Конспект урока по башкирскому языку Баш?орт халы? йыры “Урал”. Йыр?а патриотизм мотивтарыны? са?ылышы.


Тема: Башҡорт халыҡ йыры “Урал”. Йырҙа патриотизм мотивтарының сағылышы.
Дәрес маҡсаты: Башҡортостан тауҙары менән танышыуҙы дауам итеү; тасуири уҡыу ҡеүәһен камиллаштырыу; тарихҡа, халыҡ ижады ынйыларына ҡарата ҡыҙыҡһыныу, һөйөү тәрбиәләү
Йыһазландырыу: мульимедиа проекторы, компьютер; фонояҙма “Урал” башҡорт халыҡ йыры; артик. таблица; инд. карточкалар, Башҡортостан Республикаһының картаһы.
Дәрес барышы:
I.Ойоштороу мәле.- Һаумыһығыҙ, уҡыусылар! Ултырығыҙ.
II.Артикуляцион күнегеү.
Уралып ятҡан Уралда,
Урау-урау юлдар бар.
Уралдан ғына бейек, ай, тау булмаҫ,
Уралҡайҙы һөймәҫ йән булмаҫ.
III. Яңы материал өҫтөндә эш.
Әңгәмә. Дәрестең темаһы менән танышыу.
- Уҡыусылар, Башҡортостан ҡайҙа урынлашҡан?
- Башҡортостанда ниндәй тауҙар бар?
- Ни өсөн Башҡортостанды “тауҙар иле” тип йөрөтәләр?
- Афарин, уҡыусылар. Башҡортостан Көньяҡ Уралда урынлашҡан. 5 класта ятлаған шиғырҙы иҫкә төшөрәйек (Ф.Рәхимғолова “Мин Башҡортостандан!”)
Һораһалар ситтә, һин ҡайҙан, тип,
Ғорур ғына ҡарап торам да,
Ирәйеп тә, берсә кинәнеп тә,
Башҡортостандан, тим, Уралдан!
Бөгөн дәрестә Башҡортостан тауҙары менән танышыуыбыҙҙы дауам итәбеҙ. Башҡорт халыҡ йыры “Урал”ды уҡыясаҡбыҙ. Дәфтәрҙәрҙе асып бөгөнгө числоны, дәрестең темаһын яҙып ҡуйығыҙ.
Һүҙлек: ҡорбан
һаҙаҡ
ғүмер
аямаған
“Урал” йырын тыңлау (уҡытыусы уҡый).
Үҙ аллы уҡыу.
“Сылбыр менән” тасуири уҡыу.
Ял итеү минуты.
Фонояҙма тыңлыу (“Урал” йыры).
Төркөмләп эшләү (арт. таблица буйынса һөйләмдәр төҙөү).
1-се төркөм: “У5л” 22164ҡ 189167 – 18ш36рт 22л171165ң 82л83 87м165.2-се төркөм: 4532н “У5л” 189167 “Е200 ы167у” и205190 190219н 11165л7н 126л7н.
Тикшереү: “Урал” халыҡ йыры – башҡорт халҡының милли гимны.Борон “Урал” йыры “Ете ырыу” исеме менән танылған булған.
Һорауҙарға яуап биреү:
Ни өсөн “Урал” йырын Башҡорт халҡының гимны тип йөрөткәндәр?
Башҡорт халҡы Тыуған ергә булған һөйөүен нисек сағылдыра? Ниндәй һүҙҙәр менән? (Йырҙан табып уҡыу)
Урал тау исеме генәме, халыҡ уны нисек мәңгеләштергән?
“Кем тиҙерәк тауға менә?” корссворд сисеү (96 бит).
IV. Йомғаҡлау. Баһалау. Өй эше: “Урал” йырын ятларға.