Дерес конспекты Мостай К?рим «?лм??бай» Башкорт яу?ир?арыны? батырлы?ы. 8-се класс


Мостай Кәрим «Үлмәҫбай»
Башкорт яуғирҙарының батырлығы.
Маҡсат: 1. Батырлыҡ , намыҫ, бурыс төшөнсәһе тураһында белешмә биреү, тарихи шәхестәр өлгөһөндә ихтыяр көсө, кешелек сифаттары, өлкән быуынға ҡарата хөрмәт тәрбиәләү.
2. Үҙаллы фекер йөрөтөүҙе , һөйләм телмәрен үстереү.
3. М.Кәрим ижадын иҫкә төшөрөү.
Йыһазландырыу: компьютер,
Барышы: Ҡабатлау
-Үткән дәрес материалын иҫкә төшөрөү.
Төп өлөш
-«Катюша» йыры яңғырай
- Был ниндәй йыр?
-Ниндәй ваҡиға күҙ алдына килде?
-Бөгөн дәрестә « Данлы йылдар, шанлы йылдар» тигән бүлекте башлайбыҙ.

-Иғтибар менән ҡарағыҙ әле, был һандар һеҙгә нимә тураһында һөйләй? (1941-1945)
-Республиканан күп яҙыусылар, шағирҙар ҙа илебеҙҙе фашистарҙан һаҡлауҙа ҡатнашҡан.(Исем-фамилиялары курһәтелә)-Ибраһим Абдуллин, Ғайнан Әмири, Шәриф Бикҡол, Әнүәр Бикчәнтәев, Муса Ғәли, Ҡадир Даян, Мостай Кәрим, Яҡуп Ҡолмой, Назар Нәжми, Мәлик Харис, Төхвәт Морат, Бәҙрүш Моҡамай.
-Бөгөн дәрестә М.Кәримдең «Үлмәҫбай» әҫәре тураһында һөйләшербеҙ. М.Кәрим ижады, тормошо буйынса һорауҙар бирелә.(Уҡытыусы төҙөй)
-М.Кәрим ҡайҙа һәм ҡасан тыуған?
-Ниндәй әҫәрҙәрен беләһегеҙ?
-Нисәнсе йылда халыҡ шағиры исеме бирелә? (1964) һ.б.
-«Үлмәсбай» поэмаһының идея-тематик йөкмәткеһен тикшереү.(Һорауҙарҙы уҡытыусы үҙенсә төҙөй.)
-Ниндәй осор һүрәтләнгән? Был осор тураһында тағы ла нимәләр беләһегеҙ? Әҫәрҙең темаһын, идеяһын билдәләү. Һ.б.
-Уҡыусылар үҙҙәренә оҡшаған бүлектәрҙе тасуири уҡып китәләр һәм аңлатма бирәләр.Ни өсөн был бүлек?
-Был поэма йөкмәткеһе менән рус телендәге ниндәй әҫәргә оҡшаған?( Твардовский «Васил ий Теркин)
Һығымта: Һуғыш йылдары үтеп китте, илебеҙгә оло Еңеү килде.Хәҙер беҙ тыныс тормошта йәшәйбеҙ. Был тыныс һәм яҡты тормош өсөн атайҙарға, олатайҙарға- илде һаҡлаусыларға бурыслыбыҙ.Уларға беҙ хөрмәт менән ҡарайыҡ,ярҙам итәйек.
Ял минуты : Поэманың йөкмәткеһе буйынса кроссворд
Нығытыу. Дәфтәрҙәрҙә эшләү.
- Поэманан тел сүрәтләү сараларын табыу(әкиәт алымдары, мәҡәл-әйтемдәр,сағыштырыуҙар һ.б.)
- Беҙҙең Республикала һәм Өфө ҡалаһында һуғыш йылдарында батырлык күрһәткән яуғирҙар иҫтәлегенә һәйкәлдәр ҡуйылған. ( компьютерза)

Ике тапҡыр Советтар Союзы Геройы Муса Герәев һәйкәле

Памятник Клавдии Абрамовой-Разуваевой, партизанке, погибшей вместе со своими детьми в годы Великой Отечественной войны


Бөйөк Еңеүҙең 65 йыллығы менән баш ҡалабыҙ Өфөнөң Еңеү паркында Таһир Кусимов һәм Миңлеғәле Шайморатовҡа һәйкәл

Бөйөк Еңеүҙең 55 йыллығына арнап, 2000 йылда асылған Хәрби дан музейы Өфөнөң Еңеү паркында урынлашҡан.





- Үҙебеҙҙең Йәрмәкәй районынан сыҡҡан Советтар Союзы Геройҙарын атап китәйек.
-Үҙебеҙҙең ауылдағы һуғыш ветерандары тураһында һөйләшеү.
Йомғаҡлау
-Ниндәй яңы нимәләр белдегеҙ?
-«Катюша» йырын башҡорт телендә йырлау.
(Рус теленән шағир Н.Иҙелбай тәржемә иткән)
Расцветали яблони и груши,
Поплыли туманы над рекой.
Выходила на берег Катюша,
На высокий берег, на крутой. Сәскәләнделәр алма һәм груша
Аҡ томанға күмелде йылға.
Сыҡты шул саҡ өйөнән Катюша,
Ул килеп баҫты текә ярға.
Выходила, песню заводила
Про степного сизого орла,
Про того которого любила,
Про того, чьи письма берегла.
Сыҡты ла ул дәртле йырын һуҙҙы
Сал бөркөттәй егет хаҡында.
Бар күңелдән өҙөлөп һөйә уны,
Хис юғалтмай һаҡлай хатын да.
Билдәләр.
Өй эшенә кроссворд төҙөргә.