ла, шуныһы иғтибарҙан ситтә ҡалмай: бындай йырҙарҙың төп геройы, ғәҙәттә, муллалар. Миҫалға "Мостафа мулла" (икенсе исеме "Зөлхәбирә"), "Хамсадиҡ мулла". Ике осраҡта ла ҡыҙҙар аталары тарафынан урыҫ кешеһенә кәрткә отторолған.
Шәхси фажиғә ерлегендә тыуған, үҙем яратып башҡарған һәм яратып тыңлаған йырҙарымдың береһе "Ашҡаҙар"ҙа йән әрнеткес шундай юлдар бар:
"Йәнкәй-йәнәш китте, ай, һунарға,
Ашҡаҙарҡай буйы ла шәшкегә.
Шәшкеләргә китеп, вафат булды,
Башҡынайым ҡалды ла йәш кенә.
Атҡайҙарға менеп, теҙген тотҡас,
Мылтыҡҡайын бирҙем дә ҡулына.
Күрә алмаҫтай булып, ҡарап китте,
Киткән икән үлем дә юлына..."
Ҡатын-ҡыҙҙарҙың аяуһыҙ яҙмышы тасуирланған киң билдәле "Ғилмияза" йырын да миҫалға килтермәксемен:
"Йәштән генә менгән туры атымдай,
Ялбыр яллы аттар юҡ икән.
Ҡайғыларым тарҡап һөйләшергә,
Телем аңлар кеше юҡ икән.
Һаҡмар һыуы аға ҡибла табан,
Урал тауы буйлап, көн битләп.
Илкәйемә лә шул ҡайтыр инем,
Аяҡтарым талһа, имгәкләп."
Белеүебеҙсә, башҡорт халыҡ йырҙарының бөтәһенең дә тиерлек тарихы бар. Улар, билдәле булыуынса, башҡорт халыҡ ижадының "Риүәйәттәр һәм легендалар" томында урынлашҡан. Ҡатын-ҡыҙҙар яҙмышы тураһында риүәйәттәр "Тормош-көнкүреш легендалары" тигән төркөмгә инә. Уларҙа ла йырҙарҙа кеүек халыҡтың элекке көнкүреше, тормошта осрай торған төрлө хәлдәр, этнографик үҙенсәлектәр сағыла. Шулай уҡ феодаль-патриархаль тәртип хөкөм иткән шарттарҙа килеп тыуған ижтимағи, ғаилә һәм йәмғиәт араһындағы мөнәсәбәттәр сағылыш тапҡан.
"Ғилмияза" йырының тарихы иһә түбәндәгесә:
Ете-һигеҙ йәшендә генә үҙ йәйләүенән юғалған башҡорт ҡыҙын урыҫтар табып алып аҫраған. Сит яҡтарҙа тыуған төйәген, халҡын, туғандарын, телен, моңон һағынып, зар-интизар булған был бала үҫә килә йыр сығара. Был йырҙы ишетеп ҡалған башҡорт уҙаманы ҡыҙҙың кем булыуын, ҡайҙан икәнен йыр һүҙҙәре аша танып ҡала. Бала ғына сағынан бөтөнләй сит милләт, ят мәҙәниәт араһында үҫһә лә үҙ телен, моңон онотмай, хатта улар араһында йәшеренеп булһа ла йырларға йөрьәт иткән ҡыҙға нисек һоҡланмаҫҡа һуң! Тап ошо моңо, йыры үҙен табырға ярҙам иткән бит.
Миңә йыш ҡына мәктәп, ҡала мәҙәниәт һарайы сәхнәһенән башҡорт халыҡ йырҙары менән сығыш яһарға тура килә. Тамашасыла халыҡ йырҙарына ҡарата ҡыҙыҡһыныу барлығын тоям. Тиҫтерҙәрем араһында ла халыҡ йырын яратыусылар бар. Ғөмүмән, мин гел генә халыҡ йырын йырлап, көйләп йөрөйөм. Башҡорт йырҙарына һөйөүҙе миңә башҡорт теле уҡытыусылары һәм Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Фәриҙә Ҡобағошева уятты, тип икеләнмәйенсә әйтә алам. Ата-әсәйемдәрҙең дә роле баһалап бөткөһөҙ, әлбиттә.
Башҡорт йырҙарының иң элек моңо арбай мине. Икенсенән, тарихилығы менән көслө улар.
Ҡатын-ҡыҙҙарҙың аяныслы яҙмышы тураһында йырҙарҙың һәр береһе - тотош драма. Уларҙа интегеү ҙә, һыҙланыу ҙа, ҡайғы-һағыш та бар. Ә кешенең күңел кисерештәрен иһә, бигерәк тә, ҡайғыһын, зарын тик моң аша биреп була.
lefttop00Йомғаҡлау.
