Баш?ортостанда ??е?се а?ас ??м ?ыуа?тар. Ши?ыр?ар


БАШҠОРТОСТАН РЕСПУБЛИКАҺЫ
НЕФТЕКАМА ҠАЛАҺЫ ҠАЛА ОКРУГЫНЫҢ
12-СЕ УРТА ДӨЙӨМ БЕЛЕМ БИРЕҮ МӘКТӘБЕ МУНИЦИПАЛЬ ДӨЙӨМ БЕЛЕМ БИРЕҮ АВТОНОМИЯЛЫ УЧРЕЖДЕНИЕҺЫ
Бында ерзең нигмәттәре,
Хуш еҫле шиңмәҫ гөлдәре,
Тынғы белмәҫ урман шауы,
Алтындай көн һәм төндәре.

шиғырҙар
Башҡарҙы:3-сө дкласы уҡыусыһы Мортазина Элиза Зәбир ҡыҙы
Уҡытыусыһы: Әлфирә Рәхимйән ҡыҙы Әхмәтшина
МУНИЦИПАЛЬНОЕ
ОБЩЕОБРАЗОВАТЕЛЬНОЕ АВТОНОМНОЕ
УЧРЕЖДЕНИЕ
СРЕДНЯЯ ОБЩЕОБРАЗОВАТЕЛЬНАЯ
ШКОЛА №12 ГОРОДСКОГО ОКРУГА
ГОРОД НЕФТЕКАМСК
РЕСПУБЛИКИ БАШКОРТОСТАН
Здесь красоты Родины,
Ароматные цветы,
Неугомонный шорох леса,
Золотые ночи, дни.
стихи
Выполнила:ученица 3д класса Муртазина Элиза Забировна
Учитель: Альфира Рахимьяновна Ахметшина

Миләш
Өй алдында миләш үҫә
Тәлгәш-тәлгәш еләкле.
Көҙ етеүгә еләктәрен
Теҙеп ҡуя егәрле.
Ҡайын.
Ҡайын апай күлдәктәрҙең
Тик матурҙарын кейә.
Яҙын, йәйен йәшел төҫтә
Көҙөн һарынан тегә.
Шыршы.
Шыршы апай күлдәктәрен
Бер ҙә үҙгәртмәй икән.
Йәшел костюм, йәшел күлдәк.
Нисек ялҡытмай икән?!
Ҡарағат.
Ҡарағат ҡыуаҡтары
Баҡса буйлап теҙелгән.
Аҡ, ҡара, һары тәлгәштәр
Тәмле булып өлгөргән.
Алма.
Алма алма алма, тиҙәр.
Нисек инде алмаһын?
Алмаларҙың иң тәмлеһен
Алма көн дә ашаһын.
Баҡсабыҙҙа.
Баҡсабыҙҙа емештәр күп
Сейә, груша, слива бар.
Сейәләре алдан беште,
Унан алма өлгөрҙө.
Слива ғына һуңға ҡалған
Сентябрҙе көткәнме?
Ялҡауланып бөткәнме?
Миңә уны әйтмәне.