Исследовательская работа на тему Бишек йыр?ары


Бөрйән районы муниципаль р айоны Иҫке Собханғол урта дөйөм белем биреү бюджет учреждениеһы
Тикшереү эше
Бишек йырҙары
Әҙерләне: 3 б класы уҡыусыһы
Кәримов Динислам
Етәксеһе: Айытбаева
Тамара Хәлфитдин ҡыҙы

Йөкмәткеһе:

Инеш һүҙ.
Бишек йырҙарының килеп сығышы.
Бишек йырының әһәмиәте.
Бишек төрҙәре.
Тикшереү эштәре.
Йомғаҡлау.
Әҙәбиәт.

Магазиндарҙа беҙҙең өсөн уйынсыҡтар бик күп. Улар төрлө-төрлө тауыш сығара. Психологтар фекеренсә бишек йырҙарын уйынсыҡ, телевизор тауыштары, компьютер уйындары алмаштыра алмай. Ә минең әсәйем бәләкәй һеңлемде йоҡлатҡанда һәр ваҡыт уға бишек йыры йырлай.Мин бәләкәй саҡта миңә лә йырлай торғайны. Шуға мин үҙемдең тикшереү эшемде бишек йырҙарына бағышланым.
Эҙләнеү объекты: бишек йырҙары.
Маҡсат:
- бишек йырҙарын ни өсөн йырлайҙар,
- хәҙер йырлайҙармы
Маҡсатҡа ирешеү өсөн түбәндәге бурыстарҙы билдәләнем:1.Үҙәк китапханаға барыу, бишек йырҙары тураһында белешмә туплау.
2.Бишек йырҙарының йөкмәткеһен өйрәнеү.
3.Класташтарым һәм уларҙың әсәйҙәре ярҙамында бишек йырҙарының әһәмиәтен асыҡлау.
Гипотеза:
Бишек йырҙарының әһәмиәте бик ҙур.
Тикшереү эше ике этапта алып барылды:
1-се этап.
Эҙләнеү: китаптарҙан мәғлүмәт туплау, туғандарымдан, оләсәйемдән,класташтарымдан бишек йырҙары тураһында һорашыу, класташтарымдан анкета алыу.
2-се этап. Һығымта: материалдарҙы тәртипкә килтереү, анализ эшләү,һығымта яһау.
Бишек йырынын килеп сығыуы
Борон-борондан баланы сәңгелдәккә һалып бәүетеү – тылсымлы сара, төрлө ышаныуҙарға бәйле йола булған. Һәлмәк тирбәтеү, ғәҙәттә, ҡумыҙҙа талғын көй уйнап оҙатылған. Тирбәтеү - тормош даръяһында сабыйҙы сыныҡтырыуға килтергән, йыһан ритмына ылыҡтырған.
Бишек йырҙары балаға яҡшы йоҡо теләп, хайуандарҙан баланы йоҡлатҡанда ярҙам итеүен йәки йоҡларға ҡамасауламауын һорап, баланы дәртләндереү, ҡурҡытыу маҡсатында башҡарылған.
Бишек йырҙарынын әһәмиәте
Бишек йырҙары ярҙамында әсә үҙенең балаһына туған теленең наҙын,көйҙәрҙең моңон еткерә.
Бишек йырҙары баланы уратып алған тирә-йүн, хайуандар, ҡоштар менән таныштыра.
Бишек йыры балаға әсә йөрәгенең саф һөйөүен, изге теләген еткерә.
Әсә менән бәйләнешен нығыта,бала йырҙарҙы тыңлап өндәрҙе ишетә, ҡабатлай, телмәрен байыта.
Бишектәр бик күп төрлө булған.
Башҡортостан энциклопедияһында бишек йыры тураһында:
“Бишек йырҙары – бер тонда, тынысландырыу рәүешендә көйләп башҡарылыусы текст,баланы мәҙәниәткә ылыҡтырыуға, яҙмышын алдан билдәләргә йүнәлтелгән булған “
Өләсәйем бишек йыры
Әлли-бәлли, малайым,
Туҙ бишеккә һалайым,
Төлкө туны ябайым.
Инәһе Иҙелгә киткән,
Уны ҡайҙан табайым?
Әлли-бәлли, бәпкәйе,
Ҡайҙа киткән әнкәйе?
Урмандарға еләккә,
Бәләкәскә бүләккә.
Әлли-бәлли итер ул,
Йоҡлап ҡына китер ул.
Үҫеп кенә китер ул да,
Бик ҙур кеше булыр ул.
Әлли-бәлли итер ул,
Батыр егет булыр ул,
Бәү-бәү-бәү генә,
Булыр әле дәү генә,
Булыр әле дәү генә,
Быуынға берәү генә. Тикшере ү барышында иптәштәрем араһында һорау алыу ойошторҙом. Һығымта түбәндәгесә:
- Һеҙ бишек йырҙары беләһегеҙме? Т игән һорауға эйе тип - 74%, юҡ тип -26% яуап бирҙе.
- Һеҙгә әсәйҙәрегеҙ (оләсәйҙәрегеҙ) бишек йырҙары йырланымы? тигән һорауға эйе тип- 83%, юҡ тип – 13% яуап бирҙе.
Бәү-бәү-бәү генә
Булыр әле дәү генә.
Булыр әле дәү генә лә
Быуынға берәү генә.

Бишек йырҙары тураһында мәҡәлдәр бик күп, шуларҙын бер нисәһе:
"Сабыйҙы бишектән өйрәт»
"Баланы бишектә үк тый,
буй еткәс, тыйырмын тимә»
"Баланан ҡәҙер күрәм тиһәң, дөрөҫ тәрбиәлә"
Һығымта
Әсә башҡарыуындағы сәңгелдәк йыры бала күңеленә шифалы тәьҫир итә. Бишек йыры беҙҙең халыҡта йоҡлатыу өсөн генә түгел, ә бәләкәстең фекерләү ҡеүәһен, ижади хыялын үҫтереү уңайынан да файҙаланылған. Баланың һаулығы, үҙен тотошо, ҡылыҡтары һәм холҡо әсәнең уға ниндәй сәңгелдәк йыры башҡарыуына ла бәйле икәнлегенә ышандым.Шуға күрә балаға күберәк бишек йырҙарын йырларға кәрәк.

Ҡулланылған әҙәбиәт:
Башҡортостан энциклопедияһы.
Балалар әҙәбиәте антологияһы (икенсе китап)
Оләсәйем, әсәйем, күрше инәйҙәрҙен бишек йырҙары.