Һүҙемде йомғаҡлап, шуны әйтергә теләйем: башҡорт халыҡ йырҙары араһында ҡатын-ҡыҙҙар яҙмышы тураһындағы йырҙар ҙур урын алып тора. Уларҙың әһәмиәте нимәлә һуң? Уларҙан ниндәй тәрбиәүи мәғәнә табырға була?
Минеңсә, был төркөмгә ҡараған йырҙар ҙа, үрҙә әйтеп китеүемсә, тарихи, тормош-көнкүреш йырҙары кеүек, халҡыбыҙҙың быуаттарға һуҙылған тормош тәжрибәһен, донъяға ҡарашын һәм мөнәсәбәтен шаҡтай тулы сағылдыра. Ҡатын-ҡыҙҙар яҙмышы тураһындағы йырҙарҙа ҡатын-ҡыҙҙарҙың тормошҡа тәрән мөхәббәте, йәшәүгә һәләте сағыла. Тормош ауырлығын бергәләп күтәрешеүгә, дуҫлыҡҡа, татыулыҡҡа саҡырыусы мотивтар ҙа юҡ түгел. Үткән ғүмерен һағынып иҫкә алған, киләсәге тураһында хыялланған, тормошоноң яҡшырасағы тураһында өмөтөн белдергән йырҙар һағышлы-зарлы йырҙарҙан да фәһем алырға була.
Шуға күрә йырҙарыбыҙға сикһеҙ иғтибарлы булырға саҡырам тиҫтерҙәремде. Киләсәгәбеҙгә тағы ла байыраҡ рухи хазина, байлыҡ туплайыҡ. Халыҡ йырҙарын йырлайыҡ, таратайыҡ, уларҙың тарихын, легендаларын беләйек, өйрәнәйек.
Билдәле ғалим М.Лоссиевский бер хеҙмәтендә былай тип яҙған:
"Башҡорттарҙа атай-олатайҙарынан ҡалған йола буйынса һәр кем батырҙар һәм уларға бәйле ваҡиғалар тураһында хикәйәләрҙе, йырҙарҙы мотлаҡ белергә тейеш". Ниндәй фәһемле һүҙҙәр әйткән ул: тарихты һәм йырҙарҙы!
Ҡулланылған әҙәбиәт исемлеге:
Башҡорт халыҡ ижады. Йырҙар.- Өфө,” Китап”, 1995.
Башҡорт халыҡ йырҙары, йыр - риүәйәттәре. -Өфө, “ Китап”, 1997.
Буранғолов М.Ғ. Сәсән аманаты.- Өфө, "Китап", 1995.
Бураҡаев И.Д., Бураҡаева М.С., Юлмөхәмәтов М.Б. Башҡорт мәҙәниәте. Тормош һабаҡтары.- Өфө, "Китап", 2001.
"Ватандаш" журналы, 2011.-№ 1.
Ғалин С.Ә. Башҡорт халҡының ауыҙ-тел ижады.- Өфө, "Китап", 2009.
Кирәев Ә.Н. Башҡорт халыҡ ижады.-Өфө, БДУ нәшриәте, 1981.
Псәнчин В.Ш. Һүҙ тылсымы.- Өфө, "Китап", 1996.
Фәһемле фекерҙәр донъяһында.-Өфө, Китап, 2003.
Шәкүров Р.З. Сыңрау торналар иле.- Өфө, "Китап", 1996.


.
Ҡушымта
Был тема өҫтөндә эшләү барышында мин класташтарыма түбәндәге анкета тәҡдим иттем:
Ҡатын-ҡыҙҙар яҙмышы тураһындағы башҡорт халыҡ йырҙарын беләһегеҙме?
Халыҡ йырҙары бөгөнгө йәштәрҙе нимәһе менән йәлеп итә?
Башҡорт халыҡ йырҙарының әһәмиәте нимәлә?
Анкеталарҙы уҡып сыҡҡандан һуң (бөтәһе 15 уҡыусы ҡатнашты) шундай һығымта яһарға мөмкин: беренсе һорауға 100 % уҡыусы ыңғай яуап бирҙе; икенсе һорауға 75% бала – үҙенсәлекле моңо , 25% - тарихилығы йәлеп итә, тип яуапланы. Өсөнсө һорауға 80% бала – халыҡ ижадын өйрәнеү, тиһә, 15% -рухи хазина туплау, 5% иһә яуап бирергә ҡыйынһынам, тип билдәләне.